RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)

15.11.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
* * *
– Гаишниктарҙың барыһы ла ауырый, ахыры…
– Ниңә улай тиһең?
– Туҡтатҡан һайын аптечканы һорайҙар…

* * *
– Шунан, тәүге тапҡыр парашюттан һикереү оҡшанымы? Ниндәй тәьҫораттар?
– Бик шәп! Үҙемде ҡош кеүек тойҙом. Осоп барҙым, эшемде бөтөрөп барҙым…
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Бөгөн нимә эшләйһең?
– Бер нәмә лә эшләмәйем. Мин эскемде ташланым.

* * *
Йортто тараҡандар баҫа. Нимә генә эшләмәһендәр, уларҙан ҡотола алмайҙар. Күршеләре: «Фатир буйлап «Ашарға бөткән! Ашарға бөткән!» тип ҡысҡырып йөрөгөҙ», – тип кәңәш бирә. Хужа шулай эшләй ҙә. Кис етә. Уттарын һүндереп йоҡларға яталар. Төндә кемдер төртөп уятҡанға ир тороп ултыра. Ҡараһа, бер өйөр тараҡан быға ҡарап тора. Араларынан береһе:
– Хужам, тор, беҙ һиңә ашарға алып килдек! – ти.

* * *

Ике дуҫ һөйләшә:
– Һин күҙ алдына ла килтерә алмайһың матбуғаттың беҙгә ниндәй йоғонто яһағанын…
– О-о! Әйтмәһәң дә була! Гәзиттәге иғлан буйынса өйләнгән кеше мин.
* * *
– Бынау дарыуҙы эс, – ти ҡатыны иренә.
– Ниңә, был дарыу эт өсөн тиелгән бит?
– Һиңә бер нәмә лә булмаҫ, ә эт һиңә ҡарап, бәлки, дарыуҙы эсер.

* * *

Иртән торғас, ҡатыны иренә:
– Ҡәҙерлем, төшөмдә һин миңә шәшке тун алып биргәнһең икән тип күрҙем, – ти.
– Тағы ла йоҡла әле, бәлки, ул тунға аҡсаны ла ҡайҙан алырға икәнлекте күрерһең…
* * *

Ҡунаҡ хужабикәгә ҡурҡып ҡына:
– Этегеҙ баянан бирле миңә ташланырҙай булып ҡарай, – ти.
– Иҫегеҙ китмәһен, үҙенең һауытынан ашағандарға ул гел шулай ҡарай.

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Фатима, әллә тәмәке тарта башланыңмы?
– Эй, Рәмилә, ирем командировканан иртәрәк ҡайтып, өҫтәлдә тәмәке төпсөгө тапҡаны бирле тартырға тура килә…







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Тыума ғынам..."

26.05.2019 - Әҙәбиәт "Тыума ғынам..."


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)

21.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)


Егетлеккә юл (Хикәйә)

19.05.2019 - Әҙәбиәт Егетлеккә юл (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)

16.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)


Алдаҡсы донъя

11.05.2019 - Әҙәбиәт Алдаҡсы донъя


Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)

07.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)


ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ  ДОҒАҺЫ

27.04.2019 - Әҙәбиәт ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ ДОҒАҺЫ


Үәт, ҡыҙыҡ! (19.04.2019)

24.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.04.2019)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)