RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йөрәк ҡаны менән яҙылды…”

24.12.2018 “Йөрәк ҡаны менән яҙылды…”

Яҙыусы Флүр Ғәлимовтың әҫәрҙәре бөтә ил буйынса уҡыусыны йәлеп итә

Күренекле яҙыусы Флүр Ғәлимовты заман рәссамы тип атаһам, яңылышмаҫмын, моғайын. Ни өсөн? Сөнки уның әҫәрҙәренең геройҙары – “Яңы башҡорт” булһынмы ул йәиһә “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһындағы Салауат Байғазинмы – һәр береһе бөгөнгөбөҙҙө туранан-тура сағылдырыусы шәхестәр. Шуға ла әҙиптең был ижад өлгөләрен ҡабат-ҡабат ҡулыбыҙға алабыҙҙыр, моғайын. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең фирма магазинына ҡабаттан һатыуға сығарылған һәм ҡасандыр әҙәбиәтебеҙҙә өр-яңы күренеш тип билдәләнгән “Яңы башҡорт” шунда уҡ бихисап уҡыу­сының иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Шулай булмай ни, аяуһыҙ бизнес даръяһына сумғандар өсөн уның алмаштырғыһыҙ дәреслеккә әйләнеүе лә бик ихтимал…



“Яңы башҡорт” Рәсәй бизнесының асылын һүрәтләй

Ысынлап та, бөгөн шәхесте үҫтереүсе, иҡтисад һәм бизнес серҙәренә өйрәтеүсе китаптарҙан магазин кәштәләре һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ! Наполеон Хилл, Дейл Карнеги, Роберт Кийосаки, Дональд Трамп һәм башҡаларҙың яҙмалары күптән был йәһәттән классикаға әйләнде. Хатта Рәсәйҙә лә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләүселәр барлыҡҡа килде: мәҫәлән, банкир Олег Тиньковтың “Нисек бизнесмен булырға?” тип исемләнгән китабы ла күптәрҙе ҡыҙыҡтырҙы, буғай.
Был ғәжәп тә түгел. Бөгөнгө иҡтисади торғонлоҡ һәм тотороҡһоҙлоҡ осоронда һәр кемдең бай һәм аҡыллы булғыһы килә. Бик булмағанда, исмаһам, саҡ ҡына кеҫә ҡалынайтҡыһы. Ысынлап та, күп замандашыбыҙ осон осҡа ялғап көн итергә күнекте инде. Ун биш-егерме мең һумдан артмаған хеҙмәт хаҡына хөрриәт һатып алып булмай. Шул уҡ ваҡытта магазиндарҙағы аҙыҡ-түлектең һәм тауарҙарҙың хаҡы көн дә өҫкә үрмәләй. Шул саҡта, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигән әйтем иҫкә төшә ирекһеҙҙән. Бындай китаптар саҡ ҡына булһа ла матди хәлебеҙҙе яҡшыртырлыҡ аҡыл бирмәҫме икән, тип фекерләүгә шуға ла ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер…
