НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 1310

ГҮЗӘЛ ЗАТТАР һЫНАУ ТОТА
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:31


Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.
Конкурстың төп бүләге – еңеүсе менән республиканың киң мәғлүмәт сараларында интервьюлар серияһы.
«Башинформ»....

Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ
Экономика // 28-09-2010, 16:30


Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар.
Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
«Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә. Ҡалған өсәүһе ер аҫты ысулы менән үҙләштереләсәк. Мәғдән ятҡылыҡтары 584 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан. Уларҙа 9,4 миллион тонна самаһы руда бар. 2018 йылға улар йылына 400 мең тонна руда табыуҙы тәьмин итергә тейеш. Ул саҡта рудниктың етештереүсәнлеге 650 мең тоннаға тиклем артасаҡ.
...

Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй
Новости / Мәҙәниәт // 28-09-2010, 16:29


Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул....

Тел күрке – һүҙ
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:25


Тел күрке – һүҙ
– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
– Туҡраны түгел, туҡтаны.
– Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
– Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?...

Тура бәйләнеш
Новости / Мәғариф // 28-09-2010, 16:23


Тура бәйләнеш
– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла....

АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНА
Рубрикалар // 28-09-2010, 16:01


АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНАЭлек банкыларҙа ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй эшләмәгән. Ләкин быны гүзәл затҡа яуаплы эште ышанып тапшыра алмау, дискриминация тип аңларға кәрәкмәй. Эш шунда: беҙҙең көндәргә тиклем ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр, яуаплы эште бирмәгән. Көслө зат вәкилдәре һәм, ғөмүмән, йәмғиәт, ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш гүзәт затҡа тап килмәй, ҡыҙҙарҙы һаҡларға кәрәк, тип һанаған. Яуаплы урындар биләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы боҙола, көнитмеше насарая, тип ҡурҡҡандар. Бына шулай, беҙҙе элек һаҡлап, ҡурсып ҡына торғандар....

Бөтәбеҙҙә ҡушылайыҡ!
Рубрикалар // 28-09-2010, 15:57


Бөтәбеҙҙә ҡушылайыҡ!Халыҡ тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Тик үҙебеҙҙе һәр ваҡыт тәртипле тотмайбыҙ – беҙҙең «мәҙәни» ялдан һуң йылғаларҙың матур ярҙары һәм яҡын тирәләге урмандар, ҡала парктары сүп-сарға күмелеп ҡала.
Шуға ла республиканың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы «Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән йортто бергәләп таҙартайыҡ!» тигән девиз аҫтында экологик акция ойошторорға ҡарар итте. Уны БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хупланы. Был акцияға экология проблемаларына битараф булмаған, тирә-яҡ мөхитте таҙа, матур көйө тоторға тырышҡан һәр кем саҡырыла....

Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-09-2010, 15:28


Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған....

Атай-әсәй рухы беҙҙә
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-09-2010, 15:25


Борон-борондан берәй ят кеше менән осрашҡанда: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй һыуҙы эсәһең, атың-затың кем?» – тип һорашҡандар. Был бик һәйбәт тәрбиә ысулы булып торған. Кешегә шәжәрәһен иҫкә төшөрөргә, сығышын онотмаҫҡа ярҙам иткән.
...

Октябрь ай башы
Рубрикалар // 28-09-2010, 15:22


Юбилейҙар
Октябрь ай башы6 – БАССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем көрәшсеһе Сөләймән МЫРҘАБУЛАТОВТЫң тыуыуына – 120 йыл (1890 – 1931).
19 – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, балалар шағирәһе Рәсимә УРАҠСИНАҒА – 60 йәш (1950).
25 – күренекле дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Афзал Таһировтың тыуыуына – 120 йыл (1890 – 1937).
29 – Башҡортостандың халыҡ йырсыһы, атаҡлы башҡорт композиторы Ғәзиз ӘЛМӨХӘМӘТОВТЫң тыуыуына – 115 йыл (1895 – 1937)....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM