НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Һигеҙ ожмах асҡысы” китабының авторы менән бер яҡлы әңгәмә

“Һигеҙ ожмах асҡысы” китабының авторы менән бер яҡлы әңгәмә


Сулпан һеңлем!

Һинең “Һигеҙ ожмах асҡысы” исемле шиғри йыйынтығыңды уҡып сыҡтым да, үҙенсәлекле бер әңгәмә ҡороп алырға булдым. Бәғзе берәү уны, бәлки, рецензия тип нарыҡлар, ҡайһылары асыҡ хатҡа ла оҡшатыр. Ләкин минең өсөн исеме түгел, есеме мөһим. Яҡташым һәм ырыуҙашым булараҡ, һинең менән ошолай аралашыуҙы ҡулайыраҡ та күрҙем. Был китабыңды бүләк иткә­нең өсөн, һүҙемде рәхмәт белдереүҙән башламаҡсымын. Күптән бындай рухи ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисергәнем юҡ ине. Әммә йыйынтығыңдың һуңғы битен япҡас, күңелде ҡәнәғәтһеҙлек хисе биләп алды, “бөтөп тә ҡуйҙымы ни?” тигән үкенесле уйҙар йөрәкте өйкәне.

Бер юлы оло ҡәнәғәтләнеү һәм тәрән ҡәнәғәтһеҙлек уята алған шиғриәтеңдең сере ниҙә һуң? Шул һорауға үҙемсә яуап эҙләп ҡарау ине ниәтем.
Әҙиптең төп ҡоралы тел икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Шағир булһынмы ул, прозаикмы, тел байлығы бирелмәгән икән – әҫәр хөрт. Яһалма тел менән яҙылған әйберҙе идеаль сюжет менән иң йыйнаҡ композиция ла, шаҡ ҡатырғыс форма ла ҡотҡара алмай. Һинең шиғырҙарыңа килгәндә иһә, уларҙа күҙгә ташланған иң беренсе үҙенсәлек – тел байлығы. Беренсенән, һин ниндәйҙер нескә һиҙемләү менән әҫәрҙәреңдә шиғри телмәр генә ҡулланаһың. Был булмышыңдың шағир итеп яратылыуын, тел асҡысының Хоҙай Тәғәлә тарафынан тапшырылыуын күрһәтә. Икенсенән, әҫәрҙәреңдәге әлеге шиғри телмәр үҙенән-үҙе урғылып, тәбиғи рәүештә һис бер көсәнеүһеҙ теҙелеп барғандай тойола. Бындай үҙенсәлек һәр бер шиғырыңа хас, шуға күрә миҫалдар килтереп тормайым. Йыйынтыҡтағы әҫәрҙәреңдең йәнә бер үҙенсәлеге – уларҙың бары тик йөрәк ҡушыуы буйынса яҙылыуы. Аңлауымса, һинең күңелең социаль заказ тигән нәмәне ҡабул итмәй, уға буйһонмай. Юҡһа, әҙәбиәттең тәғәйенләнешен аңлап бөтмәгән ҡайһы берәүҙәр тормоштағы һәр бер социаль күренешкә, сәйәси ваҡиғаға арнап шиғыр яҙыуҙы һөнәр итеп алмаҡсы. Кемдәрҙелер данлап, уларҙың күҙенә инеп барыу өсөндөр инде. Ундайҙарҙы шиғырҙың кимәле, эстетик ҡиммәте кеүек юғары төшөнсәләр ҡыҙыҡһындырмай – дәрәжә, исем, премия һымаҡ төрлө әүрәткестәр өләшеүселәр алдында яҡшатланып йөрөһә булды. Бындай күренеш хаҡында Войнович тигән рус сатиригы лаҡап та сығарғайны бит: "Социалистический реализм – восхваление начальства в доступной ему форме". Ижтимағи формация үҙгәрә, әммә әҙәби процесҡа ҡасандыр көнүҙәк булған ысул күҙлегенән ҡарау дауам итә.

Уларҙан айырмалы рәүештә, шиғырҙарыңда мәңгелек темалар өҫтөнлөк итә. Шуның менән бер рәттән, улар һис иҫкермәй торған көнүҙәк проблемаларҙан тора. Миҫал өсөн иман мәсьәләһен алайыҡ. Был тема байтаҡ шиғырҙарыңда осрай (“Яҙмышы бәйле”, “Хаҡ Тәғәлә һынай беҙҙе”, “Тормош – ғүмерлек һынау ул”, “Мин милләт тип кеше айырмайым”,”Тик ишетмәй эскән ауыл”, “Ахырызаман”, “Байлыҡ”, “Мәңгелек һүҙ”). Уны һинең ижадыңдағы төп, үҙәк тема, тип атаһаң да була, сөнки әҙәм балаһын ҡылыҡһырлай торған яҡшы сифаттарҙың барыһы ла әлеге шул иманға нигеҙләнә. Аҡмулланың яҙып ҡалдырғаны быға төплө дәлил: “Иң әүәл кәрәк нәмә – иман тигән…”

Әйткәндәй, Аҡмулланан аҙаҡ иманға саҡырыу темаһы башҡорт әҙәбиәтендә бик оҙаҡ онотолоп торҙо. Дөрөҫөрәге, был төшөнсәнең асылын икенсерәк категория менән алмаштырырға маташыуҙар булды. Мәҫәлән, коммунизм төҙөүсенең мораль кодексы. Әммә был һис шикһеҙ изге маҡсаттарҙан сығып төҙөлгән кодекс (гәрсә, үҙе дини тәғлимәт идеяларына таянһа ла) ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән иманды алмаштыра алманы. Улай ғына ла түгел, ул иман башҡарырға тейеш булғандың тап киреһен эшләне – әҙәм балаһын тамам аҙҙырҙы. Беҙ бөгөн шуның емергес эҙемтәләрен татыйбыҙ. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, һинең ҡайта-ҡайта иман темаһына әйләнеп ҡайтыуыңды милләт яҙмышы өсөн ихлас һыҙланыу тип ҡабул итергә кәрәк.

Ғөмүмән, был йыйынтығыңа тупланған шиғырҙарҙа халыҡсан рух бик көслө. Шиғырҙарыңда буш, яһалма темаларҙың бөтөнләй булмауы шунан килә. Улар урынына әҙәм балаһының ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәүҙең маҡсаты, яҙмыш тураһында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙар өҫтөнлөк итә. Бындай әҫәрҙәр китабыңдың күпселек биттәрен тәшкил иткәнгә күрә, уларҙы миҫал рәүешендә килтереү бик оҙаҡҡа һуҙылыр ине. Быныһын китап уҡыусыға ҡалдырайыҡ. Шиғриәт һөйөүселәрҙең ундағы саф милли колорит менән һуғарылған һәм күңелгә май булып яғылған әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙҙәренә онотолмаҫлыҡ күңел зауығы аласағына иманым камил.

Йыйынтыҡтағы шиғырҙар араһынан ваҡыттың ҡотолғоһоҙлоғо, ғүмерҙәрҙең аяныслы рәүештә тиҙ үтеүе тураһындағы әҫәрҙәрҙе айырым билдәләп үтке клә. “Ғүмер”, Яҙмышы бәйле”, “ Күккә бағам”, “Әрүахтар керә төштәремә”, “Ташландыҡ зыяратта”, “Бер тыуғас ни…”, “Ике көс бар ошо донъялыҡта”, “Үтеп бара ғүмер, үтеп бара” кеүек шиғырҙарыңды уҡығанда йөрәкте хәтһеҙ тойғо сәнсеп үтә, башҡа әллә нисә төрлө уйҙар килә: донъяның фанилығын бар тәрәнлегендә аңлайбыҙмы? Тормоштоң һәм бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Артыбыҙҙан ниндәй эштәр ҡалдырабыҙ?.. Мин ышанам: китапты уҡыусы шундайыраҡ бихисап һорауына яуап табасаҡ һәм ошо типтағы йән тетрәтерлек әҫәрҙәрең аша үҙенең күңелен сафландырасаҡ.

“Көйәҙ ханыма бағышлау һүҙем” шиғырын китабыңдың йөлөнө, йәғни, умыртҡа һөйәге тип атап булалыр, моғайын. Ул үҙенең күләме һәм күтәрелгән проблемаһы буйынса айырымланыбыраҡ торған әҫәр. Аңлауымса, ул конкрет шәхескә арналһа ла, ҡулына ҡәләм тотҡан һәр ижадсыға ҡағыла. Шуға күрә, был әҫәргә ентекләберәк туҡталып китәйек.

Күренеүенсә, һинең был әҫәрең әҙәм балаһының иң хәшәрәт сифаттарының береһе булған тәкәбберлекте фашлай. Һин барлыҡ шиғырҙарыңда ла тиерлек тормош күренештәрен ислам фәлсәфәһе аша асырға һәм аңлатырға тырышаһың. Шуға күрә, кешеләге был мин-минлек ғәләмәттәренә дини юҫыҡтан төшөнөргә тырышып ҡарайыҡ. Дин тәғлимәте буйынса, тәкәбберлек – Иблис сифаты. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмде бар ҡылғас, фәрештәләргә: “Уға сәждә ҡылығыҙ!” – тип бойора. Алла хозурындағы һәммә фәрештә Әҙәмгә сәждә ҡыла, араларынан бер Иблис кенә буйһонмай. Йәнәһе, уттан яралған зат булараҡ, балсыҡтан яһалған Әҙәм алдында баш эйеү уның өсөн хурлыҡ һәм ғәрлек. Ошонан сығып, ислам ҡанундары буйынса, Алланың иң яратмаған бәндәһе булып тәкәббер кеше һанала. Әгәр мин-мин зат ҡатын-ҡыҙ булһа, өҫтәүенә, ижад даирәһенә ҡараһа, икеләтә, өсләтә насар. Сөнки, беренсенән, гүзәл зат милләтте тәрбиәләүсе булһа, икенсенән, яҙыу-һыҙыу менән шөғөлләнгән кеше һәр саҡ күҙ алдында. Шуға күрә, халҡыбыҙҙы иман аша тәрбиәләргә тырышыусы, әҫәрҙәрендә ата-бабаларыбыҙҙан килгән күркәм традицияларға таяныусы шағирә булараҡ, һиндә көйәҙ ханымдағы мин-минлек, һауаланыу, осоноу кеүек алама холоҡҡа ытырғаныу тойғоһо уяныуы ғәжәп түгел. Һин уны, бик таман һүҙҙәр ҡулланып, ышандырғыс миҫалдар килтереп, урынына ултыртаһың, ижад менән шәхестең икеһе ике төрлө төшөнсә икәнен күрһәтәһең. Арабыҙҙағы көйәҙ ханымдарға фәһем булырлыҡ һүҙҙең ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан сығыуы бигерәк тә әһәмиәтле. Ни өсөн тигәндә, бындай тәнҡит (гәрсә, ул ғәҙел булһа ла) ир-ат тарафынан әйтелһә, был енси билге буйынса дискриминация рәүешендәрәк ҡабул ителер ине.
Бер һүҙ сыҡҡанда, ислам динендә ҡатын-ҡыҙға ҡараш тураһында әйтеп үтеү урынлы булыр. Ҡөрьән Кәримдән һәм башҡа дини әҙәбиәттән хәбәрҙар булғандар беләлер: ислам дине гүзәл заттың физиологик үҙенсәлегенә, йәғни, яратылмышына ярашлы, уларҙың тәғәйенләнешенә баҫым яһай, кешелеккә ғүмер биреүсе ҡатын-ҡыҙҙы ысын мәғәнәһендә ҙурлай, күҙ иңләмәҫ бейеклеккә күтәрә. “Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында”, – тигән хәҙис үҙе ни тора! Ҡөрьәндә ҡатын-ҡыҙҙарға ике ҙур сүрә бағышланған: “Мәрйәм” һәм “Ҡатын-ҡыҙҙар”. Был да күп нәмә хаҡында һөйләй. Ләкин мине иң ныҡ тетрәндергәне – ислам диненең гүзәл затҡа никах мәсьәләһендә зур хоҡуҡ биреүе. Әгәр ғаиләлә түҙеп торғоһоҙ хәл килеп тыуһа, ҡатын кеше айырылышыуҙы үҙе юллай ала. Башҡа дини конфессиялағы ҡатындар ғаиләләрендә хоҡуҡһыҙ бер йән эйәһе булған замандарҙа гүзәл заттың хоҡуҡтарын ирҙәрҙеке менән йәнәш ҡуйыу ысын мәғәнәһендә социаль революция ине. Был проблеманы дөрөҫ аңламау һөҙөмтәһендә күпселеге насара (христиан) динендәге көнбайыш цивилизацияһының бөгөнгө көндә көрсөккә терәлгәне көн кеүек асыҡ. Европа илдәрен генә алып ҡарағанда ла, унда бөгөн бәйһеҙлек һәм аҙғынлыҡ сәскә ата: бер енес кешеләрен никахҡа индереүҙе ҡанунлаштырыуҙы даулап урамға сығалар, дин әһелдәре балиғ булмаған үҫмерҙәр менән енси мөнәсәбәткә инә. Эш шуға барып етте: Бөйөк Британияла бер ҡатын насара дине тарихында беренсе тапҡыр епископ булып һайланыуға иреште. Йәнәһе, тиң хоҡуҡлылыҡ. Тәкәбберлектең тамырҙарын бына ҡайҙан эҙләргә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәләнгән иң бөйөк миссияһы – бала табып, уны епископ булып китерлек итеп тәрбиәләү бит.

Сулпан һеңлем!

“Көйәҙ ханыма бағышлау һүҙем” әҫәрең мине бына ниндәй уйҙарға тарытты. Әҙерәк ситкәрәк тә алып китте шикелле. Шунһыҙ ҙа булмай, сөнки һинең йәнеңде әсендергән ят ҡылыҡтарҙың, негатив күренештәр­ҙең милли булмышыбыҙға йоғонто яһауы тап ана шул Көнбайыш мәҙәниәтенә аңһыҙ рәүештә эйәреүгә, ялған рухи ҡиммәттәрҙе үҙ итеүгә бәйләнгән. Икенсенән, әҙәби әҫәр уҡыусыны уйландырырға ла тейеш бит әле. Уның төп тәғәйенләнеше шул. Ошо күҙлектән ҡарағанда, һинең тәрән уйҙарға һалырлыҡ, моңландырырлыҡ әҫәрҙәрҙән торған ижадыңды ике һүҙ менән генә билдәләп булыр ине – донъяуи шиғриәт. Ул шуныһы менән ҡиммәт һәм ылыҡтырғыс. Йәшәгән һайын яҡты донъя беҙҙең алдыбыҙҙа өр-яңы төҫтәре менән балҡығандай, һинең ижадың да береһенән-береһе сағыуыраҡ

Сығыу ваҡыты 9-01-2015, 11:43 | Ҡаранылар: 1197
|
  • “Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”
  • Гонаһтарыбыҙға күрә һынаумы әллә?
  • Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми
  • Мосолман ҡанундары әҙәбиәтте ҡабул итәме?
  • Раббыбыҙ кәрәкһеҙ нәмәне әмер итмәҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM