НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 4

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
Новости / Иман // 16-05-2018, 07:00


Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе яҡшы эштәр өсөн сауаптары арттырып яҙылған,гонаһтары ғәфү ителгән, мөьминдәрҙең абруйҙары күтәрелеп, йөрәктәре Хаҡ Тәғәләгә ашҡынып торған билдәле бер бәрәкәтле осорҙар менән бүләкләй. Айҙарҙың солтаны һаналған изге Рамаҙан айы ла шундай ваҡыттарҙың береһе. Был айҙа һәр мосолманға Аллаһы Тәғәләнең ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн ураҙа тотоу фарыз. Быйыл Рамаҙан айы 16 майҙа ҡояш байыу менән башлана....

Ҡырым һәм Рәсәй тоташты!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 15-05-2018, 17:20


Ҡырым һәм Рәсәй тоташты!Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин КамАЗ үзбушатҡысы руле артында Ҡырым күпере аша хәрәкәтте асты!
Төҙөлөш ярты йылға алдан тамамланды. Керчь боғаҙы аша һалынған күпер аша транспорт һәр яҡҡа ике һыҙаттан хәрәкәт итә аласаҡ....

«Йәшлек»кә яҙыл да, бүләк от!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 15-05-2018, 12:09


«Йәшлек»кә яҙыл да, бүләк от!"Аҙна һайын - бүләк!" уйыны дауам итә. Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан тағы ла ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен ебәрергә кәрәк.
Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар эйәләрен көтә....

Глицериндан битлек
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-05-2018, 08:00


Глицериндан битлек
Көн һайын йоҡларҙан бер сәғәт алда ошо битлекте һөртһәгеҙ, йыйырсыҡтарығыҙҙың кәмеп, битегеҙҙең шымарып, матурайып китеүен күрерһегеҙ. Уны әҙерләүе еп-еңел. Глицерин менән Е витаминын дарыуханала арзан хаҡҡа һатып алырға була.
30 г глицеринға 10 капсула Е витамины кәрәк. Капсулаларҙы энә менән тишеп, майын глицеринлы шешәгә һығырға. Һөртөр алдынан, битте таҙартып, еңелсә массаж эшләп алырға мөмкин. Биткә һөрткәндән һуң, глицерин һеңгәнсе ул бер аҙ йәбешкәкләнеп тора. Был осраҡта бер аҙ тоник һиптерергә була....

Ниәт һәм ифтар доғалары
Новости / Иман // 15-05-2018, 07:00


Ниәт һәм ифтар доғалары
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:
«Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».
...

Ырыҫтары булғас
Яңылыҡтар таҫмаһы / Гәзиткә яҙылыу // 15-05-2018, 07:00


Ырыҫтары булғас
«Аҙна һайын – бүләк!» уйынында был аҙнала тәүгеләрҙән булып икенсе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек» гәзитенә яҙылып ҡуйған Мансур ҒӘЛИЕВ (Ҡырмыҫ­ҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан) – сәғәт, Г. МӨХӘМӘТВӘЛИЕВА (Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан) салат һауыттары йыйылмаһы отто.
Еңеүселәргә бүләктәрен килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.
Уйын дауам итә, бүләктәр эйәләрен көтә. Квитанция­ғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ....

Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Иман // 15-05-2018, 06:00


Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
15 майҙа, ҡояш байыу менән, изге Рамаҙан айы башлана. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ был айҙа, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота. Сөнки был – бер изгелеккә мең сауап яҙылған, ураҙа тотҡан өсөн хисапһыҙ әжер ала торған ваҡыт.
Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Әгәр ҙә кешеләр Рамаҙан айында нимә бар икәнен белһәләр, был айҙың йыл буйы булыуын теләрҙәр ине», – тигән.
Мосолман ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айының ниндәй ҡәҙерле изге ай икәнен онотмайыҡ. Был айҙы ғибәҙәттә үткәрәйек!...

Йондоҙнамә (14-20 май)
Махсус бит // 14-05-2018, 09:47


Йондоҙнамә (14-20 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала аҡсалата отош алыуығыҙ бик ихтимал. Ул кеҫәгеҙҙе һиҙелерлек ҡалынайтыр. Яҡшы кәйефегеҙ бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итеп торор. Йомала нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәгеҙ. Етәкселәрегеҙҙең күҙенә лә артыҡ салынмағыҙ....

Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-05-2018, 08:00


Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
Табиптар, организмдағы үҙгәрештәр юҡтан ғына булмай, тип бара. Тимәк, һаулыҡ менән ниндәйҙер проблема бар. Әйтеп тораһы ла түгел, арабыҙҙа даими рәүештә медицина тикшереүе үтеп тороу­сылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Исмаһам, организм ебәргән сигналдарға ҡолаҡ һалырға өйрәнәйек. Улар беҙҙе теге йәки был органдың сәләмәтлеге ҡаҡшауы хаҡында иҫкәртә.
...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM