RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт шиғриәтенең яңы үре

30.01.2015 Башҡорт шиғриәтенең яңы үре

Ғилман ағай тураһында бик күп яҙҙым. Шуға күрә бер ни тиклем уңай­һыҙ ҙа кеүек әле ул әйләнгән һайын күңелде түңкәреп һалыу. Хәйер, тулыһынса тоҡто төбөнән ҡаҡҡан юҡ: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле. Тик шуны хәҙер аныҡ аңлайым – һы­уын­дыра, тигән булалар күрмәй башлағас... Һыуын­ды­рып ҡуймаһын тағы... Юҡ шул.
Киреһенсә, йылдар үт­кән һайын һағыш түгел, йәндең иң төпкөлөнә йә­шерергә тырыш­ҡан һыҙланыу көсәйгән кеүек. Ана шулай ғүмер­ҙең миҙгел генә, беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына икәнде йәшләй хушлашыуы менән аңлатып киткән кешеләремдең береһе булды ул.

Башҡорт  шиғриәтенең яңы үреШуныһына ҡыуанам – даими аралашып торолдо, шиғырҙарын һорап алып, баҫыуға әҙерләй инек. “Йәшлек” гәзитендә 2006 йылда ҙур булмаған әңгәмә лә ҡорорға өлгөргәнбеҙ. Ғилман Ишкининдың ижады башҡорт шиғриәтенә яңы һулыш, бер үр булып килеп инде, тип йыш ҡабатланым. Шул хаҡта тағы ла бер тапҡыр әйтеп үткем килә. Уға тиклем аҡ шиғыр, йәки образлы фекерен формаға һалмай ижад иткәндәрҙән берәүҙе генә беләм – Шамил Анаҡ. Ул үҙ дәүеренең шаңдауы булһа, Ғилман Ишкинин шиғриәте йөҙөндә башҡорт шиғриәте бөтөнләй яңы офоҡтарға артылды. Тормошта ла кеше юлынан атламаған, һәр саҡ үҙ һуҡмағын эҙләгән, һәр күренешкә ҡарата үҙ фекере булған шағир күп уҡыны, һуңғы йылдарында айырыуса бик күп яңы әҫәр тәьҫирендә, яңы образдар сол­ғанышында йәшәне. Сы­уаштарҙың донъяға билдәле Айгийы бар. Уның шиғриәтен һалҡын ҡанлы Евро­па ла, фәлсәфәүи ҡарашлы Шәреҡ тә таныны. Ғилман Ишкинин өсөн дә шиғриәт ул ирекле донъя ине. Азат бөркөт булып осто ул үҙенең хыял һәм аҡыл ҡаялары араһында – бәрелеүҙән, ҡолап төшөүҙән, хатала­ныу­ҙан, “хаталыһың” тип аталыуҙан тартынмайса, ҡурҡмайса. Ул кешеләрсә, егеттәрсә йәшәне, илам­һырап, һыҡрап, көсәнеп түгел, ә тормош үҙе тәҡдим иткән һынауҙарға ҡаршы тороп, яҙмышы менән үҙе ҡорған уйындарҙа уйлы, хыяллы уйын ҡороп.

Уй уйындары тигәндән, уның шиғриәте лә шулай бит. Нимәһе менәндер ул яҙмалар миңә Нобель премияһы лауреаты Иосиф Бродский­ҙың шиғриәтен хәтерләтә. Шәхестең үҙенә-үҙе ҡомарлы саҡырыу ташлауы, аҡыл-зиһен-хыял синтезы аша донъяға сәнғәтсә бағыу. Кемдеңдер, шиғриәттә аҡылдың ҡыҫылышы арлы-бирле генә, тип әйтеүе лә ихтимал. Беҙ нисектер поэзияны ут, хистәр ташҡыны менән сағыштырырға күнеккәнбеҙ бит. Әммә тап шиғриәт майҙанында зиһен зирәклегенән, аҡыл һиҙгерлегенән яңы хис-тойғолар тыуа. Был шиғриәт тере, урғылып торған шишмә һымаҡ, йәғни уны уҡығандар үҙҙәре ижадсыға әйләнеп китә, шиғриәт артынан, яңы уйҙар артынан эйәрә, яңы кисерештәр диңгеҙенә сума. Башҡорт шиғриәтенең Ғилман Ишкинины бар – был ҙур ҡаҙаныш һәм табыш! XXI быуат башҡорт шиғриәте уның йөҙөндә яңы үрҙәргә артылды, был киләсәк шиғриәте, томлыҡтарға һыйған яҙмышты бер юл менән образлы әйтеп биргән шиғриәт!

