RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һырҙарымдан нурҙар түгелде! Йылмаяйым әле йышыраҡ...”

30.05.2015 “Һырҙарымдан нурҙар түгелде! Йылмаяйым әле йышыраҡ...”

Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Вәлиева (Ҡарасурина) Баймаҡ районының Ишей ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Байым ауылында йәшәй. Сибай педагогия училищеһын, аҙаҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында шағирә Гөлфиә Юнысова ойошторған түңәрәктә шөғөлләнә. 37 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған Таңһылыу апай йәш саҡтан шиғыр яҙырға әүәҫ булһа ла, һуңғы йылдарҙа ғына уларҙы матбуғат биттәренә бирә башланы.

Көҙгө алдында

Көҙгө алдында торам. Сәс
тарайым.
Сәс тараһам ғына ҡарайым.
Көҙгөләге йөҙгә текләп бағып,
Йыйырсыҡтар, һырҙар барлайым.
Маңлайҙағылары был юлайы
Тәрәнәйә төшкән, артҡан да.
Бер ай элек бынауһы юҡ ине,
Ваҡыт үҙ мөһөрөн баҫҡан да.
Һәр бер һырҙың барҙыр үҙ тарихы.
Маңлайымда биш юл – биш балам.
Өсөнсөһө ҡап урталай һыныҡ.
Ялғар, бәйләр инем, юҡ сарам...
Һыуҙар һибеп үҫтерәһеңме ни –
Йыйырсыҡтар арта бик йылдам.
Энә төртөр ер ҙә ҡалмаҫ микән
Тағы ла бер ун-ун биш йылдан?..
Тора торғас, ғәжәп итеп ҡуйҙым:
Көмөш быялала минме ул?
Бынау ҡатын... Миңә оҡшап тора...
Муйынында нимә? Миңме ул?
Мин инде, мин. Йылмайғандай
иттем.
Күҙ ҡырынан һырҙар йүгерҙе.
Бәй, ҡараштарым китте яҡтырып,
Һырҙарымдан нурҙар түгелде!
Йылмаяйым әле йышыраҡ...


Яҙ

Һыйыр эҙләп ҡырға сығып барам.
Китһә, ҡайта белмәй шул аҙман.
Иртә яҙҙа ҡырҙа йөрөгән юҡ,
Ер-һыу күргән дә юҡ ни заман.
Ыуыҙ ғына икән йәшел япраҡ,
Ыуыҙ ғына әле күгүлән.
Балаҫ булып умырзая ҡалҡҡан,
Һарыһы ла атҡан, күге лә.
Яҙ үҙе лә сабый ғына әле,
Аяғына яңы ҡалҡына.
Йәш ҡайындың нәфис аҡ олонон
Һыйпап-һөйөп алам һаҡ ҡына.
Бар донъяла, гүйә, мин бер үҙем.
Хозурлыҡҡа тамаша ҡылам.
Ер шарының йылы түшәгенә
Аяҡ һоноп ултырып алам.
Был тәбиғәт – бүләк ул Хоҙайҙан.
Яҙғы елдең наҙлылығы ҡайҙан?
Офоҡ ебе ерҙе бәйләп элгән
Төпһөҙ күктең зәңгәрлеге хайран.
Эй, Хоҙайым, ҡайһылай рәхәт...
Эй, һәүкәшем! Һин ҡайҙа?
Рәхмәт!

Яратырға онотам

Тәүҙә йәремде яраттым,
Янып-ярһып, йән атып.
Минең һөйөү икебеҙгә
Етә. Ҡала ла артып.
Балаларымды яратам,
Үҙ-үҙемде онотоп.
Һөйөү-наҙым ғүмер буйы
Барһын, тием, оҙатып.
Эшемде үлеп яраттым,
Көндө төнгә ялғаным.
Яратҡанғалыр, күрәһең,
Арыманым, талманым.
Эсәр һыуымды яратам,
Яралған тупрағымды.
Дуҫтарымды, күршеләрҙе,
Имсәктәш туғанымды.
Һыйырым, һарыҡтарымды,
Быҙауын, бәрәстәрен.
Ҡәйнештәремде яратам,
Уларҙың кәләштәрен...
Барына өлөш сығарам,
Бөтәһен дә яратам!
Тик үҙем, үҙекәйемде
Яратырға
О-но-там...

Мин дә көлөрмөн һинән

Ейәнсәрем минән көлә.
Сырҡ-сырҡ килә ҡошсоғом.
Миңә йәбешкән көлкөнө
Күргәндер ҡыҙ остоғо.
Үтекләйем битеңде, тип
Сырыштарымды һыйпай.
Ауыҙҙы астырып ҡуйып,
Ҡалдыҡ тештәрҙе һанай.
Йоҡарып, ҡыҫҡарып бөткән
Сәсте тағатып тарай.
Әсәһенең сәсе ҡара –
Аҡ башыма аптырай.
Мин дә әбей булам, тиеп,
Яҙып яулыҡ ябына.
Таяҡҡа таянып ала,
Ҡыланыпмы-ҡылана.
Кәкрәйгән сәтәкәйҙе
Күреп иҙәнгә ауа.
Ергә ятып көлгән була,
Бер ҡайғыһыҙ шул бала.
Ярай, ярай, көл әйҙә, көл.
Ҡарттарҙан көлөргә, ти.
Уларҙың бар гонаһтары
Шауҙырап түгелә, ти.
Һин дә һикһәнгә етерһең,
Шәп саба ваҡыт аты.
Шул саҡ һинән мин көлөрмөн,
Ергә ятып, һын ҡатып.

Ҡайынға

Ҡайын ҡайғы килтерә, ти.
Юҡтыр.
Миңә килгән ҡайғы – минең
Тәҡдир.
Аҡ ҡайынға ҡара ҡайғы
Ишме?
Юҡты юрай ҡайһы саҡта
Кеше.
Ҡайын юлы ҡайғы булһа
Әгәр,
Йөрөр инеме һуң унда ғашиҡ
Йәрҙәр?

Эх...

Эх, анау бөҙрә болотҡа
Ултырып йөҙһәң ине.
Халыҡты таң-хайран итеп,
Ҡул болғап уҙһаң ине.
Гармуным да янда булһа,
Һыҙҙырып уйнар инем.
Атайҙарҙың төҫө "Рамай"ҙы
Яң(ы)ратып йырлар инем.
Эх...










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)