Эйе, йәшерен-батырыны юҡ, мин дә бындай бер нисә китапты ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Шуныһы – уларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек американдар тормошон һүрәтләй, беҙҙең ерлеккә бөтөнләй тура килмәй. Шуға ла, уҡып сығаһың да, шунда уҡ йыш ҡына уҡығаның тураһында онотаһың. Әммә көтмәгәндә ҡулыма яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” әҫәре килеп эләкте һәм аяҙ көндә күк күкрәгәндән дә былайыраҡ тәьҫир итте.
Беренсенән, Рәсәй бизнесы тураһында башҡорт яҙыусыһының китабынан уҡып белермен тип бер ҡасан да башыма килгәне булманы. Әммә тап “Яңы башҡорт” әҫәре был йәһәттән үтә лә бай мәғлүмәтле булып сыҡты. Баҡһаң, автор был мөхитте кемдеңдер һөйләүе буйынса ғына һүрәтләмәгән, ә үҙе үк унда “утты һәм һыуҙы кискән” икән. Йәғни был әҫәр тормош тәжрибәһенән сығып ижад ителгән – шуныһы менән айырыуса өҫтөн. Эйе, “Яңы башҡорт” – әҙәби әҫәр. Аҡыл өйрәтеүсе әсбаптар менән уртаҡлығы ла юҡ кеүек. Шулай ҙа уның геройының иҫ киткес мажаралары менән танышҡандан һуң Рәсәй бизнесының асылын аңлағандай булаһың.
“Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһам – 90-сы йылдарҙағы ҡырағай Рәсәй бизнесы мәктәбен үтеүем бик кәрәкле һабаҡтар биргән, былай ҙа бай биографиямды тағы ла нығыраҡ байытҡан. Эшҡыуарлыҡ мәктәбен үтмәһәм, “Яңы башҡорт” романы яҙылмаҫ ине. Әммә уны шәхес үҫешенә арналған әҙәбиәт тип иҫәпләмәйем, романымды Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай кеүек күренекле шәхестәр һәм белгестәр юғары баһаланы”, – тип белдерә ав­тор үҙе. Эйе, бихисап тәнҡитсе фекеренсә, роман әҙәбиәтебеҙҙе яңы тема, яңы герой менән байытты, капиталистик шарттар­ға күскән осорҙа халҡыбыҙға юл күрһәтерлек әҫәр булды.
Әҫәрҙең төп геройы аҡсаһыҙлыҡ үҙәгенә үткәнлектән был шөғөлгә башкөллө сумырға ҡарар итә. Бының менән меңәрләгән Рәсәй эшҡыуарын хәтерләтә. “Нигеҙҙә, бындай хәүефле кәсепкә уларҙы етеш тормоштан туйып һикереү түгел, ә сараһыҙлыҡ, балаларының киләсәген ҡайғыртыу, ғаиләләрен ярлылыҡ һаҙлығынан ҡотҡарыу теләге этәрә. Ҡайнап торған тормош даръяһы төбөнә батып китмәҫ өсөн бар көсөнә тарбандай инде әҙәм балалары…” – тип фекер йөрөтә автор. Нисек аҡса табырға? Нисек бизнес ойошторорға? Нисек уңышҡа өлгәшергә? Чиновниктар менән нисек уртаҡ тел табырға? Нисек ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға? Эйе, һорауҙар бихисап кеүек. Әммә “Яңы башҡорт” романында уларҙың һәр береһенә яуап һалынған. Тик уҡыусыға был яуаптар оҡшармы, уны тулыһынса ҡәнәғәтләндерерме – быныһы инде икенсе мәсьәлә.

Таныш булмаған яңы заман геройы
Әҫәр “Тәүге йөҙ мең”, “Тәүге миллион һум”, “Тәүге миллион доллар” тип аталған бүлектәрҙән тора. Беренсеһендә төп геройҙың ҡырағай бизнестағы тәүге аҙымдары һүрәтләнә – бөтәһе лә уның ҡала хакимиәтенә матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүенән башлана ла инде. Эйе, был маҡсатына өлгәшә, әммә дәүләт ярҙамы үтә лә ҡыйбатҡа төшә. “Уның хаҡы кәмһенеү, түбәнһенеү бул­ды. Был хәлдән һуң мин ныҡлы уйландым: ғаиләнең матди хәлен яҡшыртыу өсөн нимәлер эшләргә тейешмен”, – тип әсенә әҫәр геройы һәм коммерцияға тотонорға ҡарар итә. Тиҙҙән был мөхит уны тулыһынса ялмап та ала. Әлбиттә, кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлай­һың. Бизнесмен башына төшкән һынауҙар ҙа ҡаты була икән. Әҫәр геройына ла төрлө бандит, “закондағы” бурҙар менән осрашырға, чиновниктарҙы “майларға” өйрәнергә, йыш ҡына алданырға һәм алдарға, хатта ҡайһы саҡта үҙ өлөшө өсөн теше-тырнағы менән көрәшергә тура килә.
“…Ҡыҫҡаһы, Шнайдерҙан арзан хаҡҡа эләктерҙем дә, биш тоннаға яҡын гәзит ҡағыҙын тегеләргә алып барып елгәрҙем. Типография директоры һатыулашырға маташ­ҡайны, уға ауыҙ асырға ла ирек бирмәнем, икеләтә хаҡты ҡайырып алдым. Ниңә мин уны йәлләргә тейеш? Ябай кеше булһа, йәлләр инем. Аҡсаны ғаиләһе ауыҙынан өҙөп бирмәй бит, хөкүмәттекен түләй. Ә хөкүмәт минең береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларымды йәлләйме? Асҡа ҡаҡланып, ятып үлһәң дә ярҙам итмәйәсәк. Әлеге заманда аслыҡтан интеккән ғаиләләр күп, ти, ишетеүемсә. Бизнес уйындарын мин уйлап сығарманым бит, хөкүмәт башында ултырыусылар индерҙе был бүре ҡағиҙәләрен. Бүреләр араһында йәшәйһең икән – бүре булып оло. Шулайтмаһаң, үҙеңде тотоп ашаясаҡтар. Был сделканан өс мең доллар­ҙан ашыу таҙа табыш ҡалды…” Ысынлап та, был аяуһыҙ мөхиттә әҫәр геройы бик тиҙ “бүре”гә әйләнә һәм шәхси уңыш өсөн киҫкен көрәш башлай.
Эйе, “Яңы башҡорт” романындағы ваҡиғалар үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡырағай капитализм осоронда бара. Шуға ла уны бер ниндәй романтикаһыҙ асыҡтан-асыҡ баһалай алабыҙ. Был осорҙа үҙ эшенә тотон­ған эшҡыуар ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш булған һуң? Был турала әҫәр геройы үҙе фекер төйнәй. Мин кем, тип үҙ-үҙенә һорау бирә һәм шунда уҡ хөкөм дә сығара: алдаҡсы. Тәүге алыш-биреше уңышлы үтһен өсөн уға мутлашырға тура килә. Әммә кешене һатмай, башҡаның өлөшөнә үрелмәй. Яһил. Әммә мәмәй ауыҙ ҡояш аҫтында урын­ға өмөт итә аламы? Юҡ, әлбиттә. Ришүәт биреүсе. “Бөгөн Рәсәйҙә бөтә нәмә һатыла һәм һатып алына”, – тип фекер йөрөтә әҫәр геройы. Шулай уҡ валютчик һәм спекулянт. Тағы ла криминаль донъя вәкилдәре менән бәйләнеш. Эйе, быларҙың барыһы ла ғәҙәти кешене төн йоҡоһонан яҙҙырыуы ихтимал. Әммә әҫәр геройы был турала: “Беҙ – бихисап. Беҙ – легион. Беҙ – тиҫтәләрсә миллион Рәсәй эшҡыуары. Теләһә ҡайһыбыҙҙы ҡулынан тотоп яуапҡа тарттырырға мөмкин (Хакимдарға ярамағаныбыҙҙы). Ҡырағай бизнес даръяһынан ҡоро сығыу мөмкин түгел…” – тип белдерә. Шул саҡта уҡыусы Рәсәй иҡтисадының һәм бизнесының битлеккә йәшерелмәгән ысын йөҙөн күргәндәй була…

Был әҫәр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн генә яҙылмаған. Романдың исеме лә күпкә ишара. “Яңы башҡорт” тип атаған уны Флүр Ғәлимов. Эйе, ҡырағай капитализм осоронда ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан бәшмәк һымаҡ үрсеп киткәйне бер мәл “яңы урыҫтар”. Муйындарына көс етмәҫлек алтын сылбырҙар, бармаҡтарына алтын балдаҡтар таҡҡан эшҡыуарҙарҙы шулай атанылар. Ҡайһы берәүҙәр, “яңы башҡорттар” ҙа шундайыраҡ булырға тейеш, тип уйлар романдың атамаһынан. Минеңсә, автор бында тәрәнерәк мәғәнә һалған. Әҫәрҙәге яңы башҡорт – яҙмышын үҙ ҡулына алған һәм лайыҡлы йәшәү өсөн көрәш башлаған көслө характерлы милләттәшебеҙ. Ул хөкүмәттән матди ярҙам көтөп түбәнһенмәйәсәк һәм меҫкенләнмәйәсәк, һәр хәлдә, үҙенә үҙе хужа булырға ынтыласаҡ. Әммә намыҫ төшөнсәһен дә кәрәге бөткән кейем кеүек ситкә ырғытмаясаҡ, шулай ҙа үҙенә тейешлеһен барыбер аласаҡ. Эйе, романда ошоғаса таныш булмаған яңы заман геройы һүрәтләнә. Яҙыусы ысынбарлығыбыҙҙа ла шундай милләттәштәребеҙҙең күберәк булыуын теләй һымаҡ хатта. Шулай ҙа, үкенескә күрә, ҡырҡ йәшенә тиклем пенсионер атаһы менән әсәһенең итәгенән төшмәгән, юғарыраҡ эш хаҡы артынан күрше ҡалаға юлланыр әмәл тапмаған, араҡы шешәһенең ауыҙынан сыға алмаған һаҡаллы сабыйҙар һаман да арабыҙҙа етерлек. Бындай ахмаҡлыҡты аҡлар өсөн ҡайһы берәүҙәр тарих сүплегендә ҡалған СССР-ҙы һәм колхоздарҙы һағына, башҡорттоң алыпһатар түгеллеген иҫбатларға тотона. Йәнәһе, йәһүдтәргә барыбер көнәркәш була алмаясаҡбыҙ. Әммә бындайға яҙыусының яуабы әҙер. “Имеш, башҡорт бизнесҡа һәләт­һеҙ, тигән ҡараш киң таралған. Эйе, башҡорт яугир булған. Әммә әлеге заманда яугирлыҡ менән йәшәй алабыҙмы? Юҡтыр… Тимәк, беҙгә күптән үҙгәрергә ваҡыт еткән… Уйлап ҡараһаң, бөтә нәмә бизнес бит ул. Мал үрсетеп баҙарға ит алып киләһеңме, иген үҫтереп элеваторға тапшыраһыңмы, бик тә булмаһа, кешегә ялланып, хеҙмәтеңде һатаһыңмы – барыһы ла бизнес. Башҡорт бизнесҡа һәләт­һеҙ тип әйтеү – башҡорт йәшәүгә һәләтһеҙ тигән һүҙ ул”, – тип ҡырт киҫә әҫәрендә.

