RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

12.01.2019 Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һуңғы осорҙа унда-бында төрлөсә эш тәҡдим итеп саҡырыу­сы иғландар күбәйҙе. Ниндәй генә перспектива, ниндәй генә юғары килем вәғәҙә итмәйҙәр! Башың әйләнеп китер, валлаһи. Шундай иғландарҙың береһен уҡып торған сағымда яныма оло ғына йәштәге таныш түгел бер ағай килеп баҫты. «Эш эҙләйһеңме, ҡустым?» – тип ҡыҙыҡһынды ул, үҙен Йәнтимер тип таныштырғас. Эйе, тигәнде белдереп, баш ҡаҡтым. «Уйлап, ете ҡат үлсәп эш ит инде. Берүк минең һымаҡ яңылыша күрмә», – тине ул. Билдәле, уның аҙаҡҡы һүҙҙәре мине һағайырға мәжбүр иткәйне. Хәлемде аңлап, ул үҙ башынан үткән ваҡиғаны һөйләне.

– Байтаҡ йыл бер предприятиела водитель булып эшләнем. Эшем бик һәйбәт ине. Ҡулыма килгән аҡсам да ғаиләмде тулыһынса тәьмин итергә етеп торҙо. Тик ике меңенсе йылдар башында ойошмабыҙ, банкротҡа ҡалып, кинәт ябылып ҡуйҙы. Барыбыҙ ҙа бер юлы эшебеҙҙе юғалттыҡ. Сараһыҙҙан мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торҙом. Уның пособиеһы ла ни бары тишеккә ямау ғына булды. Иҫәпкә тороуыма ярты йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, эш урындары тәҡдим итергә ашыҡманылар. Өйҙә бот күтәреп тик ятҡансы тип, үҙаллы эш эҙләргә тотондом. Ҡаланың барлыҡ ойошмаһын тиерлек урап сыҡтым – бер ҡайҙа ла эш юҡ. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөгән сағымда урам сатындағы бер бағанала «Работа вахтой. Север. Большая зарплата» тигән иғланды күреп ҡалдым. Күрһәтелгән номерға шылтыратыуыма теге остан мәрйә яуап бирҙе. Фәлән-фәлән сайтҡа инеп, тейешле документтарҙы сығарып алырға, унан медосмотр үтергә һәм аҙаҡ хәбәр итергә ҡушты. Ҡағыҙҙарҙы компьютеры булған танышым аша сығартып алып, медосмотр үтергә киттем. Уныһы ла бик тиҙ эшләнде. Таныш табипҡа бер аҙ аҡса «төрткәйнем», шул көндә үк өлгөртөп тә бирҙе. Унан һуң теге номер­ға шылтыратып, барыһының да әҙер булыуы хаҡында хәбәр иттем. Икенсе аҙна башында миңә Силәбе ҡалаһы вокзалында булырға ҡуштылар.

Бер аҙна үтеүгә тейешле урында баҫып тора инем инде. Биш-ун минуттан яныма шыйлап ҡына ҡара төҫтәге сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Унан ҡара күҙлектә фырт ҡына кейенеп алған әзмәүер­ҙәй ике егет килеп сыҡты ла машинаға ултырырға ҡуштылар. Алып килгән ҡағыҙҙарыма иғтибар ҙа итмәнеләр, йүнләп һөйләшмәнеләр ҙә. Алда көтөләсәк эшем хаҡында һорашыуыма ла: «Увидишь еще», – тип кенә яуап бирҙеләр. Былар мине урау-урау юлдарҙан ҡайҙалыр алып китте. Таныш булмаған ҡалаға тәүләп килеүем, бында бер нәмәне лә белмәйем. Бик оҙаҡ барҙыҡ. Башымда юл буйына, Себергә алып китеүҙәре ошомо икән әллә, тигән уй өйрөлдө. Бер аҙ барғас, егеттәр машинаны туҡтатып, телефон аша кем менәндер шыпырт ҡына һөйләшеп алды. Унан миңә боролоп, бында булғаным бармы-юҡмы икәнлекте һораштылар. «Юҡ», – тиеүемә егеттәрҙең береһе миңә пластик һауыттан һыу эсергә тәҡдим итте. Алыҫ юлдан сарсап килеүемә самай булды әле тип, һыуҙан ауыҙ иттем һәм... шул арала иҫемде лә юғалтҡанмын.

