RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Кәзәләр” өсөн яуап биргән

25.12.2018 “Кәзәләр” өсөн яуап биргән

Йәш саҡ, иң дәртле саҡ. Яңы уҡыуҙы бөтөп, икенсе йыл РТП-ла газ операторы булып эшләп йөрөйөм. Сираттағы сменанан һуң ауылға ашығам. Тирә-яҡтан йәштәштәр ҡайтып төшә, кис һайын клубта бейейбеҙ. Бына Яңы йыл байрамы етте. Барыһы ла район үҙәгенән ауылдарына ялға ашыға, автобуста кеше күп. Күңел нисек ауылға ашҡынмаһын инде?! Табында әсәйҙәрҙең итле ашы – бишбармағы көтә.Ул тултырма,ҡаҙы, билмән тиһеңме – телеңде йоторлоҡ!

Пассажирҙар тулы автобусҡа индек. Урын юҡ. Баҫып торорға ла ризабыҙ. Әммә артыҡ кешеләрҙе төшөрҙөләр. Ярамай, тип ҡырт киҫте кондуктор. Аптырап ҡалманыҡ, ауыл осона “попутка”ға йүгерҙек. Бына бортлы “ГАЗ-53” машинаһы килеп туҡтаны. Йәһәтләп кузовҡа менеп тулдыҡ. Машина ҡуҙғалғас та, йәштәр йырлай башланылар. Ҡапыл машина туҡтаны. Шофер тиҙ генә төшөп йүгерҙе. Юлдағы машинаны туҡтатып, алда ГАИ-күренмәйме, тиеп кенә һорарға теләгән икән. Ни ғәләмәт, кабинаһынан төштө лә юҡ булды бит! Эй, көтәбеҙ, машина башында туңышып. Бер егетте водителде эҙләргә ебәрҙек. Барып килде лә: “Юлда бер әҙәм дә күренмәй”, – тине. Арабыҙҙан бер шаянырағы:”Беҙҙән алда ҡайтып Яңы йыл ҡаршылап ултыралыр әле ағайығыҙ!” – тип йәнде үртәй башланы. Теүәл ике сәғәттән үткенсе машинаға ултырып килеп төштө теге. Уның ҡайҙа булыуын һорағас, машинанан төшөп ергә ятып көлгән егет­тәрҙе күрһәң!

Хәл былай булған. Ул юлдағы машинаны туҡтатып: “Алда “кәзәләр” күренмәйме, егеттәр?” – тип һораған. Аңғармаған, машинала ике ГАИ хеҙмәткәре үҙҙәре булған икән.
– Нимә, байрамды ҡаршылап та өлгөрҙөңмө? Беҙҙе лә танымайһың! Етмәһә, эскән килеш бер машина кеше тейәп алған­һың! Киттек бүлексәгә, күпме эскәнеңде фаш итәбеҙ! – тип быны тегеләр алған да киткән.

“Ошо ҡағыҙға ғына ҡултамғаңды ҡуй ҙа, ебәрәбеҙ”, - тигәндәр. Водитель ҡул ҡуймаған. “Мин эсмәнем, лутсы бүлексәгә алып барып, ғәйепле булмауымды иҫбат итегеҙ. Миңә водитель таныҡлығы ҡәҙерле”, – тип үҙенең бер ғәйепһеҙ булыуын әйткән. Бүлексәгә барып, машинаһы торған урынға кире әйләнеп килгәнсе шулай ике сәғәт ваҡыт үткән.

Беҙ ҙә милиционерҙарҙы танымаған шоферҙың ҡылығына аптыраныҡ. “Кәзәләр” өсөн яуап биргәненә көлә-көлә ауылға ҡайтып еттек. Теүәл бер сәғәттән Яңы йыл куранттары һуҡты.

Яңы йыл етһә, ошо ваҡиға иҫкә төшә лә тора. Иҫке йылды оҙатҡанда күңелһеҙ мажаралар­ға тарымағыҙ!

Әбйәлил районы.



Автор: Нуридә ИЛҺАМОВА
Фото: Карикатура.ру





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән