НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 1286

Афарин, ишҡолдар!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 14:49


Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбенең 9-сы синыф укыусылары бөтә синыф менән "Йәшлек"кә яҙылып та өлгөргән. Һай, өлгөрҙәр ҙә инде! Афарин! Бына шундай берҙәм, әүҙем дуҫтарыбыҙ күберәк булһын ине....

Араҡы менән бензин ҡиммәтләнә
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 14:06


Дәүләт Думаһы депутаттары яңы закон ҡабул итте - уның буйынса 2011 - 2013 йылдарҙа алкоголь продукцияларына, тәмәке һәм бензинға хаҡ артасаҡ.
Яңы документ эсергә һәм тәмәке тартырға яратҡандарға ҙур ғына сығымдар килтерәсәк. Хаҡтарҙы индексациялау ярҙамында дәүләт ҡаҙнаһына 2001 йылда уҡ 109,9 миллиард һум аҡса инәсәк тип планлаштырыла.
Акциздарға хаҡ һиҙелерлек артасаҡ. Мәҫәлән, 2011 йылда этил спиртына һәм алкоголь продукцияһына хаҡтар 10 - 42,9 процентҡа күтәрелә...

Йәшәйбеҙ икән!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 13:17


Һөйөнсө!
Президент бюджет хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында указ сығарған - декабрҙә бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре бер оклад күләмендә бер тапкыр бирелә торған түләүҙәр аласаҡ....

Иң яҡшы бишәүҙең береһе - Өфө
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 12:53


«РБК» журналы «Рустә ҡайҙа йәшәү яҡшы?» тигән ҡалалар рейтингын баҫып сығарҙы. Үткән йыл менән сағыштырғанда бер пунктҡа алға күсеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы бишенсе урынға күтәрелгән. Өфөнән алда – Краснодар, Пермь, Ҡаҙан һәм Силәбе.
...

Ҡыш бабай бүләк әҙерләй башлаған, ти...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 11:47


Ҡыш бабай бүләк әҙерләй башлаған, ти...
Яңы йыл барыбыҙ ҙа көтөп алған матур, мөғжизәләргә бай байрамдарҙың береһе. Айырыуса, балалар һағынып, түҙемһеҙләнеп көтә уны. Ҡыш бабайҙы күрер, бүләк алыр өсөн... Моғайын, күптәре ниндәй бүләк өмөт итеүҙәрен, аҡ һаҡаллы бабайҙан нимә һорарға теләүен аңғарта башлағандыр ҙа инде. Минең үҙемә, мәҫәлән, Яңы йыл бүләген почта аша алыуы оҡшай. Ҡыш бабайға хат яҙып, нимә хаҡында хыялланыуыңды теҙеп яҙып, бүләккә лайыҡ булыуы үҙе бер ваҡиға. Бигерәк тә балалар ярата был күңелле мәшәҡәтте....

«Толпар» буллит серияһында отолдо
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-11-2010, 10:58


Үҫмерҙәр беренселегендә сығыш яһаусы Өфөнөң «Толпар» хоккейсылары Новокузнецкиҙа «Кузнецкие медведи» командаһы менән уйнап, уларға буллит серияһында отолдо. Осрашыу төп һәм өҫтәмә ваҡытта 2:2 иҫәбендә тамамлағас, мергәнлек бәйгеһендә хужалар оҫтараҡ булып сыҡты. Әлегә "Толпар"ҙар 26 уйындан һуң 48 мәрәй яулап, үҙ дивизионында ныҡлы өсөнсө урында урынлашҡан.
Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында уңышлы уйнаған Нефтекамскиҙың "Торос"ы, бөгөн, Мәскәүҙә заманында билдәле булған «Крылья Советов» командаһы менән осрашасаҡ.
«Торос» иһә, 25 уйындан 58 мәрәй туплап, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килә.
...

Йөк машиналарына юл ябыла
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 19:45


Йөк машиналарына юл ябыла
Мәскәү етәкселеге ҡалаға йөк машиналарын индереүҙе сикләү тураһындағы вәғәҙәне үтәй башламаҡсы. 15 ғинуарҙан һуң тонна ярым йөгө булған автомобилдәргә иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-ға тиклем ҡала буйлап хәрәкәт итеү тыйыла. Бынан тыш, ҡалала ике ҡатлы юлдар төҙөү һәм парковкаларҙы түләүле итеү тураһынла ла һүҙ бара. Был сараларҙың төп маҡсаты юл тығындарын бушатыу....

Минималь эш хаҡы арта
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 18:04


Хәҙер Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һумдан да кәмерәк булмаясаҡ
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы арта. Был хаҡта килешеүгә республика Хөкүмәтендә ҡул ҡуйҙылар. Шулай уҡ быйылғы йылдың декабрендә бөтә бюджетниктар ҙа бер оклад күләмендә өҫтәлмә аҡса аласаҡ....

Заман афәтенә «Юҡ!» тип әйтәйек
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 14:04


2011 йылда Башҡортостандың бөтә мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары наркотик ҡулланыуҙы асыҡлаусы экспресс-тест үтәсәк. Быйыл июндә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдең 2020 йылға тиклем наркотиктарға ҡаршы дәүләт сәйәсәте Стратегияһын раҫлаусы указына ҡул ҡуйҙы. Унда билдәләнгән профилактика саралары араһында йыл һайын диспансерлау сараһы менән ҡулланыусыларҙы наркотик бәйлелектең башланғыс осоронда асыҡлау тураһында ла әйтелгән. Наркотестерҙар ошо юҫыҡта сығарыла ла инде....

"Ағиҙел" ҡыҙҙары һынау тота
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 11:46


Өфөнөң "Ағиҙел" хоккей командаһы ҡыҙҙары Рәсәй беренселегендәге дебют осрашыуҙарын был юлы Силәбелә урындағы "Факел" командаһы менән дауам итәсәк. Әлегә беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҡыуандырғаны юҡ. 12 уйындан һуң, улар иҫәбендә 0 мәрәй. Шайба айырмаһы ла ҡот осҡос... (7-184, дәғүәселәр файҙаһына). "Факел" иһә, 16 мәрәй менән өсөнсө урында урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелергә урын юҡ. Еңеүҙәр алда булыр, әле моғайын....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM