RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.04.2018 Бошмаҫ ир

Бошмаҫ ир
Ғаяз ике ай элек атай булды. Улын үҙенсә һөйөп туя алмай, уның менән ғорурлана. Тик Рания уға сабыйҙы әллә ни ышанып тоттороп бармай. Сөнки Ғаяз вайымһыҙҙың вайымһыҙы. Берәй эшкә тотонһа, икенсе нәмәгә әүрәп, донъяһын онота ла ҡуя. Ярай әле бәхетенә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната торған сос кәләш тура килде.
Бер көн ҡатыны йорт мәшәҡәттәре менән булышҡансы, ир баланы саф һауала алып йөрөргә булды. Рания, иренең холҡон яҡшы белгәнгә күрә, йорт тирәһенән алыҫ китмәҫкә ҡушты.
Бер сәғәттән атай кеше ҡайтып инде, ләкин балаһыҙ. Рания, ниҙер һиҙенеп, бала ҡайҙа, тип ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып ебәреүгә, Ғаяз уҡтай кире тышҡа атылды.
Баҡтиһәң, Ғаяз урам буйында күптән күрмәгән дуҫын осратҡан. Был икәүҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ә балалар арбаһын тәмәке тартҡан дуҫынан алыҫҡараҡ ҡуйып торған булған. Хәбәр һатып тороп, бошмаҫ ир сабый тураһында бөтөнләй онота һәм ҡулын һелтәп ҡайтып китә.
Ярай әле бала имен-һау ғына бер ни белмәй йоҡлап ятҡан. Юғиһә, был хәлдең нисек тамамланыры билдәһеҙ ине. Рания, әлбиттә, ирен утлы табала бейеткән, тиҙәр. Уның ҡарауы, Ғаяз хәҙер ет­диерәк булып киткән, имеш.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)