НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һүҙҙең мәртәбәһен белеп...

Һүҙҙең мәртәбәһен белеп...


Остазым, Бөрйән шағиры Самат Ғәбиҙуллин тураһындағы хәтирәләр мине бала сағыма алып ҡайта.
Етмешенсе йылдар уртаһы. Тимер мәктәбенең 5-се класында уҡып йөрөйөм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шаһиғәле Зәйнәғәле улы Бикмөхәмәтов тәнәфестә клас­ҡа килеп инде лә:
– Иртәгә район үҙәге Иҫке Собханғолда шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин һәм Инсур Йәһүҙин менән осрашыу була. Кемдәр барыр­ға теләй? – тип һораны. Бер нисә уҡыу­сы ҡул күтәрҙе. Аптыраңҡырап тора инем, уҡытыусыбыҙ миңә ҡарап:
– Земфира, һин дә барырһың, яҙышаһың бит, – тип, әҙерләнеү эштәрен аңлатты ла сығып китте.
Шулай икенсе көндө беҙ осрашыуҙа ултыра инек. Иҫке Монасип мәктәбенән Марат Ғизетдин улы Муллағолов та уҡыусылары менән килгәйне. Ошо осрашыуҙа тәүге тапҡыр тере шағирҙарҙы күрҙем. Самат ағай Инсур Йәһүҙиндан һуң һөйләне.
– Бына бында яҙышҡан уҡыусылар йыйыл­ған икән,– тип башланы ул һүҙен. – Әйтегеҙ әле, шәфәҡ һүҙе нимәне аңлата?
Яҙышырға яратыусы балалар береһе лә өндәшмәне. Ул һүҙҙе мин дә аңламай инем.
– Ҡояш байығанын күргәнегеҙ бармы? – тип һораны ул тағы.
– Бар, – тибеҙ.
– Ҡояш үҙе байый, ә нурҙары һаман һауала ҡып-ҡыҙыл булып эленеп тора. Ана шуны шәфәҡ тиҙәр.
Һәм үҙенең шәфәҡ һүҙен ҡулланып яҙған шиғырын уҡыны.
– Ғөмүмән, яҙыш­ҡан кешегә теге йәки был атама, күренештең исемдәрен белергә кәрәк инде. Юҡһа тапалған бер һүҙҙе әйләндерәләр ҙә әйләндерәләр. Бына һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҙышаһығыҙ, шиғыр йәки хәбәрҙәрегеҙ “Таң”да баҫылғаны бар. Беҙ Инсур ағайығыҙ менән ошо гәзиттә эшләйбеҙ. Юл төшкәндә редакцияға инеп йөрөгөҙ, “һуғылып” китегеҙ, хаттар яҙығыҙ! – тине.
Ошо осрашыуҙан һуң район гәзитендә балалар ижадына күберәк урын бирелә башланы. “Уҡыусылар ижады” тигән бит тә сыға ине. Беҙ ҙә, яҙышҡан балалар, редакцияға “һуғыла” башланыҡ. Самат ағай урынында булһа, һәр саҡ ихлас ҡаршылай, райондағы ижади яңылыҡтар менән таныштыра ине.
– Айһылыу Ғарифуллина тигән ҡыҙ яҙыша башланы, шиғырҙарын йыш ебәрә. Төҙәт­келәп, гәзиттә баҫып торабыҙ, – тип һөйләп тора ла, – ниңә һин һирәк ебәрәһең? – тип мине шелтәләп ала.
Ҡайһы тиклем шағир башы менән мине әҙәмгә һанап һөйләшеп тора бит әле, тип уйлай-уйлай, тартынып ҡына яҙмаларымды килтереп сығарам. Ул бала кеүек ҡыуанып китә, йөҙө асыла.
– Ҡарап сығырмын, баҫырлыҡ булһа, гәзиттә сығарырбыҙ, – тип тороп ҡала.
Бала саҡтағы ғәҙәт студент булғас та ташламаны. Өфөнән Собханғолға килеп төшһәм, аяҡтарым үҙенән-үҙе редакция яғына ыңғайлай. Шулай бер ваҡыт Һүҙҙең мәртәбәһен  белеп...“Таң”да шиғырҙарым баҫылғас, рәхмәт әйтергә тип, редакцияға һуғылдым. Самат ағай урынында ине. Ул тағы балаларса ҡыуанды.
– Шиғырҙарыңа әҙерәк ҡул тейҙерҙем инде, үпкәләмәйһеңдер ул, – тип шаяртты. Ә шиғырҙағы ул урындар баҡыр кеүек булһа, Самат ағай ҡул тейҙергәндән һуң көмөш кеүек йылтырап киткәйне. Мин бары тик уға рәхмәтемде белдерҙем. Ә ул, ғәҙәтенсә, район ижади яңылыҡтарына күсте:
– Булат Тимерғәлиев тигән егет шиғырҙарын ҡалдырып китте. Шиғырҙары оҡшаны, төҙәткеләп тә сыҡҡайным. Бына кемдән кире биреп ебәрергә белмәй аптырап торам. Беләһеңме ул егетте? Ул да Өфөлә йөрөй бит, – тине. Мин баш сайҡайым. Ә ул шелтәле тауыш менән:
– Бер район кешеләре, етмәһә, яҙышаһығыҙ. Белмәгәс, танышырға кәрәк. Бына һиңә Булаттың шиғырҙарын бирәм. Алып барып тапшырырһың, бер юлы танышырһың да, – тип ауыҙ йырҙы.
Шул йомошто йомошлағанда Булат менән генә түгел, ул саҡта “Таң”да шиғырҙары йыш баҫылған Таңһылыу Баһауетдинова менән дә таныштым. Хәҙер ул өсәү – Таңһылыу, Булат, Айһылыу – район “Таң” гәзитенең “төп йөгөн һөйрәүсе” журналистар тиһәм, яңылышмам.
Тимәк, Самат ағайҙың уҡыусылары уның эшен дауам итә. Шуларҙы уйлап, ул вафат булған көндәрҙә ошо шиғырымды яҙғайным:
Һүҙ менән ҡеүәт өҫтәнең,
Һүҙ менән шелтәләнең.
Һүҙҙең мәртәбәһен белдек,
Һин генә иртәләнең.
Һүҙ ҡәҙерен генә түгел,
Кеше ҡәҙерен белергә!
Һеңдергәнһең күңелдәргә,
Уйлап бәғер теленә.
Беҙҙең өсөн шиғриәтең
Асылаһы сер генә.
Моңоң менән һуғарылып,
Йәшәр тыуған ергенәң.
Самат ағай үҙе шундай тыйнаҡ кеше булды. Мин уның үҙенең ижады тураһында һөйләп торғанын ишетмәнем. Уйҙарын, кисерештәрен район гәзитендә даими баҫылып торған шиғырҙары аша белә инек. Уҡыған һайын: “Бына кемдән һүҙ байлығына, тормошсан шиғыр яҙырға өйрәнергә кәрәк!” – тип уйлай торғайным.
Мәҡәләмдең башында Самат ағайҙы Бөрйән шағиры тип атағайным. Ул Бөрйәндә тыуып, ғүмер буйы шунда йәшәһә лә, йәш быуынды, беҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып, башҡорт шиғриәтенең киләсәген хәстәрләп йөрөгән бит. Ошо уйҙарымдан күҙ алдында Остазымдың образы үҫә һәм бейегәйгәндән- бейегәйә бара...

Земфира АҠБУТИНА.
Ейәнсура районы.

Сығыу ваҡыты 31-10-2014, 10:24 | Ҡаранылар: 855
|
  • Ысын шағир ине
  • Шағир аманаты
  • Барыһын да йөрәге аша үткәрә
  • Һәр беребеҙ – үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырған күпер
  • Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Таптылар (Юмореска)
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе



  • Радио Юлдаш FM