Ниндәйҙер еүеш һәм ҡараңғы бер гараж эсендә иҫемә килдем. Тороп китәйем тигәндә, аяҡ-ҡулдарымдың бәйле икәнлеген тойҙом. Кинәт күңелемде ҡурҡыу баҫты: «Ниңә?! Ни өсөн?!» Йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып тибә башланы. «Ҡайҙа килеп эләктем икән?» – тигән уй мейемде быраулай. Тауыш биреп ҡараным – берәү ҙә яуап ҡайтармай. Тартҡылашып ята торғас, мең яфа менән булһа ла, ниһайәт, ҡулдарымды ысҡындыра алдым. Кеҫәләремде ҡапшай һалдым: документтарым да, аҡсам да, телефоным да юҡ. Янымда бер аҙ кейем-һалым, юлда туйынырға тигән яҙа-йоҙа ризыҡ һалынған сумкам ғына ултыра. Уныһы ла аҡтарылған. Талағандар! Ҡур­ҡыуым уғата көсәйҙе. Хатта үҙ-үҙемде белештермәй, асырғанып ҡысҡырып ебәрҙем. Юҡ, былар мине талау ғына түгел, ә үҙемде урлаған! Нишләргә хәҙер? Ҡайҙа икәнлегемде белерлек түгел. Телефоным булмағас, таныш-белешкә, һис юғында, ғаиләмә лә шылтыратып булмай. Бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелдем. Ва­ҡыттың күпме икәнен дә белгән юҡ – сәғәт йөрөтмәй инем шул. Аяҡтарымды бәйҙән азат итеп, гараж буйлап йөрөп сыҡтым. Дөм-ҡараңғы булыу сәбәпле, бер нәмәне лә шәйләп булмай. Кеҫәмдә һәр саҡ йөрөгән зажигалкама ҡәҙәр һалдырып алғандар. Шулай ҙа һәрмәнеп-ҡарманып ишекте саҡ табып алдым. Ул тыштан бикле ине. Бынан бер нисек тә сығырлыҡ түгел, ҡысҡыр­һам да, өндәшмәйҙәр. Бары тик ҡайҙалыр яҡында ғына эттәр өргән тауыш ишетелә. Тауыш-тын юҡлығын һәм ҡараңғы булыуҙы иҫәпкә алғанда, әлеге мәлдә төн икәнен фаразларға була. Тоҙаҡҡа эләгеүемде аңлап, башымды тотоп иҙәнгә сүгәләнем һәм шул көйө ойоп та киткәнмен.

– Чье, мудак, удрать собрался?! – тигән тупаҫ тауышҡа уянып китеүемә баш осомда теге ике егет баҫып тора ине. Ауыҙ асырға ла өлгөрмәнем, тегеләрҙең береһе түшемә ҡаты итеп тибеп ебәрҙе. Бер яҡҡа тәгәрәп барып төштөм. Күңелемде кинәт ҡаты нәфрәт биләп алды:
– Что вы делаете со мной? Где я? Отпустите меня немедленно! – тиеүемә тағы көслө тибеү менән генә яуап ҡайтарҙылар.
– Слушай сюда, мерин! – егет­тәр­ҙең береһе ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары менән муйынымдан бөрөп алды, – если хочешь жить, то слушай очень внимательно! – Ул ҡайһы еренәндер пистолет килтереп сығарҙы һәм маңлайыма терәне. – Если ослушаешься, то грохну тебя тут же! И никто тебя искать не будет! Короче, ты попал к нам на работу. Повторяю – на ра-бо-ту! У нас дел навалом. Сейчас пойдем в контору и там тебя оформят. Потом все ясно будет. Ты понял или нет?!

Башҡаса ҡаршылашыуҙан файҙа юҡ ине. Былар мине тышҡа алып сыҡты. Тирә-яғы ҡуйы урман һәм төрмә ихатаһына оҡшаш, сәнс­келе тимерсыбыҡлы бейек ҡойма менән уратып алынған таныш булмаған бер ойошма биләмәһенә иғтибар иттем. Яҡын-тирәлә ҡала, ауыл кеүек нәмәләр тойолмай. Ихата эсе эреле-ваҡлы техника, буш вагонсыҡ һәм төҙөлөш материалдары менән тулған. Унда-бында бер нисә урында быҙау ҙурлыҡ эттәр бәйләп ҡуйыл­ған. Контора тигәндәре ошондағы бер вагонсыҡтан ғибәрәт икән. Барып инеүебеҙгә беҙҙе был егеттәрҙән дә дәүерәк кәүҙәле, төҫө менән азиаттарға тартым, муйынына бармаҡ йы­уанлығы алтын сылбыр аҫҡан уҫал йөҙлө бер ир ҡаршыланы. Беҙ ингәндә ул ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ мобильнигы аша кемгәлер ниндәй­ҙер күрһәтмәләр бирә ине. Ҡул сите менән бер яҡ мөйөштәге ултырғыстарға ымланы. Һөй­ләшеп бөткәс:
– Ну что, Серыч, и кого ты на этот раз сюда притащил? – тип өндәште ул мине килтергән егеттәрҙең береһенә.
– Вот этого. Из Башкирии, кажется. Узнайте у него сами.
– Оставьте нас двоих.

Теге яһилдар сығып китеүгә быныһы миңә тишерҙәй итеп текләп бер аҙ ҡарап ултырҙы ла кем һәм ҡайҙан булыуым, нисек бында килеп эләгеүем хаҡында һораша башланы. Хәлде аңлатҡас, ҡырыҫ ҡына итеп былай тине:
– Короче, у нас будешь работать. Ты ведь работу искал, верно? Ну вот, считай, что ты ее нашел. Все твои вещи у нас, в целости и сохранности. Но ты их обратно не получишь. Так что, даже не думай об уходе! Отсюда никак не убежишь. Даже если попытаешься сбежать, то тебя пуля догонит. Будешь работать в карьере. Не волнуйся, сытым будешь. Сразу отмечу, что мы денег не платим. Они тут совсем не нужны, так как рядом магазинов нету. Все необходимое мы тебе дадим сами. Не стоит задавать мне ненужных вопросов. Будешь хорошо себя вести – будешь живой. Если будешь живой, то будешь жить здесь. Думаю, тебе все ясно. А теперь мои ребята отвезут тебя на место работы!

«Бөттө баш», – тип уйлайым эстән. Килеп ҡаптым бит ҡармаҡтың да ниндәйенә! Теге егеттәр мине бер вагонсыҡҡа индереп, баштан-аяҡ эш кейеменә ке­йен­дер­ҙе. Унан машиналарына ултыртып, ҡара урман төпкөлөнә илтеүсе юл буйлап ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер аҙ барғас, һары балсыҡ өйөмдәре менән уратып алынған ғәйәт ҙур һәм тәрән карьер янына килеп сыҡтыҡ. Унда минең кеүек эш кейеме кейгән байтаҡ ҡына кеше күренә. Берәүҙәр, лом-кәйлә тотоп, таш аҡтара, ә берәүҙәре сығарылған таштарҙы бер урынға штабелләп өйөп һала. Кемдәрелер шул таш-тарҙы йөк машинаһына тейәй. Тирә-яҡтан эшселәрҙе билдәренә резина дубинка менән пистолет таҡҡан ҡара кейемле һаҡсылар күҙәтеп тора. Барып төшөү менән егеттәрҙең береһе «прораб» тигән берәүҙе саҡыртып алды ла миңә төртөп күрһәтте. Уныһы бер һүҙ ҙә өндәшмәй, баш ҡағып, ҡулыма лом тоттороп, эшкә ҡушты. Шулай итеп, Себергә вахта ысулы менән эшкә китәһе урынға ете-ят ергә – йәһәннәм төпкөлөндәге ҡоллоҡҡа килеп юлыҡтым.

Бында тәртип бик ҡаты. Һәр аҙымыңды ҡораллы һаҡсылар күҙәтеп кенә тора. Үҙ-ара һөйләштермәйҙәр ҙә тиерлек. Тәмәке тартып, бер аҙ ял итеп алыу өсөн ун минут самаһы ғына ял бирелә. Ә былай ҡара таңдан ҡара кискә саҡлы бил бөгәһең. Көнөнә бер-ике тапҡыр ғына яҙа-йоҙа ашарға килтерәләр. Уныһы ла эт еймәҫ сейле-бешле ризыҡ ишараты. Йоҡларға мин иң тәүҙә килеп эләккән теге ойошмаға алып ҡайталар. Йәшәгән урыныбыҙ бер ниндәй ҙә тейешле шарттары булмаған бысраҡ, һаҫыҡ вагонсыҡтарҙа. Эш бик ауыр. Иртәнге сәғәт етенән тороп, саң йотоп тау-таш аҡтараһың. Карьерҙа йорт алдарын, ихаталарҙы биҙәүҙә ҡулланылыусы плиталы таш сығарыла. Уны йөк машиналарына тейәп, ҡайҙалыр оҙаталар. Эшселәр араһында үҙемдән башҡа башҡорттар юҡ. Урыҫтар, бер нисә татар, ҡаҙаҡ һәм бүтән төрлө азиат халҡы күп. Эшләгән еребеҙҙең ҡайһы ерҙә икәнлеген аныҡ ҡына белмәһәм дә, бер-ике көндән Ҡаҙағстан территорияһында икән-легемде аңланым. Шулай йөрөгәндә үҙем менән бергә эшләгән урыҫ егете Иван һәм Әлфис исемле татар менән танышып алдым. Улар ҙа минең кеүек бында урланып килеп эләккән икән. Иван сығышы менән Һамар ҡалаһынан булһа, Әлфис – Яр Саллынан. Сорғотта вахта ысулы менән эшләп йөрөгән булғандар. Сираттағы вахтанан ҡайтып килгәндәрендә Силәбеләге бер кафела осраҡлы әҙәмдәр менән танышып, бергә ултырып эсәләр. Шешә артынан шешә бушатыла. Ныҡ иҫереп кителгәнлектән, юлды артабан дауам итеү мөмкин булмаҫ тип, ҡунаҡханала ҡалырға булалар. «Сибиряктар» өсөн ҡунаҡхана бик ҡыйбатҡа төшә тигән булып, шешәләштәре яҡындан ғына арзанға бер төнлөк фатир тәҡдим итә. Табынды артабан шул фатирҙа дауам итәләр. Эскән араҡыға ҡушып уртлап ултырырға егеттәргә «яңы дуҫтары» ниндәйҙер һут бирә. Шуны бер-ике тапҡыр уртлағас, егеттәр аңын юғалта. Мин тәүге төн ҡунып сыҡҡан теге гаражда ғына иҫенә киләләр. Ҡалғаны һеҙгә таныш инде. «Бында эләгеүебеҙгә шул эсергә яратыуыбыҙ сәбәпсе, – тине улар, уфтанып. – Имен-аман ҡотолорға яҙһа, бүтән ауыҙыбыҙға тамсы ла алмаҫ инек!»

Ивандың һөйләүенә ҡарағанда, бынан бер нисек тә ҡасып ҡотолоп булмай. Ҡасырға маташҡан ике кешене тотоп алып, һыу эскеһеҙ итеп туҡмағандар. Йәнә берәүҙе атып та үлтергәндәр. Башҡаларға ғибрәт булһын өсөнмөлөр, уның үле кәүҙәһен тәүлек буйы күҙ алдына һалып ҡуйғандар. «Ҡарағыҙ уны, юғиһә һеҙҙе лә шундай яҙмыш көтә», йәнәһе. Тағы ла шуныһы, бында эшләүселәрҙең күбеһе ҡоллоҡҡа урлап ҡыуып килтерелгән. Араларында баш төртөр урыны булмаған берәҙәктәр һәм асарбаҡтар бар. Бында джунгли ҡануны хөкөм һөрә – һәр кем үҙе өсөн йәшәй. Бер кем дә һине һаҡ-лай ҙа, яҡлай ҙа алмай. Яҡын-тирәлә ауыл йә ҡаланың булмауы ла хәлде бик ҡатмарлаштыра. Ҡасҡан хәлдә лә ҡайҙа барып сығырыңды белеп булмай, сөнки был ерҙең адресын һәм координаттарын бер кемгә лә әйтмәйҙәр. Үҙҙәрен бүре кеүек тотҡан һаҡсыларҙан бер изгелек тә өмөт итеп булмай. Бар бел-гәндәре – ҡул аҫтындағыларға аҡырып-баҡырыу, типкеләп туҡмау һәм ҡурҡытып маңлайға ҡорал терәү. Ҡуйы урман араһындағы карьерға һәм эшселәр йәшәгән тораҡ пунктҡа хужаларҙан башҡа бер кем дә килмәй, сит-яттар өсөн юл ябыҡтыр, күрәһең. Йәшәгән бүлмәләрҙә телевизор түгел, исмаһам, радио ла юҡ. Календарь кеүек нәмә булмағанлыҡтан, ҡайһы саҡ көндәрҙе яңылышҡан саҡтар ҙа булғылай. Эш хаҡы түләнмәй, ашау яғы бик наҡыҫ. Шунлыҡтан бында эшләгәндәрҙең һаулығы ҡаҡшай. Ныҡ бирешкәндәрҙе машинаға тейәп, ҡайҙалыр олаҡтыралар. Улар урынына берәмләп, икешәрләп эшсе ҡулдарҙы урлап килтереп кенә торалар.

Бында йөрөгәнемә ярты йыл да булып китте. Кеше бар нәмәгә лә күнегә тигәндәй, әкренләп бындағы тормошҡа өйрәнеп киттем. Өйҙәгеләрем минән бөтөнләй төңөлгәндер инде, тип башта ныҡ ҡайғыра инем. Тора-бара уныһы ла һиҙелмәй башланы. Илап-һыҡтап, уйланып ултырырға ваҡыт юҡ. Шул уҡ таң һарыһы менән тороп эшкә китеүҙәр, ҡараңғы төшөү менән арманһыҙ булып ҡайтып инеүҙәр үҙенекен итә. Инде бынан барыбер ҡотолоп булмаҫ, тип уйлаһам да, күңел түрендә ниндәйҙер бер өмөт сатҡыһы һүнмәгән әле. Иван һәм Әлфис менән яйы сыҡҡанда бынан ҡасыу тураһында әллә күпме план ҡорҙоҡ, тик әмәле генә сыҡмай торҙо.

Бер көндө машинаға таш тейәгән саҡта янымдан ғына үтеп барыусы водителдең кеҫәһенән авторучкаһы төшөп ҡалды. Кинәт ян-яғыма ҡаранып алдым да, берәү ҙә абайламаған арала йәһәт кенә ручканы ҡуйыныма йәшереп өлгөрҙөм. Кисен эштән ҡайтҡас, был турала шыпырт ҡына егеттәргә белдерҙем. Ҡасыу планының яңы варианты барлыҡҡа килде. Беҙҙең ниәт йәшереп кенә кескәй запискалар яҙып, уларҙы бынан берәй нисек олаҡтырыу ине. Иван ҡағыҙҙарҙы һиҙҙермәйенсә генә таш ташыусы машиналарға ҡуйып ебәреп ҡарарға тәҡдим итте. Эш араһында бушаған тәмәке ҡабы йә сепрәк киҫәктәре табып алып, төндәрен йоҡламайынса шуларға беҙҙең тотҡонда булыуыбыҙҙы һәм кисекмәҫтән ярҙам кәрәклеген аңғартып яҙҙыҡ. Запискалар әҙер булғас, шуларҙы бөртөкләп-бөртөкләп кенә бынан сығыусы машиналарға, тейәлгән таш араларына ҡыҫтырып ебәрә башланыҡ. Шул рәүешле аҙна-ун көндә йөҙләп «хат» ебәреп өлгөргәнбеҙҙер.

Бер төндө көслө шау-шыуға һәм атыу тауыштарына тертләп уяндыҡ. Тышта кемдәрҙер аҡырыша, һүгенә һәм илай ине. Күп тә үтмәй, беҙҙең вагонсыҡҡа ишекте емереп, бер төркөм «ОМОН» егете бәреп инде. Автоматтарын әҙер тотоп, улар тиҙ генә арабыҙҙан йөрөп сыҡты ла, беҙгә тышҡа сығып, теҙелергә ҡушты. Сыҡҡас, ойошма ихатаһының милиция машиналары менән уратып алынғанлығын күрҙек. Берәүһенә беҙҙең хужаларҙы ҡулдарына бығау кейҙереп, аҡыртып тейәйҙәр, ә бер-ике урында ҡара кейемле һаҡсылар, яралымы-үлеме килеш, аунап ята ине. Беҙҙе машиналарға ултыртып, бүлексәгә алып киттеләр. Астана ҡалаһына сәғәттән ашыу барһаҡ, отделда беҙҙән һорау алыу таңға тиклем дауам итте. Иртәгәһенә илселектән вәкил килеп, беҙҙең менән һөйләшкәс кенә иркен тын алдыҡ. Вәкил беҙҙең илселеккә хәбәр итергә һәм тиҙ арала беҙҙе, йәғни рәсәйҙәрҙе, тыуған илгә депортацияларға вәғәҙә итте. Шулай ҙа эш уҙғансы бер аҙна тирәһеләй бүлексәгә тоттолар әле. Бында мин, ниһайәт, яҡындарым менән бәйләнешкә сыҡтым. Улар, мине эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, федераль эҙләүгә һәм хатта «Жди меня» тапшырыуына ла хәбәр биреп бөткән. Атай-әсәйем ауырып, түшәккә ятҡан, ҡатынымдың ҡан баҫымы шашынған.

Бер нисә көндән документтарыбыҙҙы һәм әйберҙәребеҙҙе ҡулға тоттороп, беҙҙе махсус рейс менән тура Мәскәүгә оҙаттылар. Домодедово аэропортында бер төркөм хәбәрсе менән туғандарыбыҙ ҡаршы алды. Шатлыҡлы күҙ йәштәре, ҡайнар ҡосаҡлашыуҙар, тыуған ергә иҫән-һау килеш аяҡ ба-ҫыу тойғоһо – барыһы бергә ҡушылды. Ошонда дуҫтарым менән хушлаштым.

Ҡайтыуыма бер ай үткәс, Мәскәүгә Федераль судҡа саҡырттылар. Һаулыҡ яғым насарайып китеү сәбәпле, ултырышҡа бара алмауымды һәм эште «заочно» ҡарауҙарын һорап, мөрәжәғәт иттем. Төп суд ултырышы Астанала ойошторолғанға күрә Мәскәүҙә минән бер яҡлы шаһит күрһәтмәләре генә алдылар. Аҙаҡ беҙ эшләгән ойошманың тулыһынса тар-мар ителеүе һәм беҙҙе урлағандарҙың оҙайлы йылдарға төрмәгә ултыртылыуы хаҡында мәғлүм булды. Шулай итеп, варвар тоҙағынан ҡотолдоҡ.

Был хәл миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе. Шунан ары килделе-киттеле иғландарға ышанмаҫ, иғтибар бирмәҫ булдым. Йәштәргә лә кәңәшем шул: бер ҡасан да, ныҡлап аңы-тоңона төшөнмәй тороп, осраҡлы эш тәҡдим итеүселәргә ышанып бармағыҙ, алыҫ юлға яңғыҙ сыҡмағыҙ. Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, һәр саҡ уяу булығыҙ. Сит тарафтарҙа кеше ғүмере себенгә лә торош итмәй хәҙер. Халыҡ мәҡәле әйтмешләй, һәр ялтыраған нәмә алтын булмаҫ.

Иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек һәм ҡыҫҡартыуҙар эшкә яраҡлы халыҡ алдына ҡаты һынау ҡуя. Аҫыл ирҙәребеҙ, алтындай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, типһә – тимер өҙөр йәштәребеҙ «оҙон аҡса» артынан йәһәннәм төпкөлөнә барып эшләргә, баштарына төшкән яҙмышҡа күнергә дусар була. Имен генә йөрөһәләр, ярай ҙа бит. Тик шул эш тип сығып китеп һәләк булып ҡайтыусыларҙың йә бөтөнләй хәбәрһеҙ юғалғандарҙың күбәйеүе хәүефләндерә. Һуңғылары араһында милләттәштәребеҙҙең булыуы үтә аяныслы хәл. Борон юҡ-бар ғәйеп өсөн Себергә һөрһәләр, хәҙер башҡортом үҙе теләп, сараһыҙҙың көнөнән сит тарафтарға юллана. Ҡасан хәлдәр яҡшырыр ҙа, ҡасан ғына халҡым ситкә ағылыуҙан туҡтар һуң?

(Әхлаҡи күҙлектән сығып, геройҙарҙың исем-шәрифтәре үҙгәртелде).



Автор: И.Сафиуллин
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән


Үәт, ҡыҙыҡ! (21.12.2018)

26.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (21.12.2018)