RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылым, үт түргә! (байрам сценарийы)

18.12.2018 Яңы йылым, үт түргә! (байрам сценарийы)

Ҡатнашалар: Алып барыусы, Йылбабай, уның ҡыҙҙары Яҙһылыу, Йәйһылыу, Көҙһылыу,улы Ҡарйондоҙ, ситтәрәк маскалар кейгән балалар.

Алып барыусы.
– Йылбабайҙың береһенән береһе матур , ялан сәскәләрендәй бер-береһенә һис оҡшамаған өс ҡыҙы һәм улы бар икән.
Араларында иң йәше Яҙһылыу үтә ярһыу булып, бөтә эште ашығып эшләргә яратһа, апаһы Йәйһылыу сабыр, тыныс холоҡло, ә бай күңелле Көҙһылыу ниңәлер гел уйсан, һағышлы, имеш.
Йылбабайҙың улы Ҡарйондоҙ үҙенең һылыуҙарынан көслөлөгө, дыуамаллығы менән айырылып торған.

Шыршы эргәһендә Йылбабайҙы балалары уратып алған.


Йылбабай.
– Һеҙҙе һағынып, балаларым,
Ҡайттым алыҫ сәфәрҙән.
Ишеттерәм әле һеҙгә
Бик шатлыҡлы хәбәрҙәр.
Яңы йыл килә ергә,
Яңы йыл килә беҙгә.
Уйнап, көлөп, ҡыуанып,
Ҡаршылайыҡсы бергә.
Бик йомарт минең күңел,
Тоғом да һис буш түгел.
Теләп изге теләктәр,
Алып ҡайттым бүләктәр.
Буяуҙарҙың төрлөһөн –
Балҡырҙайын көн, төнөн.

Яҙһылыу.
– Мин Яҙһылыу, мин– Яҙһылыу,
Яратам йәшел төҫтө.
Ағастар ҙа, үләндәр ҙә
Булырҙар баҙыҡ төҫлө.

[/b]Йәйһылыу.
–Йәйғор төҫө йәй һүҙенән
Алынғандыр, моғайын.
Сәскәләр күк, ҡыҙыл, зәңгәр...
Йәйғор төҫөн һайлайым.

[b]Көҙһылыу.

–Тәүҙә алып өлгөрмәнем–
Сағыу төҫтәр бар ине.
Ҡыҙыл, йәшел буяуҙар аҙ,
Күпләп алам һарыны.

Ҡарйондоҙ.
–Атай, атай, ҡыҙҙар алды
Сағыу төҫлө бүләкте.
Миңә генә иң йәмһеҙ төҫ–
Ап-аҡ буяу эләкте.
Йәшел, ҡыҙыл, зәңгәр төҫтәр
Тылсымлыраҡ, серлерәк.
Тартып алырмын әле,
Мин ҡыҙҙарҙан көслөрәк.

Йылбабай.
–Барығыҙҙы яратам мин,
Ҡарайым һеҙгә тигеҙ.
Яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә матур,
Ҡыш та – тылсымлы миҙгел.
Был турала әйтеп бирер
Һине данлап йыр, һүҙҙәр.
Һиңә арнап дуҫтарың
Матур шиғырҙар һөйләр.

Беренсе бала.
ҠАР ҺҮҘЕ

Мин – йондоҙсоҡ, мин– биҙәк,
Шундай еңел, елбәҙәк.
Күрһә мине балалар,
–Оса, тиҙәр,– күбәләк.
Аҡ ҡына мин, аҡ ҡына,
Ерҙә емелдәп ятам.
Елле көндө , өйөрөлөп,
Шаярырға яратам.

Икенсе бала.
АП-АҠ ЙОНДОҘҘАР ЯУА

Эй, күңелле тау буйында,
Бөгөн болотло һауа.
Ем-ем итеп, шаярышып,
Ап-аҡ йондоҙҙар яуа.
Тирә -яғым йыһанмы ни,
Мин сана- карабымда
Йыһангирҙәй осоп барам
Йондоҙҙар араһында.

Өсөнсө бала.
МУЗЫКАНТ

Уйнай буран, һыҙғыра ел,
Музыкант – ҡыш – урамда.
Төрлө- төрлө көй сығарып,
Уйнай серле ҡоралда.
Һыҙғырта ла һыбыҙғыһын,
Уйнап ала борғола.
Хисләндереп тирә- йүнде,
Ҡышҡы моңдар ағыла.
Тынды борғо, һыбыҙғыһы,
Ел ҡумыҙын сиртәме.
Түҙмәне, төштө бейергә
Нәфис ҡар бөртөктәре.



Дүртенсе бала.
БЕҘҘЕҢ ШЫРШЫ

Һис кенә лә борсолмайбыҙ
Өйҙә шыршыбыҙ юҡҡа.
Тирә-яҡҡа йәм таратып,
Ул үҫә беҙҙең йортта.

Нурлай уны ҡар- йондоҙҙар,
Биҙәй уны тубырсыҡ.
Ҡыҙылтүштәр, турғайҙар
Гүйә , тере уйынсыҡ.

Эргәһендә – айыу, болан,
Ҡуяндар- ап-аҡ ҡарҙан.
Күрмәй үтмә шыршыбыҙҙы
Үтһәң беҙҙең урамдан.

Йылбабай.
– Ишеттеңме инде ,Ҡарйондоҙ, һинең матурлығың тураһында дуҫтарың ниндәй йылы һүҙ әйттеләр, күңелле йырҙар йырланылар.
Ҡыш -балаларҙың да, ололарҙың да яратҡан миҙгеле бит ул. ИҢ матур байрамдарҙың береһе – Яңы йыл да һиндә тыуа, улым!

Ҡарйондоҙ .
– Ысынлап та, шулай бит! Ниңә мин был турала элек уйланманым икән. Башҡаса үпкәләмәм инде.

Алып барыусы.
– Ә Ҡарйондоҙҙоң нурлы юлдарынан, бурандар уйнатып, кемдәр килә, йә әйтегеҙ әле ,балалар?
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу!
Әйҙәгеҙ үҙҙәрен ҡаршылайыҡ!
Шыршы тирәләп ҡар бөртөктәрө һибелә.Матур көйҙәр яңғырай.

Алып барыусы.

– Балҡығас шыршы уттары
Яҡты маяҡтар төҫлө,
Аҡ парашют йәйеп ергә.
Ҡыш бабай килеп төштө.
Парашютын йәйеп китте,
Ҡырҙарға, урмандарға.
Яңы йыл менән! – тиеп
Нур һибә урамдарға.
– Әйҙә, бейе, елбәҙәк ҡар,
Йәйғорҙай балҡы, шыршы!
Ҡыш бабай үтһен һоҡланып:
– Матур –,тип,– Урал ҡышы!

Күңелле йыр яңғырай,елка тирәләй күмәкләп бейейҙәр.


Ҡыш бабай.

– Тағы бер йыл үтеп китте
Шатлыҡ тулы, бәхет тулы.
Ике мең дә ун һигеҙҙең
Тыныс изге булды юлы.
Киләсәктә һеҙҙең хыял
Ысынбарлыҡ булһын гелән.
Ҡаршылайыҡ Яңы йылды
Изге яҡты уйҙар менән.

Ҡыш бабай балаларға бүләктәр, күстәнәстәр өләшә. Яңы йыл тыуыуын хәбәр итеп, куранттар сыңлауы ишетелә.


Алып барыусы.

– Балалар, йә кемдәр белә, быйыл ниндәй йыл икән?
Балалар.
– Ҡабан йылы, ҡабан йылы!
Ике бала алға сығып сусҡа макетын юғары күтәрә.

Беренсе бала.
Ул йөрөмәй көтөүгә
Кәзә, һыйыр , һарыҡтай.
Һөйкөмлө лә, матур ҙа-
Шыма тәнле һарыҡай!

Икенсе бала.

Тәмлетамаҡ, ашамһаҡ,
Яратҡаны – күләүек.
Йыл хужаһы булыр малға
Әйҙә, теләк теләйек.

Балалар күмәкләп:

Татыулыҡ, туғанлыҡ! Таҙалыҡ!
Бәрәкәт, хәрәкәт!

Ишлелек! Изгелек!
Тырышлыҡ! Тыныслыҡ!
Әҙерлек, ғәҙеллек!

Ҡарһылыу.

– Иҫең китер, ерем бөгөн
Тылсымлы бер һарай кеүек.
Осҡон күҙле малай, ҡыҙҙар
Шыршыҡайға ҡарай көлөп.

Ә шыршыҡай шундай матур,
Оҡшаш башҡорт һылыуына.
Сулпыларын таҡҡан төҫлө
Яңы йылдың тыуыуына.

Шатлыҡтарҙың тулы сағы,
Яңы йылым, үт, үт түргә.
Күңел көткән ҡыуанысты,
Ышанысты илт, һин, ергә!

Байрам йыр, бейеүҙәр менән дауам итә.

Гөлсирә ШАФИҠОВА,
Мәсетле районы.
Йонос ауылы














Фото: Shutterstock





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән