RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

09.01.2018 Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
“Йәшлек” гәзите редакцияһы мөхәрририәте республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, БР Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурс иғлан итә!
Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр “Йәшлек” гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһы буйынса (ye02@yandex.ru) ҡабул ителә. “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәрифтәрҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псевдонимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәр­ҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Бәйге ике этапта үтә. Килгән хикәйәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған.
Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың октябрь айында яһаласаҡ. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 әҫәр “Китап” нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.
Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Төп бүләк гонорар фондынан туплана.
Конкурстың положениеһы менән “Йәшлек” гәзитенең рәсми сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Мөхәрририәт.

[attachment=27]







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)