НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 1282

Ягафар Надыршин - руководитель ансамбля "Аргымак"
Яңылыҡтар таҫмаһы / Медиа // 17-12-2010, 17:47


Ягафар Надыршин - руководитель ансамбля "Аргымак"В гостях у газеты "Йэшлек" руководитель ансамбля "Аргымак" Бурзянского района - Ягафар Надыршин....

Олимпия резервы әҙерләүселәр грант алды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 16-12-2010, 16:25


Өфөнөң биш физкультура-спорт ойошмаһы «Рәсәй олимпиясыларына булышлыҡ итеү фонды» грантына лайыҡ булды. Түбәндәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре: шорт-трек буйынса 1-се спорт мәктәбе (директоры Евгений Мельчаков) 2 500 000 һум, 15-се (Людмила Вагина) — 750 000, трамплиндан һикереү һәм саңғы ике алышы буйынса 33-сө (Ильдар Гарифуллин) — 2 500 000, биатлон буйынса республика спорт мәктәбе (Вадим Данилов) — 2 000 000, фехтование буйынса 19-сы (Лира Грушина) — 750 000 һум грант аласаҡ. Үрҙә телгә алынған фонд гранттары 2012 йылғы ХХХ Олимпиадала (Бөйөк Британияла үтәсәк), XXII ҡышҡы Олимпия (2014 йыл, Сочи) һәм ХХХI Олимпия (2016 йыл, Бразилия) уйындарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһына кандидаттар әҙерләүсе махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә бирелә. Был аҡсалар уҡыу-күнекмәләргә, спорт йыһаздары алырға, уларҙы ремонтлауға, ярыштарға йөрөүгә тотонолорға тейеш.

...

Салауат эҙҙәре буйлап
Новости / Башҡортостан // 14-12-2010, 15:14


Салауат эҙҙәре буйлапКисә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды.
Был сара ха­лыҡ-ара донъя халыҡтары диа­логы һәм мә­ҙәниәтен яҡы­найтыу йылы сигендә үтә.
Эстония, Лат­вия һәм Лит­­вала Баш­ҡор­тостан де­легацияһының рәсми осра­шыу­­ҙарын үт­кәреү күҙалланған. Шул иҫәптә Пал­диски ҡалаһы етәкселеге, ошо тө­бәк­тәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән әңгәмәләр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡаралған. Балтик буйының һәр дәүләтендә Башҡортостан тураһында күргәҙмә, артистар сығышы буласаҡ.

А. ЗИННУРОВА....

Башына өсөнсө күҙ ҡуйғанмы?
Новости // 14-12-2010, 15:12


Башына өсөнсө күҙ ҡуйғанмы?Нью-Йорк университетының сәнғәт профессоры, рәссам-концептуалист Вафаа Билял соңҡаһына цифрлы фотоаппарат ҡуйған – магнит ярҙамында камера беркетелгән титан пластинаны уның башына Нью-Йорктың тату-салондарының береһендә наркоз аҫтында өс сәғәткә яҡын урынлаштырғандар.
Биш сантиметр диаметрлы ике ярым сантиметр ҡалынлыҡтағы аппарат уның башында бер йыл тирәһе торасаҡ һәм йыл буйы Билялдың артында нимә булған, шуны фотоға төшөрәсәк. Фотолар Катарала заман сәнғәте музейындағы мониторға ебәрелеп торасаҡ.
«Өсөнсө күҙ» тигән исем алған был үҙенсәлекле инсталляция – Катарала 30 декабрҙә ойоштороласаҡ «Told/Untold/Retold» күргәҙмәһе сиктәрендә күрһәтелгән 23 нәфис проекттың береһе....

Һәр 12 балаға бер компьютер буласаҡ
Новости / Мәғариф // 14-12-2010, 15:11


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, Башҡортостан мәктәптәрендә компьютерҙар иҫәбен арттырғас, 12 балаға бер техника берәмеге тура киләсәк, әлегә иһә республика мәктәптәрендә һәр компьютерға уртаса 18 кеше сиратта тора, тип хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, яңы компьютерҙар һатып алыуҙан тыш, Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһенә башҡа заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем индереү ҙә күҙаллана. Улар иҫәбендә яңы электрон белем биреү ресурстарын файҙаланыу һәм алдынғы мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү ҙә бар....

«Аҡыллы баштар» ситкә оса
Рубрикалар // 14-12-2010, 15:08


Рәсәйҙең талантлы йәш ғалимдары, ғилми белгестәре һәм уйлап табыусылары күпләп сит илгә китеү яғын ҡарай
«Аҡыллы баштар» ситкә осаҮҫеше буйынса милли ассоциация мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылда, мәҫәлән, АҠШ-ҡа – 56 мең, Израилгә – 13 мең тирәһе, Австралияға – 12 мең, Германияға – 9 мең, Канадаға 8 мең кеше киткән. Ә 1992 йылдан алып Рәсәйҙән 3 миллиондан ашыуыраҡ белгес үҙ иленән ситкә ағылған...

«Йәшлек» менән – ил менән
Гәзиткә яҙылыу // 14-12-2010, 15:06


Матбуғат баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу кампанияһы 25 декабрҙә тамамлана – гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, әле һуң түгел
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Киләһе йылдың ярты йыллығына ваҡытлы мат­буғат баҫмаларына яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Йәш­лек»һеҙ ҡалғығыҙ кил­мәһә, ашығығыҙ! Баҫ­ма­быҙҙы аҙнаһына өс тапҡыр алыр­ға күнеккәндәр өсөн иҫкәрмә: хә­ҙер «Йәшлек» аҙна­һы­на ике тапҡыр (шәм­бе көндө берәгәйле – ке­се йома һәм шәмбе һан­дары ҡушылып) сыға.
Гәзит өйөгөҙгә аҙна­һына ике тапҡыр килһен тиһәгеҙ, 80148 (шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә киләсәк гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин) һәм 16414 (шәмбе һанына – 302 һум 16 тин) индекстары буйынса яҙылығыҙ. Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙы­ла ала. Был осраҡта бер айға яҙылыу хаҡы – 50, ярты йылға 300 һумға төшә. Тик баҫманы гәзит киоскыһынан үҙегеҙгә барып алыр­ға тура киләсәк....

Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған
Новости // 14-12-2010, 15:05


Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алғанБолгария Күмертауҙа етештерелгән Ка – 32А11ВС вертолет моделе менән ҡыҙыҡһына. Был «тимер ҡош­»то «ҡанатлы янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыу­сы вертолет» тип йөрөтәләр.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында уҙғарыл­ған матбуғат конференцияһы башланғанға тиклем Күмертау авиация-производство предприятие­һы менән Бол­га­рияның «БИ ЕЙЧ ЕРЪ» авиакомпанияһы араһында аралашсы булып торған «Тех­пром­сервис» ябыҡ акционерҙар йәм­ғиәте» яңы техниканың тышҡы һәм эске йөҙөн, нимә менән йыһазландырылыуын, техник мөмкинлектәрен күрһәтте...

Һәр шишмәнең үҙ исеме булһын
Новости // 14-12-2010, 15:04


Һыу стратегияһы буйынса яңыраҡ үткән парламент тыңлауҙарында нефть предприятиелары эшмәкәрлеге ар­ҡаһында республиканың бер нисә райо­ны йәшәү мөмкинлеге яраҡһыҙ зонаға әйләнгән: 70 йыл нефть табыу эше алып барыу осоронда ер аҫты һыуҙары нефть скважиналарына тоҙ иретмәһе ебәреүҙән зыян күргән....

Кандидаттар асыҡланды
Новости // 14-12-2010, 15:03


БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына бер юлы һигеҙ кандидат имтихан тапшырҙы. Иглин районы етәксеһе урынына алты кеше дәғүә итте, Өфө районына етәкселек итергә ике кандидат әҙер булды....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM