RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.07.2017)

23.07.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.07.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.07.2017)
Иң ҙур бәхет – кешене
ҡыуандырыу,
Ярҙам итә алмау – иң ғәрлеге.
(“Граждандарҙы ҡабул итеү көнө”).
* * *
Иң ҡурҡынысы – һатылған аҡыл.
(“Башҡаса булмай наҙ менән аҡыл...”).
* * *
Иң ҡыйыны, бел һин – үҙең булыу,
Иң яманы, бел һин – алмашыныу.
(“– Ҡырыҫ ваҡыт! Сәңгелдәгең булдым...”).
* * *
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе,
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың үтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйөклөнөң көтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйкөмһөҙҙөң
китмәүе.
(“Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе...”).
* * *
Ир-азаматтың илгә килтергән файҙаһын йәшенә ҡарап түгел, эшенә ҡарап баһалайҙар.
(“Беҙҙең Президентыбыҙ”).
* * *
Ир бала өсөн “Атас!” тиеүҙән дә
Оло маҡтау табыу икеле...
(“Каруанһарай”).
* * *
Ир-егеттең үлгәне –
Илгә һыртын борғаны.
Ҡатын-ҡыҙҙың үлгәне –
Ят йынысҡа барғаны.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Ир уртаһы илдең тотҡаһы тип,
Ҡарай бөгөн беҙгә ил күҙе.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Ир һаҡлар матур ҡатынын
Күҙ яҙҙырмай ҡарап-ҡурсып.
Һөйкөмһөҙгә һаҡ кәрәкмәй –
Үҙенә үҙе – ҡарасҡы!
Үҙенә үҙе ҡарауылсы.
(“Ир һаҡлар матур ҡатынын...”).
* * *
Ирҙең ҡатыны –
Уның яртыһы.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ир-егетлек ниҙә?
Ҡырыҫ тайҙар,
Һин өйрәткәс,
Юрға булып ҡалһын.
Тертләп торған ҡыҙҙар
Ҡосағыңда
Наҙлы ҡатын булып
Һулҡылдаһын.
(“Ир-егетлек ниҙә?..”).
* * *
Ирлекме ни бөйөк булыу
Иргәйелдәр араһында?
(“Берәү уйлай...”).
* * *
Ирмен тигән ирме олтан булыр?
Сит илдәрҙә солтан булғансы ир,
Үҙ илендә олтан булғансы ир
Ил күкрәген һаҡлар ҡалҡан булыр.
(“Сит илдәрҙә солтан булмам...”).
* * *
Иртә ҡалҡҡан ҡояш бик һуң бата,
Бик һуң ҡалҡҡан ҡояш иртә бата.


Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.
* * *

* * *
Иртә яҙын уста – ҡара тупраҡ,
Көҙөн – ашлыҡ ята нур булып.
Ҡулын бизмән итеп, был тормошто
Шулай үлсәп йәшәй ер улы.
(“Яландарҙан йылы ямғыр үткәс...”).
* * *
Иртән төштәр күреп йоҡлау
Бик рәхәт тә! –
Тик ул рәхәт мәхрүм итер
Бәрәкәттән.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Исеме лә беленмәйсә берәү
Ҡанлы яуҙа алышып ҡала ятып.
Есемен хатта ер күтәрмәҫ берәү
Ил тарихына инә илен һатып.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ислам юлында ағартһаң сәсең –
Ҡиәмәт көнөндә шул сәс нур сәсер.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Иҫеректәр айныҡ күрмәгәнде күрә. Хыялыйҙар аҡыллы тоймағанды тоя. (“Көндәлектәр”. 2.08.1995).
* * *
Иҫәүәнһеҙ ил булмаҫ! (“Көндәлектәр”. 19.04.2011).
* * *
Ишек булһаң,
Дошманыма асылыр булма,
Ҡунағыма ябылыр булма.
(“Булма”).
* * *
Ишелеп төшә был ямғыр
Көҙҙөң төпһөҙ күгенән.
Киләм әллә ер йөҙөнән,
Әллә диңгеҙ төбөнән?!
(“Ишелеп төшә был ямғыр...”).
* * *
Йола, ғәҙәт, традиция, ғөрөф – халыҡты иң элек шулар тота, шулар – милләттең нигеҙе. Йолаһы емерелә башлаһа, милләттең дә ныҡлығы ҡаҡшай, берҙәмлеге сатнай. Йола яңыра, үҙгәрә, әммә үҙәге һаҡланырға тейеш. (“Көндәлектәр”. 16.04.2005).
* * *
Йондоҙ ҡото – нурланыуҙа,
Йырҙың ҡото – йырланыуҙа.
(“Ҡот”).
* * *
Йондоҙҙарға һоҡланып була,
Етеп булмай йондоҙға.
(“Уйламағыҙ әллә ниҙәр...”).
* * *
Йыл һайын бит тик бер ҡабат була
Еңеү көндө тынлыҡ минуты.
Шул мәлдә лә тынмай атыш, шартлау,
Ҡан ҡойоштар ала ил ҡотон.
(“Тапһаң ине шундай аулаҡ ауыл...”).
* * *
Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер.
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй. (“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”).
* * *
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.
(“Башҡорт йорто, башҡорт китабы”).
* * *
Йәнем йәннәт күрһен тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы – теше араһында,
Икенсеһе – бот араһында.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Йәннәте лә, тамуғы ла
Бары
Донъялыҡта ғына.
Кеше, ерҙе йәннәт итмәк булып,
Ҡанатын ҡағына.
(“Арнау”).
* * *
Йәнәш йәшәмәҫлек кешеләрҙе
Бәйләп ҡуя яҙмыш тигәнең...
(“Дуҫтар бүләк иткән был сәскәләр...”).
* * *
Йәрҙәр алышынһа ла, тыуған халҡыңды алыштырып булмай. Йәрҙәр ғәфү итһә лә, тыуған ерең хыянатты һис ҡасан ғәфү итмәй. (“Көндәлектәр”. 25.04.1970).

Йәшәр ғүмеремде оҡшатамын
Ил алдында бирер һынауға.
(“Ҡоласың киреп, алдың ҡосағыңа...”).
* * *
Йәшәһәң дә хатта ер сигендә,
Тамырың башҡорт икән –
Башҡорт бул!
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).
* * *
Касалыр ваҡыт.
Бәндә үҙе нимә ҡойһа,
Ҡалалыр шуны татып.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ – доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Кейемең кер күтәрһә лә
Намыҫың кер күтәрмәһен.
(“Кейемең кер күтәрһә лә...”).
* * *
Кем ул шәхес? Айырым кешеләрҙе халыҡ итеп туплаусы. (“Көндәлектәр”. 27.08.1995).

Кемгә – тантана,
Кемдер – тапала.
* * *
Кемдер йәнен фиҙа ҡыла,
Кемдер бөгөн файҙа ҡыла...
* * *
Кеше артыҡ маҡталһа ла,
Үҙе артыҡ маҡтанмаһын,
Ғәйепһеҙгә хурламаһын,
Хурланмаһын нахаҡҡа.
(“Бөйөктәрҙе бөйөк тинем...”).
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.
* * *
Кеше бер саҡ, аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).
* * *
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
(“Кеше йылы”).
* * *
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә. (“Көндәлектәр”. 13.10.1969).
* * *
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
(“Биҙмәһендәр минән хыялдарым...”).
* * *
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә. (“Алыҫҡа китеп ҡара!”).
* * *
Кеше йырын йырлайым тип,
Үҙ йырыңды онотма.
(“Көндәлектәр”. 9.04.1996).
* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.
* * *
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле. (“Автобиография”).
* * *
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү.
Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу. (“Көндәлектәр”. 7.08.2010).
* * *
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаңдан ҡағып яратыуы. (“Көндәлектәр”. 23.03.2007).
* * *
Кеше үҙенең битенә үҙе төкөрә алһа, башҡаларҙың битенә, бәлки, былай төкөрә алмаҫ ине. (“Көндәлектәр”. 18.09.1989).
* * *
Кеше үҙенең әсәһен һәм Ватанын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлай алмай.
* * *
Кешегә – ер,
Күк – Аллаһтың төйәге.
(“Ерҙә генә ҡала эҙҙәр...”).
* * *
Кешегә ҡағылһа китап ене генә ҡағылһын. (“Көндәлектәр”. 7.03.2010).
* * *
Кешеләр нығыраҡ алдай,
Ә мин һаман ышанам.
(“Күпме йәшәлде...”).
* * *
Кешеләрҙе йырҙан да нығыраҡ берләштергән, моңдан да нығыраҡ яҡынайтҡан илаһи көстәр был донъяларҙа һирәктер. Йыр кешене ҡанатлы итеп алға әйҙәй, аманатлы итеп, атай-олатайҙарҙың, инәй-өләсәйҙәрҙең уй-теләктәрен сабыйҙарҙың, йәштәрҙең күңеленә, зиһененә уйып ҡалдыра. Башҡорт халҡы борон-борондан йыр-моңдо айырыуса ололар булған, уны үҙенсә культ дәрәжәһенә күтәреп, уны изгеләштереп, уға табынып йәшәгән.
* * *
Кешеләрҙән оялмаған
Алланан да оялмаҫ.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Кешеләрем минең, кешеләрем –
Йылы йылғам, яҡты ҡояшым,
Бар ғүмерем үтһен арағыҙҙа,
Бергә көлөп, бергә илашып.
(“Туғыҙынсы май”).
* * *
Кешене бөтә яғынан ҡурҡыныс һағалап тора. Аттың артынан ҡурҡ, һыйырҙың алдынан ҡурҡ, кешенең бөтә яғынан да ҡурҡ. (“Көндәлектәр”. 7.11.2002).
* * *
Кешене ҡәҙер итһәң, ҡәҙер күрерһең. (“Көндәлектәр”. 9.04.1996).
* * *
Килһен күршем ҡотҡарырға,
Килмәһен ҡот алырға.
Килһен күршем ут алырға,
Килмәһен ут һалырға.
(“Күрше”).
* * *
Китапханала һәр ауыл-ҡаланың төп байлығы тупланған. Банктар бөлөргә, аҡсалары янырға йәки хаҡтары төшөргә мөмкин. Китапхананың төп хазинаһы арзаная белмәй, ҡиммәттәре мәңгелек. (“Көндәлектәр”. 29.05.2010).
* * *
Көн нурынан усма йыйған кеүек,
Башаҡтарҙы ҡыҫҡан
Игенсенең шырау устары.
Быуындарҙан быуындарға күскән
Гәрәбәнең иң-иң тостары.
(“Бураҙна”).
* * *
Көндәлектәр – ижадсының тормошондағы иң яҡын шаһиты, иң тоғро серҙәше, иң сабыр аңлаусыһы. (“Рәми”).
* * *
Көндәлектәрҙе яңынан яҙып булмай. (“Көндәлектәр”. 14. 04.2013).
* * *
Көнсөл булма, кенә ҡыума һис кенә.
Донъялыҡта ҡунабыҙ бер кис кенә.
* * *
Көнсөллөк ул, әйтерһең дә,
Донъяны ялмаған ут.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Көнсөллөк, һатлыҡ, алдашыу, урлыҡ, боҙоҡлоҡ, ялҡаулыҡ, тарҡаулыҡ – былар барыһы ла бер дейеүҙең баштары. Береһен бөтөрөүгә икенселәре ағыуын һибә, һаҫыҡ төтөнө сәсәтә. (“Көндәлектәр”. 12.09.2011).
* * *
Көслөләргә көнсөллөк ят нәмә. (“Көндәлектәр”. 17.03.2014).
* * *
Күберәк ҡабаланған – йышыраҡ хаталанған.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Күберәк эсһәң хәмер,
Арта бит талаш-йәбер,
Ҡалмай бит хөрмәт-ҡәҙер,
Тиҙерәк тарта ҡәбер.
(“Көндәлектәр”. 10. 05.2013).
* * *
Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа
Ғаләм өсөн ғүмере әҙәмдең.
Тик шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә
Кеше уйы байҡай ғаләмде.
(“Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа...”).
* * *
Күҙ йәштәре ерҙә кәмемәй бит,
Һайығайа ниңә йылғалар?
(“Көндәлектәр”. 28.05.2005).
* * *
Күҙ тейеүҙән яманыраҡ
Һүҙ тейеүе.
Бул һағыраҡ.
(“Күҙ тейеүҙән яманыраҡ...”).
* * *
Күк көмбәҙе – башҡорт тирмәһе.
(“Каруанһарай”).
* * *
Күкте ярып, йондоҙ ергә атыла,
Йондоҙҙарға кеше талпына.
(“Ғүмере буйына ниңә бер-беренә...”).
