RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ялған саҡырыу йәки Мин нисек ҡатынымды "еңдем"

31.08.2016 Ялған саҡырыу йәки Мин нисек ҡатынымды "еңдем"

Ялған саҡырыу йәки Мин нисек ҡатынымды "еңдем"Ҡарттар менән осрашҡанда Иманғәле менән үткән тормошта булған хәлдәр тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ. Ул үҙенең эш осоро тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Эштәрем, ғәҙәттәрем буйынса насар ир түгелмен. Эш урынында хөрмәтләп ҙурланылар. Бер ваҡытта ла мине премиянан һәм ун өсөнсө эш хаҡынан ҡалдырманылар. Ун йылда бер ниндәй ҙә шелтә алманым. Маҡтау ҡағыҙҙарын бөтә бригада менән "йыуа" инек.
Айына ике тапҡыр "төшөрөп" ҡайтҡанда, ҡатыным тәүге мәлдә иғтибар итмәне, сөнки башҡалар кеүек ғауға ҡуптарманым. Тауыш-тынһыҙ ғына йоҡларға ята инем. Бындай хәл ҡатынға оҡшамай башланы һәм ул мине әр менән "тәрбиәләргә" булды. Әр иһә бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй.
Бер саҡ шулай артығыраҡ "төшөргәнбеҙ". Өйгә ҡайтып еттем дә, ишек тупһаһын аша баҫыу менән: "Ҡәҙерлем, әрләшмә, мин йоҡларға киттем!" – тинем. Диванға барып еттем тигәндә: "Һин эскесе, алкаш, уны эсеү генә түгел, ә унда йөҙәһең, һинән сивуха еҫе килә, ул еҫте Мәскәүҙә лә, Сахалинда ла һиҙәләр", – тигән тауышты ишеттем. Өҫтәүенә, ҡатыным сәсемде услап тотоп тартты, сәстәрем уның усында тороп ҡалды. Ауыртыуға сыҙай алманым, уны этеп ебәрҙем. Ҡатыным тәүҙә аптырап ҡалды, ә һуңынан бысҡы ботаҡҡа барып тейгәндәге тауыш сығарған тауыш сығарып ҡысҡыра башланы.
…Миңә йоҡларға тура килмәне. Дивандан кемдеңдер көслө ҡулы һелкетеп торғоҙҙо. Күҙемде астым. Алдымда өс полиция хеҙмәткәре тора ине.
– Һин нимә, иҫерекһең, ҡатыныңды туҡмайһың? – тине уларҙың береһе һәм ҡулымды ныҡ ҡына ҡайырҙы. Ул шул тиклем ауырттырҙы, хатта тотлоға башланым.
– Ниндәй ҡа-тын-ыңды? – саҡ әйтә алдым.
– Эйе, иҫләмәй, онотҡан, – тип аптырап ҡалды килеүселәрҙең береһе.
– Ҡатыны беҙгә: "Ирем йәшәргә ирек бирмәй", – тип шылтырата, ә ул бер нәмә лә хәтерләмәй. Тегендә хәтерләр­һең, иҫеңә төшөр!
Мине етәкләп "ГАЗ"икка килтерҙеләр һәм типкеләй-типкеләй төрткөләп машинаға индерҙеләр. Төндө айнытҡыс­та үткәрҙем.
Эшләгән урында бөтәһе тураһында бригадирға түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ул, мине ғәйепләгән кеүек, башын сайҡап ҡуйҙы.
– Хәҙер ҡатының өҫтөңдән төшмәйәсәк! Йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, шулай була. Ҡатын-ҡыҙға ирҙәргә ҡара­ғанда нығыраҡ ышаналар бит. Үҙ-үҙенә "күк" һалып, полиция саҡырһа, бер һүҙһеҙ ғәйепле буласаҡһың. Һин бына нимә эшлә… – тип аҡыл бирҙе. Иптәштәрҙең өйрәтеүе буйынса, кисен аяғымды "саҡ һөйрәтеп" ҡайтып индем. Ҡатыным аптырап ҡалды:
– Эт, тағы ла төшөргәнһең бит!
Ошонан һуң ул мине төрлө әшәке һүҙҙәр менән әрләргә тотондо. Уның әрләүенә иғтибар итмәй генә ашарға үтендем.
– А-н-а-а, жри! – тип миңә бармағы менән күрһәтте.
– Һин уны, исмаһам, әҙерәк йылыт инде, – тип һораным.
– Алкашҡа барыр ошо көйөнсә лә! – тип яуапланы ҡатын.
Уның полиция саҡыртыуын ишеттем. Ул мине тағы ла туҡмай, тип ошаҡланы. Биш минут та үтмәне, тегеләр килеп тә етте.
Ҡатын уларға ишекте асҡансы, мин плита өҫтөндә ултырған кәстрүлдәге ашты башыма әйләндерҙем. Шыйыҡ һәм һалҡын аш өҫтөмдән аға ине.
Полиция хеҙмәткәрҙәре аш бүлмәһенә килеп инде, ләкин минең бөтә кейем һәм тәнемдең макаронға сырмалғанын күргәс, аптырап ҡалдылар. Шуға ҡарамаҫтан, торорға команда бирҙеләр. Яурынымды һелктем һәм ултырғыстан торҙом.
– Иптәштәр, мин бит бер грамм да эсмәгәнмен! – тинем тегеләргә. – Бирегеҙ трубка, өрәм һәм һеҙ бының дөрөҫлөгөнә ышанырһығыҙ. Ул бит һеҙҙе алдап саҡырған!
– Эйе, былай ҙа күренеп тора, һин иҫерек түгелһең, ә ни өсөн ул кәстрүлде башыңа ҡапланы?
– Эштән ҡайтҡас, ашарға һораным, ә ул бер һүҙһеҙ генә кәстрүлде башҡа килтереп ҡапланы. Эйе, быны яратҡан ҡатыным эшләне! – тип ҡатыныма күрһәттем. Ул ағарынды, бүртенде.
– Мин улай эшләмәнем! Мин түгел! – тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы ул, ләкин полицейский: “Һиңә беҙҙең менән барырға кәрәк буласаҡ. Ни өсөн беҙҙе алдашып саҡыр­ҙың икән?” – тип ҡаты торҙо.
Шулай итеп, улар ҡатынды үҙҙәре менән алып китте.
Участкала нимә булғанын ҡатыным һөйләп торманы. Мин дә унан һөйләтергә теләмәнем. Уға унда һәйбәт булмағандыр. Бынан һуң күпләп эсмәнем, саманы белдем. Ҡатыным да башҡаса полиция саҡырманы. Ашты ла һәр саҡ йылытып бирҙе. Әле лә бергә йәшәйбеҙ...

Нур МӨХИТДИНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)