RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Аҡсаһыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел”

13.02.2015 “Аҡсаһыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел”

 “Аҡсаһыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел”Әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө хәле тураһында бик күп фекерҙәр йөрөй. Оло быуын ижад майҙанына йәштәрҙең әҙ килеүен билдәләһә, йәштәр яҙылған әҫәрҙәренең китап булып сыҡмауына, гонорарҙың күләме бәләкәй булыуға зарлана. Ә китап уҡыусылар, йөкмәткеле, уҡымлы, фәһемле әҫәрҙәр юҡ, тигән ҡәтғи фекер әйтә.
Тиҫтәләгән әҫәре менән халыҡ һөйөүен яулаған яҙыусы Ноғман Мусин өсөн заман ауырлыҡтары ижадҡа ҡамасау булып торамы? Әҙип менән әҙәбиәт һәм заман хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Йәштәр ижадҡа килмәй, тип бик күп яҙалар, һөйләйҙәр. Һәм, ысынлап та, ижад майҙанында күберәк оло быуын күренә. Был нимәнән килә? Йәш яҙыусылар юҡмы, йәиһә улар юл яра алмаймы?
– Әҙәбиәтте яҙыусыларҙың йәшенә ҡарап билдәләү бигүк дөрөҫ түгел. Һәр жанрҙа төрлө йәштәге кешеләр эшләй. Ләкин әҙәбиәттә йәштәрҙең әҙ булыуы – замандың күңелһеҙ күренештәренең береһе. Башҡортостан яҙыусыларының уртаса йәше 67 тип билдәләнә. Ә әҙәби ижад өсөн бик күп көс, энергия талап ителә. Балта, көрәк тотоп эшләү булмаһа ла, күңел һәм мейе көсө китә. Көс-ҡеүәтһеҙ яҙыу эше бармай. Яҙыусыларыбыҙҙың оло булыуы бер ни тиклем әҙәбиәттә лә сағылыш таба. Үҙебеҙҙең заман менән сағыштырып, әҙәбиәткә тулҡын булып килеүсе йәштәрҙе күрмәйем. Беҙҙең быуындан алда 1928 йылғылар – Әнғәм Атнабаев, Фәрит Иҫәнғолов, Ғайса Хөсәйенов (һигеҙ кеше булды улар) килһә, икенсе төркөм булып 30-сы йылғылар – беҙ аяҡ баҫтыҡ. Был авторҙар ни өсөн билдәлелек яуланы? Сөнки беҙҙең быуын әҙәбиәткә тормоштоң ауырлығын күреп, һуғыш йылдарының һынауҙарын үтеп, аслыҡ-яланғаслыҡты татып килде. Ә тормоштоң ауырлыҡтарын үҙең татымайынса, яҙмышыңдан үткәрмәйенсә, әҫәрҙәреңдә уларҙы күрһәтеп булмай. Шуға күрә ул яҙыусыларҙың әҫәрҙәре лә халыҡсан, замандың проблемалары ла белеп күтәрелгән. Беҙҙән һуң әҙәбиәткә 30-сы йылдарҙың аҙағында тыуғандар – Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов һәм күренекле булып киткән башҡа шәхестәр килде. Улар беҙҙән дә юғарыраҡ ине: беренсенән, тормоштоң ауыр һабаҡтарын да татынылар, икенсенән, үҙ ваҡытында юғары белем алыу мөмкинлектәре булды.
Һәр быуын араһынан бик күптәр әҙәбиәттә үҙ урынын тапты. Хәҙерге заманда бына ошондай тулҡын булып килеүсе йәштәр юҡ. Ә уның үҙенә күрә ҙур сәбәптәре бар. Халыҡ араһында ҡәләм тотҡан, әҙәбиәтте яратҡан, ижадҡа ынтылыусы кешеләр кәмемәгән, улар байтаҡ. Ләкин бындай кешеләргә әҙәбиәткә килергә ҡайһы бер кәртәләр ҡамасаулай. Сөнки улар әҫәрҙәрен уҡыусыларға еткереү, китап сығарыу кеүек проблемаларға юлыға. Яҙған әҫәрҙәре өсөн күпме эш хаҡы аласағы ла борсой. Хәҙерге ваҡытта яҙылған әҙәби әҫәр иҫәбенә йәшәү мөмкин түгел. Мин иҫәпләп ҡара­ғайным, беҙҙең заман менән са­ғыш­тырғанда, гонорар яҡынса 10 тап­ҡырға кәмегән. Ә бит һәр башҡарылған эшкә тейешенсә баһа булырға тейеш. Әҙәбиәт йылында Яҙыусылар союзы менән берлектә дәүләт органдары торлаҡ һәм китап сығарыу, гонорар менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләһен ине. Исемле йылыбыҙҙы һүҙ һөйләүгә генә ҡалдырһаҡ, файҙаһы булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта бындай кәртә­ләр­ҙе мин төп сәбәп тип тә әйтә алмайым. Кешенең күңелендә та­лант һәм ижадҡа ынтылыш булһа, ул бындай проблемаларға ҡарамай. Беҙ­ҙең йәш ваҡытта ла аҡса­һыҙлыҡ, фатирһыҙлыҡ кеүек кире күренештәр күҙәтелде. Идеаль тормош бер ҡасан да булмаған һәм булмаясаҡ та. Кеҫә тулы аҡса булып та, әҫәр яҙа алмауың бар. Назар Нәжмиҙең шундай шиғыр юлдары бар:
“Шиғыр яҙып ҡай берәүҙәр
байый,
Шағир булып кем һуң байыған?”
Ҡайһы берәүҙәр аҡса өсөн яҙа, ә шағир кеше аҡса өсөн генә яҙа алмай, ул күңел талабы буйынса ижад итә.
Әлбиттә, йәштәр араһында әҙәбиәткә килеүселәр бар. Яңы әҫәр­ҙәр сығып тора, яңы исемдәр асы­ла. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем яҙыша. Бигерәк тә хикәйә яҙыусылар араһында өмөтлөләр бар. Был әҙәби процестың туҡтамауын күрһәтә. Әҙәбиәт йылы әҙәбиәттең үҫешенә этәргес көс булыр тип өмөтләнәм. Юғары власть органдарының халыҡтың рухи тормошона иғтибар итеүе эҙһеҙ үтмәҫ. Яҙыусыларға әгәр дәрт бирерлек этәргес көс булһа, улар һөҙөмтәлерәк, әһәмиәтлерәк эшләйәсәк. Үткән Мәҙәниәт йылы быға асыҡ миҫал булып тора.

– Һеҙ иң түлсән эшләгән прозаиктарҙың береһе. Ә бит ваҡытында Яҙыусылар союзында ла, нәшриәттә лә эшләнегеҙ, ғаилә мәшәҡәттәре лә урап үтмәгән. Уҡыусылар менән осрашыуҙар, командировкалар… Ижадҡа нисек ваҡыт еткерҙегеҙ?
– Ижад эшендә үҙеңдең ваҡытыңды дөрөҫ бүлә белергә кәрәк. Режим тотоу ҙа мөһим. Бер кем дә бер кемгә лә план биреп, ҡулына ҡәләм тоттормай. Һәр эшкә үҙеңдең ынтылышың, планың һәм фекерең булырға тейеш. Мәҫәлән, фатир булмаған саҡта, ял көндәрендә һәм эштән һуң китапханаларҙа ултырып яҙҙым. Күп ваҡыт иртәнсәк иртүк тороп, эшкә киткәнгә тиклем 2 – 3 сәғәт яҙышырға тырыштым. Сөнки эштән арып ҡайтһаң, яҙыу эшенә тотонғо килмәй. Шулай уҡ, беҙҙең быуынға ижад йорттарына бушлай барыу мөмкинлеге бирелде. Йыл да тиерлек, унда юлланыр алдынан үҙемдең ниндәй әҫәр яҙыуымды күҙаллап, уның тәүге бер нисә битен яҙып, ваҡиғалар теҙмәһен, йылдар­ҙы, геройҙарҙы билдәләп план әҙерләп ҡуям да, барыу менән эшкә тотона торғайным. Үҙемде шулай эшкә көйләп, иртәнге сәғәт 6-нан киске 12-гә тиклем ең һыҙғанып ижад итәм. Ашарға һәм бер сәғәтлек ялға ғына туҡталам. Әгәр ҙә үҙеңде ошондай кәртәлә тотмаһаң, айырыуса проза жанрында эшләүселәр өсөн ижад итергә ваҡыт ҡалмаясаҡ.

– Яҙылып бөткән әҫәр менән ҡәнәғәт булмаған осраҡтарығыҙ булдымы?
– Бер ваҡытта ла камил әҫәр булмайҙыр ул. Уҡып сыҡҡан һайын бер генә булһа ла һөйләмен үҙгәртергә тура килә. “Һайлап алған яҙмыш” романын бик оҙаҡ яҙҙым. Уны әллә күпме уйлап йөрөнөм, ныҡлы аңлар өсөн Германияға ла барып ҡайттым. Ошо әҫәремдең ете варианты бар. Уларҙы дәүләт архивына тапшыр­ҙым, кем минең ижадым менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, барып таныша ала. Башҡа әҫәрҙәрҙе лә бер нисә вариантта яҙҙым. Бына ошондай эш барышы булғанда ғына әҫәр һәйбәт килеп сығасаҡ. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың китаптарының корректураһын да ҡарамауы аптырата. Үҙеңдең ижадыңа хөрмәт күрһәтмәү, кәмһетеп ҡарау тип ҡабул итәм быны.

– Һеҙҙең тәүге күләмле әҫәрегеҙ ҡасан яҙылды һәм тәүге китабығыҙ нисәнсе йылда донъя күрҙе?
– Яҙыусы күләмле әҫәр менән танылыу таба, тип уйлаусылар бар. Әммә был хата фекер. Уҡыусылар күңеленә барып етһә, яратып ҡабул итһәләр, бәләкәй хикәйәләр менән дә билдәле булырға мөмкин. Әл­биттә, ижад эшенә иртәрәк, ныҡлап тотоноу, ҙурыраҡ әҫәрҙәр яҙыр­ға ынтылыу кәрәк. Шундай уйҙар менән иң тәүге “Зөһрә” повесын 24 йәштә яҙырға ултырҙым, бер йылдан яҙылып бөттө һәм ул журналда донъя күрҙе. Тәүге әҫәр булһа ла, уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. Төрлө гәзит-журналдарҙа ыңғай баһа менән ете мәҡәлә баҫылып сыҡты. Тәүҙәрәк, повесть, хикәйәләрем байтаҡ тупланһа ла, китап итеп баҫтырыу тураһында уйламаным, тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек күренде. 1959 йылда Сәләх Кулибай осраҡлы ғына рәүештә мине осратып, нәшриәткә саҡырҙы. Ул унда әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй ине, китап сығарырға тәҡдим итте. Дәртләнеп киттем, тиҙ арала әҫәрҙәрҙе туплап тапшыр­ҙым һәм ул шул уҡ йылда донъя күрҙе. Ул сығыуға әҫәрҙәрем икенсе китап өсөн дә йыйылғайны инде.

– Ә хәҙер бит яҙыусыларҙың китаптарын улай йыш сығарыу мөмкинлеге юҡ…
– Бөгөн “Китап” нәшриәтенең хәле бик ауыр, күпләп китап сығарырлыҡ мөмкинлектәре юҡ. Икен­сенән, хәҙер яҙыусылар ҙа бик күп. Мине союзға ҡабул иткән саҡта 47-се ағза инем. Һәм уларҙың барыһы ла ысын мәғәнәһендә бик күренекле яҙыусылар ине. Ә бөгөн 250 тирәһе ағза иҫәпләнә, уларҙың 50-һен беләм, ә 200-өн – юҡ. Ә бит сыҡҡан китаптар, матбуғатта баҫылған яңы әҫәрҙәр менән танышып, уларҙы уҡып барам. Ләкин иҫтә ҡалғандары бик һирәк.
Яҙыусылар бик күп, нәшриәткә уларҙың һәр береһенең китабын сығарыуы оло проблема.

– Элекке тәжрибәләрҙең ҡай­һыһын хәҙерге заманда ла файҙаланып була?
– Бөгөн, беҙҙең замандан айырмалы рәүештә, йәштәргә гранттар бирелә. Мөмкинлек­тәр сикле за­манда был бик матур күренеш. Шу­лай уҡ йәш ижадсылар өсөн Яҙыусылар союзына, дәүләткә бер тәҡдимем бар. 1967 йылда партияның өлкә комитеты, яҙыусыларҙы төрлө тармаҡтағы һөнәр эйәләренең тормошон яҡтыртыу өсөн тап ошо һөнәр эйәләре араһына оҙайлы командировкаға ебәрергә кә­рәк, тигән тәҡдим яһаны. Ҡайһы бер яҙыусылар төрлө урындарға эшкә урынлашты, хеҙмәт хаҡы ла алды. Һәм улар, үҙҙәренең алған тәьҫораттарынан сығып, байтаҡ әҫәр ижад итте. Рәшит Солтан­гәрәев нефтселәрҙә эшләп, “Йылы ямғыр” повесын, документаль очерктар китабын сығарҙы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Әхнәф Байрамов тимер юлсылар араһында йөрөп, “Йәшлек йылдары” романын яҙҙы, ә Тайфур Сәғитов Учалы районына юлланды һәм унан “Һа­бантуй” әҫәре менән ҡайтты. Минең өлөшкә химия заводы эләкте. Тәүҙә заводтың музейын төҙөргә тәҡдим иттеләр, кешеләр менән аралашыу юҡ, тип баш тарттым, станок артында тороп эшләргә тәжрибәм булманы. Кешеләр менән аралаштым, улар тураһында гәзит-журнал өсөн бер нисә мәҡәлә яҙҙым, завод директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әнүәр Бакиров хаҡында очерк баҫтырҙым, эшселәр йәшәгән ятаҡтарға барып әйләндем. Әммә нәфис әҫәр яҙырлыҡ материал таба алманым. Шулай завод буйлап йөрөй торғас, уларҙың төҙөлөш участкаһына барып сыҡтым һәм унда балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Кешеләр менән аралаша торғас, байтаҡ ҡына материал тупланым. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне, сөнки тап шул ваҡытта “Өҙәрем юл кешеләре” романын яҙа башлағайным. Уны тамамларға кәрәк ине, китергә тура килде. Шул төҙөлөштә йыйылған материалдар “Кеше һуҡмағы” повесы булып 1987 йылда донъя күрҙе.
Хәҙерге ваҡытта миңә ҡайҙалыр барырға тәҡдим итһәләр, тағы ла риза булыр инем. Ҡыҙыҡлы тормош юлы үткән кешеләр бик күп. Яҙам тиһәң, яҙ ғына, бары тик күҙ алдындағы ваҡиғаларҙың эсенә инеп кенә китергә кәрәк.

– Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙгә кемдәр баһа бирҙе һәм, билдәле яҙыусы булараҡ, кемдәр­ҙе баһаланығыҙ?
– Әҫәргә мотлаҡ баһа кәрәк. Һәйбәтенән күңел күтәрелә, тәнҡит булһа, уйланаһың, борсолаһың. Хә­тер ҙә ҡалып ҡуя ҡайһы саҡта. Әммә битараф ҡалыуҙары – иң насар баһа. Әҫәрҙәремдең береһе лә тәнҡитселәрҙең күҙ уңынан ысҡынманы шикелле, мәҡәләләр сығып торҙо. Әнүр Вәхитов башҡорт прозаһының барлыҡ әҫәрҙәрен уҡып барҙы, әҙәбиәт яҙмышы өсөн борсолоп, шатланып, күңеле аша үткәреп, мәҡәләләр яҙҙы. Ауыр ваҡытта ярҙам итер, әҫәреңә ҡарата дөрөҫ баһа биргән ижадташ дуҫың булыуы мөһим. Һәм беҙ Әнүр менән тап ошондай дуҫтар булдыҡ, сөнки уның әҫәрҙәренә миңә лә баһа бирергә тура килде. Шулай уҡ миңә Мостай Кәримдең повестарын, Әмир Әми­нев, Роберт Байымов һәм башҡа йәш яҙыусыларҙың әҫәр­ҙәрен ба­һаларға тура килде. Һайланма әҫәр­ҙәрҙең 11-се томында 23 яҙыусы-шағирҙың ижады тураһындағы очерктарым баҫыласаҡ.

– Бына ошондай баһаларҙы алыр өсөн йәштәргә әҙәби мәктәп кә­рәкмәйме? Яҙыусылар яңы әҫәрҙәрен ҡайҙа тикшертә?
– Бүтән һөнәр эйәләре кеүек үк, яҙыусылар ҙа һәр ваҡыт һөнәри ярҙамға мохтаж. Айырыуса йәш саҡта, яҙыу буйынса тәжрибә етмәгән ваҡытта, бындай мәктәптең булыуы мөһим. Яҙыусылар союзының төрлө жанрҙар буйынса секциялары бар. Әгәр ҙә улар үҙ эшен һәйбәт итеп алып барһа, ижади мәктәп ролен үтәй ала. Мин үҙем дә ваҡытында унда эшләнем. Һәр ултырыш, әҙәби әҫәрҙәрҙе тикшереү йыйылыштары дәрес кеүек үтә торғайны. Бөтә яҙыусылар – йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яңы әҫәрҙәрен мотлаҡ унда уҡытып, баһа алды. Китап нәшриәте лә, секцияла тикшерелеп, хуплау алмаһа, китапты баҫтырманы. Шуға күрә секциялар­ҙың абруйы ла юғары булды. Ул ултырыштар даими рәүештә үтте һәм һәр теләгән яҙыу­сы унда ҡатнашып, әҫәрҙең ыңғай һәм кире яҡтары тураһында үҙ фекерен әйтеп, ихлас һөйләшеүҙәр уҙа ине. Бына ошо секцияларҙың эшен тергеҙергә кәрәк.

– Бөгөн китап уҡыусылар кәмене, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Халыҡ, ысынлап та, элекке кеүек актив уҡымай. Минең ҡатыным 25 йыл китапханала эшләне. Уның һөйләүе буйынса, элек халыҡҡа китап еткерә алмаған ваҡыттар булған. Ябай халыҡ та, эшселәр ҙә, уҡыусылар ҙа – барыһы ла бик ихлас итеп китап уҡыны. Ә хәҙер китапҡа тартылыу юҡ. Сөнки телевидение менән интернет был йәһәттән ҙур зыян яһаны. Ләкин ысын әҙәбиәт һөйөүселәр китаптан айырылмай. Һәйбәт әҫәрҙәр магазин кәштәләрендә лә оҙаҡ ятмай, алып торалар. Хоҙай Тәғәлә халыҡты китаптан айырмаһын.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)