RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дилә (Хикәйә)

Әҙәбиәт Дилә (Хикәйә)

Дилә (Хикәйә)
– Шайтан ботағы, ҡайҙа булдың тағы? Дилә, тим, ҡайт! – Яуап булманы.
Ә көн матур ине. Яңы ғына яуып үткән йылы ямғырҙан һуң ялтырап килеп сыҡҡан ҡояш нурында ерҙән сыҡҡан быу күҙҙәрҙе иркәләй. Ҡыҙыл әтәс, ҡанаттарын шап-шоп бәреп, кәртә башына менеп ҡунаҡланы. Уның һөрәнләүе донъяны тағы ла күңеллерәк итеп ебәргәндәй. Себештәр сипылдашып ямғыр селәүсендәре менән көрәшә. Шул саҡ әкрен генә урам ҡапҡаһы асылып, унан туҙғаҡ баш һонолдо. Ҙур йәшел күҙҙәр ихата эсен байҡаны. Шикләнер нәмә күренмәгәс, биш-алты йәштәр­ҙәге ҡыҙыҡай эскә табан атланы. Ҡапҡа ябылыуы булды, солан ишеген шарт асып ҡаҡ кәүҙәле оло йәштәрҙәге ҡатын сәсрәп килеп сыҡты.
– Ах, сусҡа бала, сәсрәгере! Әле генә кейеп сыҡҡан күлдәгең менән сумырға ла өлгөрҙөңмө? – Ҡарсыҡ шәп-шәп атлап барып баланың бөҙрә сәстәрен матҡып тотоп та алды, һөйәксел йоҙроҡтар ҡаҡ арҡаны төйҙө. Ҡыҙ илар өсөн ауыҙын йәлләткес кәүшәйтте. Шул арала теремек күҙҙәре менән өләсәһенең йөҙөн абайлап өлгөрҙө: арлы-бирле бәйләнгән яулыҡ аҫтынан бүҫелгән сал сәстәр, зәһәр күҙҙәр, унда-бында һерәйгән һары тештәр кемделер хәтерләтте. Ауыртыныу онотолдомо, юҡҡа сыҡтымы, аңламаны балаҡай. Ул кинәт кенә күңелле итеп сырылдап көлөп ебәрҙе.
– Тағы ни, бынағайыш, әллә алдыңда шайтан бейейме? – аптыраған ҡортҡа туҡтап ҡалды, ысҡынып ситкә һикергән бала көлөүен белде.
– Мәсекәй, мәсекәй, мультиктәге мәсекәй!
– Нәмәкәй тағы?
– Убыр әбейгә оҡшағанһың, – ҡыҙыҡай язалаусыһынан шаҡтай алыҫ ине инде.
Тик бына батҡаҡҡа буялған күлдәкте нисек алмаштырырға? Йылы ғына күләүекте кисеп йөрөү нисек рәхәт ине. Уның төбөндә ятҡан ташҡа һөрөнөрмөн тип кем уйлаған? Нисек барып сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды шул. Ә өләсәһе уның шуҡлыҡтарынан йөҙәп бөткән. Бер туҡтауһыҙ ниҙер сығарып торған ейәнсәрен йәлләмәй ҡайыҙларға ғына тора. Уның берҙән-бер тәрбиә ысулы шул. Көлһәң, ауыртыныу һиҙелеп бармағанлыҡты ҡыҙыҡай тиҙ аңлап ҡалды. Өләсәһенең язаһы эләккән һайын шарҡылдап көлә бирҙе, үҫкән һайын этлектәре лә арта барҙы. Этлек тип тә булмай инде: кәртә аша сығып барғанда күлдәге эләгеп йыртылғанға, йылы күләүек кисәм тип шау батҡаҡҡа барып төшкәнгә Дилә тигән ҡыҙсыҡтың бер ғәйебе лә юҡ. Ниңәлер гел шулай сығып тик тора. Дилә тора-бара шайтанлығына үҙе ышана башланы, шикелле. Тиҫтерҙәре, хатта үҙенән бер-ике йәшкә өлкәндәр араһында ла уйын, йә берәй төрлө этлек ҡороу эшендә баш булып йөрөй ине. Йәмилә әбейҙең йәшелсә баҡсаһының бер ҡоймаһы ҡупшырға ғына тора икән. Бөгөн шул таҡтаны ҡалҡытып, эңерҙә кишер, ҡыяр сәлдерергә булыр. Мөғәфә бабайҙың алмалары бешеп килә, шуны берәй итәк тултырып сүпләп сығырға кәрәк. Сибек Сәриәне Илшат рәнйеткән, кәрәген биреп алырға булыр. Ҡыҙыҡайҙар отрядын йыйып, берәй мөйөштә аңдып торорҙар.
13 – 14 йәштә ул өләсәһенән бөтөнләй ҡурҡмай ине. Ҡарсыҡ шәпләнеп маташһа ла, сая ҡыҙҙан үҙе лә шөрләй башланы. Ни эшләйһең инде, ҡарттар сүгә, йәштәр үҫә. Мәңгелек ҡанун. “Яҙмышыбыҙ шундай инде, – тип уфтана Ләмиға әбей. – Беҙҙең өлөшкә мәңгелек яңғыҙлыҡ, етемлек юлдаш булды. Берәйһе ҡарғап ҡуйған тиерһең”. Эйе, улар нәҫелен гел бер бөртөк ҡатын-ҡыҙ дауам итә. Ҡасандан бирле инде. Был тарих коллективлашыу осорона барып тоташа. Ауылдың иң бай крәҫтиәнен тәүгеләрҙән булып Себергә һөрәләр. Ә етеп килгән ун биш йәшлек һылыу­ҡай Зөбәйҙәгә ярлының ярлыһы батрак Фәхретдиндең күҙе төшкән. Ул хәйерсе генә түгел, холоҡһоҙ ҙа, йәмһеҙ ҙә. “Власть беҙгә ҡалды”, – тигән булып шашып киткән. Зөбәйҙәнең ата-әсәһе, энекәштәре ҡурҡыныс, ят яҡтарға оҙатыла. Ҡыҙ бала батырсылыҡ итеп тороп ҡала. Йәне тартмаған Фәрхиҙе үҙенә яҡын да юлатмай, сая ла була үҙе. Сараһыҙ егет илай-илай ҡарғаған, имеш: “Ир бите күрмә, рәхәт күрмә”, – тип. Зөбәйҙә ауылда үҙенә урын булмауын аңлай. Ғорур булһа ла, хәйерселәп сығып китә. Дөм яңғыҙ, һылыу ғына ҡыҙ ауылдан-ауылға йөрөй. Яҡшыраҡ кешеләр бер нисә көн йәшәтеп, аҙмы-күпме эшләтеп, оҙатыу яғын ҡарай. Кулак балаһын береһе лә үҙ итмәй. Хәйерсе генә булһа ла, йөҙөндә ниндәйҙер һауалылыҡ ярылып ята. Бер ваҡыт астан арып арманһыҙ булған ҡыҙҙы бер ир йораты икмәк менән әүрәтеп йортона индерә. Ҡатыны ҡәйнәләренә ҡунаҡҡа киткән була. Сараһыҙ меҫкен ҡыҙ баланы көсләп, ҡыуып сығарып ебәрә. Зөбәйҙә ҡорһағы ҙурая башлағас ҡына ауырлы икәненә төшөнә. Ул арала коллектив хужалыҡтар ойошоп, ауылдар­ҙан ныҡ алыҫта, дала уртаһында һарыҡ фермаһы асыла. Зөбәйҙә шунда барып сыға. Йәшәрлек өй йораты ла булғас, һарыҡ көтөүсеһе булып тороп ҡала. Һарыҡ аҙбарында ҡыҙ балаһын таба. Улай ҙа аҙна-ун көнгә ял бирәләр. Шунан йәнә дала, һарыҡ көтөүе… Был ҡыҙ Ләмиғә ҡарсыҡтың әсәһе була. Һарыҡтарға үләт төшөп ҡырылып бөткәс, улар­ҙы ауылға, һыйыр фермаһына килтерәләр. Хужалары үлгән буш өй ҙә табыла . Егәрле ҡатын үҙ йорто булыуға шатланып, уны һылап-һыйпап, ағартып ала. Шунан башлап колхозға ат кеүек эшләүсе ҡатын кеше араһында йәшәй башлай. Ләкин ылығып та китә алмайҙар. Үҫеп еткән Ләмиғәне лә ауырлы итеүсе табыла. Уларҙың сабынлығы ауылдан алыҫ бер аҡланда була. Яңғыҙ ғына бесән эшләгән ҡыҙға урман эсенән бер ир сығып ярҙам итә башлай. Ул үҙенең ғәйепһеҙгә хөкөм ителеүен, төрмәнән ҡасыуын һөйләй. Бәҙретдин тигән кеше ат өҫтөнән төшмәгән йылҡы көтөүсеһе булған. Бер төндө ат ҡараҡтары өйөр айғырын айырып алып ҡасырға уйлай. Көтөүсе лә, айғыр ҙа ныҡ айҡашалар. Үҙ теләктәренә ирешә алмаған ҡараҡтар айғырҙы атып китә. Бәҙретдин ғәйепләнеп, хөкөм ителә. Ирек һөйгән ир ҡасҡын булып йөрөй. Ләмиғә көҙгә тиклем һирәкләп булһа ла уның менән осраша, аҙыҡ ташый. Үҙе лә йөрәкле була шул. Ҡараңғы төшкәс кенә бер кемгә лә фаш булмай йөрөй алған ул.
Диләнең әсәһен әпәүләп үҫтереп, яҡындағы педучилищеға уҡырға индереүгә лә өлгәшә. Ҡыҙы ла өләсәләре яҙмышын ҡабатлай. Ул йылды ферма һалырға әллә ниндәй әҙәмдәр килә. Бер туған ир-аттар бөтәһе лә ерән сәсле, йәшел йә зәңгәр күҙле була. Йәшел күҙле Давид менән башҡорт ҡыҙы араһында мөхәббәт уты тоҡана бит. Эш бөткәс, туғандары егетте өҙмәй-ҡуймай алып ҡайтып китә. Ләмиғә ҡарсыҡ ейәнсәрен алып ҡалып, күҙ көйөгө ҡыҙын ситкә сығарып ебәрә. Бына шундай тарих. Ләмиғә ҡарсыҡ үҙ башына төшкән ҡара мөһөрҙө һаман еңергә тырышҡан була ла бит. Шуға күрә уҫал да, тупаҫ та, ҡаты күңелле лә. Диләгә ныҡ ҡаты булып ҡыланһа ла, уға ғына алданып йәшәй. Ейәнсәрен сафтан-саф итеп үҫтереп, туйлап кейәүгә бирергә хыяллана. Шул уй менән тинләп булһа ла аҡса йыя. Ә ҡыҙыҡай сибәр булмаҡсы: сәстәре ҡоңғорт, эре-эре бөҙрә. Ҡояш нурында ҡыҙғылт булып ялтырап китә был бөҙрәләр. Күҙҙәре зәңгәр ҙә, йәшел дә түгел, ике арала. Ә күҙ алмаларында һары осҡондар һикерешә. Түңәрәк йөҙө ҡиммәтле сынаяҡтай аҡ, йәй көндәре һауала күп йөрөгәнлектән алтынһыу төҫкә инә. Кәүҙәһе килешле, төҙ. Мунса инеп сыҡҡандан һуң ҡарап туйырлыҡ түгел. Тик шул тиклем дә шуҡ, тиктормаҫ булғас, ҡул-аяҡтары күгәреүҙән, сыйылыуҙан бушамай. Ун өс йәштәр­ҙә ҡыҙ көҙгөгә күҙ һала башланы, үҙенең сибәрлеген күрҙе, тынғыһыҙлығын, тиктормаҫлығын еңергә тырышты. Ләкин малай-шалайға баш булыуҙан туҡтаманы. Шәп саңғысы, волейболсы булып китте, йүгереүҙә лә иң алда килә ине. Район буйынса ярыштарға йыш йөрөнө, физкультура уҡытыусыһы Рәшит Сәғитовичтың уң ҡулы ине.
Туғыҙынсы класта Дилә ғашиҡ булды. Кемгә бит әле! Ата-әсәһе уҡытыусы булып эшләгән ун беренсе класс уҡыусыһы Илгизгә. Илгиз дә уны оҡшата. Улар араһындағы дуҫлыҡ ептәре күптән һиҙелә. Ни тиһәң дә спорт ярыштарына бергә йөрөйҙәр. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныу, уртаҡ маҡсат та уларҙы яҡынлаштыра. Егет ҡыҙға һоҡланыу тулы ҡараштар ташлай, уны күрһә, йылмая, йөҙө яҡтыра. Илгизгә класташ ҡыҙҙары ла битараф түгел. Тик ул әлегә бер кемгә лә хистәрен белдермәй. Аҡыллы егет эстән генә үҙенә йәр һайлап ҡуйған инде. Ул – Дилә. Был хаҡта ата-әсәһе белһә, Илгиздең донъяһында зилзилә ҡубасаҡ. Егет шуға ла хистәрен эсендә генә һаҡлай. Алда – имтихандар. Унан килеп быйыл егеттең ун һигеҙ йәше лә тулды. Уҡырға инер йылды ныҡ сирләп, мәктәпкә бер йылға һуңғараҡ төшкәйне. Уҡыуҙы тамамлау менән армияға китеп барыуы ла ихтимал. Илгиз белә – әгәр Диләгә асылһа, хистәре ләүкеп дөрләй башлар. Ни эшләр егет? Әле бар сабырлығын йыйып, имтихандарға әҙерләнә. Әсә лә, ата ла баланың эсендә ниндәй уттар ҡайнағанын белмәй. Улар улдарының аҡыллы, тыйнаҡ булыуына шатланып бушамай. Ләкин һәр нәмәнең дә сиге була. Имтихандар тапшырылды, мәктәптең иң ҙур байрамы – сығарылыш кисәһе етте. Билдәле, ундай саҡтарҙа күп матур, өмөтлө һүҙҙәр һөйләнелә, күҙ йәштәре йылтырай. Ата-әсәләр, уҡытыусылар: “Бөтәһе лә уңышлы килеп сығасаҡ”, – тип ышандырып, үҙҙәре лә ышанып, йәштәрҙе яҡты киләсәккә оҙата. Иң аҙаҡтан таң ҡаршыларға юлланалар. Онотолғоһоҙ мәл. Хуш, мәктәп, хуш, бала саҡ! Һаумы, киләсәк!
Илгиз класташтары менән оҙаҡ ҡайнашманы. Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың өмөт менән күҙ һирпеүҙәрен күрмәне, аңламамыш булды. Шунан шым ғына юҡҡа сыҡты. Белә ул Диләне ҡайҙан эҙләргә. Әлбиттә, Сөңгөл ярында ул. Сөңгөл – ҡыйыуыраҡ малайҙар һыу инә торған урын. Бында Әй ҡырҡа боролош яһай, суҡайып торған бейек яр аҫтында уйылып-уйылып тәрәп һыу аға. Ваҡ ҡына өйөрсөктәр өйөрөлөп суп-суп итә. Дилә күп малайҙарҙан батырыраҡ, ул биш метрлыҡ бейеклектән “сылт” та итмәй упҡын­ға һикерә. Ҡыҙ бәләкәстән шул урынды үҙ итте. Үҙенә ҡыйын саҡта килә, йәшкелтләнеп ятҡан тәрән сөңгөлгә ҡарап ултыр­һа, күңеленә еңеллек килгәндәй. Илгиз уның был ғәҙәтен белгәнгә күрә туп-тура шунда килде. Тубыҡтарын ҡосаҡлап ултырған нескә һын бейек яр ситендә ап-асыҡ күренә. Егетте күреү менән уға ҡаршы килде, ҡулдарға-ҡулдар тотондо. Тынғыһыҙ типкән йөрәктәр бер-береһенә ашҡынды. Тәүге үбешеү, тәүге ҡосаҡлашыу йәштәрҙе хушһыҙ итте. Ләкин тәүге саф хистәр, ысын һөйөү уларҙы һуңғы аҙымдан һаҡлай. Тән­дәрҙең ҡушылыуы ни­кахтан һуң ғына булырға тейеш тип уйлай улар. Көн­сығышты ялмаған алһыу таң нуры уларҙың бергә ҡаршылаған тәүге таңы. Күктәге саф яҡтылыҡтың балҡышы йөрәктәрендә лә балҡый төҫлө. Киләсәктәре ошолай нурлы, балҡышлы булыр.
Иртән көтөү ҡыуған ҡатындар Илгиз менән Диләнең бергә таң ҡаршылауын бөтә ауылға таратырға ла өлгөрҙө. Рус әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Әсмә ханымға хәбәр шул сәғәттә үк килеп етте. Ул ҡара янып, улының уяныуын көттө. Иртәнге сәй ваҡытында уның балҡып торған йөҙө әсәһенә киреһенсә тәьҫир итте.
– Йә, бәлки, үҙең һөйләрһең? – тине ул уҫал, ҡырыҫ итеп.
Улының йөҙөндәге бәхет нурҙары әкренләп һүнде. Әсәһенең һүҙҙәре уға оҙаҡлап ҡына барып етте.
– Әсәй, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, кешеләрҙе бер ҙә аңламайһыңмы ни? – улы уға ғәйепләп ҡараны. – Дилә шуҡ ҡыҙыҡай булһа ла, беҙҙең кластағы ҡыҙҙар­ҙан йөҙ тапҡырға өҫтөнөрәк.
Әсмә ханым бүтәнсә һүҙ оҙайтманы. Ишеткәне еткәйне инде. Был кисте ул ире Сафа Ғәли улы менән оҙаҡ ҡына кәңәшләште. Ир кеше мәктәптә ҡырыҫ, талапсан булһа ла, өйҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе ҡатынына тапшырып ҡуйған тиерлек. Был юлы ла тәүҙә улының хистәрен хөрмәт итеү яғында булһа ла, ҡатынының баҫымына түҙмәй, сигенде. Июнь айындағы наборға эләгәсәк улдарының һалдат­ҡа китеүе улар өсөн иң уңайлы вариант булып тойолдо. Уларҙың уйынса, ике йыл эсендә ырғандаҡ ҡыҙыҡай әллә ниндәй мажараларға тарыясаҡ, Илгизде онотасаҡ ине. Мәсьәләне ошо рәүешле хәл итеү Әсмә ханымдың күңел һуҡырлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Военкомат алды иртәнге сәғәт дүрттән бирле геү килә. Һалдатҡа китеүселәрҙең туғандары, һөйгәндәре оҙайлы айырылышыу алдынан һөйөклөләрен ҡосаҡлап, яратып ҡалырға тырыша. Илгиз дә ата-әсәһе, туғандары, класташтары һәм дуҫтары ҡамауында. Диләнең бында булмауы Әсмә ханымды тынысландыра төшә. Командирҙар, оҙатыу­сылар тарафынан ышаныс, хушлашыу һүҙҙәре әйтелгәс, хәйерле сәфәр теләнгәс, призывниктарға автобустарға тейәлергә команда бирелде. Һуғыш ваҡыты булмаһа ла, илаш-ҡайғырыш үҙәкте өҙҙө. Айырылышыу һәр заманда ла ауыр инде. Автобус бер аҙ бара биргәс, үҙәк урамға боролдо. Шул ваҡыт машинаға нәҙек-өҙөк ҡыҙ кәүҙәһе ташланды. Тәжрибәле водитель арҡаһында ғына фажиғә булмай ҡалды. Шофер ҙа, егеттәрҙе оҙата барыусы прапорщик та яман һүгенде, прапорщиктың хатта шашҡан ҡыҙҙы бәреп осорғоһо килде. Автобус туҡтау менән Илгиз тышҡа атылды. Һөйгәнен ҡосағына алып ҡыҫты. Диләнең килеүенә егет ныҡ шатланды.
– Бөтә кеше хушлашҡанда ҡайҙа инең? – тип асыуланды офицер. – Бар, урыныңа! – быныһы Илгизгә әйтелде.



Дилә (Хикәйә)Ун беренсене бөтөп, ҡайҙалыр уҡырға инеү тәтемәҫен Дилә аңлай ине. Уның ҡалаға барыу өсөн аҡсаһы булмаясаҡ, өләсәһенең пенсияһы йән аҫрарлыҡ ҡына. Ҡыҙ район үҙәгендәге профтехучилищела һөнәр алырға булды. Етем кеше өсөн уңай яҡтары күп: дөйөм ятаҡ бар, өс тапҡыр ашаталар, урта мәктәп программаһын да уҡыталар. Бында күберәк уҡыу яғынан йомшаҡ ҡыҙҙар-егеттәр йыйылған. Дилә кулинар һөнәрен һайланы. Бында уҡығандар араһында ул бер йондоҙ кеүек: яҡшы ла уҡый, төҫкә лә сибәр. Үҙенә күҙ һалып маташҡан егет заттарын күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Уның бер ҡасан да йылмаймаған йөҙө ҡырыҫ һалҡынлыҡ һибә. Диләнең күңелендә ниндәй ялҡын дөрләгәнен бер кем дә белмәй. Ҡыҙ аҙна һайын өләсәһенә ҡайта. Етеҙ генә йыйылған керҙе, иҙәнде йыуа, кискә мунса яға. Мунса эләүкәһенә һуҙылып тирләгәндә күңеле бер аҙ тынысланғандай була. Үҫеп еткән йәш тәне наҙ, иркәләү көҫәгәнен тойоп, үсегеп китеп, үҙен миндек менән ҡайыҙларға тотона. Мунсанан баҫылып, тынысланып килеп сыға. Өләсәһе менән оҙаҡлап сәй эсәләр. Йәй йыйып киптерелгән тау еләген кәнфит урынына һуралар. Ҡартая килә Ләмиғә әбей йыуашлана төштө. Берҙән-бер терәге, таянысы шул бала бит. Тыя ул үҙен, ҡаты бәрелмәҫкә тырыша. Ҡыҙ уға һораулы, өмөтлө ҡараштарын ташлай, көтә.
– Юҡ шул, балам, юҡ. Әгәр булһа, имгәкләп апарып еткерер инем хаттарын. Яҙалыр егетең, яҙалыр. Тик һинең ҡулыңа ғына эләкмәй. Эләкмәҫ тә инде. Йәнәһе, улар кем дә, беҙ кем. – Ҡарсыҡ ҡарғанырға керешә. – Йә, кемдән кәм минең балам? Һыу һөлөгөндәй минең ҡыҙым. Ауылда уға тиң юҡ. Хоҙайым, үҙҙәре күрмәгәндәрен күрһен, ҡанлы йәштәрен түкһен.
– Өләсәй, етер, ҡарғанма. Үҙең, Хоҙай күрер, тип әйтәһең бит.
– Ярар, ярар, – ҡыҙы йоҡлап киткәс, әбей ҡулына тиҫбеһен тотоп, меңәр мәртәбә бисмиллаһын уҡып, изге теләктәр теләне. Шунан артыҡты белмәһә лә, теләктәре ихлас ине.
Билдәле, Илгиз Диләгә тәүге йылда иҫәпһеҙ хаттар яҙҙы. Тик бер яуап та ала алманы. Әсмә Ризвановна улы киткәс үк почта мөдире менән һөйләшеп ҡуйҙы: Илгиздең хаттары Дилә ҡулына эләкмәҫкә тейеш. Уҡытыусы ханым мөдиргә яҡшы уҡ аҡсалата ла төрттө. Мөхәббәт ғазраилдары ана шулай итеп һүҙ берләштерҙе. Дилә бер йыл уҡығандан һуң Әсмә ханым уның хаҡында белешергә тип училищеға барҙы. Ҡыҙ хаҡында ғәйепләү һүҙҙәре ишетергә теләне. Класс етәксеһе Фәниә Кәримовна менән осрашып, энәһенән ебенә тиклем һорашты. Етәксе коллегаһының хәл белешеүенә ихлас шатланды.
– Рәхмәт һеҙгә, хатта мәктәбегеҙҙән китһә лә, һаман да бала яҙмышына битараф түгелһегеҙ, – тип һөйөндө. Дилә хаҡында ентекләп һөйләне. Уның тырышлығын, бөхтәлеген, саф күңелле булыуын маҡтаны. Гел дә бойоҡ йөрөүенә көйөндө. Етем бала булғанға шулай­ҙыр, тип һығымта яһап ҡуйҙы.
– Ә ир-егеттәр менән ниндәй мөнәсәбәттә? – тип һорамай түҙмәне Әсмә.
– Шундай сибәр ҡыҙ, моделдәрҙән кәм түгел. Ә егеттәр менән дуҫлашмай. Улай ғына ла түгел, күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Улар Дилә өсөн донъяла юҡ.
Шулай итеп, Әсмә ханымдың пландары барып сыҡманы. Бер насар фекер ишетһә лә йөҙҙө ҡушыр ине. Ә былай, нисектер намыҫы ҡушманы. Ни тиһәң дә, уҡытыусы бит әле. Ике йыл янып-көйөү, тилмереп һағыныу, күңел ҡайтыу, яңынан өмөтләнеүҙәр менән үтеп китте. Дилә һалдаттар ҡайта башлағанын белеп тә, күреп тә йөрөй. Имтихандар ваҡыты булһа ла, ҡыҙ ауылға йыш ҡайтырға тырыша. Хәйер, нимә инде уның өсөн был һынауҙар? Дәрестәрҙе бер ҡасан да ҡалдырмай, гел әҙерләнеп йөрөгәс, хәтере лә шәп булғас, бер ни түгел. Бөтә имтихандарҙы шартлатып бирә бара. Бындағы уҡытыусылар уны институтҡа димләй башланы. Йүнәлтмә лә буласаҡ, етемлеге лә, яҡшы уҡыуы ла иҫәпкә алынасаҡ. Дилә ҡаршы түгел, уҡыуҙан да, эштән дә ҡурҡмай. Иртән уҡып, кис эшләп тә уҡып була, тиҙәр. Тик бына Илгиз... Был осраҡта Дилә үҙен һис кенә еңә аласаҡ түгел. Илгиз “әйҙә” тиһә, йәһәннәм төбөнә һикерергә әҙер. “Джульетта минең кеүек булған инде”, – тип уйлай ҡыҙ. Шекспирҙың был әҫәрен ҡат-ҡат уҡыны, киноһын күргәне лә бар.
Ниһайәт, имтихандар тамам. Ҡулында – диплом. Һөнәре лә, урта белеме лә бар. Был – уның ҙур еңеүе. Күңел төбөндә, мин бер кемдән дә кәм түгел, тигән ғорурлыҡ та бар. Ятаҡтағы эштәрен бөтөр­ҙө лә ҡайтып та китте. Өләсәһе уны көткән. Дилә яратҡан картуф бөккәне, бауырһаҡ бешергән. Өләсәһе элекке кеүек “ен ботағы” тимәй, “ҡолонсағым” тип кенә тора. Баҡһаң, ул да яғымлы, матур һүҙҙәрҙе белә икән. Сәй эсеп ултырғанда өләсәһе бер генә һүҙ әйтте:
– Ҡайтҡан.
Дилә ауылдағы берҙән-бер әхирәте сибек Сәриәгә китте. Бәләкәй саҡтан сирле генә сибек ҡыҙҙы үҙенең ҡанаты аҫтына алып йөрөттө. Сәриәнең әсәһе хәбәр тоҡсайы, ауылдағы яңылыҡтарҙы беренсе булып белеп бара. Ҡыҙы ла әсәһенән ҡалышмай:
– Илгизде шул тиклем ҡарауыллап тоталар. Әсмә апа йөрәк пристубы менән улын ҡурҡытып, дер һелкетеп тота, тиҙәр. Әсәйем уның приступтарына ышанмай. “Улы ҡайтмаҫ элек донъя һелкетеп йәшәгән кеше, тиктомалдан ауырыуға һабышмаҫ”, – ти. Их, һиңә ярҙам итә алһам ине лә бит, – Сәриә әхирәтен йәлләй, тик ярҙам итер сара таба алмай. – Уның бүлмәһе юл яғында, – ти ул, аптырағас, – бәлки, тәҙрәһенә бармаҡ башындай ғына таш ташларһың? Аңлар әле, аңра түгел.
Диләнең бойоғоуы йөҙөнә сыҡты. Бүтән һүҙ ялғанманы, күңел­һеҙ генә айырылыштылар. Кис етте, Дилә толҡа тапмай үрһәләнде. Көнө буйы йөрөгән әбей тауыҡтар менән төнәп өйрәнгән. Дилә, өләсәһенең пуфылдап тын ала башлағанын ишетеү менән, үҙенең бәләкәй сағындағы ҡушаматын хәтеренә төшөрөп, көлөп алды ла шым ғына сығып китте.
Йәйге төн һил. Көндөҙгө мәшәҡәттән арыған ауыл йоҡлай, хатта эттәр өрмәй. Йәй башында төн ҡыҫҡа булғанлыҡтан, ҡараңғылыҡ өс сәғәттән артмай тиерлек. Дилә шул ваҡытты ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Һығылмалы тауышһыҙ аҙымдар менән Илгиздәр йортона яҡынлашты. Һеләүһен етеҙлеге менән рәшәткә аша өй алды баҡсаһына һикерҙе. Ни эшләһен, бүтән әмәле ҡалмағас. Ел һелкеткән нескә ботаҡ тауышы сығарып ҡына тәҙрә сиртте. Көтөп кенә торғандар тиерһең, бер нисә секундтан тәҙрә асылып, көслө ҡулдар уны эскә күтәреп алды (сибек Сәриә үҙе генә белгән юлдар менән Илгизгә хәбәр итеп ҡуйғайны шул). Дилә, һөйгәненең көслө, баҙыҡ кәүҙәһен күреп: “Ниндәй үҫеп, ҡалынайып киткән”, – тип уйларға ғына өлгөрҙө. Ә егет һөйгәненең нәфис һынын үҙенә һеңдерергә теләгәндәй итеп ҡыҫты. Ирекһеҙҙән ләззәт ауазы сыҡты. “Әлдә генә үҙең килдең”, – тип бышылдарға өлгөр­ҙө Илгиз, ул арала “гөлт” итеп ут тоҡанып китте. Бүлмә уртаһында баҫып торған йәштәр таштай ҡатып ҡалды.
– Үләм, үлтерәләр! Мине үлтермәй туҡтамаҫтар былар, – тигән йәшелле-күкле тауышы яңғыраны Әсмә ханымдың. – Йә мин, йә ул кәнтәй! – тигән олоуға оҡшаған тауыш ҡына хәтерендә Диләнең. Ул сөңгөл ярында ғына иҫенә килде.
– Йә, ниңә улай? Бер кемгә лә зыян һалмағанмын. Бары һөйгәнем менән генә бергә булырға теләнем. Бер кемдән дә кәм түгелмен, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙән өҫтөнмөндөр ҙә әле, – ҡыҙ ысыҡлы үлән өҫтөндә тәгәрәп үкһеп-үкһеп иланы. Илаған һайын күңеле буш һауыт һымаҡ була барҙы. Шул саҡ кемдеңдер ҡалтыранған ҡулдары яурынына ятты, арҡаһынан һыйпаны. Күтәреп баҫ­тырырға тырышты.
– Ә, Ғаяз, һин икән, – тип ҡуйҙы ҡыҙ, үкһеүен тыя төшөп. Ғаяз – Илгиздең һабаҡташы, бар яҡлап та уртаса ғына егет. Әле ҡайҙалыр техникумда уҡып йөрөй.
– Дилә, илама. Мин һине күптән яратып йөрөйөм бит, тик һин генә белмәйһең, – егет ҡыҙҙың өндәшмәүен үҙ файҙаһына тип аңланы. – Минеке бул, һине бер ҡасан да ташламам. Кәләшем бул, өйләнешербеҙ… – Ғаяз ҡыҙҙы ҡосаҡларға маташты.
– Мин һине яратмайым. Үлһәм дә һинеке буласаҡ түгелмен.
– Ә һин шулаймы, мин һиңә яҡшылыҡ менән. Ә һин?
– Ундай яҡшылыҡ кәрәкмәй, – ҡыҙ елдәй елдереп китеп тә барҙы.
“Иҫәр, иҫәр, ни эшләй яҙҙым, – тип үҙен әрләне. – Эйе, ир-ат ысынлап та ҡәбәхәт икән. Һинең бәхетһеҙлегеңде файҙаланырға ғына тора. Тьфү! Уйлауы ерәнес, оят”. Ауыр кисерештәр ҡыҙҙы хәлдән тайҙырҙы. Бар йәне-тәне иҙелеп барған кеүек. Дилә карауатына йығылды, өҙөк-өҙөк тын алып йоҡлап китте. Йоҡо аралаш һулҡылдап илап алды.
– Тор, тор, тим! Шаҡшы, нимәләр ҡылдың?
Дилә ауыр ҡабаҡтарын күтәрҙе. Өләсәһе уның йәш үлән йәшеленә, тупраҡҡа буялған салбарын аяғына элеп осороп ебәрҙе.
– Иштеңме ишәк сумарын? Бар мунсаға, йыуын. Йылыһы барҙыр әле.
– Өләсәй, ҡысҡырма! Һин уйлағанса түгел. Дөрөҫөн әйтәм. Мин иланым, сөңгөл эргәһендә тәгәрәп яттым.
– Бәлки, дөрөҫ түгелдер. Ләкин даның сыҡҡан инде. Ауыл арландарына ем булғың килмәһә, хет бөгөндән сығып кит. Барыбер бер килеп эләктерерҙәр, даныңды һатырҙар.
Дилә артыҡ һүҙ көрәштермәне. Иҫке халатын кейеп мунсаға йүгерҙе. “Минең һәр аҙымым билдәле. Әллә шымсы яллағандар? Ә өләсәй дөрөҫ әйтә, бында ҡалыу – мәсхәрәгә тарыу. Яҡлар кешем юҡ шул”. Ә Ғаяз ваҡ йәнле әҙәм булып сыҡты. Маҡсатына ирешә алмағас, Дилә тураһында йәмһеҙ ғәйбәт таратып, үс алды.
Дилә был ваҡытта Златоуст вокзалында ултыра ине инде. Ҡыҙҙың был ҡаланы һайлауында мәғәнә бар. Бында, Свердловск өлкәһе сиге булғас, Башҡортостан кешеләре юҡ. Уҡырға ла, эш эҙләп тә Өфөгә йөрөйҙәр. Аҙым һайын тиерлек ауылдашың йә райондашың осрамаясаҡ. Ә Диләнең һис кенә таныштарын осрат­ҡыһы килмәй ине. Совет власы йылдарында геүләп торған металлургия, прокат заводтары юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Шулай ҙа кешеләр көн күрер шөғөл табып йәшәргә тырыша. Иртә таң менән юлға сыҡҡан ҡыҙ сәғәт ундар тирәһендә килеп тә етте. Тимер юл вокзалы менән автовокзал бергә икән. Оҙон бина ситләтеп киосктар теҙелгән, урындары киң, уңайлы. Бай ғына ашханаһы ла бар. Ҡыҫҡаһы, Дилә был урынды оҡшатты. “Ҡуныр урын тапмаһам, йоҡлап алыр өсөн уңайлы ғына мөйөштәр ҙә бар икән”, – тип уйланы. Өләсәһе, тинләп йыйған йыйынсағының күберәген бүлеп биргәс:
– Илдә сәпсек үлмәй, аслыҡ ваҡыты ла түгел, – тине. – Бер тинһеҙ сығып китеп тере ҡалалар.
Был һүҙҙәр ҡыҙҙы бер аҙ йыуатҡандай итә ине. Дилә һәйбәтләп кенә тамаҡ туйҙырғас, еңелсә генә сумкаһын тотоп ҡала эсенә атланы. Унда-бында йәбештерелгән иғландарҙы уҡыны. Йәшелсә баҙарына ла, кейем-һалым һатҡан ерҙә лә һатыусылар талап ителә икән. Ҡыҙ осраған кешеләрҙән һораша-һораша баҙар яғына китте. Ҡала – ҡала инде, баҙар ҙур ҙа, үҙенсә бай ҙа. Ул бер ҡасан да күрмәгән кейем-һалым тулып тора, күҙҙе ҡыҙҙыра. Кемгә барып өндәшергә? Ана, башҡорт ҡыҙына оҡшаған ҡыҙ уға ҡарап тора. Дилә уның янына атланы.
– Һатыусы булып эшкә инер өсөн кемгә өндәшергә икән, һеҙ белмәйһегеҙме? – тип һораны ул ҡыйыу ғына итеп. Ҡыҙ йылмайҙы, шатланғандай итте.
– Күрәһеңме, бер үҙемә күпме тауар. Минең хужам ирҙәр кейеме менән ҡатын-ҡыҙҙар кейемен айырым һатырға теләй. Миңә һатыусы ҡараштырырға ла ҡушҡайны. Һис ваҡыт юҡ, үҙең күреп тораһың. Бер осҡа китһәң, икенсе остан сәлдереп китергә күп һорамаҫтар. Һин кем булаһың? Пас­портыңды күрһәт. Ә-ә, беҙ яҡташтар ҙа икән. Минең исемем Зилә булыр. Ҡайһылай тап килеп тора: Зилә, Дилә, – Зилә туҡтамай таҡылдауын белде. – Ярҙам итә башла. Бына һиңә калькулятор, теге осҡа баҫ.
– Шулай тиҙме? – Дилә уға ышанмай ҡараны.
– Шулай тиҙ. Хужа әле тауарға киткән. Ике көндән ҡайта. Торор урының булмаһа, бергә ҡайтырбыҙ. Квартир хаҡын бүлеп түләрбеҙ.
Дилә үҙенең уңышлы юлға сыҡҡанына һөйөнә-һөйөнә прилавка артына үтте. Ул арала һатып алыусы пәйҙә булды. Йәш кенә егет джинсы һорай ине. Дилә күпте күргән һатыусы булып ҡыланып, ул һораған кейемде алып бирҙе, кейҙереп ҡаратты, маҡтаны. Егет ҡәнәғәт ҡалды, һылыу һатыусыға ҡарап туҡтауһыҙ йылмайҙы. Хатта арттырыбыраҡ түләне: “За услугу”, – тигән булды. Һатыу һәйбәт барҙы.
– Аяғың еңел булды, – тип шатланды Зилә. Икенсе, өсөнсө көн дә уңышлы үтте. Ир-ат гел дә Диләгә мөрәжәғәт итте. Хужа ҡайтыуға байтаҡ килем йыйылды. Зилә лә һәйбәт дуҫ икән, Диләнең уңышына көнләшмәне. Хужаһы Василий Дмитриевич та Диләне маҡтаны. Дилә, шулай итеп, ҡыйынлыҡ кисермәй генә эш башлап ебәрҙе.
Дилә ситкә сығып киткәнгә байтаҡ йыл инде. Ҡайтып йөрөмәне тиерлек. Өләсәһенә тәүҙә әҙләп, аҙаҡ мулдан аҡса ебәреп торҙо. Ебәргән суммаға ҡарап уның хәлен сырамыттылар. Хәҙер үҙенең бер нисә магазины, ҡиммәтле машинаһы бар тип һөйләйҙәр. Был дөрөҫ ине. Бер йыл хужаға эшләгәс, йыйған аҡсаһына тауар алып, ауылдарға йөрөп кейем һата башланы. Дилә сауҙа эше өсөн ярал­ғайны, буғай. Эше бик яҡшы барҙы, ҡалала үҙ магазиндарын асты. Шулай итеп, уңышлы, етеш бизнесвумен булып китте. Тик ул башҡаса ғашиҡ булманы, ирҙәр менән эш буйынса ғына аралашты.
“Ләмиғә ҡарсыҡ вафат булған”. Был хәбәр, ғәҙәттәгесә, тиҙ таралды. Күрше ҡатын кистән инеп, хәл белешкән. “Хәлем юҡ, – тип зарлан­ған әбей. – Йәшем дә бик оло инде, һин шулай ҙа иртән инеп сыҡ. Ишегем асыҡ булыр”. Ә иртән инде таҙа кейемдәр кейгән ҡортҡа шым ғына донъя менән хушлашҡан. Өҫтәлдә ейәнсәренең телефон номеры яҙылған ҡағыҙ ҡалдырған. Өләсәһенең вафатын ишеткәс, бер нисә сәғәттән ҡайтып та төштө. Әбейҙе тәрбиәләп күмделәр. Дилә мул итеп хәйер таратты, өсөн үткәрҙе. Етеһен көтөргә булды. “Донъя эше бөтмәҫ, әҙерәк тынғылыҡ та кәрәк”, – тип уйланы. Йәшлек эҙҙәре буйлап йөрөп килде. Яҡшы кейенгән һылыу ханымға хөрмәтләп һаулыҡ биреп үтәләр. Уның ҡәҙерһеҙ үткән бала сағын хәтерләп тормайҙар инде. Бер көндө магазинға барып ураны. Кәрәк нәмәләр бар кеүек булһа ла, кибет бай түгел. Ауылда оло кеше күп хәҙер. Уларға ярарҙай кейем-һалым, аяҡ кейеме бөтөнләй юҡ. “Әллә үҙем берәй бәләкәй булһа ла кейем кибете асайыммы икән”, – тип уйланды. Дилә шулай әкренләп кенә атлауын белде, өләсәһенә ҡайтып, йышыраҡ хәлен белеп тормағанына үкенде. Шул саҡ етәкләшеп ҡаршыһына килә ятҡан балаларҙы күреп, туҡтап ҡалды. “Хәҙерге заманда ла шундай балалар бар икән”, – тип аптыраны. Ҡыҙ бала менән малайҙың аралары күп булһа бер йәштер, үҙҙәре арыҡ, кейемдәре керләнеп бөткән, йыртылған ерҙәре лә бар. Ҡатын туҡтап ҡалды, балалар уға ныҡ таныш һымаҡ: таныш күҙҙәр, таныш ирендәр.
– Һеҙ кемдеке булаһығыҙ?
– Атайыбыҙ Илгиз, ул эштә. Өләсәй ауырый, – малай әрһеҙ генә ине.
– Әсәйегеҙ юҡмы ни?
– Бар, – тигән булды ҡыҙ. – Ул ҡалала йәшәй, ти өләсәй.
Дилә бөтәһен дә аңлап өлгөргәйне инде.
– Әйҙә, мин һеҙгә күстәнәстәр алам, – тине лә, һис тә ерәнеп тормай, балаларҙы етәкләп алды. Күстәнәс кенә алып ҡалманы ул. Балаларға бер ҡат кейем-һалым да алды.– Әйҙәгеҙ миңә ҡунаҡҡа. Тәтәй кейемдәрҙе йыуынып кейергә кәрәк.
Балалар ҡаршылашманы. Алып ҡайтҡас, ваннаға ултыртып йыуындырып алды. Уларҙың тире лә һөйәк тәндәрен күреп, күҙ йәштәрен тыя алманы. Шунан тауыҡ һурпаһы бешереп ашатты. Яңы кейемдәрен кейҙереп, балаларҙы оҙатып китте. Уларҙы таҙартылмаған йорт, бысраҡ урын-ер ҡаршы алды. Төпкө бер бүлмәнән: “Кем килде, зинһар, тауыш бирегеҙ”, – тип кемдеңдер өндәшкәне ишетелде. Унда ятҡан күҙе өңрәйгән, ябыҡ, ауырыу әбейҙә Дилә көс-хәл менән элекке ғорур Әсмә ханымды сырамытты. Уға һыу килтереп эсергәс, Дилә сәй ҡуйҙы. Үҙе лә һиҙмәҫтән, аш-һыу бүлмәһен йыйыштыра башланы. Бысраҡ һауыт-һабаны, иҙәнде йыуып алды. Ул арала ҡыҙ баланы сәй-шәкәр, икмәк-һөт алырға магазин­ға ебәрҙе. Бер аҙ ашап алғас, Әсмә ҡарсыҡҡа хәл керҙе:
– Төшөммө, өнөммө тип торам, – тине лә илап ебәрҙе. – Балаҡайым, ныҡ ғәйеплемен һинең алда. Булдыра алһаң, ғәфү ит. Гонаһтарым өсөн язаһын да етерлек алдым.
– Ә Илгиз ҡайҙа?
– Ул юл мастеры. Командировкаларҙан ҡайтып инмәй. Ҡайтһа ла, иҫереп ҡайта. Миңә үсегеп шулай итәлер.
– Балаларҙың әсәһе кем? – ҡыйын булһа ла, Дилә һорамайынса түҙмәне.
– Илгизде Өфөлә йәшәгән курсташымдың ҡыҙына өйләндергәйнек. Тик килен ауылды яратманы: маникюрым боҙола, тип аш бүлмәһенә, баҡсаға аяҡ баҫманы. Әҙәм алдында оятлы булмайым тип, киленгә хеҙмәт итеп йәшәнем. Тик ярай алманым. Барыбер ташлап китте. Киләсәгемә ҡамасау итәсәктәр, тип балаларҙы ҡалдырҙы.
– Ә Сафа Ғәлиевич?
– Был хәлдәрҙән һуң йөрәк өйәнәге тотоп, вафат булып ҡалды. Бына шулай, Дилә ҡыҙым.
Дилә был йортҡа көн дә тиерлек килеп, “гөлт” иттереп ҡуйҙы. Балалар унан айырылмаҫ булды. Әсәй ҙә әсәй, тип йәбешеп яттылар. Илгиз ҡайтты. Йорттағы үҙгәреште күреп, хайран ҡалды. Балалар, беҙҙең әсәйебеҙ бар, тип һөйөнсөләне. Яңы кейемдәренә, уйынсыҡтарына маҡтандылар. Ни ғәжәп менәндер, Илгиз был юлы айныҡ ине.
Был көндө Дилә өләсәһенең етеһен уҡытып, һауыт-һаба йыйыштырғандан һуң, ихатаға сыҡты. Бер аҙ тора биргәс, юл сумкаһын алып сығып машинаһына һалды, ҡапҡаны асты. Ҡаршыһында, болон сәскәләре тотоп, Илгиз тора ине…

Әйлин.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад