RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

27.11.2018 Яңы йыл мажаралары (Сценарий )


Ҡатнашалар:
Шайтан.
Мәскәй әбей
Ҡар бөртөктәре
Бүре
Айыу
Төлкө
Ҡуян
Тейен
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу

Сәхнәлә талғын ғына көй уйнай. Уртала биҙәләгән шыршы аҫтында Шайтан йоҡлап ята. Ҡапыл уянып, тороп ултыра, күҙҙәрен ыуалап, кирелеп -һуҙыла.


Шайтан. Оҙаҡ йоҡлап киткәнем! Ух, үҙем йоҡларға яратам да инде! (ҡапыл биҙәлгән шыршыны күреп ҡала) Уй-уй-й-й-й, ҡайһылай ҙа матур! (Уйынсыҡтарын тотоп ҡарай- ҡарай шыршыны уратып сыға. )У-у-у, ниндәй генә уйынсыҡ юҡ! Семәрле, төрлө - төрлө биҙәкле, янып, ялтырап торғандары! Уттары һуң, нисек нур сәсәләр! ( Башын сайҡап, оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора. Ҡапыл күңелһеҙләнеп) Кем биҙәгән был шыршыны ?! (Тамашасыларҙан һорай) Кемдәр биҙәгән икән был һылыуҡайҙы, һеҙ күрмәнегеҙме!?( Иламһырап) Миңә лә әйтмәгәндәр. Уянмаһам, бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятып ҡалыр инем! Ух, күрһәтәйем әле мин һеҙгә! ( Ике ҡулын һелтәп)
Әпсен- төпсөн, әпсен –төпсөн
Шыршылағы уттар һүнһен.
( Уттар һүнмәгәс, тағы ҡабатлай) Был ни хикмәт! Нимә булған? Былай булма-а-а-ай! Дуҫымдан ярҙам һорайым әле! ( Кеҫә телефонын сығарып шылтырата башлай). Дуҫ, тиҙерәк килеп ет! Миңә ярҙам кәрәк! (Телефонын кеҫәһенә кире һала, тамашасыларға ҡарап) Минең дуҫ көттөрә торғандарҙан түгел! Хәҙер үк килеп етер!(Ҡулын болғап улай-былай йөрөй)
(Һеперткеһенә атланып, һыҙғырып, Мәскәй әбей килеп инә.Ҡосаҡлашып күрешәләр.)
[b]Мәскәй әбей. Һауғынаһыңмы, Шайтан дуҫ! Тағы нимә булған!
Мәскәй әбей.
Күреп тораһыңдаһа һау икәнемде!(Иламһырап) Ана, ҡара! Ҡайһылай матур итеп шыршыны биҙәгәндәр, ә беҙгә әйтмәгәндәр ҙә. Бына әле уянып китмәһәм, мин йоҡлап, ә һин ситтә йөрөп ҡала инең ( Иламһырап) Моғайын, берәй байрамға әҙерләнгәндерҙер әле!
Мәскәй әбей. Шәп! Бик шәп биҙәгәндәр!(Шыршыға ҡарап).
Шайтан. Ана, һин дә шулай итеп әйтәһең! (Хәйләкәр ҡарап) Әйҙә , шыршының уттарын һүндерәйек!
Мәскәй әбей. Булдырабыҙ уны! ( Шыршы тирәләп йөрөй, ҡулдарын ыуып-ыуып устарына төкөрә).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен,
Елдәр иҫегеҙ, ендәр, килегеҙ.
Ҡупшы шыршының, уттарын
Хәҙер үк, хәҙер үк һүндерегеҙ!
Шайтан. Һүнмәй бит!Һүнмә-ә-әй!(Илай башлай).
Мәскәй әбей. Ух, уттар һүнмәне, был ни эш? Илама, дуҫҡай! Хәҙер беҙ уны, хәҙер һүндерәбеҙ! (Төкөрә-төкөрә устарын усҡа һуға).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен.
Уттар һүнһен, уттар һүнһен! ( Уттар һүнә)
Шайтан менән Мәскәй әбей ҡыуанышып, устарын усҡа һуғып һикерешә
Мәскәй әбей, Шайтан: Булдырҙыҡ, булдырҙыҡ! ( Һеперткегә атланып, һыҙғырып, залдан сығып китәләр.Айыу, бүре, ҡуян, төлкө залға инә, аптырашып шыршы тирәләп йөрөйҙәр).
Бүре. Нимә булған? Ни эшләп шыршыбыҙҙа ут юҡ?
Төлкө. Кемдең эше? Айыу ағай, һин нимә уйлайһың?
Айыу. Былай аптырашып, көтөп тороп булмай, әйҙә, һүндереүсене эҙләп, юлға сығыйыҡ !
Бүре. Эйе, Айыу ағай, дөрөҫ әйтәһең, эҙләп юлға сығайыҡ!Һылыуҡайҙың уттарын яңынан ҡабыҙайыҡ (Залдан сығалар).
Талғын ғына музыка уйнай. Ҡар бөртөктәре бейей-бейей инә. Бер ҡар бөртөгөнөң ҡулында – Ҡыш бабайҙың таяғы. Шыршы тирәләп өрөлөп бейейҙәр.
1-се ҡар бөртөгө.Бына Ҡыш бабайҙың таяғын алып килдем.
2-се ҡар бөртөгө.Тиҙҙән үҙе лә килеп етер.Таяғын шыршы төбөнә һалайыҡ.
Бөтәһе бергә.Эйе, эйе шыршы төбөнә һалайыҡ.
1-се ҡар бөртөгө (Таяҡты шыршы төбөнә һала) Ни эшләп һылыуҡайыбыҙҙа ут юҡ? (Аптырап шыршыға ҡарайҙар).
2-се ҡар бөртөгө.( күңелһеҙ генә) Ни эшләп ҡупшыҡайыбыҙ балҡып тормай?
3-се ҡар бөртөгө. Моңаймайыҡсы, һылыуҙар. Әйҙә, шиғыр һөйләп, бейеп, йырлашып алайыҡ!
1-се ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре ,
Дуҫыбыҙ – һалҡын елдәр.
Әйҙәгеҙ бергә уйнайыҡ,
Һыуыҡтан ҡурҡмай кемдәр!
2-се ҡар бөртөгө: Йондоҙ кеүек күбебеҙ,
Боҙ һарайҙан өйөбөҙ. Баҫтырышып уйнайбыҙ.
Тик тормайбыҙ үҙебеҙ.
3-сө ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Йымылдашҡан бөртөктәр.
Күктә елпенеп осһаҡ,
Һоҡлана беҙгә күптәр.


4-се ҡар бөртөгө: Беҙ аҡ ҡар бөртөктәре
Һибелеп төштөк күктән.
Осрашыу минуттарын
Һағынып көттөк күптән.

Шыршы тирәләй бейеп йөрөйҙәр. Шул саҡ Мәскәй әбей менән Шайтан инә.
Шайтан. Былар кемдәр? Ҡайҙан килгәндәр?
Мәскәй әбей. Туҡта! Эште боҙоп ҡуйма! Һорашайыҡ! (Йөҙ ҡифәттен һыйпап, Мәскәй әбей күлдәген тартҡылап төҙәтә һәм йомшаҡ тауыш менән) Эй, балаҡайҙарым, һеҙ ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ?
1-се ҡар бөртөгө. Аҡ бурандар иленән,
Килдек һеҙгә үҙебеҙ.
Аҡ теләктәр генә,
Һеҙгә әйтер һүҙебеҙ.
4-се ҡар бөртөгө. Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Ҡыш бабай була хужабыҙ.
Муллыҡ, именлек теләп,
Йыл һайын ергә төшәбеҙ.
Әле беҙ хужабыҙҙы
Тағы һағынып көтәбеҙ.
Шайтан.(Ҡар бөртөктәренең биттәрен һыйпап тотоп ҡарап һоҡлана -һоҡлана ) У-й-й, ҡайһылай һин матурһың. (Икенсеһенә) и-и-и , ҡайһылай һин сибәрһең. (Өсөнсөһөнә). Ә һин шундай гүзәлһең.
(Мәскәй әбей ҙә башын сайҡай-сайҡай һоҡланып артынан йөрөй.Ҡар бөртөктәре биттәрен сира-сира тороп ҡала).
Мәскәй әбей. (юхаланып) Ҡыш бабайҙы көтәһегеҙме?!

Ҡар бөртөктәре. Эйе, эйе. Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ!Тик шыршыбыҙҙа ут янмай (Күңелһеҙ генә).
Шайтан. Ә-ә-ә, эшегеҙҙе белдек?Беҙһеҙ байрам итмәксе булдығыҙмы!( Сәпәкәйләп, һикерә-һикерә)Утты һүндереп, шәп иттек!Шәп иттек!

Мәскәй әбей. Туҡта!Туҡта, тим! ( Шайтанды еңенән тартып туҡтата, ҡар бөртөктәренә ҡарап, итәғәтле йылмайып). Ярай, беҙгә китергә ваҡыт, һау булығыҙ!

Мәскәй әбей менән Шайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып сығып киткән була ла, шыршы аҫтына йәшенә).

2-се Ҡар бөртөгө. Тимәк, утты Мәскәй әбей менән Шайтан һүндергән.
3-сө Ҡар бөртөгө (Бер-береһенә ҡарап ). Әйҙәгеҙ, был хаҡта тиҙерәк Айыу менән Бүре ағайға хәбәр итәйек (сығалар).

(Шайтан шыршы аҫтынан ҡапыл ҡысҡырып ебәрә.)
Шайтан.Әлеү-әле-е-еү!
Мәскәй әбей. Тағын нимә булды?
Шайтан. Ҡулым өшөй!Был нимә ул?
Мәскәй әбей. Ҡайҙа ҡарайыҡ, нимә икән? (Ах та ух килеп, икәүләшеп таяҡты һөйрәп сығаралар).
Мәскәй әбей. Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы! (Шайтан: ”Эйе-эйе!”– тип ҡеүәтләп тора). Ишеттеңме, ҡар бөртөктәренең нимә һөйләгәнен? Ҡыш бабай бында юлланған, тиҙәр бит!
Шайтан.
Хәҙер нимә эшләйек инде?( Иламһырап).
Мәскәй әбей. Әйҙә, дуҫ, Ҡыш бабайҙың таяғын урлайыҡ, юлын быуайыҡ!
Шайтан. Эйе-эйе, бик шәп! Киттек! (Ҡыуанышып шыршы тирәләй һикерә-һикерә бейеп сығып китәләр).
Ҡуян, төлкө, тейен инә
Ҡуян. Шыршыбыҙҙа ут юҡ! (Күңелһеҙ генә).
Тейен. Ҡыш бабай ҙа етеп киләлер.
Төлкө. Бойоҡмағыҙ! Бер нәмәһен уйларбыҙ!

Шул саҡ Бүре Шайтанды, Айыу Мәскәй әбейҙе етәкләп, улар артынса ҡар бөртөктәре инә.
Бүре. Шыршы уттарын һеҙ һүндерҙегеҙме?
Айыу. Дөрөҫөн әйтегеҙ? (Таяҡты күреп)Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы!
1-се Ҡар бөртөгө. Эйе-эйе, был Ҡыш бабайҙың таяғы!
2-се Ҡар бөртөгө.Ҡыш бабай таяҡ эҙләйҙер,
Ел-дауылдар осороп.
Таба алмай ҡаңғыралыр,
Беҙҙең өсөн борсооп.
Бүре.
Хәҙер үк бирегеҙ бында! Урлашырға ярамай! (Таяҡҡа талашып, тартҡылашалар, “Юҡ ул беҙҙең таяҡ, бирмәйбеҙ, беҙҙеке, тибеҙ, бирмәйбеҙ!”– тигән Мәскәй әбей менән Шайтандың ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелә.Таяҡты Айыу тартып алып, ҡар бөртөгөнә бирә)
Айыу. Урлашырға, алдашырға ярамай! Дөрөҫөн һөйләгеҙ! Юғиһә үҙегеҙҙе урмандан ҡыуабыҙ!
Мәскәй әбей менән Шайтан (тубыҡланып.) Зинһар өсөн ҡыумағыҙ!?
Шайтан
. Беҙ, беҙҙе байрамға саҡырмағанығыҙ өсөн үпкәләгәйнек. Зинһар , беҙҙе ғәфү итегеҙ!
Мәскәй әбей. Эйе, эйе беҙҙе ғәфү итегеҙ! Башҡа улай итмәйбеҙ!
Айыу. Ғәфү итәбеҙме?! ( Балаларға ҡарап) ( Барыһы ла, эйе, эйе , тиҙәр) Ярай, улай булғас! Бөтәһе лә риза ! Ғәфү итәбеҙ. Ә хәҙер шыршыбыҙҙа утты яндырығыҙ!
Шайтан. Ул! Ул! ( Бармағы менән төртөп Мәскәй әбейгә күрһәтә)
Мәскәй әбей. Шыршы уттары, ҡабынығыҙ! Э-э-э, тылсымлы һүҙҙәр кәрәк бит әле! (Балаларға ҡарап). Зинһар, ярҙам итегеҙ! Әйҙәгеҙ бергәләп: “Ҡабын, шыршы, ҡабын!” – тип әйтәйек! (Күмәкләп)Ҡабын, шыршы!Ҡабын!
(Шыршыла уттар ҡабына. Талғын көй аҫтында бөтәһе лә ҡыуанышып шыршы тирәләй бейеп йөрө.
Музыка аҫтында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, барығыҙ ҙа!
Барыһы ла. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Ҡар бөртөгө.
Ап-аҡ ҡарҙар менән,
Ап-аҡ бәхеттәр яуһын.
Нурланып тоһон илебеҙ,
Тыныс булһын күгебеҙ!(Таяҡты Ҡыш бабайға бирә)

Ҡыш бабай. Рәхмәт, ҡыҙым!Донъялар тыныс булһын,
Яңы йыл ҡотло булһын!
Ҡарһылыу Төклө аяғың менән,
Хуш киләһең, яңы йыл”

Артабан байрам дауам итә.


Линиза ШАКИРОВА.
Белорет ҡалаһы.




Автор: Л.Шакирова
Фото: pic2.me






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)