RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алһыу таҫмалы бәхет

27.01.2019 Алһыу таҫмалы бәхет

йәки Ике ғашиҡтың яҙмышын хәл иткән хат


Беҙгә ул саҡта 12 йәштәр тирәһе ине. Әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан Айрат ағайға класташ ҡыҙҙар менән һоҡланып ҡарап ҡала торғайныҡ. Һалдат формаһын кейеп, бит остарын соҡорайтып йылмая ла, ҡулындағы гармунын уйнай-уйнай, урамдарҙан йырлай-йырлай киске уйын­ға китә. Эргәһендә төркөм булып барған егеттәр йыр һуҙа, арттараҡ ҡалып, буй еткергән ҡыҙҙар эйәрә. Ә беҙ, әлегә клубҡа йөрөргә рөхсәт булмаған бала-саға, уларҙан көнләшеүҙән үлә яҙып, йыр тыңлап бер аҙ барабыҙ ҙа, апайҙарҙың уҫал ҡарашынан ҡурҡып тороп ҡалабыҙ. Күрше йортта йәшәүсе Сәғирә әхирәт бер көн серен сискәс, саҡ ултыра төшмәнем. “Мин ҙур үҫкәс, Айрат ағайға кейәүгә сығам. Ағиҙел буйында кисә уйым таш тапҡайным, шул теләк менән ергә күмдем!” Аптырауҙан нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалдым. Сөнки Айрат ағай атай-әсәйем, ағайым менән күрешергә ингән көндө үк уға ғашиҡ булып, эңер төшкәнсе уйым таш эҙләп йөрөгәйнем. “Гөлдәриә лә үҫеп еткән икән! Мәктәптә гел “бишле”гә генә уҡыйһыңдыр әле...” – тип ҡосаҡлап яратҡас, оялышымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Беренсенән, тәүге тапҡыр егет кеше ҡосаҡлаһа, икенсенән, рус теленән алған “өслө” билдәләрем иҫемә төштө. Көндәлегемде һораһа, нимә тип алдарға белмәҫ инем, моғайын. Шулай ҙа шул көндө үк мин дә уйым ташты Сәғирә әхирәтем әйткән теләк менән ергә күмеп ҡуйғайным.

Теләк теләп уйым ташты ергә күмергә кем өйрәткәндер, белмәйем, әммә мин барлыҡ хыялымды шулай тормошҡа ашырҙым. Былтыр Өфөлә йәшәүсе туғандарыма барҙым, унан алда лагерҙа ял иттем. Быйыл рус теленән имтихандарҙы ла “дүртле”гә бирҙем. Өфөләге гимназияға уҡырға инергә теләй инем, ул ташымды кире соҡоп алдым. Айрат ағай ҡайтҡас, ауылды ташлап киткем килмәй ине. Сәғирә менән икебеҙҙең дә теләк тормош­ҡа ашһа, нимә булыр икән? Тәүҙә – миңә, аҙаҡ әхирәтемә өйләнерме әллә киреһенсәме? Теге ташты күмгән ерҙән соҡоп алғы килмәй. Аптыранып йөрөгән саҡта башҡа хәтәр уй килде: Сәғирәнең ташты ҡайҙа күмгәнен белергә лә, уныҡын соҡоп сығарырға кәрәк. Шул саҡта Айрат ағайға мин кейәүгә сығасаҡмын!

Тик был бала саҡ хыялдарына, ышаныуҙарға тормошҡа ашыу насип түгел ине. Беҙҙең күңелдәрҙе тәүгеләрҙән булып иләҫ-миләҫ итеүсе ағайыбыҙ уҡытыусы Нәзилә апай менән йөрөп китте. Былтыр ғына Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап ҡайтҡан уҡытыусы апай үтә һылыу ине шул. Толомлап үргән сәсе тубығынан төшә, күпереп торған итәкле күлдәктәре нескә билен һығып күрһәтә, ә оҙон ҡара керпектәре араһынан ҡараған йәшел күҙҙәренең матурлығы! Ул эш башлағас, мәктәп ҡыҙҙары барыһы ла йәшел күҙ тураһында хыяллана башланы. Төҫлө линзалар барлығын белгәс, эшләй башлау менән уларҙы алырға тигән маҡсат та ҡуйҙым үҙемә. Нәзилә апай менән Айрат ағай дуҫлашҡас, мәктәп балалары көнләшеп тә, һоҡланып та, ҡыҙыҡһынып та уларҙы күҙәтеп йөрөй башланыҡ. Киске уйында йәштәрҙе бер аҙ бейеткәс, улар етәкләшеп Ағиҙел буйына төшөп китә. Аҙаҡ Ҡырҙас тауындағы ҡайынлыҡ аша ҡыҙ йортона киләләр. Башҡа саҡта һөйләп һүҙе бөтмәгән егет тә өндәшмәҫкә әйләнә, улар сәғәттәр буйы тын ғына ҡосаҡлашып йөрөй. Тик бер көндө генә уҡытыусы апайыбыҙ йылға буйында һөйгәнен ҡосаҡлап иланы ла иланы.

– Элекке заман түгел, ризалығыңдан тыш бирергә... Никахлатып бирмәһәләр, урлап алам... Мин һиңә ун йәшемдән ғашиҡ... Һинең өсөн генә ауылға ҡайттым...
Бер нисә көн үткәс, ауылда: “Нәзилә һатыусы Мәғәфиәнең улы Сәғиткә кейәүгә сыға! Туй менән никах бер көндә була икән”, – тигән хәбәр таралды. Шул саҡта ғына мин уның йылға буйында ниңә илауын аңланым. Йылға буйына кер сайҡар­ға төшкәс, серемде әсәйгә систем:
– Айрат ағай Нәзилә апайҙы, урлап алып китәм, тине.
– Әллә инде, Урал ағай барыбер йәшәтмәҫ ул. Уҡытыусы ҡыҙымды уҡыған кешегә бирәм, тигән бит.
– Ә Айрат ағай, уны ун йәштән яратам, ти...
– Яратыу менән генә донъя көтөп булмай шул. Нәҫелдәре эшһөйәр түгел. Атаһы ғүмер буйы гармун тартып, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа тик йөрөй­ҙәр. Буй еткергән дүрт улдары бар, үҙҙәре һаман ике яҡлы йортта йәшәй. Айрат та инде, ауыл­ға ҡайтҡансы, ҡалала ҡалып, эшкә урынлашһа, бер аҙ бол туплап ҡайт­һа, Урал ағай, бәлки, уйланыр ине. Ә бында ҡалып нимә бар? Кәләш алды ла икән, ти, ҡайҙа йәшәтергә уйлай ул?
– Ул Нәзилә апайҙы яратҡанға ҡайтҡан...
– Ҡарауыллап ятып ҡына булмай ул. Эй, балам, бәләкәсһең шул, аңламайһың. Был турала башҡа бер кемгә лә һөйләмә, йәме. Нәзилә апайың кеше һүҙенә батыр ҙа, йәшәүе ауыр булыр...

Башҡаса Нәзилә апай киске уйын­ға сыҡманы, Айрат ағай ҙа гармунында уйнамаҫ булды. Урал олатайҙар янынан үткәндә оло байрам­ға әҙерлек һиҙелә ине. Бейек ҡапҡалары, рәшәткәләре яңынан буялды, алты мөйөшлө йорт эсле-тышлы һыланды, аҡланды. Туй табыны өсөн ихатала оҙон өҫтәлдәр теҙелде, япма яһалды. Туй көнө беҙ, бүләк алыу­ҙан бигерәк, кәләштең туй күлдәген күреү өсөн Урал ағай­ҙың күршеһендә йәшәгән класташыбыҙ Илдарҙарҙың өйөнә йыйылдыҡ. Тәүҙә тәҙрә аша күршеләрҙең ихатаһын күҙәттек, аҙаҡ, батырсылыҡ итеп, ҡапҡа төбөнә сығып ултыр­ҙыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар йүгереп йөрөп аш-һыу әҙерләй, ир-ат, төркөм-төркөм булып, хәбәр һата, тәмәке көйрәтә. Ваҡ-төйәк эш менән булышҡандар һирәк. Ҡыҙыҡ эҙләп, уларҙы күҙәтәбеҙ. Шул саҡ беҙ өймәкләшкән ихата ҡапҡаһы аҙ ғына асылды ла, Айрат ағайҙың башы күренде.
– Гөлдәриә һылыу, Сәғирә һылыу! – аптырап, уның янына барҙыҡ. – Ошо хатты Нәзилә апайыңа бирер­һегеҙ, йәме. Тик береһе лә күрмәһен! – ул беҙҙең ҡулға хат менән бергә алһыу таҫма тотторҙо. Нимә тип яуап ҡайтарырға белмәй торғанда, ул ҡапҡаны эс яҡтан ябып та ҡуйҙы. Сәғирә хатты ла, таҫманы ла кеҫәһенә йәшерҙе.
– Бирәбеҙме?
– Уҡыу башланғас бирербеҙ. Ул бит беҙгә, бөгөн бирегеҙ, тимәне...
– Киләләр! Ҡоҙалар килә! – күрше йортта шау-шыу ҡупты. Ҡапҡа ябылды, һыйлы өҫтәл урам яҡҡа сығып ултырҙы. Илдарҙың әсәһе ҡыҙ йәрәшергә ингән булған икән, кәләште һәм уның 5 – 6 әхирәтен эйәртеп ҡайтып инде.
– Апайығыҙҙың бында икәнен әйтмәгеҙ. Еҙнәгеҙ бүләк бирмәйенсә индермәгеҙ! – тип өйрәтә-өйрәтә ихатанан эскә инә башланылар. Башҡа ваҡытта йылмайып, көлөп йөрөгән Нәзилә апайҙы күреп, йәлләп киттем. Тирә-яҡҡа битарафлыҡ йөҙөнән үк күренеп тора. Ғәҙәттә, туйында матур күренергә тырыш­ҡан кәләштәр биҙәнә, килешле күлдәк һайлай, сәсенә прическа эшләтә. Ә ул, киреһенсә, башҡа ваҡытта матур булһа, бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ағиҙел буйында илап ултыр­ғаны иҫемә төштө лә, Сәғирәнең кеҫәһенән теге хатты тартып тигәндәй алдым. Әхирәтем нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды.

Өйгә ингәс, кешегә күрһәтмәй генә хатты нисек тапшырырға икән, тип бер аҙ аптырап торҙом. Шул саҡта, тышта ҡоҙалар килеүен белдереп, машиналар сигнал бирергә тотондо. Ҡыҙҙар, ҡыҙыҡ эҙләп, тәҙрәгә ябырылды, мин хатты тоттор­ҙом. Кеше күргәнсе тип өйҙән сығыуыма, еҙнәй кеше балаларға бүләк таратып бөткәйне. Сәғирә, үсәгәндәй:

– Миңә көҙгө тейҙе, алһыу таҫманы ла бирмәйем! – тип маҡтана башлағайны, ҡайтып киттем. Кеше яҙмышына ҡыҫылып, ярамаған эш башҡарғанымды аңлағайным инде. Артабанғы ваҡиғаларҙан ҡурҡып, өйгә табан йүгерҙем...

* * *
Ул туй көнөнә 25 йыл ваҡыт үтте. Хәҙер инде беҙ, ул саҡтағы хыялый ҡыҙҙар, үҙебеҙ тормош ҡороп, балалар үҫтереп, төрлөбөҙ төрлө яҡта донъя көтәбеҙ. Мәктәпте тамамлауға 20 йыл ваҡыт үтте. Ауылда Шәжәрә байрамы үтеүен ишеткәс, социаль селтәрҙәр аша класташтар осрашыуын да үткәрергә һөйләштек. Һәр хәлдә, 17 кешенең 14-е ҡайттыҡ, ҡалғандары бөгөн кис билдәле буласаҡ. Ауылда төпләнеп, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп, донъя нығытҡан, ҡатыны Лилиә менән дүрт малай үҫтергән Илдар барыбыҙҙы ла үҙ йортона саҡыр­ҙы. “Гөлдәриә, һин алданыраҡ кил әле. Нәзилә апай менән Айрат ағай ҡайтҡан, һине күрергә теләйҙәр”, – тигәс, күңелем тертләп ҡуйҙы. Мин үҫә килә, аң ултыра башлау менән, гел уларҙың яҙмышы өсөн борсолоп йәшәнем. Бәхетле иттемме һеҙҙе, әллә бәхет­һеҙме? Ошо йылдар эсендә уларҙы тик бер генә тапҡыр, һабантуй байрамында осраттым. Кеше күп булғас, яндарына барыр­ға ҡыйманым.

Һөйгәненең хушлашыу хатын уҡып, үкһеп илаған кәләште туй көнөндә тынысландыра алмағас, табип саҡырталар. Ул өҙлөгөү сигенә еткән ҡыҙҙы дауаханаға алып китә. Туйҙы ошо сәбәпле кисектер­һәләр ҙә, ысын хәлде белгән ҡоҙалар ғүмерлек дошмандар булып айырыла. Башҡаса туй тураһында һөйләшеү булмай, күп тә үтмәй, Сәғит ағай күрше ауылдан кәләш алды. Ә Нәзилә апайҙың дауахананан сығыуын ишетеү менән Айрат ағай уны алып, Салауат ҡалаһына күсеп китте. Хатты тапшырған мин генә ҡайһы саҡта ғәйепле тойоп, үҙ-үҙемде битәрләнем.

– О-о-о, Гөлдәриә һылыу! Кескәй генә ҡыҙ ине, хәҙер танымаҫлыҡ ханымға әйләнгән түгелме! – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһам, Айрат ағай менән Нәзилә апай тора. Уҡытыусыбыҙҙың оҙон толомдары юҡҡа сыҡҡан, ҡыҫҡа сәсенә килешле прическа яһалған. Ҡалыная башлаған кәүҙәһенә матур күлдәк кейгән, йәшел күҙҙәре генә элеккесә йылмайып, нур сәсеп ҡарай. Айрат ағайҙың да сәстәре салланған, йөҙөн йыйырсыҡтар йыра төшкән. Шулай ҙа был парҙың бәхетле һәм тормоштан ҡәнәғәт икәне йөҙөндә сағыла ине.
– Һаумыһығыҙ! Ханым ғына түгел, өләсәй булырлыҡбыҙ инде! – ихлас күрешкәс, ғаиләм менән таныштырып үттем.
– Бына бит, ауылдаштар булып, сирек быуат күрешә алмай йөрө инде. Ошолай бер осрашһаҡ тип, күлдәк тә алып ҡуйғайныҡ. Ахырҙа, Сәғирәгә бүләк итеп ебәрҙек...
– Э-э-й, Сәғирәнең ул яҡтан өлөшө бар ул. Теге таҫманы ла ул үҙенә алғайны.
– Уны әйтте инде. Шуға һиңә был юлы күлдәклек тауар ҙа, таҫма ла, күстәнәс тә алып килдек, – тип Айрат ағай ҡулыма пакет тотторҙо ла, кире алып, машина яғына ыңғайланы. – Күтәреп йөрөмәҫһең инде, һалып алығыҙ. Ҡара уны, асыҡ ауыҙланып, быныһынан да ҡолаҡ ҡаҡма, йәме!
Нәзилә апай, икәү генә ҡалғас, ҡосаҡлап уҡ алды:
– Рәхмәт һиңә, батыр булғаның өсөн. Шул хат булмаһа, яратмаған кеше менән ғүмер итер инем.
– Бәхетлеһеңме һуң, апай?
– Әлбиттә!
– Айрат ағайҙы, ялҡауҙар нәҫеленән, донъя көтә алмаҫһығыҙ, тип әйтәләр ине...
– Эй, һылыуым, әсәйең туй алдынан күреп, кәңәш биреп китте инде. Ауыл ерендә йәшәр өсөн эшкә шәп ир кәрәк, Айратҡа кейәүгә сыҡ та, ҡалаға китегеҙ, тип әйткәйне. Шуның һүҙен тоттом. Аллаға шөкөр, фатир бар, балалар үҫә. Артыҡ донъя ҡыуып булмай инде, шулай ҙа бәхетле генә итеп йәшәп ятабыҙ. Сәғит менән туйға әҙерлек башлан­ғас, атайымдарға ҡаршы әйтергә батырсылыҡ итмәнем. Үҙем көнө-төнө Алланан ярҙам һорайым. Уның ярҙамы һинең аша килде инде. Рәхмәт, балаҡай, үҙең дә, балаларың да бәхетле булығыҙ инде...

Был кистә мин класташтарым менән бергәләп, бала саҡ һәм йәшлек йылдары үткән Ағиҙел буйлап рәхәтләнеп йөрөп ҡайттым. Күпме ғашиҡты ҡауыш­тырҙың икән һин, йәмле йылға? Кемдәрҙе бәхетле иттең дә, кемдәрҙең хыялын тормош­ҡа ашырҙың?..




Автор: Гөлдәриә ВӘЛИТОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)