* * *
Күңелең булғансы
Йәшәп ҡалырға
Йәшлек тә етмәй,
Ҡартлыҡ та етмәй.
(“Йәшлектә ҡыш та...”).
* * *
Күп кешеләр мәхрүм була
Ике байлыҡтан:
Сәләмәтлектән-һаулыҡтан
Үә буш ваҡыттан.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Күпме йәнде ҡыйған йәлләдтең дә
Йән бирәһе барыбер бар әле.
* * *
Күпме ҡәбәхәтлек ҡыла бәндә
Күҙ асып күҙ йомған арала.
(“Күҙ асып күҙ йомған ара ғына...”).
* * *
Күпме моң бар еркәйемдә,
Күпме нур бар күктәремдә!
Тағы күпме аҫыл йырҙар
Тыуыр Урал күкрәгендә.
(“Йыр”).
* * *
Күрә алһа кеше үҙенең иҫерек сағын,
Араҡынан ҡасыр ине йүгереп-сабып.
* * *
Күршеһенең асыҡҡанын күрә тороп,
Ниндәй мөьмин йәйрәп кәйеф-сафа ҡорор?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Кәләш ҡосаҡлар егеттәр
Йоҡлай, шешә ҡосаҡлап.
(“Ватандаштар тарҡата”).
* * *
Ҡаҙанында булһа, сүмесендә булыр. (“Көндәлектәр”. 24.12.2002).
* * *
Ҡай бер дуҫым дошман булып сыҡты,
Дуҫҡа әйләнмәне дошманым.
(“Уҙғандарым менән бер яңғыҙым...”).
* * *
Ҡайҙа Алып батырҙар?
Тулды алыпһатарҙар.
* * *
Ҡаҡшаһа йола, ил-дәүләт йығыла,
Эй яңыр йола, изге, аҡ йола.
(“Онотолһа йола, башлана бола...”).
* * *
Ҡанмай торған танһығым һин,
Тынмай торған теләгем һин.
(“Таңдарымдың...”).
* * *
Ҡараңғыны
Тик яҡтылыҡ менән еңеп була.
Ҡараңғыны
Ҡараңғылыҡ менән еңеп булмай.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә,
Таянып бөйөрөңә,
Яһил өйөр һине төйөр,
Итер талҡан.
Ул сағында кем һуң булыр
Илгә ҡалҡан.
(“Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә...”).
* * *
Ҡарап торһаң ҡыймай –
Ҡоймаҡ та ҡойолмай.
(“Ҡыйыулыҡһыҙ хатта...”).
* * *
Ҡарт бүре оломайса ем төшмәй.
(“Каруанһарай”).
* * *
Ҡартлығына бер кем тормай атлығып,
Ҡартаймайса килһен ине ҡартлығым.
* * *
Ҡартлыҡ нимәлә?
Һөйәркәләр өндәшмәүҙә,
Ҡатының көнләшмәүҙә.
(“Ҡартлыҡ нимәлә?...”).
* * *
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ҡаһарманлыҡ ҡайҙа ла ҡаһарманлыҡ, ҡәбәхәт ҡайҙа ла ҡәбәхәт. Һәр кемдең дә күҙ йәше тоҙло, һәр ерҙә лә хыянат шаңғытҡыс, һәр ерҙә лә һөйөү ҡанатландырғыс. (“Ваҡыт айырмаһы”).
* * *
Ҡоймаҡ ашаһаң, аҫтан аша, ит ашаһаң, өҫтән аша.(“Көндәлектәр”. 5-8.07.1979).
* * *
Ҡоро йылда ямғырлы ел булһамсы,
Яуынлы йыл ҡояшлы ел булһамсы.
* * *
Ҡояш көндән юғары,
Аллаһ диндән юғары.
* * *
Ҡояш ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡояшты ай ҡай саҡ ҡаплай.
(“Түп-түңәрәк тормошомдоң...”).
* * *
Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн,
Күңел – нурға тулыр өсөн,
Күҙ – маҡсаттан яҙмаҫ өсөн,
Әҙәп – әҙәм аҙмаҫ өсөн.
(“Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн...”).
* * *
Ҡулында бар – һайлаусыларҙы майлай,
Һайлаусылар майлаусыларҙы һайлай.
(“Һайлауҙар”).
* * *
Ҡурҡмайым еңеүеңдән:
Көс – һиндә, хаҡлыҡ – миндә.
* * *
Ҡурсалармы телде, илде
Телгә бөткән тел биҫтәһе?
Илдең, телдең таянысы
Тел оҫтаһы – ил остазы.
(“Ҡурсалармы телде, илде...”).
* * *
Ҡуштан – йылмайыусы дошман,
Ҡуштан – аҫтыртын дошман.
(“Иблис уға шулай ҡушҡан...”).
* * *
Ҡыҙын урлап алып була,
Ҡанын һурып алып була,
Урлап булмай ил батырын,
Урлап булмай ил данын.
(“Замана ҡобайыры”).
* * *
Ҡылмаһаң да тауҙай гонаһтарҙы,
Ҡай саҡ етә кескәй генә хата
Яҙмыш ярылыр, йорт ҡыйратыр өсөн.
(“Төньяҡ океан боҙҙары кәрәкмәй...”).
* * *
Ҡыуанысҡа тулышып, башым эйәм,
Баш эйҙерер аҡыллы баш булһа.
(“Һин –ғорурһың, сер сисмәйһең, тиҙәр...”).
* * *
Ҡәҙерләһәң, ҡәҙер кисенә тиң
Һәр бер кисе ошо ғүмерҙең.
(“Был ғүмерҙең һәр сәғәте аҫыл...”).
* * *
Ҡәҙерле һүҙ кеүек икмәк изге,
Икмәк кеүек һәр һүҙ ҡәҙерле.
(“Бураҙна”).
* * *
Ҡәҙерле лә, ҡәһәрле лә донъям!
Бигерәк ғәзиз дә һин, хәсис тә һин,
Тураһы ла, ҡыйышы ла һиндә,
Тыумышым да, булмышым да һиндә,
Донъя ҡыумышым да, ҡуймышым да
Ошо ерҙә генә, тик ошонда.
(“Ниңә был ағайҙар былағайҙар?..”).
* * *
Ҡәҙерләмәй бар һиммәтте, бар ҡиммәтте,
Әллә бәндә көҫәй микән ҡиәмәтте?
* * *
Ҡәғбә ташы изге,
Беҙҙең өсөн
Уралтауҙан изге таш юҡтыр,
Халҡыбыҙҙың рухы – башҡорттор.
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).
* * *
Малын таный, кеше танымай, малын һанлай, кешене һанламай. (“Көндәлектәр”. 20.12.1978).
* * *
Математик һанды боҙа алмай,
Ә тарихсы! –
Барыһын борғослай.
Мәҙхиәләр йырлай ҡәбәхәткә,
Ҡойроҡ болғай ахмаҡ бойороҡҡа.
(“Хазина”).
* * *
Матурлыҡ үҙе яҡлауға мохтаж. Донъяны ла, ундағы матурлыҡты ла татыулыҡ ҡотҡарыр. (“Көндәлектәр”. 1.04.2003).
* * *
Машиналар кешеләрҙән күберәк,
Һәләкәткә ниңә ашығалар?
Барыһына кеше хужа ине,
Кеше хәҙер ҡоло машинаның.
(“Машиналар кешеләрҙән күберәк...”).
* * *
Мең тоҙаҡ ҡорһаң да, елде
тоҙаҡлап тотоп булмай,
Йәшлегеңде, китмә тиеп,
йоҙаҡлап тотоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).
* * *
Милләт бәләкәйерәк булған һайын, уның хәстәр-хәсрәттәре лә ҙурыраҡ, уға йәшәүе ауырыраҡ булмаймы икән? (“Шифалы тауҙар йылыһы”).
* * *
Милләтте бөтөрә торған ике яман сир. Уларҙың беренсеһе – эскеселек, икенсеһе – кешенең үҙ туған телен, үҙ динен онотоуы. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала. Барыһы ла ғаиләнән башлана һәм барыһын да сәңгелдәктән, тыуған тупһанан, тыуған нигеҙҙән, тыуған йорттан башларға кәрәк. Өйөң тыныс булһа, ауылың тыныс булыр, ауылың тыныс булһа, районың тыныс булыр, районың-ҡалаң тыныс булһа, илең тыныс булыр. Илдәр тыныс булһа, барлыҡ донъя тыныс булыр. (“Нимәгә ул Америка?”).
* * *
Милләттәрҙе туған теле һаҡлар,
Милләт әгәр телен һаҡлаһа!
(“Ҡөрьән ошо телдә әйтелгән бит...”).
* * *
Мин бөлгәндән генә ил бөлмәҫ тип,
Мин үлгәндән генә ил үлмәҫ тип,
Ҡул ҡаушырыу ирҙәр эшеме?
(“Мин бөлгәндән генә ил бөлмәҫ тип...”).
* * *
Мин был ергә буш ҡул менән килдем,
Буш ҡул менән генә китермен.
(“Көндәлектәр”. 10.01.1997).
* * *
Мин ғүмерем буйы яңғыҙ булдым,
Мин ғүмерҙә яңғыҙ булманым.
(“Яңғыҙлыҡ”).
* * *
Мин диндәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, береһен икенсеһенән өҫтөн һанарға йыйынмайым. Кешелә иман һәм әхлаҡ тәрбиәләй икән, рухты сафландырырға ынтыла икән, тимәк, уларҙың барыһының да маҡсаттары дөйөм алғанда изге һәм юғары. Дини фанатизм менән ағыуланыу, һуҡыр табыныуға тарыу һөҙөмтәһендә сикләнгән донъяла бикләнеп ҡалыу – былары инде рухи эҙләнеүҙәр юлында бер сиктән икенсе сиккә һуғылыуҙар. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Мин үҙемде бәхетһеҙмен тимәм,
Бәхетлерәк булһаң минән һин.
(“Һинең менән үткән һәр көнөмдө...”).
* * *
Мин фәрештә түгел. Ҡылғандарым
Булыр хата, булыр сауаплы.
Ни булһа ла булыр! Тик уларҙың
Барыһы өсөн үҙем яуаплы!
(“Тел осомда саҡ-саҡ тотҡанымда...”).
* * *
Мине ерҙән тартып алып була,
Мине ерҙән быраҡтырып була.
Тик йыһандан тартып алып ҡара,
Быраҡтырып ҡара!
(“Мин – мәңгелек. Ерем ҡуйынында...”).
* * *
Минең өсөн ерҙә иң ҙур шатлыҡ,
Иң ҙур отош – яңы йыр отоу.
(“Йәшлектәге ошо ҡыуанысты...”).
* * *
Минең өсөн ҡәҙерлерәк
Һинең бөйөк алдығыңдан
Минең кескәй хәҡиҡәтем.
(“Мин – кесерәк. Һин – эрерәк...”).
* * *
Минең һөңгөм – ҡәләм,
Ҡағыҙым – әләм,
Бар яҙмышым – шулар иркендә.
Мираҫтарым ҡалыр.
Тик ҡәләмде
Мираҫ итеп булмай бер кемгә.
(“Һөңгөмдө мин ергә ҡаҙамайым...”).
* * *
Миңә күҙ ҡыҫаһылар юҡ –
Күҙем былай ҙа ҡыҫыҡ.
Миңә ҡыҙыҡ эҙләйһе юҡ –
Донъя былай ҙа ҡыҙыҡ.
(“Миңә күҙ ҡыҫаһылар юҡ...”).
* * *
Модаға эйәргәнсе, үҙең мода тыуҙыр. (“Көндәлектәр”. 15.01.1976).
* * *
Моңдан яралған күңелем
Моңдарға һыуһап яна.
Аҡ һаҡаллы сабый булып,
Китһәмсе аҡ донъянан.
(“Һаҡаллы сабый”).
* * *
Мөсәл ярым ғүмер – ун һигеҙ йәш!
(“Мөсәл ярым ғүмер”).
* * *
Мөсәлдәге ҡотло, ҡотһоҙ йылдар
Барыһы ла кеше йылдары.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Дауылдарҙың тынын быуырлыҡ.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Тәүлектәре быуат быуырлыҡ.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Нурҙарынан донъя йылына.
(“Кеше йылы”).
* * *
Мөхәббәт тип яҙмыш ҡауыштыра,
Берҙе бергә ҡуша – нуль була...
(“Был тормоштоң ҡайҙа хаҡ-нахағы...”).
* * *
Мөхәббәт – ул ғүмер буйы ла асылып бөтә торған донъя түгел. Ул – мәңгелек сер булып ҡала торған мөғжизә, тойғо, кисереш, халәт. (“Нимә ул мөхәббәт? Бармы ул?”).
* * *
Мөхәббәткә шаһит кәрәкмәй.
(“Бәхетебеҙҙең артыҡ ташҡан сағын...”).
* * *
Мөхәббәттә әрһеҙ булһаң, йәрһеҙ булырһың. (“Көндәлектәр”. 26.12.1997).
* * *
Мул тормошҡа бикле ҡапҡа,
Хеҙмәт – асҡыс шул йоҙаҡҡа.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Мәғлүм булһын барығыҙға,
Шулар насар арағыҙҙа:
Өйләнмәй йөрөгән егеттәр,
Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Мәғәнәһеҙ һүҙҙе, тамаҡ ярып ҡысҡырһаң да, халыҡ ишетмәй. (“Көндәлектәр”. 7.12.2012).
* * *
Мәктәп бар ҙа ул –
Балалар юҡ.
Мәсет бар ҙа ул –
Бабайҙар юҡ.
(“Хазина”).
* * *
Мәктәптә бит тибә ил йөрәге,
Мәктәпһеҙ ил етә упҡын-ярға.
(“Граждандарҙы ҡабул итеү көнө”).
* * *
Мәңгелек мәл – беҙҙең был йәшәүҙәр,
Быуындарға быуын ялғанып.
Һаҡла ҡыйралыштан мәңгелекте,
Ҡанатлы мәл – аҫыл заманым!
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Мәңгелектә ғүмер ниндәй ҡыҫҡа!
Был хаҡһыҙлыҡ һыймай аңыма.
* * *
Мәсетле ауыл – бәхетле ауыл. Әммә мәктәпһеҙ ауыл бәхетле була алмай. Мәсет менән мәҙрә бергә йәшәгән. Мәктәп тә, мәсет тә халыҡҡа бергә хеҙмәт иткән, белем һәм иман илткән. Мәсеттәрҙе емергән замандарҙа мәктәптәр асылды, хәҙер мәсеттәр төҙөлгән ваҡытта мәктәптәр ябыла. (“Көндәлектәр”. 10.06.2011).
* * *
Намыҫ таҙа булһа, уяу булһаҡ, көн һаҡланыр, моң һаҡланыр, ер-һыуыбыҙ имен, таҙа булыр.
* * *
Ни мәғәнә минең йәшәүемдән,
Тамыҙмаһам ергә тамсы тир?
Был донъялар миңә вокзал түгел,
Мин дә түгел ерҙә пассажир...
(“Вокзал”).
* * *
– Ниндәй шатлығың иң ҙуры?
– Әсәмә күрһәткән шатлыҡ.
– Ниндәй ҡайғың иң ауыры?
– Әсәмә күрһәткән ҡайғы.
(“– Ниндәй шатлығың иң ҙуры?..”).
* * *
Нимәләр генә
Кисермәй кеше.
Йыһандан оло,
Туҙандан кесе.
(“Нимәләр генә...”).
* * *
Ниндәй ғәҙәт? Ҡағыҙ-бойороҡһоҙ
Аҙым атларға ла ҡурҡабыҙ.
Ҡурҡмай ҡара – кеше башын ашай
Ус аяһы хәтле бер ҡағыҙ.
(“Ҡағыҙ киҫәге”).
* * *
Ниндәй ирҙәр ап-аҡ башлы була
Ҡара ҡайғыларҙан бер төндө...
(“Эй, тәбиғәт! Орлоҡтарың ҡай саҡ...”).
* * *
Ниңә бәндә ергә һыймай?
Уйлан, әҙәм, бер аҙ ғына.
Ер өҫтөнә һыймаһа ла
Барыһы һыя ер аҫтына.
(“Төрлө ишекте асһаҡ та...”).
* * *
Нисек кенә донъя көтһәң дә бит,
Етәбеҙ шул ҡәбер-төрмәгә.
Ярай әле кеше ул төрмәгә
Иҫен юйғас ҡына эләгә.
(“Батырҙарҙың-батырҙарын хатта...”).
* * *
Нисәмә ҡат аҫылһа ла, атылһа ла,
Һатылмаған һис бер көскә.
Яу ҡупҡанда, саф буйлап, юлбашсылай,
Остан осҡа
Был һүҙ осҡан –
Башҡортостан!
(“Бер һүҙ”).
* * *
Ностальгия – илде һағыныу.
Кендегеңде киҫкән, сабый тешең төшкән,
Аҡыл тешең үҫкән илеңде һағыныу.
Ностальгия – һағыныуҙың бөйөгө.
Тыуған тупрағыңа табан тейгәс кенә,
Башың эйгәс кенә,
Ҡубып төшә йөрәгеңдән
Һағыныу көйөгө.
(“Ностальгия”).
* * *
Нығыраҡ күрергә
Алдағы юлымды
Уҙғандарға боролоп ҡарайым.
(“Киҫәтте халҡымдың ырымы...”).
* * *
О, театр!
Күпме күңелдәрҙе
Йыуатыр ҙа дәрттәр уятыр.
(“Сәхнә әһеленең әйткәне”).
* * *
Ожмахтарға юлдар тирҙе һыға,
Ожмахтарға юлдар ҡатмарлы.
Тау ҡәҙәре эштәр атҡармайса,
Асылырмы йәннәт ҡапҡаһы?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ожмахынан яҙған әҙәм булам,
Айырылһам Башҡортостандан.
(“Яҙмағандыр аулаҡ йәйләүҙәрҙә...”).
* * *
Оҡшатмаған һыуын мал да эсмәй. (“Көндәлектәр”. 6.04.1990).
* * *
Ололарҙы өлгө иткән йәштәр яҡшы,
Йәштәр һымаҡ ҡыланыусы ҡарттар шаҡшы.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Он аҡмаһа мөшкәнән,
Ил тарыр меҫкен хәлгә.
* * *
Офоҡ менән офоҡ,
Ярҙар менән ярҙар ҡауышмай.
(“Юлдарымды күпме ҡыҙҙар киҫте...”).
* * *
Өйһөҙ кейәү – көйһөҙ кейәү.
* * *
Өлгөрмәйҙер, ахыры, бер кем ерҙә
Һуңғы һүҙен әйтеп ҡалырға...
(“Әллә ниҙәр булды донъяларға...”).
* * *
Өлөшөмә төшкән көмөшөм – һүҙ,
Мин белмәйем шунан башҡаны.
Ғүмергә мин уяу тел һаҡсыһы,
Һүҙҙең ҡоло,
Һүҙҙең батшаһы.
(“Мин ғүмерем буйы һүҙ ауланым...”).
* * *
Өндәшмәү –
Зирәктең сабырлыҡ һаҡлауы,
Наҙандың йәшенер япмаһы.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Өндәү билдәһендәй төҙ ирҙәр ҙә
Һорау билдәһендәй бөгөлә.
(“Иңдәреңдән һелкеп ташлап ҡына...”).
* * *
Өс изге машина ҡалала:
Береһе икмәк, һөт тейәгән,
Икенсеһендә
Балалар ҡайҙалыр баралар,
Өсөнсөһөндә бәләнән, үлемдән
Араларға сабалар.
(“Өс машина”).
* * *
Пуляны кем ҡойған?
Табыуҙары ҡыйын:
Меңдәрҙең бере.
Пуляны кем атҡан?
Табыуҙары ҡыйын:
Меңдәрҙең бере.
Ҡорбан ғына һәр саҡ билдәле,
Кемдеңдер ул берҙән-бере:
Улы йәки ире.
(“Пуля”).
* * *
Пәйғәмбәрҙәй йәндәр арабыҙҙа
Аҙ тиһеңме – таныр баш кәрәк.
(“Яҡлаһалар ҙа ҡара...”).
* * *
Ракеталар күккә ҡараһа ла,
Улар барыбер ергә төбәлгән.
(“Ирәндек итәгендә”).
* * *
Ришүәт биргәндең дә,
Ришүәт алғандың да
Урындары уртаҡ –
Тамуҡтары утта.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Рәми Ғарипов – тыуған халҡының мөхәббәтен үҙе тере сағында татыған бәхетле шағир. Ул халҡым тип янып йәшәне һәм хакимдар төрлөсә йәберләргә, эҙәрлекләргә тырышҡанда ла һөйөклө милләте уны тере сағында аңларға, хөрмәт итеп, аҙ ғына булһа ла арҡаһынан һөйөргә өлгөрҙө. (“Сәйәхәттәр һәм һәйкәлдәр айы”).
* * *
Рәсәй, Рәсәй!
Хәсрәтле ил,
Йәне мәңге йәберле ил,
Мөһөрлө ил, ҡәһәрле ил,
Зарураттан ҡәҙерле ил!
(“Башһыҙ һыбайлы”).
* * *
Рюмка сәкәштереү кешеләрҙе сәкәләштереүҙән гонаһһыҙыраҡ. (“Көндәлектәр”. 10.01.2000).
* * *
Рәхмәт инде ахмаҡтарға,
Булмаһалар ул ахмаҡтар,
Донъяһы һанһыҙ булыр ине,
Булмаһалар ул ахмаҡтар,
Даһи ҡайҙан тыуыр ине?
(“Рәхмәт инде”).
* * *
Сабырлыҡ – Алла бүләге,
Ашығыу – шайтан теләге.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Сал Уралда ғәййәр йәш Салауат
Дауылланып ҡалҡһа яңынан,
Башҡорт ирҙәренең ҡайһыларын
Алыр ине икән ғәскәренә,
Алыр ине икән янына?
(“Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа”).
* * *
Сарсауымды баҫа алғаны юҡ
Ят яҡтарҙың шәрбәт, һуттары,
Ағиҙелем, тим дә ашҡынамын,
Өфөм, тим дә ҡайтам уфтанып.
(“Мөғжизәләр көтөп, алыҫ юлға...”).
* * *
Секунд энәһе менән көнө-төнө
Ғүмеремде кимерә ҡул сәғәтем.
(“Мин үлсәнем ваҡыт-араларҙы...”).
* * *
Серем иткәндә лә шәйлә һин:
Күҙе асыҡ һәр саҡ хәйләнең.
* * *
Серлерәк миңә был донъя
Үтә күренгән һайын.
(“Бер ҡатлы сабый инем мин...”).
* * *
Сикһеҙ офоҡ тоҙаҡ хәтле ҡалһа,
Күҙемә бер саҡ һуңғы нур бәрһә,
Тыуған ерем йыры сыңлағанда,
Мәңгеләккә
Телем көрмәлһә, –
Үкенмәмен.
Йыр шикелле ерем,
Минән һуң да ҡалыр йыр көйө.
Тауҙарҙың һуң ниндәй ҡото китһен,
Ҡолағанда тауҙан
Бер кейек.
(“Донъя балҡып китте, ҡартлас тауҙың...”).
* * *
Сит-ят яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡан үҙ Ватанына башҡасараҡ бағыр. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Соҡоп булмай илдең күҙен,
Киҫеп булмай илдең телен.
(“Йыр”).
* * *
Сүл ҡото – ҡотоҡ булыр,
Солоҡ ҡото – ҡорт булыр.
Өйҙөң ҡото усаҡтағы
Дөрләп янған ут булыр.
(“Ҡот”).
* * *
Сыныҡтым мин Ватан ҡосағында,
Һауаларын һулап, утта янып,
Һыуҙа йөҙөп, ергә ерегеп.
Айырмаһын ошо ҡотомдан –
Ерем, һыуым, һауам, утымдан.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Сәңгелдәк йыры – халыҡтың иң бөйөк шиғриәте, моңо. Ул кешенең хыялы, өмөтө, хафаһы менән тулышҡан. Башҡа бер төр әҫәр ҙә сәңгелдәк йыры менән тиңләшә алмай. Ул – тәбиғилек өлгөһө. (“Көндәлектәр”. 24.05.1972).
* * *
Сәсәнһеҙ халыҡ – әсәһеҙ. (“Көндәлектәр”. 9.12.2010).
* * *
Тайҙы өйрәтә белмәһәң,
Сығынсы бер ат була.
(“Яңы йыл”).
* * *
Талант бейеклеген аҡса менән яулап булһа, унда күптән олигархтар менеп ултырған булыр ине. Әл дә ул урынға Аллаһ үҙе тәғәйенләй, дәрәжәне үҙе бирә. (”Көндәлектәр”. 20.04.2010).
* * *
Таланттың хикмәте – ғәҙәтиҙә бөйөктө күрә белеү. (“Көндәлектәр”. 22.04.1996).
* * *
Талпына ҡурай,
Моңлана ҡурай,
Алҡыштар яулап,
Донъяны урай.
(“Хазина”).
* * *
Танауы ҡыҙарһа ла, оятынан йөҙө ҡыҙарырлыҡ насарлыҡ эшләмәгән. (“Көндәлектәр”. 25.07.1986).
* * *
Теге донъянан
Кафыр ҙа ҡайтмай,
Мөьмин дә ҡайтмай.
(“Ваняға – баня...”).
* * *
Тейеш өлөшөмдө кәметерҙәр –
Тик үҙемде кәмһеттермәм.
* * *
Текә ярҙан офоҡтарға бағам,
Уралымда ал таң ҡыйыла.
Һәр тарафы илдең йәндәй изге,
Дүрт яғым да бөгөн ҡибла!
(“Күңелемдә һүнмәҫ был хозурлыҡ...”).
* * *
Тел – ижад һәм көрәш ҡоралы, иң үткер, иң ныҡлы һәм ышаныслы ҡорал. Ҡылыс һынһа ла, патрон бөтһә лә, һабан ҡыйралһа ла, һүҙ һынмай, тел тутыҡмай, фекер ҡыйратылмай.
* * *
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Иле бөтә теле бөткәндең.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Теле юҡтың иле юҡ,
Ере юҡтың иле юҡ.
Тере була тик ерле тел,
Тере була тик ерле ил.
(“Теле юҡтың иле юҡ...”).
* * *
Телем бөтһә, ерем йәме бөтөр,
Мәғәнәһе ҡалмаҫ ғүмерҙең.
Берҙән-берем, йәнем –
Туған телем –
Иң ҙур мөғжизәһе был ерҙең.
(“Иң беренсе мөғжизә”).
* * *
Телең булып та, илең булмаһа,
Илең булып та, телең булмаһа,
Көнөңдө көн итер динең булмаһа,
Илеңде күтәрер иңең булмаһа,
Ни бысағыма яҡты донъяһы!
(“Ҡылысы булып, батыры булмаһа...”).
* * *
Тигеҙ булһын донъя. Тик булмаһын
Бәхет менән тигеҙ йот, аслыҡ.
Тиңләшмәһен ялған менән хаҡлыҡ,
Ҡара мәкер менән ихласлыҡ.
(“22 март, 1984 йыл”).
* * *
Тик барыһын көтә һуңғы аҙым –
Мәңгелеккә ябылыр ҡапҡа алда.
Уға еткәс, бер үк дәрәжәлә
Үтә һаҡ та, үтә дыуамал да.
(“Шундайҙар бар: сәләм биреп тормай...”).
* * *
Тик күрмәнем ерҙә тиң матурлыҡ
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығына.
(“Ирекһеҙҙән ҡапыл шаһит булдым...”).
* * *
Тик хаҡлыҡтар быуыр ваҡлыҡтарҙы,
Араларҙар аҡты ҡаранан.
(“– Бөйөк китаптарҙы ғына уҡы...”).
* * *
Тик шулай ҙа мин шат булыр инем,
Кеше, арттан ғәйбәт йөрөтмәйсә,
Үҙе килеп алһа яғамдан.
(“Боронғоноң йолалары ҡыҙыҡ...”).
* * *
Тимер серей. Туҙ туҙмай.
Туҙға яҙған һүҙ туҙмай.
Ташҡа уйылған юйыла,
Яҙмышҡа яҙған юйылмай.
(“Тимер серей. Туҙ туҙмай...”).
* * *
Тирер ерҙә ҡармап, тиреп алды,
Бирер ерҙә арбап, биреп алды.
(“Бәғзеләрҙең йәшәү юлы”).
* * *
Тирмәнсе тирмән ташын ялап булһа ла туя. (“Көндәлектәр”. 24.12.2002).
* * *
Тишектән килгән ел яман,
Кеше аша килгән һүҙ яман.
(“Көндәлектәр”. 25-26.05.1979).
* * *
Торлағың киң булып та, йөрәгең тар икән, йорт-ҡураңа барыбер ҡот ҡунмаясаҡ.
* * *
Тормош артыҡ ҡаты бәрелә тип
Зарланмамын башҡа.
Ҡаты бәрелмәйсә ут сығырмы
Саҡматаштан?
(“Тормош артыҡ ҡаты бәрелә тип...”).
* * *
Тормош гел балҡытмаҫ
Алдыңда ал таңды.
Онотһаң хатаңды –
Уҡытыр батаңды.
(“Тормош гел балҡытмаҫ...”).
* * *
Тормош матурыраҡ булһын тиеп,
Күпме матурлыҡтар ҡырылған.
Ҡот-дәүләте илдең артһын тиеп,
Урман ауған, һыуҙар ҡороған.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Тормош нимә? Бер төш кенә.
Ҡояш сыҡты. Ҡояш батты.
Иртән малай булып торҙом,
Кисен бабай булып яттым.
(“Тормош нимә? Бер төш кенә...”).
* * *
Тормош ул ҡыуаныс,
Ҡыҙғаныс һәм көлкө.
Яманмы, яҡшымы –
Һинеке.
(“Тормош гел балҡытмаҫ...”).
* * *
Тормошто сүпләр мәлдәрҙе
Күрҙек. Белдек. Тик түҙҙек.
Өйөңдән сүп сығарма, тип
Тылҡыныҡ иҫке һүҙҙе.
Хәҙер өйөбөҙҙө түгел,
Сүп баҫа илебеҙҙе.
(“Тормошто сүпләр мәлдәрҙе...”).
* * *
Төнө лә ҡара, көнө лә ҡара
Ҡараҡтың.
* * *
Төп Законды борғоларға була,
Тарихтарҙы боҙоп яҙып була,
Борғоланмай бары шәжәрә.
(“Хазина”).
* * *
Төпсөнмә, ти, миңә донъя,
Беләм, ти, белмәҫеңде.
Мин дә, тормош, серең бөтһә,
Күрмәҫ инем бәҫеңде!
(“Асылын эҙләп тормоштоң...”).
* * *
Төҫ ташламаҫ тере ынйыларым –
Халҡым йырҙарының ҡуҙҙары...
(“Халҡым йырҙары”).
* * *
Төшөндә лә күрмәгәнде
Күрҙем тигән гонаһ ҡылыр.
Ул бәндәнең әйткән һүҙе
Ялғандың да ялғанылыр.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Төштәремә йөҙ кергәнсе,
Өндәремдә бер күрһәмсе.
* * *
Туған теле бергә тупламаһа,
Тарҡала ил, хәтерен юя шул.
Телһеҙ ҡалған, һүҙһеҙ ҡалған халыҡ
Күҙһеҙ ҡала, һүнә ҡояшы.
(“Әллә ниндәй серле донъя сорнай...”).
* * *
Туғанынан яҙған – ярты йәтим,
Туған теленән яҙған – мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
(“Халҡыма хат”).
* * *
Туғыҙынсы май...
Ябылып килгән яраларға тейеү
Бөгөн, илем, бәлки, ярамаҫ.
Йырым тамсы шифа булһын ине
Йөрәк һулҡылдатҡан яраңа.
(“Туғыҙынсы май”).
* * *
Туҡмар булһа күршеһенең этен,
Күршеһен дә, тимәк, ул рәнйетер.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Туҡтар булғас, ниңә юл башларға?
Үлер булғас, ниңә тыуырға?
(“Белмәйем”).
* * *
Тура күңелдәр турайта
Ерҙең урау юлдарын.
(“Тормош бормалы-бормалы...”).
* * *
Түңәрәк өҫтәлдең түре юҡ тиһәләр ҙә, бар шул уның түрҙәре, түрендә ултырыусы түрәләре.
Түңәрәк ер шарының да түрендә ултырыусы түрәләре бар. Түңәрәк ер шарының һаҙлыҡтары бар, үрҙәре бар, түрҙәре бар, гүрҙәре бар. (“Көндәлектәр”. 14.02.2012).
* * *
Түрәне һәм үлгәнде
Йә тик маҡтап ҡына һөйлә,
Йә өндәшмә белгәнде.
(“Түрәләр үлектәр һымаҡ...”).
* * *
Тыйып була ағыр йәштәреңде,
Йәшереп ҡара атылыр йәшенде.
(“Яҙғы донъям тымып, шымып ҡалды...”).
* * *
Тыуған ергә генә баш эйәбеҙ,
Бил бөгәбеҙ бары хеҙмәткә.
(“Беҙ – ғорурбыҙ!”).
* * *
Тыуған ерем, берҙән-берем,
Ҡәғбәм дә һин,
Ҡәлғәм дә һин,
Сәждәм дә һин, сәм, ғәм дә һин,
Тәғәм дә һин, йәм, тәм дә һин –
Башҡортостан!
(“Хазина”).
* * *
Тыуған ерем мәңге төҫ һалмаһын,
Аяҡтарым юлда талмаһын.
Йөрәгем тере көйө телһеҙ кәкүк,
Өнһөҙ былбыл булып ҡалмаһын.
(“Кәкүктәрем һаҡауланып ҡалыр...”).
* * *
Тыуған ерен һатҡан бәндәләр тиң
Үҙ әсәһен һатҡан мөртәткә.
(“Баҙар балтаһы”).
* * *
– Тыуған йылың ҡайһы?
– Халҡым тыуған йыл.
– Ҡыуған юлың ҡайһы?
– Халҡым ҡыуған юл.
(“Арнау”).
* * *
Тыуған тупраҡтағы бөтә йәмде
Йыйып үҫкән, ахыры, был ҡурай.
(“Каруанһарай”).
* * *
Тыуған яҡҡа сәфәр – иң оҙон-оҙаҡ, иң яҡын-ҡыҫҡа сәфәр. Ғүмер буйы уны дауам итә алыуың – бәхет. (“Көндәлектәр”. 27.06.1997).
* * *
Тыумай ҡалмаҫ илдә ир-даһи,
Телем тере булһын, илаһи.
(“Бәхет сәғәттәре гел һуҡмай...”).
* * *
Тыуым ғына туҡтай белмәй,
Үлем генә үлемһеҙ!
(“Барыһын да вата ваҡыт...”).
* * *
Тыуым да – мәл,
Үлем дә – мәл,
Тик тапмаҫ кеше әмәл:
Иҫләмәҫ ул тыуған мәлен,
Алдан белмәҫ китер мәлен.
(“Тыуым да – мәл...”).
* * *
Тыуым менән үлем – бер кем еңмәҫ
Иҫке ҡанундары донъяның.
Бары йәшәү генә – һәр саҡ башҡа,
Тормош ҡына бары – өр-яңы.
(“Тыуым – йәшәйештең тәүге өнө...”).
* * *
Тыуым менән үлем сиктәрендә
Бирелгәндер беҙгә был ваҡыт.
Тыуымдарҙы көсләп туҡтаталар,
Үлемдәрҙе генә юҡ туҡтатыу.
(“Тыуым менән үлем сиктәрендә...”).
* * *
Тәбиғәткә ҡарата көс ҡулланыу, уны иҙеү – замандың оло енәйәте. (“Көс-ҡеүәтебеҙ – берҙәмлектә”).
* * *
Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ.
(“Имән”).
* * *
Тәбиғәттәге бер ғәҙәт
Ҡала ғүмер-ғүмергә:
Кеше йондоҙға атыла,
Йондоҙ атыла ергә.
(“Тәбиғәттәге бер ғәҙәт...”).
* * *
Тәҙрә шаҡып ҡына килмәй бәхеттәр,
Тәҙрә шаҡып ҡына килмәй бәләләр.
Ишегеңде тибеп асып керәләр,
Йөрәгеңде бәреп килеп керәләр.
(“Тәҙрә шаҡып ҡына килмәй бәхеттәр...”).
* * *
Тәрбиәле кеше беленеп торор,
Ниндәй йәшендә лә ул күркәм булыр.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Тәрбиәле үҫкән бала – иң бай бала,
Мираҫ итеп тәрбиәне алып ҡала.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Тәржемәләр – халыҡтар, илдәр араһында бәйләнештәрҙе үҫтереүсе элемтәселәр. Элемтә тормоштоң бер генә тармағында ла өҙөлмәҫкә тейеш. Яңы ҡитғаларҙы сәйәхәтселәр генә түгел, талмастар ҙа асҡан. (“Көндәлектәр”. 16.12.2012).
* * *
Тәүфиҡ менән генә тыумай берәү ҙә,
Тик тәүфиҡһыҙ булып тыумай берәү ҙә.
Тәрбиәләү нимә тиеп тирбәтеүҙә,
Тәрбиәләү нимә теләп биләүҙә.
(“Тәүфиҡ менән генә тыумай берәү ҙә...”).
* * *
Уҙа ғүмер, боҙмай ғәҙәтен,
Ватылмай у










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)