Аллаһы Тәғәлә һынауҙар аша йәнебеҙҙе сафлай
Эйе, “Яңы башҡорт” романы башҡорт әҙәбиәтендә өр-яңы күренешкә әйләнде. “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы тураһында ла тап шулай билдәләргә була. Бында ла милләтебеҙ өсөн изге булған рух, иман, ер мәсьәләләре күтәрелә. Бер ғаилә миҫалында 90-сы йылдарҙа күҙәтелгән илебеҙҙең ҡыйралышы сағыла кеүек. “СССР-ҙың тарҡалыуы, идеал-инаныс­тарыбыҙҙың, әхлаҡ нормаларының, ҡиммәттәр системаһының ҡыйралыуы Рәсәй халҡына ҙур фажиғә алып килде. Эйе, был мәлдән сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә ниңәлер Рәсәй яҙыусылары һаман был ваҡиғаларҙы аң-аҡыл бизмәне аша үткәреп, әҫәрҙәрендә яҡтыртырға баҙнат итә алмай. Ә мин бына тәүәккәлләнем”, – ти әҙип. Төп герой Салауат Байғазиндың да бөтә донъяһы түңкәрелер алдынан cовет иле менән бергә идеал-инаныстары ла селпәрәмә килә. Әҫәр геройы илле йәшендә үҙенә ғәзиз булған бөтә нәмәһенән ҡолаҡ ҡаға. Уға ҡабаттан донъя көтөп китеүе күпкә ҡатмарлы. Әммә үҙ иңенә төшкән барлыҡ һынауҙы еңеп сыға һәм Феникс ҡошо кеүек ҡабаттан ярала. Гүйә яҙыу­сы бының менән өмөтһөҙлөккә батҡандар­ҙа йәшәүгә өмөт уятыр­ға теләй һәм, кеше хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр юҡ, тип белдерә. Был турала автор: “Аллаһы Тәғәлә кешеләргә ауырлыҡтарҙың да күтәрә алырлығын ғына бирә бит. Һынауҙар аша йәнен сафлаһын өсөн. Шуға күрә өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларын бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаған, ярҙамынан айырмаған. Бирешмәҫкә, һуңғы сиккә тиклем көрәшергә, сәбәп итергә, яҡтылыҡҡа, изгелеккә уҡталырға кәрәк”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Аҙғын тәүбәһе”ндә һүрәтләнеүенсә, ҡайһы саҡта беҙ дөрөҫлөк тип инанғандар ҙа ялған булып сыға. Мәҫәлән, төп герой ҙа ҡатыны Лилит менән кешеләрҙе дауалайым тип уйлай һәм һуңынан ғына был шөғөлдөң ябай сихыр икәнлеген таный. Нисек йәшәйешебеҙҙә ошондай хаталар ебәрмәҫкә? Ғөмүмән, хаталанмайынса йәшәү мөмкинме икән? Яҙыусы фекеренсә, бөтөнләй хаталанмайынса йәшәү ҙә мөмкин түгел – кеше менән фәрештәне бутарға ярамай. Әммә хаталарыңды таныу һәм төҙәтә белеү зарур. Ә бының өсөн иң дөрөҫ юл – иман­ға ҡайтыу. Был трилогия тап шул хаҡта – төп герой ҙа тормош һынауҙары аша дөрөҫлөккә юл таба.
“Был әҫәрем ныҡлы уйланылып, аҡыл һәм илһам ҡанатында ла, йөрәк ҡаны менән дә яҙылды. Әҫәрҙә Әҙәм менән Һауа ла, уларҙан Ер шарына таралған ағалы-энеле аҡ йөҙлө Бүре ҡарт балалары ла, һары төҫтәге Ҡытай, ҡара тәнле Ҡашыҡ бабайҙарҙың ейән-бүләсәр­ҙәре лә, ожмах күренештәре лә, Алмағасҡа уралған арбаусы йылан да, иман­һыҙлыҡтары арҡаһында маймыл-мутанттарға әүерелгәндәр ҙә, ер йөҙөндәге һуңғы кешеләр ҙә, ҡыҫҡаһы, донъя башлан­ғандан бирле булған барыһы ла бар”, – ти автор әҫәре тураһында.
Ысынлап та, бөгөн Флүр Ғәлимов башҡорт әҙәбиәтендә иң әүҙем эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Улай ғына ла түгел, яҙыусы яңы ижади бейеклектәргә ынтылыуҙан ҡурҡмай һәм быйыл етди үрҙәр яуланы: мәҫәлән, “Юность” журналының алты һанында трилогияның беренсе өлөшө, рус теленә тәржемә ителеп, “Вкус запретного плода” исеме аҫ­тында баҫылды. Әйткәндәй, ул – был журналда әҫәре баҫылған тәүге башҡорт яҙыусыһы. Шулай уҡ был абруйлы Мәскәү журналының декабрь һанында бөтә донъяға билдәле тәнҡитсе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәли­мовтың трилогияһына арналған мәҡәләһе сығып килә. “Роман-газета”ла иһә трилогияның икенсе романы баҫылды. Әйткәндәй, “Роман-газета”ның был һанының 600 данаһы Германияла йәшәүсе китап уҡыусылар тарафынан һатып алынған. Ә иң мөһиме – ҡасандыр Максим Горькийҙың башланғысы менән нигеҙ һалынған “Художественная литература” нәшриәтендә “Покаяние над пропастью” трилогияһы донъя күрҙе. Уның инглиз теленә тәржемә ителеүе тураһында ла хәбәрҙе ҡыуанып ҡаршыланыҡ. Киләһе йылда Бөйөк Бри­танияла донъя күреүе көтөлә. Тимәк, тиҙҙән башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәре менән донъя­ның төрлө төбәгендә таныша аласаҡтар. Әлбиттә, был әҙиптең үҙенең генә түгел, ә бөгөнгө заман башҡорт әҙәбиәтенең дөйөм еңеүе буласаҡ!




Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)