RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

09.01.2015 Мәҙәктәр

* * *
– Улым, биш йыл урынына 10 йыл уҡының, нисек кенә итһәң дә юғары белем алдың, инде был белемең менән ҡара эшкә инә күрмә, – тип өгөтләй әсәһе берҙән-берен.
– Юҡ, юҡ, әсәй, әле кисә генә аҡ эш белештем.
– Ниндәй эш һуң ул?
– Ауылдағы тирмәнгә йөк ташыусы булып урынлашам, – тигән улы.

* * *
Бер ир – танышына:
– Минең ҡатыным – фәрештә, – тип маҡтана.
– Һин бәхетле, – тигән тегеһе.
– Ә минеке әле иҫән.

* * *
Профессор-хирург йәш практикантты әрләй:
– Һиңә күпме әйтергә була, бысаҡты шул тиклем батырма, тип. Өсөнсө өҫтәлде боҙҙоң бит инде...

* * *
Бигерәк әкрен ҡыймылдаған һатыусыға бер ир өндәшә:
– Бер аҙ йәһәтерәк ҡыланып булмаймы?
– Ағай, бында шәп эшләгән өсөн түгел, сәғәт өсөн түләйҙәр, – тигән һатыусы.

* * *
– Бүлексәләге бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла премия яҙғандар, ә миңә – юҡ. “Ә һиңә премия нимәгә? Һинең ирең эсмәй ҙә, ситкә лә йөрөмәй”, – тигән булалар.

* * *
– Табип әфәнде, һеҙ миңә, иң күбе ике-өс аҙна йәшәйәсәкһегеҙ, тип әйткәйнегеҙ. Бына инде алтынсы ай иҫәнмен.
– Тимәк, дөрөҫ дауаламағанмындыр...

* * *
Ире – ҡатынына:
– Һин нишләп минең менән һөйләшмәйһең?
– Үпкәләнем.
– Нимә өсөн?
– Уныһын оноттом.

* * *
– Ирең ҡайҙа?
– Эт менән йөрөргә сығып китте.
– Бәй, этегеҙ өйҙә лә һуң!
– Ул уны алып сығырға онот­ҡан.

* * *
– Бала саҡта минең иң ҡурҡҡаным янғын һүндереүселәр ине.
– Ниңә?
– Ә һин уларҙың ҡайыштарын күргәнең бармы?

* * *
Беҙҙең ғаиләлә сабырлыҡ тигән сифат беренсе урында ине. Атай үҙе лә бик сабыр кеше булды. Мин берәй ярамаған эш ҡылһам, ул башта йөҙгә тиклем һанай һәм бары тик шунан һуң ғына башымды һыуҙан сығара торғайны.

* * *
Төҙөлөш батальонында хеҙмәт итеүсе һалдат ҡаҙанлыҡта мейес яғыусы булып эшләй. Бер көн егет ҡағыҙ алып уның ситтәрен бер аҙ көйҙөргәс, һөйгәненә хат яҙа башлай: «Сәләм, ҡәҙерлем минең. Был хатты ут ҡапҡан танк эсенән яҙам…»
* * *
Осрашыу бик мөһим булғанға күрә, һуңға йәки йоҡлап ҡалырмын тип бик ҡурҡтым, шунлыҡтан бөтөнләй йоҡламаҫҡа булдым. Һөҙөмтәлә йоҡлап киткәнмен һәм һуңға ҡалғанмын…
* * *
– Кисә Әҡлимәне күргәйнем, ул әйтте, – тип зарлана бер ханым әхирәтенә, – һин уға мин бер кемгә лә әйтмәҫкә тигән серҙе сискәнһең икән.
– Телен тыя белмәгән нәмә, – ти әхирәте асыу менән. – Мин уға һин бер кемгә лә һөйләмә тигән серҙе сисеүем тураһында бер нәмә лә әйтмәҫкә ҡушҡайным да һуң!
– Ҡара әле, – ти беренсе ханым. – Һин уның минең һиңә сискән серемде һинең уға һөйләүең тураһында уның миңә әйткәнлеген минең һиңә әйтеүем тураһында бер үк һөйләй күрмә инде, йәме?..
* * *
Улы менән атаһы ат арбаһында өс-дүрт йәшник араҡы алып ҡайтып киләләр. Ҡаршыларына полиция хеҙмәткәре килеп сыҡҡан:
– Сәләм!
Арбалағы араҡыны күреп, шатлығынан йылмайып, әйтеп ҡуйған:
– Тимәк, мин өсөнсө булам?
– Юҡ, дүртенсе булаһың...
– Нисек?
– Һинең һымаҡ өс кешене эт итеп һүгеп, ҡыуып ебәрҙек инде!...







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Тыума ғынам..."

26.05.2019 - Әҙәбиәт "Тыума ғынам..."


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)

21.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)


Егетлеккә юл (Хикәйә)

19.05.2019 - Әҙәбиәт Егетлеккә юл (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)

16.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)


Алдаҡсы донъя

11.05.2019 - Әҙәбиәт Алдаҡсы донъя


Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)

07.05.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)


ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ  ДОҒАҺЫ

27.04.2019 - Әҙәбиәт ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ ДОҒАҺЫ


Үәт, ҡыҙыҡ! (19.04.2019)

24.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.04.2019)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)