RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәттәшемдең ире менән ҡауыштыҡ

09.12.2018 Хеҙмәттәшемдең ире менән ҡауыштыҡ

Күрше ҡалаға эш сәфәре менән барғанда осраҡлы рәүештә ауылдаш ҡатынды осраттым. Йәш айырмаһы ҙур ғына, ауылдан китеүенә лә байтаҡ йылдар үткән. Етмәһә, мин дә хәҙер баш ҡалала йәшәйем. Ҡыҫҡаһы, аралашҡаныбыҙ юҡ, Яңы йыл, Һабантуй байрамдарында ғына бер-беребеҙҙе күрһәк, һаулыҡ һорашып үтәбеҙ. Кеше һөйләүе буйынса ғына уның Урал аръяғы районына кейәүгә сығып уңмауы, бөгөн Бөрө ҡалаһында ҡыҙы менән икәүһе генә йәшәп ятыуы тураһында белә инем. Төҫкә матур, йылмайғанда бит остары уймаҡланып торған, ҡыйғас ҡашлы, оҙон керпекле, йәшкелт көрән күҙле Миңлегөл апай йәш сағында байтаҡ ир-егетте йоҡоһоҙ ҡалдырған. Хәҙер ҙә, 50 йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, һомғоллоғон, йәшлек матурлығын ташламай.
Хәйер, ташламаған ине. Күрше ҡалаға мәҙәни сара ваҡытында юлым төшкәндә өйкөм-өйкөм булып торған кешеләргә иғтибар итмәй, тамаша залына йүнәлдем. “О-о, яҡташтарым да килгән!” – тигән шатлыҡ ҡатыш аптыраулы тауышҡа әйләнеп ҡараным да, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдым. Танауынан алып сикәһенә тиклем һуҙылған тәрән яра йөйө арҡаһында Миңлегөл апайҙы бер аҙ танымай торҙом. Ә ул, күрәһең, бындай ҡараштарға, аптырауҙарға өйрәнеп бөткән, әллә ни ҡыйынһынып торманы.

– Был мин – Миңлегөл апайың. Беҙҙең яҡтарға нисек киләһе иттең? Ауылға ҡайтҡаның бармы? Әсәйең ни хәлдә? – яҡташын осратыу шатлығынан һорау артынан һорау яуҙырҙы. Тәүҙә ҡаушап ҡалһам да, тиҙ арала үҙемде ҡулға алып, һәүетемсә һөйләшеп киттек. Байрам концертынан һуң ул мине, ай-вайыма ҡуймай, үҙҙәренә йоҡларға алып ҡайтты. Шулай итеп, ауылдашым менән ныҡлап танышып киттем.

Миңлегөл апай был ҡалаға ҡыҙы Сәлимә менән килеп төпләнә. Торлаҡ хаҡының арзан булыуы ылыҡтыра, етмәһә, Йоматау хисапсылар техникумын тамамлаған белгес булараҡ, дауаханаға экономист булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп юғары белем ала, алты йыл элек берҙән-бер балаһын да кейәүгә биргән, көн аша тиерлек ейәнсәрен ҡарашырға йөрөй. Ә былтыр ул Салауат исемле ир менән яҙмышын бәйләгән.

– Тәүге ирем менән айырылғас, байтаҡ ауырлыҡ күрергә тура килде. Ярай, уртаҡ донъябыҙҙы һатҡас, ошо ҡаланан бер бүлмәле булһа ла фатир алып өлгөрҙөм. Юғиһә урамда ҡалыр инек, ике айҙан 1998 йылдың дефолты арҡаһында һумдар тингә әйләнде. Айҙар буйына эш хаҡы түләнмәй, сит ҡалала бала менән яңғыҙым. Аслы-туҡлы йөрөгән саҡтар ҙа булды, дауаханала төнгөлөккә санитар булып эшкә урынлаштым. Иртәнсәк һәм кис шунда ашайым. Ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы ҡарауҙан да баш тартманым. Ә ял көндәрендә йәшелсә-емеш базаһында эшләйем. Матурҙарын һатыуға ебәрер өсөн йәшниктәргә тултырабыҙ, яртылаш боҙолғандарын сүплеккә ташларға тейешбеҙ. Мин уларҙы өйгә алып ҡайта башланым. Ашарға яраҡлы ерҙәренән ризыҡ әҙерләргә була бит. Шулай итеп, ауыр мәлдәрҙе тырышлыҡ һәм сабырлыҡ менән үткәреп ебәрҙек. Ситтән тороп юғары белем алдым, донъя малы ла йыйылды. Тик кейәүгә сығырға ашыҡманым. Сәлимә булғанда яңғыҙлыҡ һиҙелмәне, тик ул Өфөгә уҡырға киткәс, күңел болоҡһой башланы. Ярай, яҙмышын ошо ҡала егете менән бәйләп, бында төпләнделәр. Юғиһә бигерәк ҡыйын булыр ине. 5 – 6 йыл элек ғаиләһе менән бер туған ҡустым да был ҡалаға күсеп килгәс, донъям бөтөнләй түңәрәкләнде. Килен менән бик татыубыҙ, балалары ла, инәй, тип өҙөлөп тора.

2014 йылда беҙгә хисапсы булып Гөлфирә тигән ҡатын урынлашты. Алсаҡ, ихлас, һәр кем менән тиҙ арала уртаҡ тел тапты. Беҙҙең коллектив та татыу ул, тыуған көндәр, байрамдар үткәрәбеҙ, дауаханала берәй сара булһа, тиҙ генә репетиция яһап алабыҙ ҙа, хор менән сығыш яһайбыҙ. Шул саҡтар­ҙа Гөлфирәнең эсергә яратыуын аңлай башланым. Йыш ҡына “больничный” ҙа ала. Аҙаҡ ҡына баш табиптың бер туған апаһы икәнлеген белдек. Үҙен тыныс тота, йөкмәтелгән эште теүәл башҡара (эшкә килһә), ҡустыһына ошаҡ ташымай, һүҙ йөрөтмәй, шуға күрә уны ситләтмәнек. Ғинуар айында ҙурҙан ҡубып эштә юбилейымды билдәләнем. Бик күңелле ултырҙыҡ, табын таралышҡас, Гөлфирә миңә өҫтәл йыйырға, һауыт-һаба йыуырға ярҙам итте. Ҡайтырға йыйынғас ҡына: “Миңлегөл, һиңә йоҡларға барырға буламы? Ирем бер аҙна инде эсеп йөрөй, туҡмарға ла күп һорамаҫ. Һуңғы арала йыш ҡул күтәрә башланы. Йөҙөм күгәреп эшкә сыға алмай, “больничный” алам бит инде”, – тине. Эскелек ойошторғас, үҙемде ғәйепле тойҙом, етмәһә, ярҙам итеп тә йөрөгәс, ҡыйманым, Гөлфирәне үҙемә алып ҡайттым. Юл ыңғайына магазинға ингәйнек, минән күстәнәс, тип ул бер шарап һатып алды. Өйгә ҡайтҡас, сәй әҙерләргә тотондом. Шул саҡ бүләк тотоп ҡустым Денис килеп инде.

– Тыуған көнөң менән, апай! Бәләкәй малай ауырып китте лә, киленең килә алманы. Ял көндәрендә бергәләп килербеҙ, ә көнөндә үҙем булһа ла ҡотлайым тип килдем әле, – тип түргә үтте. Өсәүләшеп сәй эсергә ултырҙыҡ, мин күстәнәс шарапты сығарҙым. Сәғәт яйлап алға шылды, төнгө 11-ҙәр булып килә ине, үҙебеҙгә урын һалыр өсөн йоҡо бүлмәһенә инеп киттем. Эшемде тамамлап сығыуыма Денис ҡустым менән Гөлфирә үбешеп тора ине. Асыуым килеүҙән ҡатынды ҡыуып сығарҙым:

– Ах, һин, әшәке бисә! Ошолайтып йөрөһәң, ирең ҡул күтәрә инде! Бар, сығып кит, ҡәҙерҙе белмәйһең икән, йөрөмә бында! – уның артынан ишек ябылыу менән ҡустыма ташландым. – Алма кеүек ҡатының, өс балаң була тороп, иҫерек бисәләргә әүрәмәксеһеңме? Ярай, ул иҫерек, һин бит айныҡ. Ике рюмка шараптан ҡаның уйнаймы? Икенсе күрәйем генә шулай йөрөгәнеңде!

Тышта Гөлфирә көтөп тороп, Денис уға эйәреп китмәһен өсөн ҡустымды таксиҙа өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙым. Иртәгәһенә ҡатын эшкә сыҡманы. Төнгә ҡарай өйҙән сығарып ебәргәс, бер аҙ борсола башланым. Кеҫә телефоны һүнгән, баш табипҡа барып һорау уңайһыҙ. Етмәһә, эш урынында табын ҡороуымды ла белһә, баштан һыйпамаясаҡ. Эш аҙағында кадрҙар бүлегенә барып, Гөлфирәнең йорт телефонын һорап алдым. Отчет әҙерләйһе бар, тип башҡаларҙан тороп ҡалдым да, телефонға тотондом. Теге яҡтан ир кеше яуап бирҙе.

– Һаумыһығыҙ. Миңә Гөлфирә кәрәк ине.
– Ул өйҙә юҡ! – яуап дорфа яңғыраны.
– Ҡасан булыр икән? Был, уны эштән һорайҙар ине...
– Юғалыуы бер бөгөн түгел, өйрәнергә ваҡыт инде. Айыҡһа, өйгә ҡайтһа, эшенә лә барыр! – ир телефонын ташланы. Ысынлап та, бик агрессив әҙәм булып сыҡты Гөлфирәнең хәләл ефете.

Тағы ла өс көн үтте. Борсолоуым артҡандан-артты. Ниндәйҙер бәләгә тарыһа, хоҡуҡ һаҡлау органдары мине ғәйепле итәсәген көт тә тор. Кемдә эскән – миндә, кем төнгә ҡарай ҡыуып сығарған – мин. Түҙмәнем, тағы ла телефон һандарын йыйҙым.
– Һаумыһығыҙ. Гөлфирә өйҙәме?
– Юҡ! Һеҙ элекке көн шылтыраттығыҙ түгелме?
– Эйе. Мин уның өсөн борсолам.
– Кисә бер әхирәтен күргәйнем, дүрт көн элек Тыныслыҡ урамында кемдәлер байрам итеп ултырабыҙ тип шылтырат­ҡан.
– Ул беҙҙә ине. Тик аҙаҡ ҡайтып китте.
– Улайһа, минән һорамағыҙ инде. Бергә эскәнһегеҙ, бергә йөрөргә ине. Уның ауыҙына араҡы бер тейһә, аҙна-ун көнһөҙ ҙә туҡтамай. Ҡайтыр әле.
– Һеҙ нисек тыныс ҡына ултыра алаһығыҙ? Ҡатынығыҙ өс көн өйҙә юҡ!
– Ә кем әйтте мине тыныс тип? Ун алты йыл буйы уның менән ут йотоп йәшәйем. Икенсенән, беҙ уның менән өйҙәштәр генә, күптән инде рәсми рәүештә айырылғанбыҙ. Шуға күрә башҡаса шылтыратып, миңә дәғүә белдермәгеҙ. Уның менән бергә эсеп ултырғаным юҡ, һеҙ эскәнһегеҙ. Тимәк, ғәйеп һеҙҙә лә бар!

Ул телефонын һүндергәс, илап ебәрҙем. Ғәрлегем дә килде, ҡурҡыу ҙа бар ине. Аптырағас, полицияла эшләүсе күршем Радикка мөрәжәғәт иттем. Ул үҙ каналдары аша белешмә йыйғас, мине Гөлфирәнең фатирына алып китте. Ишекте мөһабәт кәүҙәле, сал сәсле, әммә төҫкә матур ир асты. Йомошобоҙҙо әйткәс, ул миңә мыҫҡыллы ҡарашын төбәне:

– Намыҫығыҙ тыныс йоҡларға бирмәйме? Икенсе юлы һабаҡ булыр!
– Ә, бәлки, уны һеҙ үлтергәнһегеҙҙер? Юҡҡа ғына ул миңә йоҡларға тип килмәне бит. Һеҙҙе, ҡул күтәрә, эсһә, туҡмай, тине.
– дүрт йыл инде ҡулыма рюмка тотҡаным юҡ. Өйҙә бер эскесе етә. Ана, балаларҙың ашарына бешерергә, уҡыуын ҡарарға, өҫтөн йыуырға кәрәк. Әсәй ҙә, атай ҙа эсһә, урам балаларына әйләнәсәктәр бит!

– Мин дә гел эсеп йөрөмәйем, – тип аҡландым да, тынып ҡалдым. Радик менән улар аралашҡансы өй эсенә күҙ йүгерттем. Ысынлап та, өйҙә ҡатын-ҡыҙ ҡулы етмәгәнлеге һиҙелә. Таҙалыҡ та иҫ китерлек түгел. Аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлдә турала башлаған итте күреп, шуға тотондом. Тиҙ генә һуған, кишер таҙарттым да, итте быҡтырырға ҡуйҙым. Дөгө ярмаһын таҙартып, бүрттерергә ултырттым. Тәҙрә төптәрен, шкаф кәштәләрен еүеш сепрәк менән таҙарттым, һауыт-һабаны урынлаштырҙым.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).


– Оһо, тәмле еҫ сыға! – тигәнгә әйләнеп ҡараһам, ун биш йәштәрҙәге малай йылмайып тора. – Һеҙ кем булаһығыҙ?
– Миңлегөл апай. Әсәйең менән бергә эшләйбеҙ.
– Ә мин Иҙел булам.
Шул саҡ бүлмәгә, “Ҡайтабыҙмы?” тип, Радик күршем баш тыҡты. Ишек төбөнә еткәс, йорт хужаһына төбәлдем:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ, бәлки, икенсе ризыҡ бешерергә уйлағанһығыҙҙыр, мин былау әҙерләнем. Дөгө һалып бешерергә генә ҡалды.
Ул теш араһынан ғына рәхмәт һүҙен сығарҙы.
“Гөлфирәне, йыш эсеп юғала, ти. Кәрәкле ойошмаларға хәбәр итергә кәрәк. Мәктәптә күптән беләләр икән, уҡытыусылары нимә ҡараған? Етмәһә, бер туған ҡустыһы табип, күптән дауаларға булыр ине!” – тип белгәндәрен бәйән итте Радик.
Ҡайҙа йөрөгәндер, белмәйем, тыуған көнөмдән һуң ун ике тәүлек үткәс, Гөлфирә эшкә сыҡты. Ҡустыһы тағы ла “больничный” биргән, үҙен бер ни булмағандай тотто. Белмәмешкә һалышып, хәлдәрен һораным.

– Әйттем бит, ирем ҡул күтәрә, тип. Йоҙроғо елле, ярты битем шешеп, өйҙә яттым, – тип күҙ ҙә йоммай алдашҡан ҡатынға хәтерем ҡалды. Башҡаса уның менән артыҡ аралашмаҫҡа тырыштым.

8 Март көнө киленем менән Сәлимә ҡыҙымды ҡотларға юлландым. Кискә ҡалып ҡайтыуыма ишек төбөндә рауза гөлләмәһе тотҡан Гөлфирәнең ире Салауат тора ине. Аптырап ҡалдым. Подъезда һөйләшеп тороу уңайһыҙ, өйгә лә саҡырғым килмәй. Яҡындағы кафеға барып ултырҙыҡ.
– Беҙ баштан уҡ нисектер дөрөҫ танышманыҡ. Һеҙҙең менән ҡаты һөйләштем, үҙемде тик насар яҡтан күрһәттем, ғәфү итегеҙ, зинһар. Һеҙҙе лә Гөлфирә кеүек эсергә яратҡан ҡатын тип уйланым. Тәү күргәндән оҡшаттым һеҙҙе, айҙан ашыу ваҡыт үтте, онота алмайым. Шуға бөгөн, бар ҡыйыулығымды йыйып, байрам менән ҡотларға килдем.
– Адресымды кемдән алдығыҙ?
– Радик Марселевич бирҙе. Беҙ уның менән хәҙер гел аралашып торабыҙ. Һәйбәт егет, хәлебеҙҙе белешеп тора.

Ҡыҫҡаһы, беҙ осраша башланыҡ. Гөлфирәгә һиҙҙермәнек, ул өйҙә булһа, Салауат миңә килә. Эсә башлап, өйҙән сығып китһә, барып, малайҙарҙы тәрбиәләшәм, ашарға бешерәм. Асыҡтан-асыҡ йөрөргә батырсылығым етмәне. Шулай ҙа, беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр бит, был хәлде оҙаҡ йәшереп тотоп булманы. Элекке ҡатынының сираттағы юғалып йөрөгән мәлендә Салауат мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Аш һалып ебәрҙем, туҡмас йәйеп, киптерергә һалдым да, өйҙө йыйыштырырға тотондом. Малайҙар аталары менән яңы алған шкафты ҡора башланы. Шул саҡ иҫерек Гөлфирә ҡайтып инде. Мине күргәс, бер аҙ аптырап ҡалды. Өҫтөмә халат кейгәйнем, шунан аңлап ҡалды шикелле.

– Минең ирем кәрәк булдымы?! Шуның өсөн әхирәт булып ҡыландыңмы? – тип ҡысҡырырға, һуғырға ынтыла башланы. Салауат килеп араланы ла, ҡаты ғына итеп:
– Айныҡҡасың һөйләшербеҙ! – тине. Мин ҡайтырға йыйына башланым, ит бешһә, газды һүндермәксе булып, кухняға үттем. Шул саҡ Гөлфирә килеп инде лә, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып миңә ташланды.
– Үлтерәм!

Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлап алып ҡалды, ҡайҙандыр көс һәм етеҙлек табып, ҡулын шаҡарып тоттом. Тик һаман да һелтәнергә ынтылған саҡта бысаҡтың осо битемде телеп үтте. Салауат килеп бысағын тартып алмаһа, белмәйем, нимә булыр ине. Бүлмә эсе ҡанға тулды, «Тиҙ ярҙам» машинаһы килгәнсе туҡтатып булманы.

Мине дауаханаға һалдылар, операция эшләттем. Тик бысаҡ эҙе ғүмерлеккә тороп ҡалды. Табиптар полицияға хәбәр иткән, иртәнсәк иртүк улар китер етте. Баш табип белмәй ҡалған, моғайын, белһә, был янъялды ситкә сығармаҫ ине. Тикшереү эштәре башланды. Гөлфирә башта уны үҙенең файҙаһына борорға маташты. Имеш, уның өйөндә ире менән уйнаш иткәнмен, тәү башлап үҙем тауыш сығарғанмын. Суд барышында малайҙар әсәләренең эскегә һалышыуын, минең ярҙам итергә тырышыумды һөйләне:
– Миңлегөл апай беҙҙе тәрбиәләй. Дәрес өйрәтә, ашарға бешерә. Элек әсәй эсеп йөрөһә, атай беҙгә гел картуф та ит бешерә ине. Аҙналар буйы уны ашағы килмәй ҙә инде...

Ир менән ҡатындың рәсми рәүештә ете йыл элек үк айырылыуын иҫәпкә алып, Гөлфирәне ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итте. Ҡустыһы кеше һүҙенән ҡурҡты шикелле, уны эшенән бушатты, эскелектән дә дауаланды. Шулай итеп, хәҙер мин элекке хеҙмәттәшемдең ире менән йәшәп ятам. Малайҙар әсәләре менән ҡалды, бергә йыш ҡына килеп торалар. Салауат ҡына элекке фатирына аяҡ баҫмай...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.




Автор: Г.Вәлитова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)