RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.02.2015 Кәримә

Йәшлек - йәшлек - хикәйәләреЯҡыныраҡ кил, яҡыныраҡ, – тип ҡабатланы башҡортса.
– Совет власына ауылда нисек ҡарайҙар? – тип һораны вәкил һәм, тәржемә ит, тигәндәй, ярҙамсыһына ҡарап алды. Ләкин Кәримә тегенеһенә ауыҙ асырға ла ирек бирмәй, русса тәтелдәргә кереште:
– Атайым мине аңлы рәүештә рус мәктәбенә бирҙе, сөнки беҙ – берҙәм совет халҡы, иң гуман йәмғиәт төҙөүселәр. Шуға ла мин башҡортса аңламайым. Совет берлеге беҙҙән башлана. Бөтә донъя пролетарийҙары берләшәсәк. Рус теле – аралашыу теле. Уны яҡшы белеү – минең өсөн коммунизм идеяһына тоғролоҡ! Сөнки ул бөйөк Ленин теле.
Кәримә үҙен бүлдермәйенсә туҡтаманы. Вәкил ҡабатлап исем-фамилияһын, ғаилә хәлен һораны. Ҡыҙ иһә бытырланы ла бытырланы. Ниндәй китаптар уҡығанын, ни өсөн уҡығанын, бөгөн совет власына кемдәр, ниндәй империалистар янауын, йәштәр атҡарасаҡ бурыстар, устав, ниндәй идея, тәғлимәт өсөн көрәшкәндәрен, коммунизмдың ниндәй буласағын – быларҙың бөтәһен дә ул яттан белә.
– Атайыңдың үткән юлы тураһында нимә әйтер инең? – вәкилдең күҙҙәре хәйләкәр йылмая.
– Йәш саҡта атай ниндәй булғандыр, беҙгә мәғлүм түгел, ләкин ярлы сығышлы булыуы тәғәйен асыҡ. Яңы тормош төҙөүселәрҙең береһе, әүҙемсе. Ул һәр саҡ ғәҙеллек принцибын алға һөрә, синфи дошмандарға ҡаршы көрәшеү – иң изге бурыс, тип әйтә, әгәр ҙә нимәнелер белеп бөтмәһәм, совет власы бөтәһен дә асыҡлар.
– Һине мәктәптә актив комсомолка тинеләр. Ә йыш юл йөрөргә тура киләме? – тип һораны чекист.
Кәримә тертләне. Ҡапыл күҙ алдында Ҡаҙағстанға илткән юл пәйҙә булды. Уйланырға ваҡыт юҡ ине.
– Мин тик бер генә юлды беләм. Революция юлын. Любовь Яроваялар һайлаған тоғролоҡ юлын. Коммунизмға илтәсәк юлды. Башҡалары юл түгел, һуҡмаҡ ҡына.
Ҡыҙҙан күҙен алмаған чекист артҡа терәлеберәк ултырҙы, әлеге ҡыланышы нимәне аңғарта? Яуабы оҡшанымы, әллә бындай яуапты көтмәнеме икән? Артыҡ уйланырға ваҡыт юҡ ине. Һәм Кәримә дауам итте.
– Бөйөк Ленин һыҙған юлдан барыу – бөгөнгө һәр йәш кешенең бурысы.
Уның эсенә инеп китерҙәй булып текләгән вәкил, туҡтарға ҡушып, ымланы. Ярҙамсыһы ишеккә күрһәтте, тимәк, Кәримәне ебәрәләр. Ҡыҙ, исмаһам, артына бер тапҡыр боролоп ҡараһасы! Юлды күрмәгән килеш атланы ла атланы. Эстә тороп ҡалған был икәү аҙаҡ уның тураһында нимә тине икән? Өйгә нисек килеп ингәнен, урындыҡҡа нисек килеп ҡолағанын да хәтерләмәй... Төнө буйы аяғы ҡорошто, иртәнсәк баҫырға иткәйне, ауыртыуға түҙмәй, яман итеп аҡырып ебәрҙе. Әсәһе эргәһенә йүгереп килеп етте:
– Ни булды, балаҡайым? Һиңә ҡағылыусы булмағандыр бит?
– Аяғыма баҫа алмайым, әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы! – тип үкһене ҡыҙ.
– Ҡуй-ҡуй-ҡуй, барма бөгөн мәктәпкә. Йөрөмә.
– Юҡ! – Кәримә нисек һикереп тороп баҫҡанын да һиҙмәй ҡалды. – Бөтөнөһөнә үс итеп, уҡырға йөрөргә тейешмен!
Бынан ары уны саҡырыусы, допрос алыусы булманы. Атаһының ун йылға Себергә һөрөлөүен ауыр кисерҙеләр, әлбиттә. Шулай ҙа ҙур ғаилә берҙәм булды, бирешмәне. Әсәһе тырышлығы менән аслыҡты ла, юҡлыҡты ла еңделәр, мәктәпкә йөрөнөләр.
Икенсе донъя һуғышы башланғанда ир туғандары шаҡтай ҙурайып, ҡул араһына ингәйне. Һөргөндән атаһы яҙған хаттар ҙа килде. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, төрлө органдарға мөрәжәғәт иткән. Хатта Сталин иптәштең үҙенә хат яҙған. Өйгә ебәргән хатында шундай юлдар бар ине: ”Мин бит снайпер. Дошманды юҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алам”. Снайпер. Эйе, атаһы мәргән. Бер тапҡыр әсәһе: “Атайығыҙ әкиәттәге Кирәй Мәргән ул. Ә батырҙы анһат ҡына үлтереп булмай, ул юҡ-бар дошман ҡулынан һәләк булмаясаҡ”, – тигәйне.
Ысынлап та, 43-сө йылда атаһын фронҡа алдылар. Бүтәндәр, ирҙәре йәки аталары һуғышҡа алынһа, ҡан-йәш түгеп илап оҙатыр ине. Кәримә был хәбәрҙе ҡыуаныс менән ҡабул итте, атаһы совет власы алдындағы ғәйебен үҙ ҡаны менән йыуасаҡ. Был ғәйеп тойғоһо Кәримәлә лә йәшәй, уға тыныс көн итергә ирек бирмәй. Күңелгә шундай уй ҙа килеп ҡуя: “Үлһә ни, үлә лә ҡуя инде. Һуғыш үлемһеҙ булмай. Уның ҡарауы, балаларының тормошо тыныслыҡта үтер. Һуғышта һәләк булды, тиеү бер ҙә насар яңғырамай ҙа баһа...” Шул саҡ эсен нимәлер сыйып-көйҙөрөп үтте. Тфү-тфү, атай тураһында былай уйлау көфөр! Күргән-кисергәндәр әллә ниндәй уйҙарға төшөрә... Кәримә таш бәғерле түгел. Ул атаһын йәлләй ҙә. Сөнки күпме эш атҡарҙы, тау-таш аҡтарҙы. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда булды, юҡты бар итте. Уның хеҙмәте менән ил файҙаланды. Тик барыбер артыҡ кеше булып ҡалды. Бөтөн нахаҡты сабыр кисерҙе, намыҫына тап төшөрмәне. Халыҡ мәнфәғәте, хөрриәт, милләт, тип яныуы уның яҙмышын ҡара һөрөм менән сорнаны.

* * *
Ә атаһын фашист пуляһы алманы. Һуғыштан ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың оло быуынын тәшкил иткән яугир һынатманы, күкрәгенә орден-миҙалдарын тағып аяҡ баҫты кескәй ватанына. Был ваҡытта Кәримә, бәлиғ булып, Өфөлә институтта уҡый ине. Атаһын ҡайтып күргәс, ҡыҙғаныуҙан эсе өҙөлдө. Балаҫ йәйелгән урындыҡта ҡураныс ҡына кәүҙәле, ап-аҡ сәсле ҡарт ултыра. Тик башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итеүе мәңгелек тамға итеп баҫылдымы, уны тағы ла алып киттеләр, һәм Сталин вафатынан һуң ғына ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Совет илендә белем алған һәм кеше булған Кәримә атаһының мөһөрө үҙенә йоғоуҙан шикләнде шикелле, тыуған ауылына һирәгерәк ҡайтты.
Шуныһы ғәжәп, ниндәй язалар кисерһә лә, ниндәй ыҙалар күрһә лә, Әбделмән үҙ ҡарашынан ваз кисмәне. Тыйылған исемдәрҙе ҡабатланы. Һаман башҡорт армияһы, көрәштәштәре тураһында һөйләне, уларҙы иҫләне. Уның хәҡиҡәте күптәргә аңлашылманы. Кәримә лә шулар иҫәбендә булды. Ә атаһы өлкән ҡыҙын яратты. Тормош юлын уға бәйән итергә, уның менән уртаҡлашырға тырышты. Тик Кәримә: “Атай, икенсе ваҡытта иркенләп һөйләшербеҙ”, – тип, һылтауын да табыр ине. Нишләп һаман шул бер нәмәне сәйнәй икән, тип асыуланған сағы ла булды. Тора-бара, атаһы мулла булып китте. “Дин – ағыу” тигән көслө пропаганда заманында, ҙур темптар менән индустриализация барғанда был эшмәкәрлеге шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр өсөн сәйер тойолдо. Уның ҡарауы, иманлы, миһырбанлы, ғәҙел мулланы ауылдаштары ҡәҙерләне. Атлауына ҡартлыҡ инһә лә, күҙҙәре элеккесә үткер ине, асыуланған сағында был кейек күҙҙәрҙә осҡон ҡабынғандай була.

3
– Атай, һин бит снайпер. Фашистар бер башҡорт снайперы барлығын башына ла килтермәгәндер инде!
– Шулай! – тине ҡарт эске ҡәнәғәтлек менән. – Бөйөк Ватан һуғышында мәргәнлегем ярап ҡалды. Тик ул саҡта снайпер­ҙар менән әллә кемде аптыратып булмағандыр. Хәрби сәнғәт тә камиллаша. Ә бына инҡилап һәм Граждандар һуғышы мәлендә беҙ телгә алған уҡсылар күп булды, тип әйтә алмайым мәгәр. Мин Башҡорт ғәскәрендә үҫмер егет кенә инем бит әле. Ҡыҙым, шул булып үткән нәмәләрҙе ҡасандан бирле һөйләргә итәм дә, тик һин ваҡыт тапмайһың бит әле...
Кәримә йәһәт кенә атаһын бүлдерҙе.
– Тарихи сығанаҡтар күп бит хәҙер. Тарихсылар яҙа.
– Тарихсылар!.. Һы... Башҡорт ғәскәре тураһындағы китаптарҙы ҡасан, ҡайҙа уҡының? Китапханаларҙы үҙем аҡтарып йөрөгәнем бар, беҙ үткән юл тураһында мәғлүмәт юҡ. Шып-шымдар. Әйтерһең, тарихтың боролошло мәлдәрендә башҡорттар булмаған, үҙенең хәрби оһоллоғон тойҙормаған! Ә миңә күп хәрби етәкселәр менән шул һуғыш яланында бергә ҡайнау бәхете тейҙе.
Кәримәнең тыны ҡыҫылды. Тап ошо һөйләшеүҙән, ошо хәтирәләрҙән ҡаса ул, ә атаһы һаман бер генә яҡҡа бора! Кәримәнең ҡарашы ҡырыҫланды.
– Һине ике тапҡыр һөрҙөләр бит инде, атай. Әҙерәк... – Ҡатын һүҙен нисек бөтөрөргә белмәй туҡтап ҡалды.
– Нимә – әҙерәк?
Атаһын милли ғәскәр тураһындағы хәтирәләренән алыҫлаштырырға кәрәк, сөнки уның һөҙөмтәһе бик насар буласаҡ! Һәм Кәримә күптән эсен өйкәгән һорауҙы бирҙе.
– Ә теге биш кешене атҡас... Тейешле органдарҙың улар тураһында һорашҡандары булманымы бер тапҡыр ҙа? Әллә һине шул енәйәт өсөн ҡабат алып киттеләрме?
– Балам, ниндәй биш кешене? Милләттең азатлығына биш кеше генә ҡаршы сыҡҡан тиһеңме ни?
Кәримә атаһына тәү күргәндәй текләп китте. Үҙ ҡулдары менән атып үлтергән биш чекисты атаһы нисек иҫенән сығар­һын ти инде? Бәлки, ғәзиз балаҡайҙары янда саҡта шундай аҙымға барғанына үкенәлер һәм шуға онотҡан булып ҡыланалыр? Ә ул ҡәһәрле төн инде күпме йыл үтһә лә Кәримәнең төштәренә инеп йоҡонан ҡалдыра!
– Мин аңлайым, атай, – тине, ахыр. – Мин яҡшы аңлайым. Бүтәнсә беҙгә ҡотолоу юҡ ине.
– Ҡыҙым, нишләп биш кеше, тинең? Мин әллә күпме фронт юлы үткән һалдат та баһа!
– Яу юлдарың таныш түгел, атай. Мин Ҡаҙағстанға ҡасып киткән сағыбыҙҙы иҫләп әйтәм. Һин хатта йәшереп ҡуйған винтовкаңды әллә ҡайҙан килтереп сығарҙың. Уны беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, арбаға, төпкә, һалам аҫтына тыҡтың, – Кәримә ауыр итеп көрһөндө. – Ҡыуғынсылар беҙгә етә килгәндә, йәһәт кенә тартып алдың да, беҙҙе иңкеүлектә ҡалдырып, үҙең кирегә саптың.
– Ә-ә-ә, бына нимәне әйтәһең икә-ә-ән! – тип һуҙҙы Әбделмән ағай, баш сайҡап ҡуйҙы. – Эйе, беҙҙе юҡ итергә тип атлыҡҡан залимдарҙың ҡашына атылдым. Шулай. Дөрөҫ. Тик ҡоралһыҙ сыҡтым.
– Ҡор... Ҡор-ралһыҙ? Йәғни винтовка менән түгел, тимәксеһеңме? Кәримә шаҡ ҡатты. Ғүмерҙә алдаша белмәгән атаһы бөгөн нишләп бушты һөйләй? Нимә булған уға? Әллә ҡартайыу ғәләмәтеме?..
– Ниндәй ҡорал! Дөпөл иҫерек кеше булып, сайҡала-сайҡала, ауа-түнә, аҡырып урыҫса йырлай-йырлай атланым был зобаниҙарға табан. Миңә ете баламды үлемдән йолоп ҡалыр­ға кәрәк ине! Беҙ бит, балам, ҡамауҙа ҡалғайныҡ, бүтән сара юҡ ине... – Ҡапыл Әбделмән ағайҙың эйәге дерелдәп ҡуйҙы. – Ә ҡоралдан атырға тура килмәне. Улар миңә ышанды. Шуға ла, ҡайһы яҡҡа күрһәттем, улар шул яҡҡа сапты.
Шул саҡ әләм-һәләм кейгән, туҙған башлы атаһы ап-асыҡ булып күҙ алдына килеп баҫты... Кәримә һеңгәҙәне. Уға оят булып китте хатта.
– Һуң... – тине ул көс-хәл менән, – Атай, уларҙы бер-бер артлы юҡ итеү һинең өсөн бер нәмә лә түгел дә баһа! Винтовкаңды үҙең менән алғайның! – Тауышында ышанмау ҙа, аптырау ҙа бергә яңғыраны. – Ул винтовканы бүтән бер тапҡыр ҙа күргәнем булманысы...
– Шулай, балам, винтовкамды бүтән берәү ҙә күрмәне. Ышан, балам, ҡорал тоҫҡар сиккә килеп терәлмәгәйнем.
– Нисек терәлмәгәйнең?.. Әгәр ҙә һине танып ҡалһалар, ул ваҡытта, атай... Уй, күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс! Бына әле лә әллә нимә эшләп киттем!.. Атай, һин иң мәргән башҡорт, иң шәп аусы. Ә нишләп үлем алып килеүселәр ҡаршыһына ҡоро ҡул менән сыҡтың? Аңламайым! Нимәлә сәбәбе? Патрондарың юҡ инеме әллә?
Әбделмән ағай уйсан йылмайҙы.
– Винтовкама уҡталыр өсөн бер секунд та етә ине! Тик ҡорал күтәрмәнем. Миңә уларҙы ҡоралһыҙ алышта еңергә кәрәк ине. Ә винтовканы, ошо вәхшиҙәр күҙҙән юғалғас, шул туҡтаған еребеҙҙә, иңкеүлектә, күмеп ҡалдырҙым. Минең уны ҡырға, икенсе тарафҡа алып сығырға хаҡым юҡ ине. Ҡаҙағстан еренә аяҡ баҫҡанда тоғро дуҫым янымда юҡ ине.
Атаһының биш кешене атып үлтереүенә ошо көнгә тиклем тамсы ла шикләнмәгән Кәримә телһеҙ ҡалды. Аңлауы ауыр ине уға яугир атаһының был аҙымын.
– Ир ҡоралды сараһыҙлыҡтан күтәрә, балам. Һуңғы сиктә... Сөнки мин бер бөйөк затҡа бүтән ҡорал күтәрмәҫкә һүҙ биргәйнем. Уның ҡушҡанын үтәнем. Хушлашҡан саҡта ул шулай тине: “Башҡорттар һуңғы сиккә килтереп еткерелгәндә генә ҡулына ҡорал ала. Артабан был сиккә килтереп терәлмәҫебеҙгә өмөт итәм. Хәлегеҙҙән килгәнсә тыныс юл аша көрәшегеҙ. Рухи берҙәмлек булһын, был көстә берәү ҙә еңә алмай. Яңы власты үҙебеҙҙең мәнфәғәткә хеҙмәт иттерергә тырышығыҙ. Һеҙҙең төп ҡоралығыҙ – иман һәм аҡыл. Беҙҙең рух быуаттар аша ла осрашасаҡ. Быға ышанам, ҡыйғыр бөркөттәрем, яҙа атмаҫ мәргәндәрем”, – тине ул. “Яҙа атмаҫ мәргәндәрем”, – тине... Бөтәһен дә һөйләп бөтөү мөмкин түгел.
Кәримә сел-селт күҙен йомдо. Нисәмә тиҫтә йыл үтеп китте ул ваҡыттарға. Дәүерҙәр, донъяла хакимдар, системалар алмашынды. Атаһының ғына инаныуы үҙгәрмәне...
– Һеҙ, балаҡайҙар, белмәйһегеҙ Ватанды ташлап китеү ғазабын. Белергә лә яҙмаһын. “Һинең отҡорлоғоң, зиһенең, зирәклегең үҙеңдең һәм милләттәштәребеҙҙең тыуасаҡ балалары өсөн кәрәк. Үҙеңде һаҡлауың милләтте һаҡлау икәнен онотма”, – тигәйне ул миңә. “Совет власы ла мәңгелек түгел, ул айырым кешеләрҙең идеяһы, ә беҙ көрәшкән ҡиммәттәр – халыҡтыҡы...”
Атаһының ауыҙынан сыҡҡан аҙаҡҡы һүҙҙәр башҡорт азатлыҡ хәрәкәте етәксеһенекеме, әллә атаһыныҡымы булдымы, Кәримә был турала ҡабатлап һорарға ҡыйманы.
– Милләтенән айырыр өсөн яңы власть башында тороусылар был аҫыл затҡа күпме әшәкелек ҡылды. Уның ғүмерен һаҡлау беҙҙең бурысыбыҙ ине. Мин дә уны оҙатыштым, борма-борма юлдар үтеп... Ул күҙҙән юғалғансы урынымдан ҡуҙғала алманым. Оҙаҡ баҫып торҙом. Ҡайтыр яҡҡа кире боролғанда күҙ йәшем кипкәйне инде.
– Атай, нишләп һин?!. Ни өсөн һин уны оҙатыштың?!.
– Мин бит уның адъютанты инем, – ҡарт йылмайҙы. – Мин әле лә уның адъютанты!
Был һүҙҙәрҙе әйткәндә Әбделмән ҡарт турайып баҫты. Битенең сырышы яҙылды. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән элекке адъютанттың үткер, ҡарсыға ҡарашы алыҫҡа төбәлде. Унда, гүйә, кемделер күрҙе. Күҙҙәре осҡонланды. Эйе, офоҡҡа төбәлгән ғорур ҡарашлы атайҙың һәм, әлбиттә, яугир­ҙың ғәжәйеп тә илаһи нур бөркә ине йөҙө был мәлдә...

(Аҙағы. Башы 6, 7-се һандарҙа).

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)