“Ямаулыҡтар” тип атаны Ғилман ағай үҙенең айырым йыйынтығын. Үҙе иҫән саҡта донъя күргән берҙән-бер шәхси ҡыйыҡлы баҫмаһы ине ул. Тәү ҡарашҡа бик ябай төҫлө исеме, әммә унда тойғолар, фекер­ҙәр ямауынан туҡылған ғүмер балаҫы күҙ алдына баҫа. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ғилман Ишкининдың һәр бер һүҙе, алда әйткәнемсә, тере, хәйер, ул үҙе лә миңә һәр саҡ тере кеүек. Йәшәргә иренгәндәр менән сағыштырырлыҡмы ни уның күпте кисергән асылы?!. Ул бөгөн дә тереләрҙән терерәк кеүек, өнһөҙлөгө лә ниҙер даулай, ихтилалдары ла сабыр ҡул саба.

Лариса АБДУЛЛИНА.

Шағир менән күрешеү

Ғилман ағайҙың яҡты иҫтәлегенә


Ҙур Йыһандың шахтаһында шағир
Шиғыр яҙа соҡоп аҡ тоҙға.
Һәр әйткәне күктә балҡып китә,
Яҙмыш әйләнгән бер йондоҙға.
Төштәр беҙгә сикһеҙ донъя аса,
Сиктәр булғанда ла арала.
Әйтеп бөтөлмәгән рәхмәт һүҙем
Доғаларым булып ярала.
О, илаһи күпер!
Өн аралаш төшөм!
Ҡөҙрәте киң әлдә Алланың!
Һин китмәнең, бары күстең генә,
Яҡынайҙың бары, аңланым...
...Тағы шахта ... Шиғыр яҙа шағир,
Ҡыҙыл ғына төҫтә яҙмаһы.
Доғаларын әллә тергеҙәме
Ғәрәп хәрефенең яҙмаһы?!
Шиғыр яҙа шағир киң Йыһанда.
Мәмләкәте уның – аҡ тоҙлоҡ.
Намаҙ уҡый, гүйә, нәҙер әйтеп,
Күҙ йәшенән хасил намаҙлыҡ...

Лариса АБДУЛЛИНА.

ҒИЛМАНҒА

Һүҙҙәр күптән мәғәнәһен юйған,
Шуға күрә, зинһар, өндәшмә!
Баҫ тормозға! Туҡталыш ошонда!
Ер әйләнер минһеҙ килеш тә.
Бәлки, хаталар өҫтөндә эшләрҙәр
Минән һуң донъяға килгәндәр.
Арыным,
Бында һәр кем үҙенә Иблис,
Үҙенә-үҙе һәр кем бәйғәмбәр.
Тәүге аҙым – һуңғыһының башы.
Беренсе үбешеү –
Нәфрәткә беренсе иғәнә...
Мине бер кем аңламай, тиһең, –
Атылған йондоҙҙа бөтә мәғәнә?
Бер үк баш менән –
Бер үк ишеккә –
Ете йөҙ ҙә етмеш етенсе ҡат.
Ҡарап ятҡан төшөң оҡшамаһа,
Бисмилла ит тә, әйләнеп ят.
Әйләндем.
Ятам.
Яуапһыҙ һорауымды
Төнгә төбәп.
Атырға ла,
Атылырға ла әҙермен:
Мин үҙем – сикә,
Үҙем – сикәгә терәлгән көбәк.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ринат Cулейманов
31 января 2015 05:49: Ринат Cулейманов
Шәп фекерҙәрең өсөн рәхмәт, Лариса апай Абдуллина!"Тереләрҙән терерәк" Рәхмәтем сикһеҙ оло һүҙҙәрең өсөн! Тетрәндерҙе!