НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 1299

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:44


...һөйөндөрҙө
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәткә (ФАС) рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде: банкылар араһындағы дәғүәселекте көсәйтмәксе булып, рекламаларында кредит буйынса номиналь ставкалар менән йәнәш шул уҡ шрифт менән уның ысын дәүмәлен күрһәттерергә теләй – кредит алыр­ға теләүсегә уларҙың бөтә «хәй­лә»ләре күренеп торорға тейеш! Шунлыҡтан, тейешле ведомстволар менән килешеп, хөкүмәткә «Реклама тураһында» Законға ошо туралағы төҙәтмәләрен тәҡдим иткән. Был матур ниәт бойомға ашһа, исмаһам, кредит алыусылар йәшерен өҫтәмә түләүҙәрҙән ҡотолор ине.
...

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:41


Учалы районында – яңы хакимиәт башлығы
Рәсми хроника
8 сентябрҙә Учалы районы муниципаль район советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде....

«Росэнергоатом концерны» йәмғиәте делегацияһы килде
Новости // 11-09-2010, 11:40


Кисә Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән уның генераль директоры Сергей Обозов етәкселегендәге делегация килде. Килеүселәр араһында концерндың генераль директоры урынбаҫарҙары – корпоратив идаралыҡ буйынса директор Беслан Барганджия, капиталь төҙөлөш директоры Виктор Сучков һәм юридик департаменттың баш белгесе Александр Зюзь бар.
...

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:40


30 сентябрҙә Өфөнөң Нефт­селәр мәҙәниәт һарайында муниципаль берәмектәрҙең өсөнсө сьезы үтәсәк. Форумда урындағы үҙидара органдарының артабанғы үҫеше мәсьәләләре ҡараласаҡ. Сарала «Башҡортостан Республи­каһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла ойошторолосаҡ....

«Маҡсатыбыҙ – республика етәкселегенә бюджет сәйәсәте мәсьәләләрендә ярҙам итеү»
Новости // 11-09-2010, 11:39


Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин Республика йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников ҡатнашлығында республиканың дәүләт органдары һәм федераль власть органдарының территориаль структуралары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе....

Өфө йәштәренә йәнә бер мөмкинлек асылды
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:38


Өфө йәштәре хәҙер эште интернет ярҙамында эҙләй ала. Эшкә урынлашыу буйынса яңы сайт www.hezmet.ru адресы буйынса эшләй башланы.
«Йәштәр өсөн Өфөлә эш» порталы 16 – 35 йәштәгеләр категорияһына иҫәпләнгән. Көн һайын модераторҙар, баш ҡаланың эш биреүсе компаниялары һәм кадрҙар агентлыҡтары сайтта тиҫтәләгән яңы вакансия тураһында мәғлүмәт урынлаштыра. Ә төрлө һөнәрҙәге йәш белгестәр үҙҙәренең резюмеһын теркәй.
Бынан тыш, портал – эш эҙләүселәр өсөн әүҙем аралашыу майҙансығы ла. Форумда «Эш биреүселәрҙең ҡара һәм аҡ исемлектәре», «Эш эҙләү», «Эш тураһында», «Эш хаҡы» кеүек һәм башҡа темаларға мәғлүмәт табырға була. Сайттың махсус бүлегендә ҡалала үткәрелеүсе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән йәштәр акциялары хаҡында оператив яңылыҡтарҙы ла ҡарап барырға мөмкин.
...

Бәхетле ҡатнашыусыға – ЖК-телевизор
Новости // 11-09-2010, 11:36


«Урал лото» лотереяһының 50-се тиражы компания өсөн генә түгел, ә БСТ студияһында тура эфирҙа ҡатнашыусы өсөн дә ҡыуаныслы булды.
Һуңғы тиражда 31 һаны уңыш һаны булып сыҡҡайны. Тап ошондай һан аҫтында ултырған ҡатнашыусыға программаны алып барыусы Дмитрий Каретко «Уйында уңышыңды һынап ҡара» тигән уйын тәҡдим итә. Һәм Фәнилә Закирйән ҡыҙы, әлбиттә, риза була һәм ул таблола 7 һанын һайлай. Ә был һан артында ЖК-телевизор икәнен күргәс, ҡатнашыусының бәхетенең сиге булмай.
Баҡтиһәң, Фәнилә студияға иң һуңғы булып килеп ингән булған һәм берҙән-бер буш урынға барып ултырған. Әммә һуң килеүе уға ҡамасауламаған, бәхет уны үҙе эҙләп тапҡан.
...

Күршеләр беҙҙең «хәләл» продукция менән ҡыҙыҡһына
Новости // 11-09-2010, 11:36


Силәбе магазиндарында яҡын арала Башҡортостанда күркә итенән етештерелгән ярымфабрикаттар, тултырмалар һәм деликатестар һатыуға сығарыласаҡ.
Ике күрше төбәктең ит етештереүселәре әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек ассортиментын киңәйтеүгә һәм иң талапсан һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу менән шөғөлләнә.

«Башинформ»....

Халыҡтан законһыҙ аҡса алғандар
Новости // 11-09-2010, 11:35


Дыуан районы прокуроры план буйынса үткәрелгән тикшереү барышында ҡануниәт боҙоу осрағын асыҡлаған: «Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге» муниципаль учреждениеһында төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм ер участкаһының планын әҙерләү өсөн түләү алғандар....

Йәй үтте, хоккей етте
Новости / Спорт // 11-09-2010, 11:32


Йәй үтте, хоккей еттеЭй, рәхәт. Йәй үтһә, хоккей миҙгеле етә. Хоккей тамамланһа, йәй етте, тигән һүҙ... Моғайын, минең һүҙҙе күптәр йыҡмаҫ. Сөнки, нисек кенә булмаһын, йәй көнө кеше ял итеп ҡыуанһа, ҡышын иһә яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының уйынын ҡарап кинәнә....


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM