НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тиҙлек һәм маҡсаттар

Тиҙлек һәм маҡсаттар


Бер ваҡыт бәләкәй малай атаһы эргәһенә йүгереп килә лә:
– Атай, мин дә һинеке һымаҡ матур, ҙур машинам булыуын теләйем, – ти.
– Үҫкәс, мотлаҡ һатып аласаҡһың, бәлки, бынан да яҡшырағын, – ти атаһы.
– Уны алыр өсөн ҡайҙан аҡса алам һуң? – ти һаман тыныслана алмаған бала.
– Эшләп аласаҡһың. Хәҙерҙән үк йыя башлаһаң да була, – ти атаһы.
– Был бит бик оҙаҡ, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә малай.
– Зарар юҡ. Әлегә «тиҙлек» йыя тор.
– Нимә? – тип аңламай малай.
– Күҙ алдыңа килтер әле, рельстар буйлап поезд елдерә, – тип аңлата башлай атай кеше. – Уны туҡтатып булмай. Хатта юлына ҙур ҡаршылыҡлы стеналар теҙһәң дә, ул уны емереп үтеп, ары китәсәк. Ни өсөн тигәндә, поезд тиҙлек алған, елдереү көсөн туплаған. Локомотивтың ҡеүәте меңләгән ат көсөнә торошло. Шуға ла үҙе артынан тотош поезды һөйрәй. Ә инде поезд туҡтап торһа, уны урынынан ҡуҙғатыуы бик ауыр. Хатта урынынан ҡуҙғалып китер өсөн юлына ҡуйылған бер бәләкәй генә тимер киҫәге лә ҡамасаулай ала. Бөтә тырышлыҡ бушҡа китә.
– Атай, бөтәһен дә аңланым, – ти малай. – Әгәр берәй нәмә теләйем икән, тиҙлек алыр өсөн уны тиҙ арала эшләй башларға кәрәк.
– Бөтәһе лә дөрөҫ, улым. Тиҙлекһеҙ бәләкәй генә нәмә лә һинең бөтә хыялдарыңды, тормошҡа ҡарашыңды селпәрәмә килтерә ала. Ә тиҙлек менән бөтә нәмә үҙенән-үҙе барған һымаҡ.
Яңы эш башлар өсөн бик күп ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө сарыф итеүегеҙ бар. Ә инде тиҙлек алһағыҙ, эшегеҙҙе һеҙҙең үҙегеҙҙән башҡа бер кем дә һәм бер нәмә лә туҡтата алмаясаҡ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 11-01-2011, 18:58 | Ҡаранылар: 1648
|
  • Тимер юлында һаҡ булығыҙ!
  • Иғтибарһыҙлыҡ ҡорбаны
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM