RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

01.01.2019 «Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Яңы йылды ҡаршыларға бер туған апайым Әлфиәгә, Салауат районының Малаяҙ ауылына, барыр­ға тейеш инем. Апайым менән еҙнәмә эштәренән яңы фатир биргәйнеләр, улар бөтөн туған-тыумасаны Яңы йыл ҡаршыларға үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Дәртләнеп байрамға әҙерләнәм. Көндөҙ уҡыйым, зачеттар, имтихандар бирәм, ә төндә йөк ташыусы булып эшләйем. Үҙемә – яңы күлдәк, салбар, ә туғандарыма бүләктәр һәм күстәнәстәр алырға аҡса кәрәк бит.

Шулай итеп, ике аҙна ваҡыт үтеп тә китте. Бер ҙә бушап булманы, алдан автобусҡа билет алып өлгөрмәнем. Ярай инде, тип үҙ-үҙемде тынысландырҙым. Аҡса бар, такси булһа ла яллап барып етермен әле, тип уйланым. Апайыма телеграмма аша «Кис 31-ендә киләм» тип хәбәр иттем.

31 декабрҙә магазиндарҙа йөрөнөм, апайымдың да заказдары күп ине. Төштән һуң вокзалға барырмын тип уйлағайным, өлгөрмәнем. Бөтә магазинда – сират, дефицит һинд сәйе, мандарин, әфлисун, кәнфит, башҡа әйбер сығарғандар. Алмай булмай!

Шулай итеп, йәшәгән фатирға ҡайтҡансы сәғәт биш тулғайны. Йыуындым, яңы кейемемде кейҙем, күстәнәстәремде сумкаға тултырҙым да, автовокзалға юл тоттом. Автобустар туп-тулы, билеттар юҡ ине. Оҙаҡ аптырап торманым, такси ҡарай башланым. Улар ҙа бик күренмәй. Ҡараһам, бер йәш егет тора, үҙенә юлдаш пассажир эҙләй икән.

– Салауат районы яҡтарына бармайһыңмы? – тип һораным һәм «Миңә Малаяҙға», – тип өҫтәнем.
Егет ихлас йылмайҙы:
– Эйе! Нәҡ шул яҡҡа! Бер урыным бар. Әйҙә, ултыр. Тағы ике пассажирҙы инеп алайым да.

Еңел һуланым, арығайным, ике аҙна йүнләп йоҡо эләкмәне, машинаға ултырыу менән йоҡлап та киттем. Ысынлап та, байрам табыны алдынан әҙерәк ял итеп алырға кәрәк ине шул.

Бер нәмә белмәй йоҡланым. Әҙерәк йоҡо аралаш иҫләйем, ҡайҙалыр туҡтап, кемделер машинаға ултырттылар.

Бер ваҡыт уянып киттем, шофер егет уята икән.
– Ағай, уян! Килеп еттек.
Ҡараным да, аптырап киттем. Малаяҙ шундай үҙгәргән – бейек йорттар, матур шыршылар, гирляндалар.
Аптырап, һорайым:
– Беҙ ҡайҙа?
Егет, шарҡылдап көлөп:
– Салауатта! – ти.

Баҡһаң, мине Салауат ҡалаһына килтергән был егет. Салауат райо­нын Салауат ҡалаһы тип уйлаған, Малаяҙҙы Мәләүез тип аңлаған.
Иларҙай булдым, нимә эшләргә һуң? Егет тә аптыраны, ҡыйынһынды. Салауат районын бик белмәй икән. Ысынлап та, кешеләрҙең шулай яңылыш киткән саҡтары булған, әгәр Янғантау тиһәм, аңлар ине.

Таксист егет студент булып сыҡты. Туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Исеме Наил, БДУ-ла уҡый. Эй ҡыйынһынды, аҡса ла алманы.
Сәғәт 11 ҙә тулды, тышта һыуытты, ҡайҙа барырға белмәйем. Ни эшләргә инде? Кире китеп булмай, автобустар юҡ. Бына һиңә «Ирония судьбы»! Наил өҙмәй ҙә ҡуймай, үҙенең туғандарына алып китте. Бик һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар, ихлас ҡаршы алдылар.

Ә был ваҡытта туғандарым мине көтә икән. Еҙнәм ҡаршы алырға сыҡҡан, Өфөнән килгән автобус­тар­ҙы ҡарап, һорашҡан. Ә мин юҡ. Әсәй менән апай илап бөткән. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ ине. Өй телефоны аша шылтыратып ҡараным, ни өсөндөр бәйләнеш булманы. Төнгө сәғәт 1-ҙә генә туғандарыма үҙем тураһында хәбәр итә алдым.

Шулай итеп, тынысланып, белмәгән кешеләр менән Яңы йыл байрамын үткәрҙем. Бик күңелле үтте ул, йәштәр ҙә күп булды. Хатта минең мажараларымдан көлөп тә алдыҡ. Наилдең ике туған апаһы Нәсимә менән таныштым. ул Салауат педагогия училищеһында уҡыған икән.

Ә хәҙер Наил – минең яҡын дуҫым да, ҡәйнешем дә. Нәсимә – ҡатыным, 30 йыл татыу итеп йәшәйбеҙ, өс бала үҫтерҙек.
Ул:
– Һине миңә Ҡыш бабай бүләк итте! – тип көлә.

Айбулат.
Салауат ҡалаһы.



Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән


Үәт, ҡыҙыҡ! (21.12.2018)

26.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (21.12.2018)