RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөғжизәләр тулы ябай ғына, Бөтәбеҙгә таныш был донъя

24.07.2015 Мөғжизәләр тулы ябай ғына, Бөтәбеҙгә таныш был донъя

Зөфаф төнө

Мөғжизәләр тулы ябай ғына, Бөтәбеҙгә таныш был донъяНи мөғжизә беҙҙе осраштырып,
Сәстәребеҙ сәскә бәйләнгән,
Нисек ҡыштар ай(ы)рым
ҡышланған да,
Нисек йәйҙәр ай(ы)рым
йәйләнгән?!
Ҡуша сорнай ҡояш нуры менән,
Балдаҡ итеп һона төн-айын.
...Беҙ бәүелтер бишек күк йөҙөнән
Яҡынайған ергә, моғайын.
Шул бишектә ятыр сабый минең
Төштәремә инә нур булып,
Ишетелә көй ҙә бәүелтергә,
Икәү бергә көйләр йыр булып.
Зөфаф* кисен яҡынайтҡан –
улдыр,
Һөйөү ҙәлер – уның хаҡына.
... Хыялдағы ошо нур-бишеккә
Ҡағылабыҙ икәү һаҡ ҡына...

*зөфаф – никах төнө

Туй көндәре – өс көн

Ниңә әйткән икән боронғолар,
Туй көндәре була өс көн, тип?
Ә унан һуң нимә – ут һүрелеп,
Ҡала микән кескәй осҡон тик?
Туй күлдәген сисеп алыу менән,
Ҡалһын өсөн татлы серлелек–
Кейәү менән кәләш бер-беренә
Сер һаҡлаусы шаршау иң элек.
Түп-түңәрәк кенә булмай тормош,
Була бик йыш китек бер сите.
Теүәл яғы өҫтә торһа гелән,
Күмелеп тә ҡуйыр шул китек.
Туйҙар ғына түгел, ғүмерҙәр ҙә,
Уйлай китһәң, бары өс көнлөк.
Ҡыҫҡартмаһын уны донъялыҡтың
Ҡыҫыр хәсрәттәре – өс тинлек.
Байрам үтә – ябай көндәр китә,
Баҫып китә ошо ябайлыҡ.
Һөйөү утын һүрелдермәй һаҡлай
Ябай шатлыҡҡа ла абайлыҡ.

Уймаҡ шәл

Ағайлылар еңгәй көтә,
Беҙ ҙә көтөп алғайныҡ.
Еңгәйҙең уймаҡ шәленә
Ҡыҙығып күҙ һалғайныҡ.
Ебәк кенә, ап-аҡ ҡына,
Өрпөйҙәр генә ине.
Өйөбөҙгә яҡты нурҙар
Һирпейҙәр генә ине.
Ағайым бүләк иткәнен
Белә инек бик күптән.
Белә инек, әрмеләрҙән
Һағынып, өҙөлөп көткәнен.
Туҙан түгел, сит ҡараш та
Төшмәгән уймаҡ шәлгә.
Сер генә итеп һаҡлаған
Туйға кейенер мәлгә.
Һағынған сағында ҡарап
Өҫтәгән тылсым еңгәм.
Ҡайылған кеүек уймаҡ шәл
Тоғролоҡ, һөйөү менән.
Шуға бына ап-аҡ ҡына,
Өрпөйҙәр генә инде,
Өйөбөҙгә килен менән
Мөхәббәт нуры инде.
...Моданан сыҡты уймаҡ шәл,
Һағындырһа ла – күнәм.
Моданан сыға күрмәһен
Тоғро мөхәббәт кенә.

Әсә бәхете

Әсәйҙәрҙән һорамағыҙ,
Бәхетлеһеңме, тиеп.
Бәлки, йылмайып торһа ла,
Эсе тулылыр көйөк.
Әрнеһә лә, һиҙҙермәҫ ул,
Ҡабатлар: шөкөр-шөкөр.
Рәнйешен тик төндәр белер,
Күҙ йәшен тик мендәр белер,
Күкрәген һағыш өтөр.
Белгең килһә әсәйҙәрҙең
Бармы күңел яраһы:
Бары шуны күреү етә –
Бәхетлеме балаһы?!

Тиҫкәре

Ах, үҙ һүҙле! – тип шелтәләп
Ҡалам да ейәнсәрҙе,
Көйҙөргәнем иҫкә төшә
Үҙемдең дә әсәйҙе.
Үҙемдекен ҡуйманыммы
Һайлағанда кейемде?
Һайлағанда дуҫтарымды,
Биҙәгәндә өйөмдө?
Борсоғанмындыр ҙа инде
Уңыу-туңыуым менән:
Тормош юлдашын һайланым
Кәңәшмәй уның менән.
Нисә айҙар иланым, тип
Яҙғайны ул һуңынан.
Ярай әле уңдың, тине,
Кейәү яҡшы, улымдай.
Үҙһүҙләнгән саҡтар булды,
Милләт хаҡына тиеп.
Файҙам тейерҙәй булғанда,
Туған халҡыма тиеп.
Еңмешлегем менән яндым,
Булды отҡан саҡтарым,
Ҡиммәткә лә төшөп ҡуя
Тиҫкәрелек хаҡтары.
Тик шулай ҙа үкенмәйем
Ҡылғаныма серәшеп.
...Өй тауығы булыр инем,
Тотһам әсәй кәңәшен...
Үҙ яҙмышы ейәнсәрҙең,
Бәлки, тап ул хаҡлылыр,
Уңһа-туңһа – үҙенеке,
Юлдары ла яҡтылыр.
Өлгәшһен дә маҡсатына
Үҙ ғәм, үҙ сәме менән.
Кәрәк тә түгелдер йәшәү
Минең үлсәмем менән.
Иманын ғына боҙмаһын,
Яҙа юлдан китмәһен.
Иң мөһиме – ошолор ул...
Шул үлсәмдән үтмәһен.
Гәлсәр һыуыҡ

Һыуыҡ – гәлсәр быялалай,
Сирт кенә – китә сыңлап,
Атларға ла ҡыймай торам,
Көмөш сыңдарын тыңлап.
Ҡар өҫтөндә һанһыҙ осҡон,
Ҡамалай һалҡын ялҡын.
Хатта ҡояш өшөттөрөп,
Боҙ сыраҡ булып балҡый.
Аҡ келәмдә балан баҙрай,
Алҡаһы – ҡыҙыл яҡут.
Турғайҙар ҡуна, уларҙа –
Ем эҙләр ҡыҙыу ваҡыт.
Ал таҫмалар елберләтеп
Сабып уҙҙы пар аттар.
Туй ылауы ут уйнатты...
Гүйә көнгә эҫе ҡапты –
Бейеп китте аяҡтар.

Ҡушаҡлы көҙ

Көҙгө урман хәҙер сер һаҡламай,
Теткеләнгән барса* шаршауы.
Ел иҫкәндә өнһөҙ япраҡ ҡоя –
Бай сағында ҡалған бар шауы.
Һуҡмаҡтарҙы сыбар келәм япҡан,
Әйтерһең дә, бер кем үтмәгән.
Сымылдыҡтай сатыр ышығында
Һөйгән йәрен бер кем үпмәгән.
Аяҡ аҫты ғына шыптыр-шыптыр,
Шыптыр-шыптыр – кемдең
серҙәре?!
Бәйләнгәндер кемдең сәсе
сәскә,
Юғалтҡандыр кемдер үҙ йәрен...
Көҙ миҙгеле туҡлы, туплы, туйлы,
Табышҡандар инде ҡауыша...
Ышыҡлауҙың көҙгә хәжәте юҡ –
Пар аттарҙа елә пар-ҡушар.
Ҡушылған да ҡушаҡтары** менән,
Ҡуш ҡына ла бергә салланып
Ҡаршыларға яҙһын ғүмер көҙөн...
... Ә әлегә туйҙар – бал айы.

*барса – парча
**ҡушаҡ – ир, ҡатын

Ғашиҡ булдым

– Ғашиҡ булдым, апай, ғашиҡ
булдым,
Ғашиҡ булдым, апай, үлептәр!
Ер йөҙөндә, юҡ! Йыһанда хатта
Осрамайҙыр уның кеүектәр! –
Ах, осона ҡыҙый күбәләктәй,
Йондоҙ кеүек балҡый күҙҙәре,
Шатлыҡтары һыймай эскәйенә,
Илаһиҙай күреп үҙ йәрен.
Ул бит, имеш, иң-иң батыр егет,
Ул бит, имеш, иң-иң һөйкөмлө,
Кинолағы иң-иң “текә”ләрҙән
“Текә”рәк тә тик ул шикелле!
Камиллығы – камилдарҙан камил,
Кәмселеген эҙләп булашмай.
Егетендә кескәй осҡондо ла
Ул ҙурайта белә ҡояштай.
Шул ҡояштан һуҡырайып үҙе,
Бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй,
Һөйгәненән бар ҙа йөҙ артыҡтар –
Береһен дә әммә иш итмәй.
Иҫәр һүҙе – “оригиналь” икән,
Белеме юҡ – “ул бит креатив”,
Эшләмәй ҙә – “уның пландары
шәп,
Киләсәккә стимул, ҙур мотив!”
Ниндәй һүҙҙәр! Ишеткән йәренән!
Ҡабатлай ҙа үҙе ышана.
Атай-әсәй генә аһтар түгә:
“Әүрәтте бит ҡыҙҙы нишана*”.
– Балам,– тиҙәр, – ул бит бер
елғыуар,
Тура килмәй һиңә бар яҡтан.
Ә һылыуҙың үҙ туҡһаны – туҡһан:
– Яратам мин уны, яратам!
... Туйҙар уҙҙы. Ир ҡатыны булып
Үтеп бара ҡыҙый йәнәштән.
Ҡараш һүнгән... Аҙымдары ауыр...
Нуры киткән нурлы кәләштән.
Ах, осондоң, ҡыҙый, күбәләктәй,
Оло һүҙен һалып тапаның,
Ғашиҡ булдың үлеп, үлеп-үлеп,
Тик мөхәббәт кенә тапманың.
Ғишыҡ-ғишрәт – ял-ҡойроҡһоҙ
уттыр,
Йүгәнләмәй тотһаң – көл итер.
Тик буйһонған атта елеп була,
Йәшәп була матур көн итеп.
Йәр һайлама һуҡыр-һаңрау
булып,
Үҙеңә тиң булһын һөйгәнең,
Мөхәббәткә нигеҙ – ғашиҡлыҡ та,
Ғашиҡлыҡтың аҡыл – йүгәне.

*нишана – күңел ҡайтарғыс, ытырғаныс.

Гүзәл СИТДИҠОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)