RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яратыуҙан һине арымамын”

12.12.2014 Яратыуҙан һине арымамын”

Яратыуҙан һине  арымамын”Әлмира Хәбибуллина Ауырғазы районының Мораҙым ауылында ты­уып үҫкән. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын, Башҡорт дәүләт университетының математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетын тамамлаған. Банк хеҙмәткәре.

Барыһы ла, йәнем, иҫемдә,
Ипләп кенә ҡосағыңа алдың
Йәйҙең йәмле кисендә…
Хәҙергәсә һаҡлап йөрөтәһең,
Яратаһың,
Мөхәббәтең йәйғор төҫөндә.

* * *
Мин яратам һине!
Ысын-ысын...
Һин эргәмдә –
Шулдыр тылсым.
Бары йөрәк тибә,
Ә тирә-яҡта – тып-тын,
Ҡосағыңда йылы.
Ҡышын бит була һалҡын,
Өшөмәйем!
Йөрәгемдә яна ялҡын!

* * *
Ә мин арыным...
Юҡ! Йәшәүҙән түгел,
Көтөүҙән, ҡасан килер тип,
Ҡасан инде ҡосағына алыр,
Һөйөп-иркәләр йәнем, тип...
Мин арыным...
Араларҙа инде ятмай меңдәрсә
саҡрым.
Мәшәҡәттән айырылып булмай:
Йә арытҡан, йә сирләткән, йә
тышта һалҡын...
Мин арыным...

* * *
Мин яҙырмын һиңә атап шиғыр,
Ә көйҙәрен үҙең уйлап тап!
Тормош арбаһы елер
дағыр-доғор,
Әсе емештәрен дә, тиеп, ҡап.
Ҡаршылыҡтар булыр
беҙҙең юлда,
Тик төшмәйек беҙҙең арбанан.
Йыр һуҙайыҡ һөйөү тураһында,
Яҡыныраҡ ултыр,
Әсе ел үтмәһен аранан.
Иңгә-иң терәһәң, еңел үтеү
Һыуыҡ ҡышты, йылы йәйен дә.
Тик булмаһын бер-береңдең
хыялдарын китеү,
Ярҙам ит хыялды ысынбарлыҡҡа
ашырырға!
Шул ваҡытта ғына беҙҙең
арба елер,
Ырыҫ-бәхет килер!
Ә мин яҙырмын һиңә атап
шиғыр...


* * *
Мин яҙыуҙан әле туҡтаманым:
Һине күргән һайын тыуа яңы юл.
Йөрәккәйем шашып тибә,
Күңелемдә тыуа яңы йыр!
Мин яҙыуҙан туҡтамамын,
Әгәр йылмайыуың булһа минеке,
Күҙеңдәге нурҙарыңдың
Сәбәпсеһе үҙем булһам,
Һоҡланыулы ҡараштарым һинеке!..
Һиңә ҡарап туялмамын,
Яратыуҙан һине арымамын,
Мин яҙыуҙан мәңге туҡтамамын…

* * *
Көмөш тәңкәләрен һибә ямғыр,
Ергә төшһә бары һыу ғына.
Усаҡ яҡтыһында ялтыраған ҡуҙ,
Һүнгәс, ерҙә ҡоро көл генә.
Мөғжизәне күреүҙән туҡтаһаң,
Тирә-яҡҡа ҡараһаң,
Һандуғастың тауышы ла
Ҡыуандырмаҫ... Ышанмаһаң.
Тормош – ул тотош әкиәт:
Көмөш тәңкәләрҙән үҫеп
сыға гөлдәр,
Ҡуҙ бит бейей усаҡ өҫтөндә!
Ҡара, һандуғас ҡунып
һайраған тал
Бөрөләнә киренән!
Тимәк, йылмай, ҡыуан!
Бәхетле бул бөгөндән!

Әлмира ХӘБИБУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)