RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Диуаналар менән тулды донъя

01.05.2015 Диуаналар менән тулды донъя

Диуаналар менән тулды донъяЭлегерәк бер ауылда мәрәкә генә инәй йәшәгән. Берәй ғаиләлә сабый тыуһа, уны изге йоланан ҡалдырмай, исем туйына саҡыралар. Ҡартая килә әбей, бик бирешмәһә лә, ҡолаҡҡа ҡатылана башлай. Шулай балаға исем ататып ҡайтып килә икән. Ҡаланан ауылға ҡайтып килгән бер ҡатын әбейҙе урамда осратып, хәл-әхүәлен, байрамса кейенеп ҡайҙан ҡайтыуын һорашҡан.
– Әй, теге оста балаға исем ататтылар, – ти инәй.
– Кем тип ҡуштығыҙ? Ҡыҙмы, малаймы?
– Этем белһен. Диуана тип исемләнеләр, Диуана. Ана шул диуаналар менән донъя тулды бит инде.
Теге ҡатын ҡыҙҙың исеме Диана икәнлеген аҙаҡ ҡына белә.
Бер аҙҙан шул уҡ ҡатын әбейҙе йәнә осрата.
– Инәй, әллә тағы бәпес бармы?
– Барлығын-бар.
– Кем тип ҡуштылар?
– Эй, ҡыҙым, һора инде минән. Әллә Дальний Восток, әллә Владивосток. Бик төпсөнөп торманым. Ҡайһылай булһа ла, иҫән йәшәһен, – ти икән.
Кем белә, бәлки тора-бара балаларға тап ул әйткән исем­дәр­ҙе лә ҡуша башларҙар әле.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)