RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ғәҙәти булмаған байрам

19.12.2018 Ғәҙәти булмаған байрам

Бына, ниһайәт, 31 декабрь, кесе йома, иҫке йыл бөтөп, йоманан Яңы йыл башлана. Аллаға ныҡ ышаныу­сы Гөлиә өсөн байрам йомаһынан башлап «Тормошом гел яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш» тигән билдә бар. «Яңы йылды нисек ҡаршылай­һың, шулай үткәрерһең» тигән әйтем бар бит. Шуға күрә улар Яңы йылға яҡшы бүләктәр, салюттар әҙерләне, яҡын туғандарын ғына түгел, хатта беренсе тапҡыр ҡыҙыҡ өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ла ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Үтеп барған иҫке йылдың һуңғы эш көнө тамамланды. Бар донъя тантаналы төҫ алған, ысын мөғжизә көтөп, тынып ҡалғандай тойола. Гөлиә бөгөн һуңлабыраҡ ҡайтты. Ул ҡайтҡанда бөтә ғаилә ағзалары бергә йыйылғайны, барыһы ла мунсала йыуынып, матур итеп кейенеп, байрам табыны әҙерләү менән мәшғүл. Ағай-апайҙары бәләкәй балалары менән килде, өй эсе шау-гөр килә, бәхетле өләсәйҙәре ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килә. Гөлиә тиҙ генә өҫтөн алмаштырҙы ла, мунсаға йүгерҙе. Мунсанан сығып барған өлкән апаһы уға оҙаҡлап ултырмаҫҡа ҡушты. Гөлиә уға 15 минуттан сығасағын әйтте һәм шулай эшләне лә – тиҙ генә йыуынып-кейенде. Әммә... мунсанан сыға алманы, сөнки ишеге тыштан бикле булып сыҡты... Апаһы яңылыш ишек келәһен элеп киткән, ахыры. Асыуынан апаһын нисек кенә әрләргә белмәне, ләкин байрамса кәйефен боҙмаҫ өсөн тыныс ҡына ишекте асыуҙарын көтә башланы. Ҙур ғаиләлә Гөлиә иң кесе бала, шуға күрә өйҙәгеләрҙең ҡайһы ваҡыт онота торған холоҡтары барлығын яҡшы белә ине. Оҙаҡ ҡына көтөп ултырған Гөлиәнең түҙеме бөттө. Ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай, тигән мәҡәлде иҫләп, тик ултырыуҙың файҙаһы булмаҫын аңлағас, ул ишекте типкеләп, йоҙроҡлап төйөп, зыҡ ҡубып ярҙамға саҡыра башланы, үҙе белгән төрлө алама һүҙҙәрҙе лә әйтеп бөттө, ләкин уны ишетеүсе лә, ишекте асыусы ла булманы...

Тамам хәлдән тайған ҡыҙ әҙерәк тынысланды, кинәт уның хәтеренә көндөҙгө хәл килеп төштө. Уға Ләлә инәй килеп ингәйне, байрам­ға бүләктәр алғанда баҙарҙа 1000 һум аҡсаһын юғалтыуын әрнеп һөйләп ултырҙы. Гөлиә: Бәлки, үҙең яңылыш һанағанһыңдыр, инәй, – тигәс, тегеһе бер ваҡытта ла яңылыш һанамауын әйтте. Инәйҙе йыуатыр өсөн «Бөтә нәмә яҡшыға» тигән хикәйәтте һөйләне. Ләлә инәй тынысланып, күңеле күтәрелеп, ҡыҙға рәхмәт әйтеп, Яңы йыл менән ҡотлап ҡайтып китте. Ошолар иҫенә төшкәс, «Алла бирһә, барыһы ла яҡшы булыр», – тип тынысланды ҡыҙ.

Гөлиә бөгөнгө көндө башынан үткәрҙе, барыһы ла яҡшы булырға тейеш ине бит, бикле мунсала тик ултырғансы тип, берәй әмәлен табып, сығырға кәрәклеген аңлап, мунса буйлап эҙләнә башланы, бәлки, ишекте асырлыҡ балта йә башҡа ҡаты әйбер табылыр... Бына һабын, йыуғыс, шампунь, кер йыуыу машинаһы, аяҡ кейеме – ишекте асырҙай бер әйбер ҙә юҡ.

Гөлиә Яңы йылды ғәҙәттәгесә түгел, берәй мөғжизәле итеп ҡаршыларға хыялланғайны, хыялы тормошҡа ашты: ул Яңы йылды мунсала ҡаршыланы, саҡырылған Ҡыш бабай өйҙәгеләрҙе шундай яҡшы, күңелле итеп ҡотланы, хатта башлығын юғалтты һәм йыл буйы таба алманы. Салют атҡанда уныһы яңылыш ҡолап китеп, һауаға түгел, урамға атылды, бындай салютты ошоғаса бер кемдең дә күргәне юҡ ине әле... Бай­рам күңелле һәм ҡыҙыҡ үтте, һәм был йыл төрлө мөғжизәләргә бай булды. Гөлиә үҙе өсөн генә түгел, бөтә яҡындарына яҡшы теләктәр теләгәйне, барыһы ла бойомға ашты: үҙе ярат­ҡан егетен осратып, кейәүгә сыҡты, өс игеҙәк ҡыҙ тапты, туғандары араһында ла гел яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булды, ғаиләләре арт­ты, яңы машина һатып алдылар, эштәрендә вазифалары үҫ­те... Бәлки, быларға ҡайһы берәүҙәр ышанмаҫ, ләкин был хәл ысын кешеләр менән, ысын тормошта булды.

Мәҙинә ШОҠОБАЕВА.
Белорет районы,
Абҙаҡ ауылы.



Автор: "Йәшлек" гәзитенән
Фото: Карикатура.ру





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үлемтек һандығы (Хикәйә)

19.01.2019 - Әҙәбиәт Үлемтек һандығы (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2