НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Күңелемдә күҙ-йәш түгел, Саф һөйөү ысыҡтары.

Күңелемдә күҙ-йәш түгел, Саф һөйөү ысыҡтары.


Күңелемдә күҙ-йәш түгел, Саф һөйөү ысыҡтары.Зөфәр Вәлитов
УЙҘАРЫМ ҮРҘӘРЕНДӘ

Тынғыһыҙлыҡ тулҡынында
Уйҙарым үргә менә.
Уйҙарымдың үрҙәрендә
Хистәрем – бер мәл генә...

Бер нисек тә аҡылыма,
Хистәрем һырышҡанда,
Йөрәгемде буйһондора
Алмайым, тырышһам да.

Йөрәк менән йәшәү миңә
Мең тапҡыр яҡыныраҡ.
Йәнем ҡояшлы булғанға,
Йөрәк тә ялҡынлыраҡ.

Мин йән менән мәңгелектә
Аҡҡанмын, ағасаҡмын,
Тыуған ерем ҡуйынында
Янғанмын, янасаҡмын...

ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛАНҺЫН

һандуғастар баҡсаһында
Хыялдар ҡанатлана.
Тик баҡсанан сығыу менән
Көнкүреш ҡабатлана...

Хыял менән генә алдап
Булмай икән тормошто.
Ул кисермәй хыянатты,
Ул үҙгәртмәй бурысты.
Яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк
Ябай кеше тормошо.
Сөнки уларҙа сағыла
Ысын тормош булмышы.

Их, шаулаһын әле тормош,
Миҙгелдәр ҡабатланһын,
һандуғастар һайрап осһон,
Хыялдар ҡанатланһын!

МӨХӘББӘТ МИНУТТАРЫ

Ерҙә лә, күк йөҙөндә лә
Яна ваҡыт уттары.
Балҡыта ла, яндыра ла
Мөхәббәт минуттары.

Йондоҙҙарҙың күҙ ҡыҫыуы
Әллә ни мөһим түгел.
Яҙғы ташҡындарға ғашиҡ
Ниңәлер минең күңел.

Ялҡында ла, ташҡында ла
Мөхәббәт минуттары.
Шунда балҡый, шунда һүнә
Бәндәнең ҡылыҡтары.

Күңелемдә күҙ-йәш түгел,
Саф һөйөү ысыҡтары.
Шуға үҙенә әүрәтмәй
Донъяның ышыҡтары.
Йондоҙ булып күккә оса
Һөйөүем ярсыҡтары.
Ә күңелдә тәбиғәттең
Гонаһһыҙ ҡылыҡтары...

Беҙҙә лә бар Ер-әсәнең
Үлемһеҙ холоҡтары...
Ер йәшәһә, мәңге һүнмәҫ
Мөхәббәт минуттары.

УМЫРЗАЯ
СӘСКӘ АТҠАНДА


Умырзая сәскә атҡан саҡтар
Бала тыуған саҡтай ҡәҙерле!
Был йәберле һәм ҡәҙерһеҙ ергә
Алып килә улар ҡәҙерҙе.

Ер тыуҙырған ошо гүзәлкәйҙәр,
Кем булыуға беҙҙең ҡарамай,
Бөтәбеҙгә бер тиң моң өләшә,
"Ярамай"ына ла ҡарамай.

Кешеләр ҙә, умырзая кеүек,
Белһә икән ерҙә ҡәҙерҙе...
Ҡәҙер бүләк иткән сәскәләргә
Күңелемдә ҡаҙам ҡәберҙе.

МИН ЯҢЫНАН ТЫУЫР ИНЕМ...

Үҙемә лә, башҡаға ла
Хөкөм сығармай ғына,
Өйрәндем хөкөм итергә,
Атты туғармай ғына.

Ҡырыҫ тормош ялҡындары
Шиғырҙарға күсмәһә,
Йәшәүебеҙ мәғәнәһе
Саҡ ҡына ла үҫмәһә,

Ни мәғәнә көн күреүҙән,
Ҡыуаныстар тыумаһа?..
Мин яңынан тыуыр инем,
Йәшәү ауыр булмаһа.
Өмөт бар ҙа, ышаныс юҡ
Йырланған йырҙарымда...
Йылы ла ул, һыуыҡ та ул
Йәшәү шиғырҙарымда.

ӨМӨТ

Өмөт, ышаныс юғалһа,
Һағыш башҡа атлана,
Тыуған-үҫкән изге ерҙәр
Доға булып ятлана.

Өмөткә өгөт кәрәкмәй,
Ултырһын ул түрҙәрәк.
Ерһеҙ кеше бомж кеүек,
Өмөткә лә ер кәрәк.

Был донъяла йәшәү өсөн
Ышаныслы баш кәрәк.
Ашһыҙ башҡа ышаныс юҡ,
Өмөткә лә аш кәрәк...

ҺӘЛӘТ БУЛҺА...

Ҡыуаныстар ташып торғанда ла,
Бәхетһеҙлек шашып аҡһа ла,
Хоҙай биргән һәләт әгәр булһа,
Шиғыр тыуа, йылан саҡһа ла...

Көсәнеүҙән тыумай шиғри юлдар,
Буш күңел ул һәр саҡ шығырлай.
Йән әрнеүе менән ышаныстан
Тыуалыр ул тере шиғырҙар.

НИНДӘЙ ШӘП БУЛЫР ИНЕ!

Ағас ауыл яҡшыраҡмы,
Таш ҡала яҡшыраҡмы?
Ниңә ауыл кешеһенә
Ҡалалар аптыраҡлы?
Ник улар ҡалаға килеп,
Тамыр йәйеп өлгөрмәй,
Ауыл йөрәге ур(ы)нына
Ҡала йөрәге дөрләй?

Ә бит киреһенсә булһа,
Ниндәй шәп булыр ине!
Ауыл моңо йән иретеп,
Ҡалаға тулыр ине.

Бер-беребеҙгә шәфҡәтлерәк,
Иплерәк булыр инек.
Ил-ергә лә беҙ күберәк
Изгелек ҡылыр инек...

Ауылдар юҡ буласаҡ тип,
Ҡоторһа ла яһилдар,
Ҡаланың да, донъяның да
Әсәһе ул ауылдар!

МОҢЛО ҺАНДУҒАС
Шағирә Лариса Абдуллинаға

Шиғриәттең моңло һандуғасы
Өҙ(ө)лөп һайрай таңдар аттырып.
Уны тыңлар өсөн ҡояш сыға,
Донъя йөҙө китә яҡтырып.

Уның моңо һеңә күңелдәргә,
Тәбиғәткә һеңә, гөлдәргә.
Ул һайраған саҡта бәхет үҙе
Ҡунған кеүек була иңдәргә…

Мәңге йәшә, мәңге өйрән, тиҙәр,
Аллаһыла ҡөҙрәт киң икән:
Шиғриәттә һандуғастың моңо
Ҡурай моңдарына тиң икән!

Сығыу ваҡыты 10-04-2015, 09:50 | Ҡаранылар: 765
|
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Яратыуҙан һине арымамын”
  • Шиғриәт минуттары
  • Шиғриәт минуттары
  • Шиғри гөл баҡсаһында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM