RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)

04.11.2018 Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)

Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
– Алыҫ араларға йөк ташыусы транспорт компанияһында эшләгәндә Иркутск ҡалаһына барырға тура килде, – тип башланы Вәлиәхмәт ағай башынан кисергән тарихын.
Юл оҙон, бер башҡа Өфөнән 3 мең саҡрымдан ашыу. Себер далалары буйлап ел дә ел генә! Өсөнсө тәүлеккә килеп еттем ҡалаға. Ҙур тарихи ҡала, матур ерҙәре лә барҙыр, тик ҡарап йөрөргә ваҡыт юҡ. Маршрут документтарында күрһәтелгән фирманан тауарҙы тейәргә лә, тиҙерәк кирегә һыпыртырға. Ләкин мин уйлағанса эш улай ыңғай барып сыҡманы. Ике көндән генә әҙер була һеҙгә кәрәк продукция, тинеләр заводта. Сара юҡ, машинаны завод туҡталҡаһына ҡуйып, киттем ҡала ҡыҙырып.
Иң башта ҡунаҡханаға барып, люкс бүлмәнән урын алдым. Аллаға шөкөр, конторала аҡсаны мул бирәләр беҙҙең. Дальнобой­щиктарҙы трассала юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре лә аңдып ҡына тора, уларҙан башҡа ла төрлө хәлгә тарырға тура килә.
Кискә ҡәҙәре телевизор ҡарап, бүлмәмдең йомшаҡ карауатында аунаным. Душта йыуынып, йоҡлап та алдым. Күҙ бәйләнгәс, күңел мажара талап итә башланы. Туҡта, ҡаланы ҡарап киләйем әле, нисәмә йыл ил буйлап сәйәхәт итһәм дә, Иркутскиҙа тәүге тапҡырмын. Үҙем ауыл малайы булһам да, ҡала тормошон яратам мин. Айырыуса ҡараңғыла матур була ул, бөтә күркәм урыны ялт итеп яҡтыртыла!
Ботаника баҡсаһын, адмирал Колчак, Александр III батша һәйкәлдәрен ҡарап йөрөй торғас, Хеҙмәт майҙанына барып еттем. Бындағы скульптураларға, фонтан­ға һоҡланып ҡарап торҙом. Дә, эшләй беләләр ҙә инде, әй! Беҙҙең ҡалалар менән сағыштырғанда, валлаһи, ер менән күк араһы.
Байтаҡ йөрөлгән, асыҡтырып та киткән икән. Әмәлгә ҡалғандай, эргәлә генә ресторан бар. Керҙем шунда, мул ғына итеп ашарға заказ бирҙем. Аҡса етерлек, абзыйығыҙ бер күңел асып алһын әле, йәнәһе. Заказым килгәнсе залды күҙәтәм. Бында минең кеүектәр юҡ икән, барыһы ла парлылар, компаниялар, күңел асалар, көлөшәләр, бейешәләр...
Туҡта! Анау сибәр ҡыҙ бер үҙе генә ултыра түгелме? Яңғыҙы ғына шул, эргәһендә берәү ҙә юҡ. Берәйһен көтәлер, моғайын. Күҙемде шул ҡараҡайҙан алмай башланым. Көткәне килмәгән, ахырыһы. Ана бит минең яҡҡа ҡарап алғанда күҙҙәре ниндәй моңһоу. О, ул күҙҙәр! Көйәнтәләнеп торған оҙон керпектәре менән бер һирпелеп ҡарауы ғына ла, тотһа, нәҫел үгеҙенең билен һындыра алырҙай егеттәрҙең һушын алырлыҡ.
Шул ваҡыт, ниһайәт, минең заказ килеп етте. Теге сибәрҙе күҙ уңынан ысҡындырып, һоғона башланым. Асыҡтырған, шайтан алғыры. Шайтан тигәндән, эскә төйөр төшөрөп, уймаҡ ҡына гәлсәр рюмкаға ҡойоп йөҙ грамм да ебәргәс, күңелгә инеп ояланы был ҡоторт­ҡос. Шалт итеп теге ҡыҙ иҫкә килеп төштө. Ә ул һаман яңғыҙ ултыра! Миңә ҡарап тәүфиҡлы ғына итеп йылмайған да кеүек етмәһә. Әлеге шайтан ҡотҡоһомо, йөҙ грамм шауҡымымы, мөйөштәге өҫтәлдән миңә ҡарап серле йылмай­ған сибәркәйҙең наҙлы ҡараштарымы, кем белһен, әммә киләһе минутта мин ҡараҡайҙың өҫтәле эргәһендә инем.
– Ниңә яңғыҙ ғына ултыраһығыҙ, әйҙәгеҙ, минең өҫтәлгә рәхим итегеҙ, – тип ебәргән булдым мин ҡыйыу ғына. – Беҙҙең кеүек егеттәр буш кеҫә менән йөрөмәй, һинең кеүек хур ҡыҙын ғына һыйлай алам.
Ҡатын-ҡыҙҙы арбар өсөн тәбиғәт биргән бөтә һәләтемде эшкә егеп, был һылыуҙы үҙемдең өҫтәлгә күсер­ҙем бит, егеттәр! Танышып киттек. Исеме лә яғымлы үҙенең – Будур! Ул шундай “Аладдиндың тылсымлы шәме” әкиәтендәге һылыуҙың исемен әйтеп ултырғанда, мин Вә­лиәхмәт, тип ултырмаҫмын бит инде, Васяға әйләндем.
Егете килмәгән икән Будурҙың, шуға кәйефһеҙ булған. Бар­мағымды бер генә шартлатып сиртеп ебәреүемә официант өҫтәлгә зиннәтле шарапты килтереп тә ултыртты. Минең тел-телгә йоҡмай. Шулай булмай ни, собханалла, алдымда хур ҡыҙы үҙе ултыра ла баһа. Ҡайтып, егеттәргә һөйләһәм, берәү ҙә ышанмаясаҡ. Һәй, берәүһе лә юҡ бит эргәмдә, исмаһам, күрерҙәр ине Вася ағаларының нисек типтергәнен! Булған-булмағанды һөйләп, сәпсим ауҙар­ҙым бит һылыуҙы үҙ арбама, ауыҙыма ғына ҡарап ултыра. Их-ма!
– Нишләп бында ултырабыҙ, Вася, мин бер әбейҙә фатирҙа йәшәйем, ашарға, эсергә ал да әйҙә миңә! – ти бит, шайтан алғыры!
Ниндәй ир ҡаршы булһын бындай саҡта, әлбиттә, риза булдым. Официант менән иҫәпләштем дә, хур ҡыҙы артынан эйәрҙем. Ә үҙемдең башта – шундай ләззәтле уйҙар! Такси тотоп киттек Будур йәшәгән йортҡа. Шәхси секторҙа төшөрөп ҡалдырҙы таксист, урын шомлораҡ һымаҡ күрен­һә лә, ирмен тигән ир ҡурҡып тормай инде был ваҡытта.
Ашын ашаған, йәшен йәшәгән әбей асты ишекте. Тишә яҙырҙай булып текләберәк ҡарап торҙо. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, ахырыһы, Будур ҡолағына терәлеп ниҙер әйткәс, шымыраҡ йөрөгөҙ тигәндәй, быуыны һайын йөҙөк таҡҡан кәкре бармағын ауыҙына ҡуйып, тысылданы ла, үҙ бүлмәһенә инеп китте. Беҙ бесәй шикелле һаҡ ҡына баҫып, Будурҙың бүлмәһенә юлландыҡ. Ай, Хоҙайым, шартлайым инде хәҙер, хатта теге һаңғырау ҡортҡа ла ишетәлер минең йөрәгемдең тибешен.
Ингәс тә утты яҡтыртманы был ҡыҙ. Нәзәкәтле хушбуйының еҫе менән иркәләп кенә ҡолаҡ осомдан үпте лә, карауатҡа һөйрәй башланы. Юл ыңғайы алған ризыҡтарҙы өҫтәлгә ҡуйып та өлгөрмәнем, был мине түшәккә йығып, сисендерә лә башланы. Һай, кино инде, торғаны менән кино! Онотолмаҫлыҡ буласаҡ был төн! Хәҙер күрһәтәсәк был сибәркәйгә Вася ағайығыҙ башҡорт егеттәренең ғәйрәтен! Был һөйөүгә һыуһаған һылыу­ҡайҙың аҡылын юйҙырам хәҙер, тип уйлай-уйлай ашыҡ-бошоҡ сисенеп бөтөп, ҡуйынына ғына сумғайным, арттағы шкаф ишеге шағырлаған тауыш сыҡты...
Уй, Аллам, нимә булды был? Ниндәйҙер көслө ҡулдар арттан ҡармап тотмаһынмы... Ысҡынып булмай, ҡәһәрең, ғорланы ҡыҫҡандан-ҡыҫа был ғифрит! Әллә... Үҙемдең уйымдан үҙем ҡурҡып киттем. Дә-ә, бөттө баш былай булғас, үле кәүҙәмде Ангараға ырғытһалар, этем дә таба алмаясаҡ. Ҡот осто, тыным ҡыҫылып сәбәләнгәндә ҡулыма өҫтәлдәге шарап шешәһе эләкте. Аҡтыҡ көсөмдө йыйып, йән асыуым менән һелтәнеп ебәргәйнем, теге ғифриттең ҡаҡ маңлайына эләкте. Шешә ватылыу менән ҡыпһыуыр һымаҡ ҡулдарҙың көсө һиҙелерлек кәмене. Шунан файҙаланып, бөтә ҡалған көстө йыйып, мин тәҙрәгә һикерҙем. Ярай, ҡарсыҡтың иҫке генә өйөнөң тәҙрәләре лә үҙе кеүек ҡорғаҡһыған икән. Тәүге һелтәнеүҙә бирешмәһә лә, икенсе ынтылыуҙа ҡойолоп төштө. Ҡойманы бер һикереүҙә үтеп, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй саптым да саптым. Ауыҙымдан күперектәр ағып, мышнап ергә сүгәләгәндә бер-ике саҡырым китеп өлгөргән булғанмындыр, моғайын. Хоҙайым шомлоғо! Мин инәнән тыума торам да баһа Иркутск урамында! Күҙемдән һығылып әсе йәштәр ҡойола, үҙем айға ҡарап иңрәгән бүре шикелле олойом.
Ҡайҙа торам мин, был ниндәй урам? Документтарым да, аҡсам да юҡ, етмәһә, ыстағы, шәрәмен... Шул мәлдә үҙемдең донъяның иң меҫкен мәхлүге икәнемде аңланым.
Нишләргә? Ҡараңғы урамдан ҡаса-боҫа бара торғас, бер сепрәк киҫәге табып, ғәүрәтемде ҡаплап алдым. Ошолай таныш булмаған урамдар ҡыҙырған ваҡытта бәхетемдән полиция машинаһы туҡтаны яныма. Берәй изге бәндә тәҙрәнән мине шәйләп шылтыратҡан, ахырыһы, хоҡуҡ һаҡлау органдарына. Иркутск урамы буйлап Маугли йөрөй тигәндәрҙер.
Дежур бүлектә минең хәлде һорашып, башта һындары ҡатҡансы көлдөләр, шунан тегенән-бынан кейем табып, кейендерҙеләр.
Ҡалған төндө полиция бүлегендә үткәрҙем. Иртән начальство килгәс, ике полиция хеҙмәткәре мине машинаға ултыртып, теге өйҙө эҙләргә киттек. Ярайһы ғына эҙләй торғас, таптыҡ бит нәкәнис. Ишекте шул уҡ әбей асты. миндә берәү ҙә юҡ, булғаны ла юҡ, тип тик тора эт талағыры ҡарсыҡ. Әммә, погонлылар нығыраҡ ҡыҫҡас, сиселде. “Кавказ кешеләреме, сиғандармы, яңыраҡ бүлмә алғайнылар. Хаҡын алдан түләп ҡуйҙылар. Ирле-бисәле улар. Ҡайһы ваҡыт, ире өйҙә булмағанда, бисәһе ят йәрҙәр килтерә ине, әммә быға ҡәҙәре тегеләй-былай тауыштары булманы”, – тип теҙеп алып китте ҡортҡа.
Мин күрһәткән бүлмәгә инһәк, тәҙрә ватыҡ, бөтә әйбер туҙышып ята. Минең документтар ҙа, хатта аҡса ла шул килеш. Күрәһең, тегеләр ҡоттары осоп, шундуҡ сығып һыпырт­ҡандыр.
– Ну, Вася, уголовное дело открывать будем? – ти өлкән лейтенант, миңә ҡарап. Үҙе хәйләкәр йылмая.
– Юҡ, егеттәр, рәхмәт. Мөмкин булһа, ҡайтарығыҙ мине. Хәҙер эш ҙурға китһә, еңгәгеҙ аҫып ҡуясаҡ бит, ярлыҡағыҙ. Бында мине кем белә. Булған – бөткән. – Полиция хеҙмәт­кәр­ҙәренә мөлдөрәп ҡарайым – миңә ҡайтырға кәрәк.
Егеттәр хәлемде аңланы. Бүлеккә алып барып, тағы ниндәй­ҙер документтарға ҡул ҡуйҙырҙылар ҙа, дүрт яғың ҡибла, тинеләр.
Заводҡа килһәм, минең тауар әҙер икән. Йөктө тейәнем дә елдем Уралыма. Артҡа ҡарау юҡ, һыҙырам ғына. Алда Башҡортостаным, өйөмдә яратҡан Бибиғәйшәм көтә.

Иншар Асҡаров.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)