НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Остаздарҙың остазы

Остаздарҙың остазы


Остаздарҙың остазыЫлыҫлы урмандар, олпат имәнлектәр, аҡ ҡайынлыҡтар менән ҡапланған тау теҙмәләре, саф һыулы шишмәләре һәм йылғалары менән таң ҡалдыра Күгәрсен яҡтары. Был төбәк республикабыҙҙың рухи донъяһын бер Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяға танытҡан бөйөк шәхестәре менән дә билдәле. Шуларҙың береһе – Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, академик Марат Вәли улы Зәйнуллин. Илем, милләтем, тип янып йәшәгән һәм эшләгән күренекле ғалим ошо көндәрҙә ғүмер юлының һигеҙенсе тиҫтәһен тултыра.
Башҡорт тел ғилемен алға әйҙәгән Марат Вәли улының тормошо аныҡлығы һәм бейеклектәре менән һоҡландыра: Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Мораҡ педучилищеһында белем ала. Аҙаҡ Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында, аспирантурала уҡый. 1963 йылда 27 йәшендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғалимдың хеҙмәт эшмәкәрлеге 1962 йылдан алып Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле: 50 йылдан ашыу төрлө вазифа (филология факультеты деканы, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире һ.б.) башҡара ул был уҡыу йортонда. Марат Зәйнуллин 1988 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1991 йылда профессор дәрәжәһен ала.
Марат Вәли улы Зәйнуллин – йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим. “Башҡорт телендә тел модаллеге асылы һәм сиктәре тураһында”, “Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология”, “Лингвокультуроло­гияның дөйөм проблемалары” кеүек хеҙмәттәре башҡорт әҙәби теле серҙәрен, уларҙы өйрәнеүҙең яңы йүнәлештәрен билдәләүе менән тел ғилемендә ҙур урын алып тора. Ғөмүмән, уның ғилми эшмәкәрлеге үҙе махсус һүҙҙе, ентекле байҡауҙы, тәрән өйрәнеүҙе талап итә.
Марат Вәли улы билдәле ғалим ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә йәмәғәт эшмәкәре лә: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эштәрендә ҡатнаша, байтаҡ журналдың мөхәрририәт ағзаһы, Бөтә донъя төркиәтселәре комитеты ағзаһы һ.б.
Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлау советы рәйесе сифатында тиҫтәләрсә йәш ғалимға оло фән донъяһына фатиха биреүҙә ҡатнашҡан остаздарҙың остазы, фән өлкәһендә кадрҙар әҙерләүгә ныҡлы өлөш индергән, үҙенең ғилми мәктәбен булдырған ғалимдарҙың береһе ул Марат Вәли улы Зәйнуллин.
Шәхсән минең дә фәнгә ылығып китеүемә Марат Вәли улының йоғонтоһо көслө булды. 1997 йылда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында еңеп сыҡҡас, ошо бәйгенең жюри ағзаһы булған ғалим миңә аспирантураға уҡырға инергә тәҡдим итте. Ғилми етәксем, остазым миңә фәндә лә, тормошта ла алмаштырғыһыҙ Уҡытыусы булды, “эшләйек” тигән һүҙҙәре һәр саҡ алға әйҙәүсе тормош девизыма әйләнде.
Ғилми етәксебеҙҙең ошолай һәр йәһәттән уңыуын, бәлки, яҙмыш бүләге тип кенә уйлаусылар ҙа барҙыр. Әммә яҙмыш йылмайһын өсөн уның миһырбанлылығын яуларлыҡ фиҙакәр хеҙмәт тә, рух көсө лә кәрәк. Шулай булмаһа, ун фән докторы, илленән ашыу фән кандидатының, фән докторының төрлө йүнәлештәрҙә яҙылған диссертацияларының һәр бер һөйләмен, һәр бер һүҙен күңел күҙе аша үткәрә алыу мөмкин булыр инеме икән?
Фән юлына ҡыйыуһыҙ ғына атлаған тәүге аҙымдарыбыҙ әле лә хәтерҙә. Остазыбыҙҙың һирәк осрай торған талапсанлығы, тырышлығы, кешелеклелеге, шул уҡ ваҡытта ябайлығы беҙҙә ышаныс тыуҙырҙы һәм ошо ҙур эштәрҙе башҡарып сығырға көс бирҙе.
“Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте”, – ти халыҡ. Ғүмере буйына янып эшләгән, емешле ижад иткән Марат Вәли улының тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан да юғары баһалана. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры, Башҡортостан Респуб­ликаһы Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының академигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Ж. Ке­йекбаев, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының почетлы профессоры.
Хеҙмәт килтергән хөрмәтте Марат Вәли улының студенттары, аспиранттары, докторанттары һүҙҙәрендә лә асыҡ күреп була. Халыҡтың телдән-телгә күсеп йөрөгән өгөт-нәсихәттәрендә ошондай һүҙҙәр бар: “Һөнәреңдә иң яҡшыһы булырға тейешһең”. Алтынға бәрәбәр был фекерҙе Аллаһы Тәғәлә Марат Вәли улының башына, моғайын, тыуғас та һалып ҡуйғандыр. Сөнки Марат Вәли улы – фәндә лә, белгестәр әҙерләүҙә лә иң уңышлы, иң емешле эшләгән ғалимдарҙың береһе. Уның бөтә ғүмер юлы оло хөрмәткә лайыҡ”, – тип баһалай ғилми етәксеһен Сәимә Хөснулла ҡыҙы Әғзәмова.
Үҙен ҡасандыр уҡытҡан Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта уҡытыусы булып эшләп йөрөгән Физәлиә Заһир ҡыҙы Юлтина: “Ябай кеше, бөйөк ғалим”, – тип иҫкә ала остазын.
Марат Вәли улы Зәйнуллин үҙенең матур юбилейын бәрәкәтле фәнни хеҙмәт уңыштары менән ҡаршылай. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт иткән оло шәхесебеҙгә, башҡорт тел ғилеме үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән ғалимыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ғилем донъяһында яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар һәм бәхет теләйбеҙ!

Зөһрә Сәләхова,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы
факультеты деканы.

Сығыу ваҡыты 7-11-2015, 11:33 | Ҡаранылар: 581
|
  • Башҡорт фәне ҙур юғалтыу кисерҙе
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Бәхил бул, ғалим!
  • Байрамдар, иҫтәлекле көндәр, юбилейҙар
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM