RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларҙы яҙмыш өшөтмәһен

11.09.2015 Балаларҙы яҙмыш өшөтмәһен

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде.

Балаларҙы яҙмыш өшөтмәһенЙәш һәм өмөтлө яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә, киң йәмәғәтселектең дә иғтибар үҙәгендә. Уның сере йәш әҙиптең повесы тормошобоҙҙағы иң етди проблемаларҙың береһе – йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе, уның да әле ниндәйе – хөкүмәт хәстәрлегенә ҡалған етем балалар яҙмышы хаҡында булыуында.
Айгиздең тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы бик йәнле, күҙ алдына килтерерҙәй итеп һүрәтләүе уңышлы. Мәҫәлән, балалар йортона Өфөнән ҙур комиссия килер алдынан булған ығы-зығы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерлек мәшәҡәттәре ҙур оҫталыҡ менән тасуирлана. Көҙ көнө булғанлыҡтан, балалар йортоноң ҡапҡа алдында үҫеп ултырған сәскәләрҙе ҡырау һуғыуҙан һаҡлау өсөн балалар төн йоҡламайынса ут яғып сыға, һәр тәҙрәгә матур биҙәкле яңы шаршауҙар эленә, коридорҙар­ға өр-яңы келәмдәр йәйелә, тәҙрә төптәренә вазалар ҡуйыла, иҫке люстралар алмаштырыла, ашханала иҫкереп бөткән сатнаған стакандар урынына яңы, ялтырап торған сынаяҡтар ҡуйыла, һәр балаға яңы ойоҡбаш, кейем бирелә. Кәрәгенсә һый-хөрмәт күрһәтелгән, күстәнәстәр биреп оҙатылған ҡунаҡтар ҡайтып китеү менән шаршау­ҙар ҙа, келәмдәр һәм вазалар ҙа, сынаяҡтар ҙа, хатта балалар­ға бирелгән кейем дә йыйып алына. Бындай ике йөҙлөлөктән һәм бәғер­һеҙлектән йән әрней.
Повестағы матур-матур образлы юлдар, художество алымдары әҫәрҙең телен халыҡсан итә, уҡымлылығын күтәрә. Авторҙың балалар психологияһын яҡшы белеүе лә әҫәрҙең ышандырыу көсөн арттыра. Айгиз үҙе, балалар тормошон үткән кеше булараҡ, барыһын да кисергән, башынан үткәргән һәм шуға ла етем бала күңелен барлыҡ нескәлегендә асып һала. Повестың ваҡиғалар туҡымаһы бик тығыҙ. Балалар йортондағы һәм унан ситтәге хәлдәр кино таҫмаһындағылай бер-бер артлы теҙелеп кенә бара: яңы йыл байрамын үткәреү, ҡалаға сығып ҡайтыу, дөйөм йыйылыш, детдом “башлығы” Даяндан туҡмалыу һәм Ильястың ҡарлы-боҙло юлдан ялан аяҡ йүгереүе, яҙғы ташҡында Ағиҙелгә балыҡҡа барыу, баҙарҙа аҡса йүнәтеү, тәрбиәсе Рәйфә апаларының йорто янындағы бәрәңге баҡсаһында эшләү һәм башҡалар...
Балалар йортондағы тормоштоң кире яҡтары, нигеҙҙә, ике-өс персонаждың эш-ғәмәлдәре аша бирелә. Балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғә­лиевна, өлкән тәрбиәсе Рәйфә апай һәм һуғыш суҡмары Даян образдары төрлө ситуацияларҙа һынландырыла. Мәүлиҙә Нурғәлиевнаға ике йөҙлөлөк хас булһа, Рәйфәләге уҫаллыҡ, тупаҫлыҡ һәм ҡаты бәғерлелек етем балаларҙың күңелдәрен өшөтә, тәҡәтен ҡорота. Был ике етәксе лә үҫмер Даяндың физик көсөн һәм мәкерле холҡон башҡа балаларҙы “тәртиптә тотор өсөн” файҙалана һәм Даяндан потенциаль енәйәтсе тәрбиәләй.
Кире персонаждарҙың һүҙ байлығы уларҙың балаларға булған мөнәсәбәтен генә асып ҡалмай, ә үҙҙәрен дә асыҡ ҡылыҡһырлай. Ильяс Мөхәм­мәтов образы повестың үҙәгендә, уға барлыҡ сюжет ептәре килеп тоташа. Балалар йортона килеп эләккән көнөндә “детдомовский” тигән һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткәс кисергән тойғолары күҙҙән йәш һығып сығарырлыҡ. Ильяс төшөндә йыш ҡына әсәһе менән һөйләшә. Төштәге был һөйләшеүҙәр­ҙә һағыныу ҙа, әсәйҙе юҡһыныу, ғүмерлек юғалтыу, иң ҡәҙерле кешең менән бергә була алмау аянысы, нахаҡҡа кәмһетелеүҙәргә яуап бирә алмау, түҙеү, әрнеү, үҙеңде кәм һәм көсһөҙ итеп тойоу... Етем бала күҙҙәрендәге һағыштың ҡайҙан килеүе аңлашыла башлай. Повеста Ильястың төшөндә әсәһе менән һөйләшеү сәхнәләренең ҡабатланып (рефрен булып) барыуы – авторҙың уңышлы алымдарының береһе.
Айгиз әҫәрендә халҡыбыҙҙың борондан килгән ырым-йола атрибуттарының береһе – изге бетеү тағыу, ҡабул итеп алыу күренешен дә урап үтмәй. Был бигерәк тә етем бала өсөн ҡәҙерле: атаһы хәл өҫтөндә ятҡанда уға нимәлер бирергә вәғәҙә итә лә, теләген үтәй алмайынса үлеп китә. Малай өйөндә лә, детдомда ла ниндәй­ҙер бер изге, яҡты нәмә (хәбәр, табыш, һөйөнсө) хаҡында хыял­лана. Һәм ул хыял, мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына сығыр алдынан атаһының ҡәберенә зыярат ҡылғандан, ташландыҡ ата йортона инеп сыҡҡандан һуң тормошҡа аша – ҡулына атаһы аманат итеп ҡалдырған нәҫел бетеүе килеп эләгә. Атаһы уны үлер алдынан ауыл аҡһаҡалы Рамаҙан ҡартҡа биреп ҡалдырған булған. Ҡартатаһынан – атаһына, атаһынан үҙенә ҡалған бетеүҙе ҡабул итеү йолаһында быуындар күсәгилешлеге лә, тормош фәлсәфәһе, яҙылмаған йәшәү ҡануны ла ята.
Асҡын районында үткән әҙәбиәт көндәрендә булған осрашыуҙарҙа Айгиз Баймөхәмәтов уҡыусыларға “Ҡалдырма, әсәй!” повесынан өҙөктәр уҡып ишеттергәс, авторға байтаҡ ҡына һорау бирҙеләр. Шул һорауҙар араһында Айгиздән: “Повестың төп геройы Ильяс Мөхәм­мәтовтың прототибы үҙегеҙ түгелме?” – тип тә ҡыҙыҡһындылар. Детдом тормошоноң бигүк күңелле булмаған яҡтары хаҡында ишетеү ҙә, шул хәлдәр­ҙе үҙ башынан үткәргән Айгиз ағайҙарҙың яҙмышы ла бала­лар­ҙа ауыр ҙа, аяныслы ла тәьҫир ҡалдырҙы.
Инде ҡайһы бер һөҙөмтәләр яһарға ла мөмкиндер. Берен­сенән, етем балалар тормошон, бигерәк тә уның кире һәм ҡара яҡтарын яҡтыртыуы менән Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡал­дырма, әсәй!” повесы бөгөнгө Башҡортостан прозаһында яңы һүҙ булараҡ әһәмиәтле. Икен­сенән, йәш әҙиптең әҫәре йәшәйеше – беҙҙең гел генә кире яҡтарын күрһәтеүгә ҡоролған икән, тигән тойғо ҡалмаҫ уҡыусыла, сөнки кешеләрҙәге яҡшы сифаттар бөтмәгән, улар әҫәр геройҙарының эш-ғәмәлдәрендә, көндәлек тормошонда күренә. Шул уҡ тәрбиәселәр араһында ла яҡты, изге күңелле апайҙар бар. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр араһында ла күңелендә әле изгелек орлоҡтары һаҡлағандары күп, әлбиттә. Тик уларҙы ваҡытында аңлай, күрә һәм баһалай белергә генә кәрәк. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр бит. Балалар күңелендәге изгелек орлоҡтары бер мәл мотлаҡ шытым бирәсәк.
Һәм, аҙаҡ килеп, китапты уҡыған һәр кем уның һуңғы битен “яҡшылыҡ еңер, өмөттәр аҡланыр, уй-хыялдар тормошҡа ашыр” тигән уй-теләк менән ябыр. Һәр замандаштың донъяның яҡшы яҡтары, кешеләрҙең бер-береһенә күрһәткән изге эштәре күберәк булыуына ышанысы, йәшәүгә өмөтө артасаҡ.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ
шағиры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)