НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » БӘХЕТ БАР УЛ, БАР УЛ БӘХЕТ!

БӘХЕТ БАР УЛ, БАР УЛ БӘХЕТ!


Их, үкенесле шул тәүге һөйөү…

Бәлки, йәштәргә фәһемле булыр тип, яҙыр­ға булдым әле. Өфөлә эшләп йөрөйөм, 29 йәштәмен, ирем һәм бер балам бар.

Кисә автобуста беренсе мөхәббәтемде осраттым! Уның менән ун йыл күрешкәнебеҙ юҡ ине. Бер-беребеҙҙе үлеп яраттыҡ. Тик мин Өфөгә уҡырға индем, ә ул – Сибайға. Икенсе курсты бөтөп ҡайтҡас, йәй буйы бергә булдыҡ. Көн һайын килде. Бәхетле инек. Йәй аҙағында ул минең менән бергә йәшәргә теләүен әйтте: “Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсәм дә, Өфөлә эшкә урынлашырмын”, – тине. Тик әсәйем: “Институтты бөтмәйенсә кейәүгә бирмәйем!” – тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Һөйгәнем әсәйемде аңланы, фекерен ҡабул итте. Көҙгә ул әрмегә китте, оҙатып ҡалдым. Шылтыратып торҙо, хат яҙыштыҡ. Ике йыл хеҙмәт итеп, ҡайтырға йөрөгәнендә, уға контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр. Риза булып ҡалды, тағы өс йылға...

Уны “ҡыҙыу нөктә”гә ебәрҙеләр. Ял да бирмәнеләр. Тағы өс йыл көтөргә кәрәк… Һығылып-һығылып илай инем төндәрен, үлә яҙып һағындым, алйотҡа әйләнеп бөтә яҙҙым. Төштәремә әллә ниндәй һуғыштар инә. Егетем: “Ҡурҡма, бер ниндәй ҙә һуғыш юҡ”, – тип тынысландыра ине. Уҡыуҙы тамамлағас, Өфөлә эшкә ҡалдым. Егеттәр артымдан күп йөрөп маташты, тик яратҡан егетемде көтөүемде дауам иттем. Ҡайтҡас, туй үткәреп, бергә йәшәй башларбыҙ, тип план ҡорҙоҡ.
Шулай: “Бер аҙнанан ҡайтам!” – тип шылтыратты. Унан һуң шылтыратыу­ҙар ҙа булманы, ҡайтманы ла. Бер йыл буйы көттөм, ләкин бушҡа ғына. Аптырап, әсәһенә шылтыраттым: “Һинең кейәүгә сыҡмауың арҡаһында улым армияға китте”, – тип кенә әйтте лә, телефонын һүндерҙе. Башҡаса телефонды алманы. Ниңәлер гел төшөмә инә ине: һөйгәнем ята, ә уның эргәһендә аҡ халатлы ҡыҙҙар йөрөй. Йә егетем балыҡҡа әйләнгән, имеш, тип һаташтым. Шулай йөрөй торғас, бергә эшләгән һомғол буйлы, аҡыллы егет кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әсәйем: “Сыҡ, уҡып бөттөң, егетең кәләш алған, әсәһен күрҙем, ул әйтте”, – тине.
Йәнем көйөп, яратмаһам да, 2009 йылдың көҙөндә кейәүгә сыҡтым. Сафлығымды егетемә тип һаҡлағайным, быны белгәс, ирем мине тағы ла нығыраҡ ярата башланы. Тик үҙемде уның менән бәхетле тойғаным юҡ, енси яҡынлыҡ минең өсөн ыҙа кисереү генә… Түҙеп ятам инде. Ә һөйгәнем төшөмә инеүҙән туҡтаманы. Үҙем һағынһам да, үс итеп йәшәйем тип, тешемде ҡыҫып йәшәүемде дауам иттем. 2012 йылда улыбыҙ тыуҙы. Уға егетем менән хыялланып планлаштырған исемде ҡуштым.

Көтмәгәндә!..

Ә кисәге осрашыу бөтә күңелемде тетрән­дер­ҙе! Автобусҡа инеп ултырғайным, ниндәйҙер көс артҡа боролоп ҡаратты. Һәм унда... Мөхәббәтем! Тәүге мөхәббәтем! Иң ҡәҙерле кешем! Күҙҙәремдән йәштәрем тәгәрәп китте. Ул да мине күреп ҡалды. Их, шундай таныш ҡараш, шундай йылы, шундай нурлы, шундай яғымлы, яҡын ҡараш. Ул да урынынан торҙо. Үҙемдең нисек уның ҡосағына барып сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кәләше барлығын да онотҡанмын. Икенсе туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Бер кафеға индек.

– Кәләшең ҡайҙа?
– Ниндәй кәләш, бер ҡасан да кәләш алманым! Һин минең хыялымды селпәрәмә килтергәндән һуң! – тигән һүҙҙәре мине үлтерә яҙҙы. Бөтә ғүмерем күҙ алдынан йүгереп үтте. Күҙ ал­дарым ҡараңғыланды, башым әйләнде. Иҫтән яҙҙым. Ҡайнар ирендәр минең ирендәрҙән үпкәнгә һушыма килдем.
– Ниңә шылтыратманың?
– Отпускыға ҡайтам тип йөрөгән көндө грузиндар Көньяҡ Осетияға баҫып инде. Беҙҙе ярҙамға ебәрҙеләр. Грузиндарҙың бер һөжүмендә мин ултырған бинаға танк атты. Иҫемә килгәндә, дауаханала ята инем. Һуғыш бөтөүенә бер йыл да ике ай үтеп киткән. Шундуҡ шәфҡәт туташынан телефон алып, һиңә шылтыраттым, телефоның һүнгәйне. Шунан әсәйем һинең кейәүгә сыҡҡаныңды әйтте. Мин үҙемә бер ваҡытта ла ҡайтып йөрөмәҫкә һүҙ бирҙем. Бөтә тормошом армияла үтте. Быйыл Украинала буталыш башланғас, үҙем теләп, Донецк ополчениеһына барып ҡушылдым. Яңыраҡ емереклектәр араһынан өс йәшлек ҡыҙҙы табып алдыҡ. Уның әсәһе, бөтә өмөтөн өҙөп, ҡыҙы был донъяла юҡтыр тип, Рәсәйгә ҡасып киткән булып сыҡты. Эҙләй торғас, ҡыҙҙың әсәһен Өфөгә ебәргәндәрен белдек, бәләкәсте бында алып киттем. Бөгөн килеп еттек һәм баланы әсәһенә тапшыр­ҙым. Иртәгә тағы Украинаға, – тип аңлатты егетем.

…Минең күҙҙән туҡтамай йәш аға. Йәшлек мө­хәббәтемде өйөмә саҡырҙым, улым атаһы менән өләсәһенә картуф ҡаҙышырға киткәйне. Егетем миңә тормошомдо боҙғоһо килмәүен, әммә ғүмер буйы яратасағын белдерҙе.

Онотолмаҫлыҡ төн үткәрҙек. Тәүге тапҡыр ләззәттең нимә икәнлеген аңланым. Бөгөн уны икенсегә вокзалдан оҙатып ҡалдым. Көтмәҫкә ҡушты, бергә була алмайбыҙ, тине…

Бына вокзалдан ҡайтып, илай-илай, һеҙгә яҙып ултырам, яратам уны ныҡ итеп, яҙмыш ҡына аймылыштырҙы беҙҙе. Һөйгәндәрегеҙҙе бер ҡасан да рәнйетмәгеҙ! Ата-әсәләр, балаларығыҙ үҙ яртыһын табып, бергә булабыҙ, тиһәләр, зинһар, ҡаршы төшмәгеҙ!

Күрәһеләрем алда булған икән…

БӘХЕТ БАР УЛ,  БАР УЛ БӘХЕТ!Һөйгәнемде һуғышҡа оҙатҡандан һуң үҙемә урын таба алмайым. Ошо ай башында ғүмергә эсмәгән ирем иҫереп ҡайтты. Әллә ҡайҙан минең менән булған хәлде һиҙгән кеүек, йәне көйөп йөрөй башланы. Ә кисә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды: ишеккә шылтыраттылар, ҡараһам, иремдең ауылынан бер ҡыҙ тора. Егерме дүрт йәш самаһы. Асып индерҙем. Был килеп инде лә, үкереп илап ебәрҙе. Күҙ йәштәре аша: “Мин һеҙҙең ирегеҙҙән ауырлымын, апай. Ғәфү итегеҙ мине! Нишләргә лә белмәйем. Ул, һеҙҙе яратмайым тип, миңә килеп йөрөй. Ирегеҙҙе яратам! Баланы үлтергем килмәй!” – тип кенә әйтә алды. Мин тыныс ҡалдым. Был ҡыҙға сәй эсер­ҙем, ирем менән айырылышырбыҙ, тип вәғәҙә иттем… Ҡыҙҙың йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде, рәхмәт әйтеп, ғәфү үтенеп сығып китте.
Ирем ҡайтҡас, һөйләшеп аңлаштыҡ, үҙен яратмағанымды аңлаған икән, шуға теге ҡыҙға йөрөй башлаған. Уның менән үҙен бәхетле тойоуын әйтте. Ғәфү үтенде, фатирҙы улы исеменә яҙҙырасағын белдерҙе лә, сығып китте. Бер нәмә лә юғалт­ҡан кеүек түгелмен, тик улым ғына атаһын һорап аптырата. Ә минең бар уйым – беренсе мөхәббәтемдә! Килеп сыҡҡан хәл тураһында әйтергәме уға?! Белмәйем шул…

Их, дуҫтар, минең кеүек ҡабаланып, ҙур хата ебәрмәгеҙ!

Иремдең ҡыҙы тыуҙы!

16 декабрҙә элекке ирем шылтыратты. Яңы ҡатынынан ҡыҙы тыуған икән. Аллаға шөкөр, имен-һау балаҡай, әле дауаханала яталар. Тауышынан уның бәхетле икәнлегенә инандым.

Ниңә шылтыратҡандыр, ҡыуанысынан сыҙай алмағандыр инде. Ни булһа ла, уның өсөн шатмын! Бәхетле тормош кисерһен!
Һуңғы арала үҙемде эш менән батырып, шулай онотолобораҡ йөрөнөм. Улым, ниһайәт, "р" хәрефен әйтергә өйрәнде. Атаһы теге сығып киткәненән һуң бер тапҡыр ғына килде. Ныҡ һорап аптыратҡас, атайың яңы кәләш алды, хәҙер ул беҙҙең менән йәшәмәйәсәк, тип тураһын әйттем. Өс йәше генә тулып килһә лә, аңланы ул, ҡабат атаһын һораманы. Шулай, улым менән икәүләшеп донъя көтәбеҙ. Мин – эшкә, ул балалар баҡсаһына йөрөй.

Көтөлмәгән шылтыратыу

19 декабрҙә эштә саҡта бер ят но­мер­ҙан шылтыратҡандар. Ҡайтҡас, кем булды, ниндәй йомош менән эҙ­ләй­ҙәр икән тип, үҙем шылтыраттым. Беренсе һәм һуңғы мөхәббәтем алды телефонды! Һөйгәнемдең тауышы шул уҡ секундта бөтә тәнемде зымбырлатып, йөрәгемде иретеп ебәрҙе! Уға дуҫы шылтыратып, булған хәлде һөйләп биргән икән...

Беҙ бер аҙ шымып торғандан һуң егетем: “Яҙмыш беҙҙе бик ауыр һы­нау­ҙар аша үткәр­ҙе. Шулай ҙа ул беҙҙе бөтөнләй һындырманы. Әйҙә, барыһын да яңынан башлап ҡарайыҡ. Улыңды үҙ балам кеүек итеп үҫтерермен!” – тине.

Был һүҙҙәрҙән иреп төштөм, күҙҙәремдән йәш мөлдөрәп аҡты. Күңелем менән риза булһам да, аҙыраҡ уйларға кәрәк, тип трубканы һалып ҡуйҙым. Улым бар бит. Икенсе көнгә улымдың тәрбиәсеһе баламдың Ҡыш бабайға яҙған хатын тотторҙо. Ул хатты илай-илай уҡыным: балаҡайым Ҡыш бабайҙан яңы атай һораған. Бер яҡтан, ҡыуанып та ҡуйҙым, тимәк, улым әҙер. Ул мине аңлаясаҡ! Һыҡ­тап-һыҡтап иланым да иланым. Белмәйем, әллә ҡыуаныс йәштәре булды, әллә үкенес йәштәре…

Тынысланғас, телефонды алдым да, кисәге ят номерға шылтыраттым. “Ризамын!” – тинем. Ул: “Бә­хетем, әйҙә, Яңы йылда бергә бу­лайыҡ, Ростовтан фатир алдым, әле шунда ремонт эшләп йөрөйөм! До­кумент­тарығыҙҙы ғына алығыҙ ҙа, килегеҙ!” – тине. Был минуттар­ҙа үҙем­де күктең етенсе ҡатындағылай бәхетле тойҙом. Мин – уның бәхете! Ул да бит минең бәхетем! Һөйгәнем менән бергә булыр өсөн упҡынға ла осорға әҙермен. “Киләбеҙ! Көт!” – тинем дә, һаман да илауымды туҡтата алмай, трубканы һалып ҡуйҙым.

Эшемдән бер айға отпуск алдым. Әсәйемдәргә шылтыратып, күңелемде асып һалдым. Ул да илай-илай ғәфү үтенде, юлға сығыуыма ризалыҡ бирҙе. Кисә кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙым һәм, һөйөклөм менән һөйләшеп, билет барып алдым. Мин бәхетле! Мөхәббәтегеҙҙе бер нәмәгә ҡарамай һаҡлағыҙ! Мөхәббәт кенә беҙҙе бәхетле итә ала! Ҡа­баланып, минең кеүек хаталанмағыҙ, йәштәр! Һөйгәндәрегеҙҙе рәнйетмәгеҙ! Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

Гөлнара.
(исемемде үҙгәртеп күрһәтәм).

Сығыу ваҡыты 16-01-2015, 11:40 | Ҡаранылар: 2566
|
  • Аптырарлыҡ та...
  • Иремдән туйҙым
  • Мөхәббәт һуғыш кеүек – бөтә ҡорал да яҡшы
  • Яңылышмағыҙ тормош юлдарында
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM