RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)

20.06.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Тәнҡитләнмәҫ бер кем дә юҡ.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1963).

* * *
Тәнҡитсе, яҙыусы кеүек үк, ижад итергә тейеш. Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыу­сы алдында яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә. Тәнҡитсе яҙыусының үҙенсәлеген һәм уның шул үҙенсәлеккә нисек ирешеүен күрә белергә, башҡаларға асып бирергә тейеш.
(“Көндәлектәр”. 2. XI. 1953).

* * *
Тәржемә – иң яҡшы шиғри культура, тел һәм оҫталыҡ мәктәбе ул.

* * *
Тәржемә итеү ҡайһы берҙә үҙенсәлекле шиғыр яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ.
(“Көндәлектәр”. 13. IV. 1954).

* * *
Тәржемә – май юҡта маргарин.
(“Көндәлектәр”. 6. IV. 1955).

* * *
Тәржемә – тел өйрәнеү өсөн иң яҡшыһы.
(“Көндәлектәр”. 27. II. 1957).

* * *
Тәржемә һине иң ҙур яҙыусылар­ҙың фекере, оҫталығы һәм теле менән байыта, тәртипкә өйрәтә.
(“Көндәлектәр”. 24. IV. 1953).

* * *
Уй-хыял, шиғри хис менән йәшәү – үҙе бер бәхет.
(Хаттан. 1977, ғинуар).

* * *
Уҡый белһәң, тормош – ҙур мәктәп, белмәһәң, ул һине баҫырға ла мөмкин.
(“Көндәлектәр”. 13. VII. 1959).

* * *
Уҡытыусы –
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй!
(“Уҡытыусыма”).

* * *
Уҡыусы яҙыусының яҙғанын бер тынала уҡыһын өсөн яҙыусы бөтә ғүмерен бирә. Бер сәғәттә уҡып сыҡһын өсөн, бәлки, бер йыл ултырырға кәрәктер.

* * *
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.
(“Урал йөрәге”).

* * *
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай!..
(“Сыңрау торна”).

* * *
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
(“Уттың ялы-ҡойроғо юҡ...”).

* * *
Үҙ баһаһын белмәгәндәр
Баһалы – күпкә.
Үҙен күтәрмәҫте генә
Күтәрәм күккә!
(“Аҡылға ултырыу”).







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА