RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

24.10.2014 Мәҙәктәр

МәҙәктәрБер егет баҙарҙа бирсәткә ҡарай. Һатыусыға, бирсәткә эсендәге тирегә күрһәтеп:
– Был нимәнән тегелгән?
– Ҡуян тиреһенән.
– Ниндәй ҡуян булһын ти, был бит яһалма тире.
– Эйе шул, уның ҡуяны ла яһалма ине бит!.

* * *
Гренландиянан ҡайтҡан туристан дуҫтары сәйәхәт хаҡында һораша:
– Унда бик һалҡындыр инде, эйеме?
– Иҫ киткес һалҡын, – ти егет. – Иртән ҡул йыуғанда хатта бейәләйҙе лә һалмай инек…

* * *
Ҡунаҡ ҡатын – хужабикәгә:
– Сәлимә, ҡара әле, бөтә халыҡ бейей, йырлай, күңел аса. Бер Ғәли генә тәрилкәгә йөҙтүбән ҡапланған да рәхәтләнеп йоҡлай.
– Шунан ни булған? Йоҡ­лаһын әйҙә туйғансы. Ҡунаҡтар араһынан, исмаһам, бер кеше булһа ла мин әҙерләгән салатты яратҡанға бик шатмын.

* * *
– Бына тағы бер суртан тоттом, – тип ҡысҡырып ебәрә яр буйында ултырған балыҡсы.
– Ә тәүгеһен ҡасан тотҡайның һуң? – тип һорайҙар эргәһендәгеләр.
– Бөгөнгөләй хәтеремдә, беренсе суртанды бынан ун йыл элек эләктергәйнем, – ти ир.

* * *
Бер сибәр ҡыҙ магазинда:
– Миңә шундай туфли кәрәк: аяҡты ла ҡыҫмаһын, шул уҡ ваҡытта ябай һәм нәфис тә булһын, – ти.
– Мин һеҙҙе аңланым, – ти һатыусы, – эстән ҙур, тыштан бәләкәй генә туфли эҙләйһегеҙ.

* * *
Бер ханым полицияға ире юғалыуы тураһында ғариза яҙа. Ире тураһындағы белешмәләр­ҙе алғас, һорау бирәләр:
– Әгәр ҙә беҙ уны тапһаҡ, нимә тип әйтәйек?
– Минең әсәйем килмәйәсәк тип әйтегеҙ...

* * *
– Әсәй, мин сәғәт нисәлә тыуҙым?
– Иртәнге алтынсы яртыла.
– Эй, бигерәк иртә булған икән. Сәй эсергә лә өлгөрмәгәнһеңдер инде.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)

16.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)