RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Штрафбат (Хикәйә)

22.01.2016 Штрафбат (Хикәйә)

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе йылында, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡамауҙа ҡалыуға ҡарамаҫтан, ҡанлы көрәште дауам итеүсе, немец-фашист илбаҫарҙарының тәүге аяуһыҙ һөжүменә үҙ белдеге менән ҡаршы тороусы совет һалдаттарының батырлыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр үҙҙәре менән бергә юғалып ҡалған. Был хикәйә шул батырҙарҙың ҡаһарманлығын тергеҙеү маҡсатында бер аҙым.

Сабит ФАЗЛЫЙ

  Штрафбат (Хикәйә)1942 йыл йәйенең ауыр көндәре. Сталин, Ставка ағзаларының дәлилдәрен һанға һуҡмай, гитлерсыларҙың киләһе һөжүме Мәскәү йүнәлешендә буласаҡ, тип, бөтә көстө баш ҡала янында тупланы. Әммә Гитлерҙың ҡырҡ беренсе йылғы блицкригы килеп сыҡмағас, киләһе йылға пландары үҙгәрҙе. Ул йәйгеһен нефткә бай Кавказды һәм транспорт бәйләнеше – Сталинградты буйһондорасаҡ. Төньяҡ Кавказдың күп өлөшө баҫып алынғас, немец илбаҫарҙары Сталинградҡа сығыр өсөн Волга ярҙарына ынтылды. Немец фашистарының өҫтөнлөгөнә ҡарамай, баш командующий оборонанан һөжүмгә күсергә бойорҙо.

Стратегик яҡтан мөһим плацдармды яулап алғандан һуң, дәртләнгән дивизия, немец­тар­ға тын алырға ирек бирмәй, ҡалған барлыҡ көсөн берләштереп, артабан хәрәкәт итергә булды. Әллә фронт разведкаһы йыйған мәғлүмәттәр пландарын бутаны, әллә көтөлмәгән уңыштан баштары әйләнде – ни булһа ла командование дошман көстәрен дөрөҫ баһаламаған, күрәһең, өтәләнеп, ҡанһыраған батальондарҙы ҡалай етте шулай туплап, алға ташланы. Былай ҙа көнө-төнө туҡтамай дауам иткән үлемесле бәрелештән йонсоған ғәскәрҙәр, көтмәгәндә фашистарҙың ҡаты ҡаршылығына осрап, бөтөнләйгә ҡырылды. Яу үткән яланда тырым-тырағай түшәлгән иҫәпһеҙ үлектәр әлегә бер кемгә кәрәкмәй ята бирҙе, хатта ашығыс ярҙамға мохтаж булып иҫһеҙ ҡолаған ауыр яралылар ҙа онотолдо. Үҙ аяҡтары ярҙамында, йәки шыуышып ҡотолған еңелсә йәрәхәтлеләр шуларҙың ыңғыраша-ғазаплана аунауын мәхшәрҙә иҫән ҡалған бер нисә бөртөк санитаркаға еткерергә тырышҡайны ла, әммә кемдә кем ҡайғыһы – санчасҡа ла сигенергә бойороҡ бирелгәйне. Уңышһыҙ һөжүмдән үтә хәлһеҙләнгән дивизия ҡалдығын ашығыс рәүештә алыштан сығарып, ҡабаттан тулыландырыу өсөн тылға оҙаттылар. Артта тура атыуҙан ҡыйратылған совет танктары, ҡарағусҡыл төтөн бағаналарын һауала аҫып, дивизияның мөшкөл хәлен иҫбатлай ине. Фронт ҡот осҡос хәлгә тарыны, сөнки яңы көстәр әле килеп етмәгән, ә дошмандың контрһөжүмгә күсәсәге көн һымаҡ асыҡ, бөгөн булмаһа, иртәгәһенә немец, һис шикһеҙ, килеп тыуған хәлде файҙаланып ҡаласаҡ. Быны дәлилләп, фронт буйлап ауыр тынлыҡ урынлашты, шомло үле тынлыҡ, ғәҙәттә, фашистарҙың ҙур һөжүме алдынан хөкөм һөрә. Байтаҡ ҡорбан аша яуланған плацдармды юғалтыу ҡурҡынысы тыуҙы. Штабтағылар сәстәрен йолҡто, бәләнең дә ниндәйе – ҡанға батты бит дивизия, өҫтәгеләр баштан һыйпамаясаҡ, өҫтәүенә, немец ҡуҙғалһа, әлеге плацдармдан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Күрәләтә немец ҡапҡанына эләктеләр – уныһы ярты бәлә, ә плацдармды юғалтыу киң ҡапҡаны шар асыуға тиң, шул ҡапҡа, гүйә ихатаһына әйҙүкләп торған ҡунаҡсыл хужаның ҡапҡаһы, гитлерсыларҙың Сталин­градҡа йүнәлеүен хәл итәсәк, артабан фюрерҙың “Көньяҡ” армиялар төркөмөнөң 6-сы армияһы ҡаршылыҡһыҙ үҙ маҡсатына ирешәсәк. Башкомандующий белеп ҡалһа, командованиеға хәрби трибунал янай ине. Хәлде тағы ла ҡатмарландыра яҙып, паникаға бирелгән дивизия командиры үҙенең башына үҙе етә яҙҙы, ҡыҙыу баштан саҡ атылманы. Ярай әле дивизия комиссары уның ҡоралын ваҡытында бәреп төшөрҙө һәм, вәкәләтен файҙаланып, танауын төшөргән командирға үҙен ҡулға алырға бойорҙо. Бындай хәлдә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап, кисекмәҫтән сетерекле хәлдән ҡотолоу юлын табыу, һиҙҙермәй генә һыуҙан ҡоро сығыу кәрәклеген барыһы ла яҡшы аңлай ине. Сәбәләнеп баш ватҡан штаб фронт һыҙығынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы станцияла урынлашҡан зектар лагерын иҫенә төшөрҙө. Һөйләүҙәренсә, фронт яҡынлашҡас, төньяҡ райондарының береһендә урман ҡырҡҡан төрмә тотҡондарын тылға күсерергә булғандар. Тик, әлегә совет күгендә “Люфтваффе” хакимлыҡ итә ине, фашист самолеттары емтек эҙләп осоп йөрөгән ҡоҙғондай яңғыҙ түгел, улар күмәкләп ҡорбан байҡай. Ярты юлда төрмә-эшелонды “мессершмит”тар бомбаға тотоп, паровозды юҡҡа сығарған, етмәһә, тимер юлдың да аҫты өҫкә килгән, һәләк булыусылар ҙа байтаҡ, ти. Урындағылар, иптәш Сталиндың 227-се бойороғо донъя күргәнен файҙаланып, рельс һалып маташҡан зектар­ҙы, хәрби кейем кейҙергән дә, штраф батальоны тип иғлан итеп, аҙна элек һалдат тормошона өйрәтә башлаған, имеш. “Ни шагу назад!” тип аталған был бойороҡ ҡасыусы паникерҙарҙы, штрафроталарҙы, штрафбаттарҙы тотҡарлау өсөн кәртәләү отрядтары ойоштороуҙы талап итә икән. Ҡулды ҡулға ышҡыны штабтағылар, йәнәһе, әмәлен таптылар. Ҡылыҡтары өсөн дә яуап бирһендәр енәйәтселәр, төп көстәр пәйҙә булғаны ҡорал­һыҙ-ниһеҙ немец менән яғалашһындар әйҙә, бер аҙыраҡ дошманды тотҡарлап маташ­һалар – шул, аҙаҡ тере ҡалалармы-юҡмы – уныһы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Эйе, аҙаҡ ҡаҙалып китһендәр. Хәсрәт етәкселәрҙең әмәлһеҙҙән шуларға көнө төштө.

Отбойҙан һуң арманһыҙ булып әүен баҙарында гиҙгән гарнизонды ҡара таңдан тревога ҡысҡыртып күтәрҙеләр. Әле генә тын ятҡан станция шау-шыуға күмелде. Һаҡсылар аңшайышып аптырашҡан зектарҙы эткеләп-төрткөләп колоннаға теҙҙе лә, сәғәт-минутын ҡәҙерләп биш саҡрым араға марш-бросокка ҡыуҙы. Башта дәртле генә ҡуҙғалған колонна тиҙҙән туҙанлы юлда әлһерәп һуҙылды. Иллә бығаса күрмәгәндәрен күрһәтте көтөлмәгән марш, былай ҙа миктәгән тотҡондарҙың йәндәре сыҡты, һындары ҡатып йығылғандарҙы типкеләп торғоҙҙолар, аяҡтарын тыңлата алмай, ер тырнап шыңшығандарҙы иптәштәре һөйрәне. Етмәһә, төндә үк томраланған һауа, ҡояштың дала өҫтөнә бер күҙ һирпеүе менән, түҙгеһеҙ тынсыуға әйләнде. Һаҡсылар мал ҡыуалағандай аҡыра-баҡыра ҡабаландырҙы, автомат төйҙәләре “текәләр”ҙе “ябайҙар” менән тигеҙләне. Күмәк кешенең дөпөлдәп йүгереүенән колонна өҫтөнә ҡуйы туҙан аҫылынды. Елһеҙ һил таңда туҙан, борҡолдап таралмайынса, йүгереүселәрҙең гимнастеркаларына ҡунып, тир менән бергә биттәренә яғылды. Колонна, бормалы-бормалы юлда бер саҡрымға таралып, ашыҡмай шыуышҡан йыланды хәтерләтте. Ниһайәт, хәлдәре бөткән бисараларҙы немец киләсәк ялан ҡаршыһына туҡтаттылар. Кешеләрҙең эркелешеп йыйналыуына байтаҡ ваҡыт үтте. Аҙаҡҡы зек бәлйерәп иптәштәре янына һөрлөгөүгә, зонанан бирле һаҡлап килгән автоматсылар взводы колоннаны ҡалдырып, өндәшмәй генә артҡараҡ күсте лә, бәләкәй ҡалҡыулыҡ буйлап һуҙылып теҙелде. Һа-ай, теңкәге тейҙе көтөлмәгән марш-бросок, йүгереп өйрәнмәгән зектарҙың гимнастеркалары һығып алмалы тиргә батты. Әле тегендә күптәре зона һурпаһынан бәлтерәгәйне, аҙаҡҡы метрҙарҙы һанап үткәс, эйелә-бөгөлә ҡатҡан эстәрен ышҡынылар, үпкә сире, быума йүтәл менән яфаланыусылар ҡаж да ҡож килде, иң аҙаҡ килеп ауғаны, ҡанһыҙ сырайын күккә төбәп, ҡомһоҙланып ҡором, дары еҫенә тулған һауаны йотто. Бер аҙыраҡтары ах та ух килеп ерҙә аунашты, йотлоғоп һыу эсте, тирҙәре ҡатып һыуынғас, артабан ни булырын көтөп тын алды. Үтә сыҙамлылар ашығып, махорка төрөргә кереште, әммә ярһыған үпкәләр самосад төтөнөн ҡабул итмәй маташты, күрәһең, сәсәшеп бер булдылар. Байтағы кирза итектәрен сисеп өйкәгән аяҡтарын ҡараштырҙы, силғау урауға өйрәнмәгәндәр шул, тәүге маршта уҡ бирештеләр.

– Батальо-о-он, смирно!
Тәртипһеҙ өйөлөшкән һорғолт колонна, ҡараштарын ерҙән айырып, гүйә ер аҫтынан пәйҙә булған фармансыға баҡты. Шул минутта унда-бында ризаһыҙ мығырлауҙар саф­тар­ҙың бер осонан икенсе осона йүгерҙе. Ләззәтләнеп төтөн һурған зектар ғәжәпләнеүҙән һаҫыҡ төпсөктәрен ситкә сиртте, аңын-тоңон аңламағандар арт һындарын ҡалҡытырға уйламаны ла, шулай ҙа бәғзеләр, ашыҡ-бошоҡ кейенешеп, һынын турайтты. Бойороҡ биреүсе күкрәген тултырып һауа һуланы ла, өҫтәп ниҙер ҡысҡырырға ауыҙ асҡайны, йүгерә-атлай килеп еткән тәкәббер йөҙлө офицер алдан өлгөрҙө.
– Уголовник граждандар! Тыңлағыҙ! Һеҙҙе батальон командиры менән таныштырып китәм. Майор Мухин – һеҙҙең яңы начальнигығыҙ. Аңланығыҙмы?!
Колоннаның бер осонан икенсе осона йәнә геүләү үтте, сафтар диңгеҙ тулҡынылай бәүелеп ҡуйҙы. Гүйә күмәк кеше ирешә, бер-бер артлы ап-асыҡ әшәке һүгенеүҙәр яңғыраны, уның артынан бер-береһен бүлдерешеп, кемуҙарҙан тәртипһеҙ ҡысҡырыш китте.
– Гражданин начальник! Һин беҙгә ниндәй­ҙер ҡарасҡыны командир итмәк булаһыңмы?
– Ишеттегеҙме, Муханы начальник иткәндәр!
– Теге һыуҙан тыныс, үләндән тәпәш Муханымы?!
– Эй, начальник, Муханан башҡа йүнле кеше тапманығыҙмы?
– Тфү, братцы, себен беҙгә бойороҡ биреп торһонсо әле!
Алғы рәттә ҡолғалай оҙон, киң яурынлы, уҫал ҡиәфәтле зек, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп, сағырға әҙерләнгән уҫал йыландай ыҫылданы:
– Был бөжәктән башҡа беҙҙең арала командир булырҙай хөрмәтле пахандар бөткәнме?!
Ул ласҡылдатып яңы командир яғына төкөрҙө.
– Дөрөҫ! Дөрөҫ! – тип уны ҡеүәтләне иптәштәре. – Иң дөрөҫө – беҙгә хужа кәрәкмәй! Үҙебеҙ баш, үҙебеҙ түш!
Ергә сүкәйгәндәр, ҡыҙыҡһынып, урындарынан ҡалҡынды. Телмәр тотоусы автоматсылар взводы командиры бындай ҡаршылыҡты көтмәгәйне. “Шулай эшкинмәгән әҙәмме икән был?” – тигәндәй, күҙ ҡырыйы менән Мухинға ҡарап алды, шунан, бер-ике тапҡыр нужа күрмәгән ялтыр хром итектәре осонда бәүелгәндән һуң, тауышын ҡырҡа үҙгәртеп, аңлатырға тотондо:

– Тауыш! Элекке кадровый хәрби, шулай уҡ элекке совет офицеры майор Мухин енәйәт ҡылғаны өсөн хөкөм ителгән. Халхин-Голда туплаған тәжрибәһенең уның енәйәтенә ҡағылышы юҡ, шул тәжрибәһен ул ғәйебен йыуыу өсөн ҡулланасаҡ. Кем үҙен хәрби йәһәттән Мухиндан өҫтөнөрәкмен тип иҫәпләй, алға сыҡ!

Әйтте лә, туҡлыҡтан тулышҡан йөҙөн һытты взвод командиры, фронт командованиеһы һаҡланыу сараһынан был тирәнән тылғараҡ һыпыртҡайны шул. Әле, теләмәһә лә, зектар колоннаһына етәксе тәғәйенләү тап уның башына төштө, хәйерһеҙ. Ярай ошонда килергә иҫке булһа ла еңел машина бирҙеләр, йүгереп өйрәнмәгән ул, йүгергән зектар йүгерһен.

Бер-ике минутҡа тынлыҡ урынлашты, хатта ас яңаҡлы, туҡтауһыҙ ҡажҡылдаусы әҙәм тамағын ҡырҙы ла, йүткермәҫ өсөн күгәргән ирендәрен ҡымтып, күҙҙәрен упайтты. Һикәлтәле яҙмыш мисәте һуғылған йөҙлө, уртаса буйлы, егерме биш-утыҙ йәштәрҙәге Мухин ысынан да иһә хәрби офицерға оҡшамағайны. Ошоғаса утты-һыуҙы кисеп, санчас­та ауыр яраларҙан вафат булған яугирҙан ҡалған иҫке гимнастерка уның килешле кәүҙәһендә ыҫпай ултырһа ла, офицер икәнен ҡысҡырып тороусы айырым билдәләре – шпалдар булмағас, ул күберәк ябай һалдатҡа тартым. Башындағы пилоткаһы, бәлки, би­шенсе хужаһын алмаштырғандыр, төҫөн юғалт­ҡан, яңы башта ләпшәйеп, йәпһеҙ урынлаш­ҡан, әйтерһең, шул башты яңылышҡан.

(Дауамы бар).







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)