RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.08.2017)

22.08.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.08.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.08.2017)
* * *
Кешегә ҡағылһа китап ене генә ҡағылһын.
(“Көндәлектәр”. 7. 03. 2010).

* * *
Кешеләр нығыраҡ алдай,
Ә мин һаман ышанам.
(“Күпме йәшәлде...”).

* * *
Кешеләрҙе йырҙан да нығыраҡ берләштергән, моңдан да нығыраҡ яҡынайтҡан илаһи көстәр был донъяларҙа һирәктер. Йыр кешене ҡанатлы итеп алға әйҙәй, аманатлы итеп, атай-олатайҙарҙың, инәй-өләсәйҙәрҙең уй-теләктәрен сабыйҙарҙың, йәштәрҙең күңеленә, зиһененә уйып ҡалдыра. Башҡорт халҡы борон-борондан йыр-моңдо айырыуса ололар булған, уны үҙенсә культ дәрәжәһенә күтәреп, уны изгеләштереп, уға табынып йәшәгән.

* * *
Кешеләрҙән оялмаған
Алланан да оялмаҫ.
(“Хәҙистәр”).

* * *
Кешеләрем минең, кешеләрем –
Йылы йылғам, яҡты ҡояшым,
Бар ғүмерем үтһен арағыҙҙа,
Бергә көлөп, бергә илашып.
(“Туғыҙынсы май”).

* * *
Кешене бөтә яғынан ҡурҡыныс һағалап тора. Аттың артынан ҡурҡ, һыйырҙың алдынан ҡурҡ, кешенең бөтә яғынан да ҡурҡ.
(“Көндәлектәр”. 7.11. 2002).

* * *
Кешене ҡәҙер итһәң, ҡәҙер күрерһең.
(“Көндәлектәр”. 9. 04. 1996).

* * *
Килһен күршем ҡотҡарырға,
Килмәһен ҡот алырға.
Килһен күршем ут алырға,
Килмәһен ут һалырға.
(“Күрше”).

* * *
Китапханала һәр ауыл-ҡаланың төп байлығы тупланған. Банктар бөлөргә, аҡсалары янырға йәки хаҡтары төшөргә мөмкин. Китапхананың төп хазинаһы арзаная белмәй, ҡиммәттәре мәңгелек.
(“Көндәлектәр”. 29. 05. 2010).

* * *
Көн нурынан усма йыйған кеүек,
Башаҡтарҙы ҡыҫҡан
Игенсенең шырау устары.
Быуындарҙан быуындарға күскән
Гәрәбәнең иң-иң тостары.
(“Бураҙна”).

* * *
Көндәлектәр – ижадсының тормошондағы иң яҡын шаһиты, иң тоғро серҙәше, иң сабыр аңлаусыһы.
(“Рәми”).

* * *
Көндәлектәрҙе яңынан яҙып булмай.
(“Көндәлектәр”. 14. 04. 2013).








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)

26.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


Ташҡын (Хикәйә)

24.02.2019 - Әҙәбиәт Ташҡын (Хикәйә)


Утын (Хикәйә)

23.02.2019 - Әҙәбиәт Утын (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...