НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 11

«Виагра» урынына
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-08-2018, 07:00


«Виагра» урынына
Техас еләк-емеш һәм йәшелсәләрҙе өйрәнеү үҙәге ғалимдары ҡыҙыҡлы асыш яһаған: баҡтиһәң, ҡарбуз йомшағындағы цитруллин тигән матдә метаболизм процесында аргининға әйләнә лә, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Ошо йәһәттән ҡарбуз хатта киң рекламаланған «Виагра» препаратына ҡарағанда ла яҡшыраҡ булып сыҡҡан....

Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
Әҙәбиәт / Юмор // 25-08-2018, 07:30


Тормош  үҙе  йәшәргә  өйрәтә
Бер таныш апайҙың әллә нисә йылдар көмөшкә ҡыуыуын ишетә инем инде.
Бер ваҡыт ауылға ҡайтһам, илап тора.
– Бынау күрше ҡатын ҡыҙы менән минең өйгә инеп тороп эстеләр ҙә, ике «полторушка» самогонымды бушлай тартып алып сығып киттеләр! Ҡулына йәбешкәйнем, ҡыҙы аяғыма тибеп, битемә һуғып тороп сығып китте! Оятһыҙҙар! Бына аяғым атламай хәҙер, – ти, иламһырап.
– Дауаханаға барып, справка ал. Туҡманылар, тип судҡа бирерһең, исмаһам, – тинем юрый.
Теге апай асыуынан ырғып китте.
– Һин нимә, мине төрмәгә ултыртҡың киләме?! Хәҙер самогон һатҡан өсөн, беләһеңме, ни эшләтәләр?!
Шул ваҡыт ҡына мин уға: «Белгәс, сәмәй ҡоймаҫ инең, һатмаҫ инең! Ҡоймаһаң, туҡмалмаҫ та инең!» – тинем.
Тормош бит ул. Нисек йәшәргә үҙе аңлата. Аңламағандарҙы туҡматып та, типкеләтеп тә!

Илһамлы Нур.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
...

Ҡолаҡ һал!
Махсус бит // 24-08-2018, 07:00


Ҡолаҡ һал!
Ҡабығы ла файҙалы
Картуф яратмаған кеше юҡтыр, моғайын. Уңған хужабикәләр унан ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй.
Тик күптәр «икенсе икмәк»тең ҡабығын сүп һауытына ырғыта. Ә йыйып, киптереп, мейескә йәки каминға яҡҡанда, торбаға ултырған ҡоромдо бөтөрөргә була.

Уңышығыҙ мул булһын, тиһәгеҙ...
Теплицала помидор үҫтерһәгеҙ, аяҙ һәм ҡоро көндә иртәнге сәғәт 11-гә тиклем үҫентеләрҙе һелкеткеләп алығыҙ. Был уларҙы тиҙерәк һеркәләндерергә ярҙам итәсәк. Сөнки төшкә ҡарай, теплицала температура 30 градустан юғары күтәрелһә, помидор сәскәһендәге һеркә стерилгә әйләнә, йәғни һеркәләнеү һәләте кәмей.
...

Йомортҡалы ролл
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-08-2018, 07:00


Йомортҡалы роллХәҙер йәштәр суши, ролл, бигшеф, фишролл кеүек ят атамалы ризыҡ­тарҙы ярата. Шаурма ла бик популяр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙебеҙсәрәк итеп тә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, йомортҡаларҙан ролл. Рецебы бик ябай.
Ике кешелек ролл өсөн дүрт йоморт­ҡа, уларға са­малап кишер, йәшел һуған, ҡара борос, тоҙ һәм көнбағыш майы кәрәк. Ролды берәр йомортҡалап бешерәбеҙ.
Йомортҡаны туҡыйбыҙ, тоҙлап-борослап бутайбыҙ. Артабан туралған йә ҡырылған йәшелсәне самалап һалып ебәрәбеҙ. Кишер урынына сыр, ветчина, татлы борос, бәшмәк тә алырға мөмкин.
Майлап йылытылған табаға йәшелсәле-йомортҡалы ҡатышманы (бер йомортҡанан) һалабыҙ ҙа, бешеңкерәгәс, әйләндерәбеҙ. Бушаған урынға икенсе өлөшөн, әҙерәген һалабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ҡоймаҡ ҡойған кеүек бешерәбеҙ. Һәр бешкәнен төрөп барабыҙ. Яп-ябай ризыҡ, ә атамаһы модалы – ролл!

...

В Башкирии сторонники «Единой России» провели в Стерлитамаке региональный форум
Новости / Сәйәсәт // 22-08-2018, 18:02


Сегодня в Стерлитамаке, в Городском дворце культуры прошёл региональный форум сторонников партии «Единая Россия». На форуме подвели итоги работы аудита сторонников, определили дальнейшие векторы развития, и заявили о готовности к предстоящим выборам. В работе Форума приняли участие свыше 500 человек. В региональном отделении партии официально зарегистрировано 43 тысячи сторонников, на форум приехали более тысячи человек со всей республики. Цель встречи – формирование предложений, программы работы депутатов Государственного Собрания – Курултая РБ шестого созы...

Асуташ-әсеүташ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-08-2018, 06:00


Асуташ-әсеүташ
Тешкә коронка ҡуйҙырғайным, шуның әллә нимәһе килешмәне. Коронка аҫтындағы теш ҡаҙнаһы елһенеп, шешеп китте, эренләгәндәй ҙә кеүек. Ҡалаға барғанда дарыу­хананан метрогил дента һатып алдым. Инде сығыр саҡта витриналағы “Квасцы жженые” тигән яҙыулы ҡап күҙемә эләкте. Фармацевҡа, был препарат таныш кеүек тойоласы, тигәйнем, һуң, элекке, беҙ бала саҡтағы асуташ бит, ти. Һатып алдым шуны ҡыҙыҡ күреп. Элек ни помада кеүек формала ине, әле онтаҡ рәүешле, ҡаптың тышына, тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, тип яҙылған.
Ҡайтҡас, теш ҡаҙнаһына гель һөртәм-һөртәм, ярҙамы теймәй. Көндөҙ артыҡ беленмәй, ятһам, һулҡылдап һыҙлай. Аптырағандың көнөнән бер төн уртаһында шул асуташ (әсеүташ) онтағын ауыртҡан ергә ышҡыным. Бермә-бер килеште лә ҡуйҙы, һыҙлауы баҫылып, тынысланып йоҡлап киттем. Ике көндә теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарҙы. Дауаһы ныҡ килеште.
Бынан башҡа ла асуташтың ярҙамы тейҙе. Улымдың арҡаһына һыт­ҡы­лар сығып ҡаңғыртҡайны. Асуташ онтағын сылатып шул һытҡыларға һөртә торғас, баламдың арҡаһы таҙарып ҡалды. Стоматитты ла асуташ менән бөтөрҙөк. Баҡсала бу­лыш­ҡанда быяла ярсығына бармаҡты ҡырҡҡайным, йәһәт кенә яраны йыуып, асуташ онтағы һиптем – бик тиҙ төҙәлде. Тура тәғәйенләнешендә лә файҙаланабыҙ: ҡултыҡ аҫтын, табанды онтаҡ менән ыуалағанда, артыҡ тирләп йонсомайһың. Бәлки, минең кәңәш берәйһенә ярар, асуташ тағы кемгәлер килешер. Хаҡы ҡиммәт түгел, ә файҙаһы бик ҙур.

Гөлназ БАЙСАРИНА.
Учалы районы.

...

Күп балалы бәхет
Махсус бит / Проблема // 21-08-2018, 07:00


Күп балалы бәхет
Дилә өсөнсө бәпес артынан дауаханаға китте. Тормош ауыр, тип күпме зарланма, күп балалы өйҙә бәхет тә күберәк. Закир менән Дилә, етмәһә, ауырлыҡтарға һылтанмайынса, бала үҫтереүгә оло яуаплылыҡ менән ҡараған ғаиләләрҙең береһе.
Шуныһы ҡыҙыҡ, өлкән малайҙары, мәктәп тупһаһын тәүгә аша атлау менән ҡайтып һорай һалды:
– Әсәй, ниңә беҙ ҙә күп балалы түгел?...

ҠОРБАН БАЙРАМЫ /Аңлатыу/
Новости / Иман // 20-08-2018, 14:15


Ураҙа байрамынан һуң
Етмешенсе көнөнә
Мосолманда Ҡорбан байрам
Бик ҙурлап билдәләнә.

Был ваҡытта Зөлхизәнең
Унынсы көнө булыр,
Зөлхизә Ай яҡты булып
Тулыу яғына уҙыр....

Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-08-2018, 13:00


Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
Табиптар, организмдағы үҙгәрештәр юҡтан ғына булмай, тип бара. Тимәк, һаулыҡ менән ниндәйҙер проблема бар. Әйтеп тораһы ла түгел, арабыҙҙа даими рәүештә медицина тикшереүе үтеп тороу­сылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Исмаһам, организм ебәргән сигналдарға ҡолаҡ һалырға өйрәнәйек. Улар беҙҙе теге йәки был органдың сәләмәтлеге ҡаҡшауы хаҡында иҫкәртә....

Юбилейные объекты закреплены за членами Правительства республики
Новости / Сәйәсәт // 20-08-2018, 12:59


Стало известно, как в Правительстве республики распределятся обязанности по контролю за возведением юбилейных объектов к 100-летию образования Башкортостана. Об этом сообщил Премьер-министр Правительства РБ Рустэм Марданов на оперативном совещании....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM