RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Толҡа (Хикәйә)

01.10.2018 Толҡа (Хикәйә)

Толҡа (Хикәйә)
Ай болмаса, аспанды адасады,
Көтермесе көңiлдi кiр басады.
Жаксылардың көңiлi алтын сандык,
Кiлт болмаса, сандыкты кiм асады...
Тәпәш кенә түмәләстең тас түбәһенә аяҡтарын һоноп ултырған Рамаҙан, киң даланы иңләп таралған иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡуйҙарына күҙ һала-һала, үҙе белгән ҡаҙаҡ йырын һуҙып ебәрҙе. Килешәлерме уға ҡаҙаҡса йырлау, юҡтырмы – һәр хәлдә, кеше алдында йырлағаны юҡ. Бына ошолай яңғыҙы көтөү көткәнендә генә моңайып алғылай. Үҙ телендә – саф башҡортса йырлағыһы килә лә бит, бәләкәйҙән ситкә сығып киткәс, башҡорт йырҙарын белеү түгел, туған телен дә онотоп бара инде... Шулай ҙа һағына Рамаҙан кендек ҡаны тамған йәнтөйәген, ҡайһы бер мәлдә, кеше-ҡара күрмәгән аулаҡта, күҙ йәштәренә быуылып, илап та алғылай. “Хат-фәлән яҙып, ауылымдың, тыуған яғымдың хәлен белгертер кешем дә юҡ бит, исмаһам... Э-эх, ниңә генә тыуҙым икән мин был донъяға, бәхеткенәм булмағас?..” – илауы үкһеүгә күскән мәлдәрендә шундайыраҡ һүҙҙәр менән һамаҡлап ҡуя хатта.
...Әсе етемлек яҙмышы сараһыҙлыҡтан урау-урау юлдар, мең михнәт менән алып килде Рамаҙанды Жаныбай байға. Эсәр һыуы, ейер ризыҡтары ошонда – Урал буйында төйәкләнгән ҡаҙаҡтар араһында булғандыр, күрәһең. Юғиһә әле сабыйлыҡтан да сыҡмаған малай көйө, йөҙәр саҡрымдарҙы аслы-туҡлы йәйәү үтеп, килеп сығыр инеме ни ул бында?! Рамаҙан күргән-кисергәндәрҙе һөйләһәң, хәҙер әҙәм ышанмаҫ, әкиәт итеп кенә ҡарар…
...Атаһы Шаһығәле һәм әсәһе Фәрхиямалдың ике бөртөк ҡолонсағы ине улар ҡустыһы Хәйризаман менән. Атаһы шул ҡәҙәрем яндырай, бола телле, алабарман бер кеше булды. Ҡараһаҙ ауылында ғына түгел, бөтә яҡын-тирәлә уны, Шаһатай, тип кенә йөрөттөләр – ысын исемен хатта үҙе лә онотҡандыр әле. Ә бына әсәһе бөтөнләй иренең киреһе – аҙ һүҙле, төпкөр аҡыллы, эшкә бөтмөр ҡатын. Малайҙарын да үтә ныҡ ярата ине, аталарынан бер ауыҙ һүҙ әйттермәй, гел ҡурсып, яҡлап ҡына торҙо. “Оронма шул балаларға! Ныу, һине-е-е, әллә башҡа эшең юҡмы – тота ла шул ҡата башындай малайҙарға ҡаныға... Улар нимә эшләй алһын... – себештәрен төйлөгән тибеүҙән һаҡлаған тауыҡ кеүек, Фәрхиямал ике улын ике яғына алып, арҡаларынан тупылдатып һөйөп ала. – Танау аҫтары ла кипмәгән бит әле уларҙың, ә һин мал ҡаратмаҡсыһың... Уйнаһындар, малыңды үҙең дә ҡарарһың, бер һыйыр ҙа ике һарыҡ – йәмғеһенә бер һәнәк бесән...”
Тәүге сабыйынан һуң кинәт кенә сәләмәтлеге ҡаҡшаған ҡатын быуындары һыҙлап йонсой. Бына әле лә, иренә асыуланып, ҡылтым ғына боролмаҡсы иткәйне лә, һене ҡатып, туҡтап ҡалды.
– Ай, Аллам, ошо билгенәмә әллә ни булды бит, ҡәһәр­һеҙ... Шаһатайға әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни... Үҙ туҡһанын туҡһан итеп өйрәнгән бит инде, суҡынғыр, – ағарын­ған йөҙөн устары менән ҡаплап, Фәрхиямал урындыҡҡа табан ыңғайланы...
Кискә табан һыҙланыуҙары оторо көсәйгән ҡатын иртәгәһенә түшәгенән тора алманы һәм, шул ятыуынан мандый алмайынса, яҡты донъя менән хушлашты.
Әсәләре үлгәндән һуң башланды ла инде Рамаҙан менән Хәйризаман өсөн ҡара көндәр. Ҡатынының ҡырҡы сығыр-сыҡмаҫтан алып ҡайтҡан йәш бисәһе балаларға ғына түгел, Шаһатайҙың үҙенә лә ҡаты булды, баш бирмәне. “Ҡара уны, ошо ҡарасмандарың арҡаһында миңә һүҙ әйтәһе булһаң, ҡайттым-киттем булыр... Ә һеҙ, етем башмаҡтар, мин әйткәнде тыңлап ҡына йөрөгөҙ – ишет­һен ҡолағығыҙ!” – Мәхтимәнең, ир тупһаһын аша атлап инеп, тәүге сәй табынында уҡ сөйөп-зыҡытып ҡуйыуы, уҫал күҙ ҡараштары кескәйҙәрҙе тәүге көндән үҙенә буйһонорға мәжбүр итте. Нимәләр генә тип битәрләмәне ул малайҙарҙы: “кәп ҡорһаҡтар”, “ер йотҡорҙар”, “туймаҫ тамаҡтар”, “сихут ҡалдыҡтары”... Былары ҡағыҙға теркәрлектәре генә әле... Әҙ генә бер нәмә булһа, көн тимәй, төн тимәй, ике малайҙы эт ишетмәҫ һүҙҙәр менән әрләй башлар, баштарын уҡлау йәки ҡулына эләккән башҡа нәмә менән төйөр өсөн дә күп һорамаҫ ине. Аталары улдарын яҡлап бер һүҙ әйтһәсе! Юҡ, ул да йәш бисәһенең һүҙен һөйләр, уға ҡушылып, үҙ балаларына ҡул күтәрер булып китте.
– Йә, ҡорсаңғылар, тағы тамаҡ көтөп ултыраһығыҙмы ни? Әйләнгән һайын аш һоноп торорға бында әндрәй ҡаҙнаһы юҡ... Марш урамға! Һеҙ йәтимәстәрҙе барыһы ла йәлләй бит, туйҙырһындар, ана... – Йоҡоларынан яңы тороп, ҡаҡ һикелә ултырған малайҙарҙы ҡолаҡтарынан тотоп тышҡа елтерәтте Мәхтимә. Уның ярһыуы хаттин ашҡан бөгөн – иренә лә һуғышҡа повестка алып килделәр. – Шаһатай, ишетһен ҡолағың, теге бисураларыңды берәй яры урынлаштырып кит – уларҙы аҫрай алмайым мин, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр...
Шаһығәлеһенә повестка алып килеп тоттороуҙары булды, Мәхтимә беренсе сиратта ошо мәсьәләне күтәр­ҙе. Килгәнендә: “Киттем-барҙым”, – тип дау күтәргән ҡатындың, дөрөҫөндә, морон төртөр урыны ла юҡ ине шул. Шаһатайы һуғышҡа китһә, уның ҡырамаһа-ҡырҡ туғанының береһе булһа ла килеп, малайҙарҙы ҡыйыр­һытаһың, сыҡ был өйҙән, тип тауыш күтәрмәҫ тимә...
– Әлләсе, ҡатын, өсәүләшеп кенә йәшәмәйһегеҙме ни? Малайҙар йылдан-йыл ҙурая... Һуғыш та күпкә бармаҫ ул... – ҡатынынан башҡасараҡ һүҙ ишетергә теләгән Шаһығәле башта нимә тип әйтергә лә белмәне.
– Таптың алйотто! – Мәхтимә, тиреһенә һыймаҫтай булып, уғата ярһыны. – Әлғәзейем-билләһи, тип ултырыр­ға димләмәксеһеңме? Ю-ю-юҡ, мине һората барғаныңда нисегерәк һайрағаныңды оноттоң дамы ни?..
Ҡапылғара өҙөп әйтер һүҙе лә, ҡырҡа ҡарарға килер әмәле лә юҡ ине Шаһығәленең. Шулай итеп, ике улын билдәһеҙлек ҡосағына ташлап, яу юлынан сығып китте һәм башҡа ҡайта алманы, бахыр…
Аталары киткәс, Рамаҙан, Хәйри­заманды етәкләп, көн оҙайы урам ҡыҙыр­ҙы. Төш мәлендә лә өйҙәренә ҡайтманы ике сабый – ҡайтһалар ҙа, үгәй әсәләренең ни әйтерен, унан мәрхәмәт булмаҫын һиҙәләр ине шул. Шулай итеп, йәй буйына көндөҙҙәрен урман-ҡырҙар гиҙеп, ашарға яраҡлы үләндәр, емеш-еләк менән тәғәмләнеп, кистәрен кем нимә бирә – шуның менән тамаҡ ялғап өйрәнделәр. Ятыр урындары кәртә башы, мунса, ҡойма буйы ине... Кескәй ҡустыһын ҡосаҡлап, төнгө һалҡында уның дер-дер ҡалтыраныуын нисек тә баҫырға, йылытырға тырышып, уяулы-йоҡоло таң аттырыу Рамаҙан өсөн ғәҙәти бер хәл ине хәҙер. Көҙгә табан сабыйҙарҙың хәле айырыуса ауырлашты: тәғәмләнер аҙыҡ яйы наҡыҫланды. Бөтә ауылға булған ике-өс мунса ишектәрен дә бикләп ҡуйыр булды ауылдаштары. Бер көн Хәйризаман ашарға таптырып, мыжып теңкәһен ҡоротҡас, Рамаҙан, Ҡәҙриә әбей­ҙең өй кәрнизенә беркетеп ҡағылған таҡтаға йәйеүле ҡаты ҡороттарынан икәүһен кеҫәһенә һалып алды ла, картуф баҡсалары артында торған мөгәзәй нигеҙенә сүгәләп, икәүләп әсе ҡорот кимерҙеләр.
– Ағай, ҡолот тәмле, ивет? – ас ҡорһағына ризыҡ төшкән Хәйризаман сабыйҙарса ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты. – Ҡәҙлиә инәйҙең ҡолотталы кү-үп, гел генә алылбыҙ, ялаймы?
– Былай ҙа урланыҡ инде... Инәй белеп ҡалһа, өйҙәренә яҡынлай ҙа алмаҫбыҙ әле, – Рамаҙан ололарса фекер йөрөттө...
Һәр нәмәһе иҫәпле булған, һыҡмырлығы менән дан алған Ҡәҙриә әбей, кипкән ҡороттарының теүәл булмауын абайлап, урамда, ысынлап та, дау ҡуптарҙы:
– Ҡороғорҙар, Шаһатайҙың анау ике кәп ҡорһағы сыуала ине – шуларҙың ғына аҙабы! Төртөңгөрҙәрҙе тотоп ҡына алайым әле... Мәхтейгә ни, ауыл ҡыҙырып, ләстит һатып йөрөһә, шул еткән, буралай һыйырының һөтөн һауып эсерһә лә туйындыра ала бит ошоларҙы...
– Ҡуйсы, Ҡәҙриә еңгәй, ике баш ҡатҡан ҡорот өсөн шул хәтле һөрәнләмә, хәйер­ҙән булыр. Бала ала инде, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә... – Ҡаршы урамда йәшәгән Иҙелбикә күршеһе Ҡәҙриәне тынысландырырға тырышып маташһа ла, әбей түбән осҡа табан тертәнләне.
– Ана шул бәләкәйҙән башлана ла инде... Мәхтейгә барам әле, барыһын да үҙенең төпһөҙ ҡорһағына ғына тығып ултырмаһын...
Ошо хәлдән һуң артабан ауылда кемдең нимәһе генә юғалмаһын, барын да, юғын да Рамаҙан менән Хәйризаманға япһарҙылар. Малайҙарҙы ауылдаштарының кемеһелер йәлләне, кемеһелер эттән-эткә һалып әрләне. Бәләкәйҙән ҙур булған Рамаҙан бик ауыр кисерә ине үҙҙәренә ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте. “Детдомға ғына бирһендәр ине лә бит беҙҙе – кем уны юллап йөрөһөн инде... Эх, әсәйем үлгәнсе, ошо албаҫты Мәхтей генә үлһен ине...” – тип уйлап ҡуйғылай ҡайһы берҙә бала аҡылы менән.
Бер көн шулай, ғәҙәттәренсә, ҡустыһы менән етәкләшеп, ауыл урамын ҡыҙырып йөрөгәндәрендә яндарына ауыл халҡы “Бобик” тип атаған машина килеп туҡтаны.
– Сәләм бирҙек, егеттәр! Һеҙ Шаһығәленең малайҙары булаһығыҙмы? – машинанан төшкән баҙыҡ кәүҙәле ир, ихлас күңеле менән ике малайҙың арҡаларынан һөйҙө лә, ҡара костюмына килешеп кенә торған борсаҡлы галстугын бушата биреп ҡуйҙы. – Һеҙ мине белмәйһегеҙҙер ҙә әле: әсәйегеҙ яғынан туған тейешле Мөҡим олатайығыҙ булам, район үҙәгендә йәшәйем. Бына эш менән килеп сыҡтым да бер юлы хәлегеҙҙе белеп китмәксе булдым…
Унан, кеҫәһенән ҡағыҙ аҡса сығарып, Хәйризаманға һондо:
– Бар әле, улым, ағайың менән беҙ һөйләшкәнсе, йүгереп кенә магазинға барып кил – нимә алғың килә, шуны һатып ал, йәме, – үҙе, ынтылып, Хәйризамандың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. – Бар инде, йүгер, йә Нотфулла ағайың магазинын бикләп ҡуйыр, уға, Мөҡим олатам ебәрҙе, тигең…
Ҡулындағы аҡсаға ҡарай-ҡарай магазинға табан йүгергән кескәй малай артынан көрһөнөп текләп тора биргәс, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған Рамаҙанға боролдо:
– Да-а-а, Рамаҙан улым, һуғыш һеҙҙе лә аяманы. Ишетеп йөрөйөм хәлегеҙҙе, тик ярҙам итә генә алмайым… Ней, Хәйризаманды ҡалай ҙа детдомға урынлаштырырға тырышырмын, ә һиңә икенсе бер кәңәшем бар ине… Кит һин был ауылдан, донъя иркен, моғайын, үҙеңә берәй мөйөш таба алырһың…
Тимерйән.
(Дауамы бар).




Мөҡим олатаһы Рамаҙанға Силәбе яғында йәшәгән ҡаҙаҡтар араһына барырға тәҡдим итте.
– Киң күңелле халыҡ ул ҡаҙаҡтар. Ҡыҙыл йылғаһына ҡәҙәр берәр яйын табып, юлаусыға ултыртып ебәрешермен. Артабан шул йылға буйлап барып, Урал йылғаһына сығырһың – ғәләмәт ҙур йылға Урал һыуы. Урал буйлап үрләһәң, ҡаҙаҡ йәйләүҙәренә юлығырһың… Эшкә талымһыҙ ғына күренәһең, нисек тә берәй ҡаҙаҡ байына һыйынырға тырыш… Уларға эш менән ярай алырһың. Тик берүк юлыңды байҡап, алды-артыңды абайлап йөрө инде – эт-ҡош үрсене бит хәҙер…
Өндәшмәй генә олатаһы һөйләгәндәрҙе тыңлап, танауын мыш-мыш тартып торған малайҙың ялбыр ҡытыршы сәстәрен яҫы усы менән ойпаланы ла, машинаһына ыңғайланы:
– Әлегә был хаҡта ҡустыңа өндәшмәйерәк тор, ҡалғанын үҙем хәстәрләрмен. Ярай, хуш, бирешмә, улым, һин егет кеше бит!
Мөҡим олатаһы менән булған ошо һөйләшеүҙән һуң аҙна самаһы ваҡыт үткәс, уйламағанда ҡустыһы ҡазаға тарыны: лапаҫ башынан ҡолап төшөп, минут араһында йән бирҙе малай. Үрге оста йәшәгән туғандарының кәртә башында төн үткәреп, таң һарыһынан уяндылар ҙа лапаҫ башынан төшөргә йүнәлгәйнеләр. Әллә яҙа баҫты, әллә аяғы бер нимәгә эләкте, ике метрҙай бейеклектән түбәнгә осто. Күҙ асып-йомғансы булған хәлде Рамаҙан абайламай ҙа ҡалды хатта. Ергә төшөп, йөҙ түбән ятҡан ҡустыһын әйләндерҙе лә, ҡото осоп, артҡа сигенде ¬– Хәйризамандың күҙҙәре шар асыҡ, ауыҙ-танауынан ҡан аға ине.
– Хәйризаман, Хәйризаман! Нимә булды һиңә? – һыйыр һауа сыҡҡан ҡатындар, Рамаҙандың асырғанып илағанын ишетеп, йүгерешеп килеп етте, ауыҙҙарын яулыҡ остары менән ҡаплап, ситкә тайшандылар.
– Илама, ҡәйнеш, ҡустың этлектәрҙән ҡотолған инде, йәне йәннәттә булһын. Әйҙә, беҙгә инеп тор, – башҡаларҙан алдараҡ иҫенә килгән Разия еңгәһе Рамаҙанды етәкләп алды…
Нисек кенә йыуатырға тырышһалар ҙа, ҡустыһын юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙе Рамаҙан. Төндәрен уяна ла, башын ҡулдарына һалып, буҫыҡҡансы илай, унан арып, тағы йоҡлап китә. Ә иртән, урам буйлап өйҙән-өйгә йөрөгәнендә, аҙға ғына онотолоп тора. Ләкин бала ҡайғыһын аңларға теләмәгән, уны һаман “бур” итеп күргән, яйы тура килгән һайын был хаҡта үҙенә әйтергә лә тартынмаған эшем эйәһе бәндәләр ҙә юҡ түгел шул ауылда.
– Йолҡош, таң тишегенән тағы темеҫкенеп йөрөйһөңмө? Был тирәлә эҙең дә булмаһын… Йүнле бала булһаң, үҙ ҡустыңдың башына етмәҫ инең, оятһыҙ. Пшол бынан… – әсе теллелеге, һөмһөҙлөгө менән даны сыҡҡан Бәзихә әбей малайҙың битенән алды. – Яҡшы булһаң, үгәй әсәңә ярар инең, Шаһатай балаһы…
Унһыҙ ҙа күңеле болоҡһоп йөрөгән балаға был һүҙҙәр эҫе һыу менән ҡойондорғандай тәьҫир итте. Үҙҙәренең кәртә артына сығып, инде ҡыуара башлаған үлән араһына йөҙтүбән ятты ла тағы арығансы иланы Рамаҙан. Бары көн кискә ауғас ҡына бер аҙ шаңҡып тороп ултырҙы: “Китергә! Ауылда бер көн дә ҡалмаҫҡа!”
…Иртәгәһенә, әле кешеләр йоҡонан тормаҫ элек, Рамаҙан район үҙәгенә илткән саңлы юлдан атлай ине инде. Ҡайҙа, кемгә, ниндәй ниәт менән бара ул – башында тик бер генә уй: “Олатам әйткән юлды нисек тә табырмын әле, ҡаҙаҡтар араһында бындағы ише кәмһетелеүҙәрҙе күрмәм, бәлки…” Шулай, таныш булмаған, билдәһеҙ оҙон юлда күҙ йәштәрен түгә-түгә, ҡайҙа етте – шунда ҡуна-ята, ни бирһәләр – шуның менән тамаҡ ялғап, ҡырпаҡ ҡар яуыуға ҡаҙаҡтар ауылына барып сыҡты ул. Өҫ-башы бысранып, һиҙрәп бөткән, былай ҙа ҡара йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайып ҡатҡан, йонсоған ас малайҙы ҡаҙаҡ ҡатындары ой-байлап ҡаршы алды һәм иң элек уның тамағын туйындырыу, өҫтө-башын рәтләштереү хәстәрлеген күрҙе һәм тире еҫе аңҡып торған бәләкәй генә йорт ишаратының мейес артына йоҡларға һалды…
Иртәнсәк йоҡоһо туйып уянған, бер аҙ хәл алған малайҙан, ҡалайтһа, ҡалай итеп, кемлеген, ҡайҙан килеүен төпсөндөләр. Рамаҙан да бар хәленсә аңлатырға тырышты үҙ хәлен һәм, Мөҡим олатаһы өйрәткәнсә, бер эштән дә ҡурҡмауын, ни ҡушһалар, шуны эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Иртәнге сәйҙән һуң, әйтеү-нитеүҙе көтмәйенсә, малайҙың йылы һыйыр тиҙәге менән ситән кәртәне һылап маташыуын, һәр йомошҡа өлтөрәп тороуын күргән ҡаҙаҡ байы, бер аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, уны үҙ янына саҡыртып алды.
– Нисә йәш була, улан, һиңә?
– Теүәл генәһен белмәйем, ун тирәһелер… – малай башын түбән эйҙе.
– Ой-бай, бала ғынаһың шул әле… Туғандарың бөтөнләй юҡмы ни?
– Бар ҙа ул… Тик атайым да, әсәйем дә булмағас, беҙ… мин кемгә кәрәк… – Рамаҙандың күҙҙәрендә йәш тамсылары күренде. Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс күренә ине ул был мәлдә.
Үҙе лә етемлектә үҫкән Жаныбайҙың үткер ҡарашынан ситтә ҡалманы баланың ҡиәфәте, хатта йөрәгендә йәлләү тойғолары уятты.
– Миңә уллыҡҡа килергә ризаһыңмы һуң? – байҙың был һүҙҙәрен яңылыш ишетмәнемме тип аптырап ҡалған Рамаҙан, аҙға ғына аңшайып тора бирҙе лә, һуңлап ҡуймайым, тигәндәй, иҙәнгә тубыҡланды:
– Юҡ-юҡ, бай ағай… Жаныбай ағай… Ҡыуып ҡына сығармағыҙ инде, зинһар!
– Ой-ба-ай, улай уҡ ҡурҡырлыҡ һүҙ әйтмәнем, ғуй… Тор, Рамаҙан улым, егет була торған кеше бит һин, ебергә ярамай… Бар, ана, апаңды саҡыр бында, – малайҙың кисерештәрен аңлаған Жаныбай уны, юҡ-йомошон бар итеп, ҡатыны янына йүгертте…
… Бына шулай, көтөлмәгәнсә хәл ителде үкһеҙ етемдең артабанғы яҙмышы. Жаныбай уны үҙ балаһылай күреп үҫтерҙе, ашатты, кейендерҙе. Үҫә төшкәс, Рамаҙан уның ер йөҙө һарыҡтарын көттө, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен башҡарҙы. Егеттең тилберлегенән күңеле булған хужа бер көн килеп уға үҙенең ҡыҙын ҡоҙаланы. Өйләнешеп, биш балаға ғүмер биреп, бик матур ғына йәшәнеләр улар Айзада менән, иреш-талаштың ни икәнлеген дә белмәнеләр. Әммә Рамаҙандың күңеле тыуған яғында, үҙенең тәпәй эҙе ҡалған Ҡараһаҙ ауылында ине. Ниндәй генә мәхрүмлек, кәмһетеү-ҡыйырһытылыу күрмәһен, барыбер тыуған ер үҙенә тарта икән икән ул: һәр яҙ һайын түбәһе иң беренсе булып ҡарҙан әрселгән Аҡбейек тауы, үҙен аслыҡтан ҡотҡарған Ҡаршытау битләүҙәре, Базыҡай, Бикеш шишмәләре, Ҡараһаҙ буйы күҙ алдынан китмәй.
– Айзада, мине дөрөҫ аңла инде, һиңә әйтер һүҙем бар, – бер көн киске аш мәлендә, балалар тышҡа сығып, үҙ шөғөлдәре менән таралышҡас, Рамаҙан шулай тип һүҙ башланы. – Күптән йыйынһам да әйтергә ҡыймайыраҡ йөрөй инем һиңә… Үҙең дә һиҙәһеңдер, толҡа тапмайым мин был яҡтарҙа, күңелем менән тыуған яҡтарымдамын гел… Балаларға эҫенермен, уларға бауыр баҫырмын, тигәйнем дә бит, юҡ, йөрәк ғазабына улар ҙа дауа була алманы… Уйлай күрмә тағы, һине үҙһенмәй икән, тип… Барыһы өсөн дә атайыңа ла, һиңә лә бик-бик рәхмәтлемен. Шулай ҙа ҡайтайым мин тыуған яғыма!
Самауыр ултыртылған еҙ батмусҡа төбәлеп, тынып ҡалған ҡатынынан байтаҡ яуап булмағас, урынынан тороп уҡ китте Рамаҙан. Уны билдәһеҙ һорауҙар, үҙен әҙәм иткән кешеләр алдында уңайһыҙланыу тойғолары борсой ине.
– Был һүҙҙәреңде күптән көтә инем инде, Рамаҙан. “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай”, – тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры… – Айзада үҙенә яһаған сәйле сынаяғын ситкәрәк шылдырҙы. – Ерһенмәйһең шул, бейем, уны күҙе бар һәр кем үтә күреп тора… Ярар, мин ҡаршы түгел… Әммә үҙ балаларыңды ташлап китергә йөрәгең етерме? Һағынмаҫһыңмы уларҙы?
– Айзада… Айзадаҡайым… Кисер мине кисерә алһаң, тик һорауҙарың менән йөрәк яраларымды ғына ҡуҙғатма, миңә былай ҙа еңелдән түгел…
Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алғандан һуң, Айзада ғүмерендә беренсе мәртәбә Рамаҙандың күҙҙәренә тултырып ҡараны! Уның ҡарашында барлыҡ эске тойғолары ¬– иренә үпкә лә, уны аңлау хистәре лә, ҡырҡ өҫтөндә генә ирһеҙ ҡалыу хәсрәте лә – барыһы ла сағылыш тапҡайны.
– Үҙең уйлағанса хәл ит, минән кәңәш һорарлығың ҡалмаған инде… Тик балалар менән араңды ғына өҙә күрмә – улар өсөн һин дә, мин дә ҡәҙерле!... Ул-был булып, кире ҡайтаһың икән – ишегем һәр саҡ асыҡ…
…Ҡайтты Рамаҙан тыуған төйәгенә… Ике туған ағаһының улына төштө тура. Ағаһы ла, еңгәһе лә бик ихлас ҡаршы алдылар, килгән кис үк туған-тумасаны йыйып, оло табын ойошторҙолар. “Мин бит ҡунаҡ булыр өсөн ҡайтманым, кәрәкмәҫ, бушҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ”, – Рамаҙандың башҡортса вата-емерә кире ҡағып маташыуын тыңларға ла теләмәнеләр хатта…
– Рәхмәт һеҙгә, ағайҡайым, еңгәйкәйем, мең рәхмәт, – иртәгәһенә мунсала бик оҙаҡ йыуынып, парланып сыҡҡан Рамаҙан күҙ йәштәре аша туғандарына алҡынып рәхмәттәрен уҡыны. – Был көндәрҙе күрмәм, тигәйнем бит. Ауылым ҡайындарының хуш еҫле миндеге, Ҡараһаҙ йылғаһының балдай татлы һәм йомшаҡ һыуы үҙе ни тора! Һағындым мин барыһын да, хәҙер үҙемә-үҙем ышана алмайым… И-и-их, тыуған еркәйем, минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр бөгөн…
Ҡәйнешенең ишек алдындағы йәшел сирәмгә аунап, ысынлап илағанын ҡарап торған еңгәһе лә түҙмәне, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы:
– Ҡуйсы, ҡәйнеш… Был ҡәҙәрем дә зар-интизар булырһың икән…
– Уй, еңгәй, күрмәгән кеше генә белмәй ул… Ә күргәндәргә түҙем бирһен… Бында ҡайтышлай юлда йә ат менән, йә машина менән, күбеһенсә йәйәүләп килдем. Ҡараһаҙымдың яҡынлығын тойған һайын йөрәгем бына-бына тышҡа атылып сығырҙай булды… Юҡ, башҡаса бер ҡайҙа ла китмәйем мин йәнтөйәгемдән. Һуңғы һулышымды ошонда алырға, һуңғы ризыҡтарымды ғәзиз еремдә ейергә яҙһын инде… Мин күптән юғалтҡан һәм күпме йылдар буйы эҙләгән толҡам бына ҡайҙа булған ул!...
Каратаудың басында көш келiдi,
Көшкен сайын бер тайлак бос келiдi.
Ел-журтынан айрылған жаман екен,
Кара көзден мөлтiлдеп жас келедi…
Елiм-ай, Елiм-а-а-ай…
Рамаҙандың күргән-кисергәндәре ошо ҡаҙаҡ йырына ҡушылып, күҙ йәштәре менән бергә ағылды ла ағылды…

Мотал Рәмов.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ғәҙәти булмаған байрам

19.12.2018 - Әҙәбиәт Ғәҙәти булмаған байрам


Яңы йылым, үт түргә! (байрам сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)

17.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)


Табыштырған, ҡауыштырған Яңы йыл!

Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яңы йыл сценарийҙары


Яза (Хикәйә)

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яза (Хикәйә)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат