RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)

03.08.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)
Шағир – бер тамсыһы икән
үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул заманының
Һәм көсө лә уның халҡында.
(“Шағир – бер тамсыһы икән...”).

* * *
Шағир – ел ул,
донъя, заман еле, –
Ҡайҙа булһа, нигә ҡағылһа,
Көйөн шунан ала
шунан таба,
шунда ғына тыуа
йыр,
илһам!
(“Илһам”).

* * *
Шағирҙың ялы ла юҡ, ул пенсияға ла сыҡмай.
(“Шиғриәт – йәшлек иле”).

* * *
Шиғриәт!
Берәүгә һин – нан*,
Берәүгә һин – нам**,
Берәүгә һин – дан,
Берәүгә һин – ҡан...
Нан да һин миңә,
Нам да һин миңә,
Дан да һин миңә,
Ҡан да һин миңә...
(“Шиғриәт”).
*Нан – икмәк.
**Нам – исем (иҫке төркисә).

* * *
Шиғриәт бит – үҙе бер
дәүләт ул,
Шул дәүләттең шағир –
Батшаһы!..
(“Шағир дәүләте”).

* * *
Шиғриәт ул иҫ киткес ауыр эш, ул үҙе өсөн бөтә нәмәңде ҡорбан итеүҙе һорай.
(Хаттан. 1977, ғинуар).

* * *
Шиғыр барлыҡҡа килгәндән бирле поэзия донъяға ниҙер әйтергә, кешене нимәгәлер өйрәтергә, кешелә ниҙер тәрбиәләргә тырыш­ҡан, донъяны танып-белеп, уны үҙгәртергә булышҡан.
(“Көндәлектәр”. 12. I. 1964).

* * *
Шиғыр йөрәктә бер йылы тойғо ҡалдырырға, ғәжәпләндерергә һәм тормоштоң, кешеләрҙең быға тиклем үҙең күрмәгән, тоймаған яҡтарын күрергә, тойорға өйрәтерлек, күҙеңде асырлыҡ булырға тейеш.
(Хаттан. 12. X. 1954).

* * *
Шиғыр йөрәктән сыҡмаһа, шиғыр булмай. Әгәр ул күп көс түгелеп, йөрәктән сығып яҙылһа – башта ла, хәтерҙә лә ҡала.
(“Көндәлек яҙмалар”. 8. I. 1948).

* * *
Шиғыр кеүек булһын бар
тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың...
(“Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң...”).








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән