RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йомабикә Ильясова “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”

29.01.2016 Йомабикә Ильясова “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”

Башҡортостан

Йомабикә Ильясова  “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”Оҡшаш урман, тауҙар
тәңгәленән
Башҡортостан сиген үткәндә,
Тотош донъя ҡапыл балҡып китә
Барса йәмдәр бында күскәндәй.
Был тупраҡҡа һеңгән
халҡым моңо,
Батырҙарҙың эҙе уйылған,
Ямғыр ғына түгел, ул халҡымдың
Күҙ йәштәре менән йыуылған.
Бында торналарға, бөркөттәргә
Халҡым рухы барып ҡушылған,
Үҙ туғанын аяй белмәгәндәр
Саҡ менән суҡ тигән ҡош булған.
Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә – ҡыҙы,
Үләнендә – тәме ҡымыҙҙың.
Һәр бер йылға тарих булып аға,
Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,
Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта
Уҡтай сая һаман тулҡындар.
Был тәбиғәт – башҡорт
бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!

Бабичҡа

Уны үлтергәндәр таңда,
Яҙҙың күге ағарғанда,
Үлгән шағир йәшәмәй, тип,
Вәхши йәндәр алданғанда.
Ҡанһыраған яраларҙан
Шағир йөҙө ағарғанда,
Йөрәгендә илгә әйтер
Һуңғы һүҙе яралғанда.
Зиндан уны өркөтмәгән,
Рухы уның мәңге азат,
Ул үткәндә ҡала алмай,
Алға әйҙәп барыусы зат.
Быуат үтте. Уның һымаҡ
Шағир, бәлки, тыумаҫ ҡабат,
Бабич йәшәй күңелдәрҙә,
Булып набат, булып һабаҡ.

Етегән

Етегән тигән ете йондоҙ –
Ете һыбайлыһы күктең,
Баш осонан нисә тапҡыр
Һәр төн һайын елеп үттең.
Атта яуға киткәндәрҙең
Һәм зарығып көткәндәрҙең,
Уралым, тип Парижғаса,
Берлинғаса еткәндәрҙең
Һин күктәге маяғымы,
Ҡараңғыла өмөт биргән,
Етегән тигән ете йондоҙ,
Ете бөртөк нурын бүлгән.
Етегән тигән ете йондоҙ –
Ете һыбайлыһы күктең,
Һаҡлар өсөн еребеҙҙе,
Ҡай заманда күккә күстең?..

Умырзаялар

Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Күк йондоҙҙар төҫлө һибелделәр
Ғәзиз илкәйҙәрен һаҡларға.
Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Ҡалҡан булып дошман юлын
киҫте
Кескәй сәскә, нескә һабаҡтар.
Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Үҫмер генә ғүмерҙәрен өҙгән
Батырҙар тик ҡайтмай ҡабаттан.
Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Иҫкә генә беҙҙе алығыҙ, тип,
Һәр яҙ сәскә ата һымаҡтар.

Ҡош

Көндәр йылып өлгөрмәйсә,
Ҡайтты бер ҡош,
Һайрайым, тип, ҡабалана,
Үтмәгән ҡыш.
Күкрәгендә төйөлдө лә
Өҙөлдө моң,
Һалҡын донъя ҡосағына
Һибергә һуң.
...Күңелемдән сыҡмаҫ элек
Һүҙем туңды,
Минең дә бит ихласлығым
Ҡоштай тынды.

Айырылыу

Һис йәлләмәй япраҡтарын ағас,
Түгелгәндә әсе көҙҙәрҙә,
Әйтерһең дә, йөрәк һуты менән
Яралтмаған яҙғы көндәрҙә.
Ниндәй еңел улар айырыла
Һис бер асыу, тамсы үпкәһеҙ,
Өҙөлөп тә бөткәс, бергә ҡалып
Хаталанабыҙ бит күпкә беҙ.

* * *

Тыумаған көн –
Күпме өмөт!
Юлын, яҙмыш,
Ҡуйма өҙөп.
Үтеп киткәс,
Ул юғала,
Мәңгелеккә
Юл ала ла.

Йырсы ҡоштар

Таң ҡалһам да бөркөт,
шоңҡарҙарға,
Ҡәҙерлерәк миңә һандуғас,
Хатта турғай, кескәй ҡыуанысын
Бар донъяға һибер ҡош булғас.
Улар ерҙең шишмә, үләнеләй
Һөйөнөстәр менән көн күрә,
Улар беҙгә тик йыр менән генә
Бар ҡайғыны еңер көс бирә.

Ваҡыт

Ҡасып барған ҡуян һымаҡ,
Алдаштырып, бер ялтанып,
Алға әйҙәй, ашыҡтыра,
Килеп еткәндә, ятһынып.
Әйтерһең, һиңә һис кенә
Кәрәкмәйем мин, бөгөнөм,
Күпме кеше яҙмышында
Шулай ҡала бит бөгөлөп...

Һорау

Осраҡлыҡмы, әллә инде
Ҡотолғоһоҙ юл инеме,
Йөҙәр-меңәр сәбәптәре
Әлегәсә юҡ инеме?..
Һәләкәттәр, аямайса,
Бар донъяны ҡамағанда,
Ҡай дәүләттәр араһында
Дуҫлыҡ һүҙе ҡалмағанда,
Әҙәп, иманды онотоп,
Бәндә менән һатыу иткән,
Вәхшилекте, аҙғынлыҡты,
Изге дин, тип иғлан иткән,
Ҡотон алып ҡитғаларҙың,
Әйтерһең дә, дейеү – батша,
ИГИЛ тигән яуыз ҡәһәр
Менеп килгән саҡта башҡа,
Уйға сумып, ғәжәпһенеп,
Бәп-бәләкәй йөрәгемә
Һорау бирәм, ошо һорау
Бар йәнемде өҙә генә:
Осраҡлыҡмы, әллә инде
Ҡотолғоһоҙ юл инеме,
Йөҙәр-меңәр сәбәптәре
Әлегәсә юҡ инеме?..
Һәр заманда тыуа афәт,
Төрлө сүрәттәргә инеп,
Етмеш кенә йыл элек бит
Фашизмды бергә еңдек!
Ҡылған ғәмәлдәре өсөн
Кешелекте әллә карма,
Мәле-мәле менән шулай,
Йәлләмәйсә, әллә ҡыра.

Матурлыҡ

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында әҙәби бәйге тамамланды

Көрәш майҙандары беҙгә ниңә,
Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа,
Әсәй-өләсәйҙәр шиғыр менән
Бәйге тота бөгөн үҙ-ара.
Таңдан тороп, улар икмәк һала,
Өйөн йәмләй, бала үҫтерә,
Еребеҙҙе Алпамыша түгел,
Ҡатындарҙың ҡулы күтәрә.
Моңдай йөрәктәргә бәреп инә
Шиғырҙарға һалған хистәре,
Тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәй,
Уларҙың бар донъя хәстәре.
Сәскәләргә сумған туғай булды,
Күмәкләшеп сыҡҡас, ҙур сәхнә.
Ялған, яһалмалыҡ,
ғәмһеҙлек юҡ,
Һәр күңел тик бында нур сәсә.
Ғүмеремдең һуңғы сигенәсә
Йәшәр миндә ошо матурлыҡ,
Әсәйҙәрҙең изге гүзәллеге –
Һис бер тиңдәше юҡ батырлыҡ!

Шәл

Ейәнсура районы Үтәғол ауылының йырсы апайҙарына

Бар ҡыуаныс көтмәгәндә килә:
Иңдәремә аҡ шәл яптығыҙ,
Донъям төҫһөҙләнһә,
бер нур булыр
Йөрәгемә һалған яҡтығыҙ.
Ҡар бөртөгө һымаҡ нәфис
был шәл
Бәйләмдәргә һалған биҙәктән,
Уны ижад иткән башҡорт ҡыҙы
Йондоҙ балҡыштарын күҙәткән.
«Таштуғай»ҙай тәрән моңдар
менән
Быуаттарҙан килгән ул семәр,
Өнһөҙ көйҙәй ошо гүзәллеккә
Нисә дәүер һыйған саф серҙәр.
Эй, апайҙар, һеҙ бит аңлайһығыҙ
Ҡәҙерҙәрен изге мәлдәрҙең,
Аҡ шәл менән бүләк иттегеҙ бит
Һеҙ тормоштоң ысын йәмдәрен.

Башҡорт теле

Өндәреңдә һинең – урман шауы,
Еләктәрҙең йәйге хуш еҫе,
Шишмәләрҙең тәмләп
бөтмәҫ һыуы,
Сәскәләрҙең зәңгәр-ал төҫө.
Ауазыңда һинең тулҡын ҡаға,
Елдәр иҫә наҙлы, яғымлы,
Даръялай моң булып
һиңә күскән
Барса йәме тыуған яғымдың.
Тәүге һулышыма бәреп ингән,
Әсәм һөйөүеләй, һинең һүҙ,
Йөрәгемдең һәр тибеше төҫлө
Һин ҡәҙерле миңә, яҡын, үҙ!

* * *

Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты, беләм,
Миҙгелдәргә миҙгел ялғана,
Өҙөлөү юҡ әммә үткәндәрҙән,
Бөгөнөм бит унан ярала.
Шатлыҡ менән һағыш алмаш-
тилмәш
Көн менән төн һымаҡ оҙата,
Инде уңалғандай яраларҙа
Бер мәл һыҙлатырлыҡ тоҙ ята.
Май айының йылы кистәреләй,
Имшеп киткән саҡта күңелем,
Мин аңлайым бары эскерһеҙлек,
Тереһыуҙай, шифа бүлеүен.

* * *

Көҙ, яланғас күңел һымаҡ,
Ҡайҙа үҙен яҡлар көсө:
Уңыш, емеш – бар байлығы,
Балҡып торған сағыу төҫө?..
Ҡойолған шул япраҡтары,
Йыйылған шул бар мөлкәте.
Көҙ яланғас ҡалмаҫ ине –
Үҙен һаҡлар юҡ ҡөҙрәте.

* * *

Мәңгелектең үҙ хоҡуғы:
Кемдәрҙелер дан итергә,
Кемдәрҙелер башҡаларҙың
Араһында һан итергә.
Тик мәңгелек кенә белә:
Икеләнеү кәрәк ҡай саҡ,
Уның көсөн аңлайбыҙ беҙ,
Ҙур бәләгә генә ҡалһаҡ.
Тик мәңгелек кенә аңлай:
Дөрөҫлөк тик берәү түгел,
Уны тойор өсөн кәрәк
Зирәк аҡыл, һиҙгер күңел.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)