RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

17.10.2018 ҠАПҠАС

ҠАПҠАС
Элегерәк колхоздар бар саҡта йәй буйы эш гөрләп торҙо. Сәсеү, ул тамамланыу менән – бесән, силос, сенаж һалыу, шунан үҫтерелгән уңышты йыйып алыу. Колхозға район үҙәгендәге ойошмаларҙан да, шефлыҡҡа алған ҡала предприятиеларынан да ярҙам бригадалары өҙөлмәне. Сельхозхимия, сельхозтехника, сельхозэнерго, тағы әллә күпме “селхоздар” бар ине.
Шундай “сельхоз”һыҙ ғына ЛМУ тигән ойошманан бер бригада беҙҙең ауылдың мал фермаһын ремонтларға килеп төшкән бит. Ул ваҡытта сит планеталарҙан килгән йыһан караптары тураһында һөйләшеү модаға инеп киткәйне. Шуға ла был егеттәр линия-монтаж идаралығынан (линейно-монтажное управление) булһа ла, модаға эйәреп, ауыл халҡы ярҙамға килгән ҡала кешеләрен “НЛО-лар” тип йөрөтә икән. Урындағы ремонт бригадаһы егеттәре менән аҙна буйы эшләгән был кешеләр. Эштән һуң әҙерәк байрам да итеп алғылағандар. Ҡыҫҡаһы, ныҡ ҡына дуҫ­лашҡандар.
“НЛО” менән ауыл егеттәре эш бөтөүҙе “йыуырға” булған. Үҙенә күрә хушлашыу кисәһе, йәнәһе. Арыу ғына “йыуғас”, район егеттәренең быуындары йомшарған.
– Беҙҙе бында оҙатҡанда начальство: “Аллағыуат халҡы уҫал, ауыҙығыҙҙы үлсәп асып, аҙымығыҙҙы самалап баҫып йөрөгөҙ”, – тип ҡурҡытҡайны. Һеҙ бына тигән егеттәр, юҡты һөйләгәндәр икән, – тип ебәргәндәр.
Ауыл егеттәре лә быларҙың маҡтауынан разый булып, ҡәнәғәтлек кисереп ултыра икән. Йылы һүҙ кемгә килешмәһен инде?!
Байрам бөткән, ҡыйшайыбыраҡ киткән “НЛО-лар”ҙы оҙата башлағандар. Ҡосаҡлашыуҙар, күҙ йәштәре лә булған. Төшөрөп алғас, күңел йомшара бит инде. Будкалы машинаға ултырыша башлағас, оҙатыусы егеттәрҙең береһе “НЛО-лар”ға сумка һуҙған.
– Егеттәр, бына һеҙгә күстәнәс, ҡайтҡас эсерһегеҙ.
Өс литрлы банка менән әсегән бал тотторған икән. Тик банканың ҡапҡасы юҡ, имеш. Күстәнәсте алған “НЛО-лар”ҙың береһе ҡысҡырып ебәргән:
– Ҡапҡасы юҡ бит әле, шуны ғына бирһәгеҙ!
“НЛО-лар”ҙан да нығыраҡ тейәгән Аллағыуат егетенә оҡшамаған был урынһыҙ ғәйеп, эсе бошоп киткән: үҙ ауыҙынан өҙөп, йән дуҫтарына күстәнәс бирә, ә тегеләр ҡапҡас дауайлай.
– Һеҙгә тағы ҡапҡас та кәрәкме ни әле?
Аллағыуат егете әле генә ҡосаҡлашып оҙатҡан “НЛО”-ның береһен машина будкаһынан һөйрәп тә төшөрә. Артабан аңлашыла инде, эт ояһында көслө бит, берәү ҙә өлөш­һөҙ ҡалмай. Аяғында баҫып торорлоҡ һәләте ҡалған ферма мөдире быларҙы саҡ аралай. Юғиһә аллағыуаттар имгәтеп бөтөрөр хәлгә етә “НЛО-лар”ҙы.
Хәҙер биргән әйберҙе әҙһенгән кешегә Аллағыуатта: “Һиңә әллә ҡапҡас кәрәкме?” – тип көләләр.

Иншар АСҠАРОВ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән