НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте

2018 йыл республикала Ғаилә йылы буласаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // Сегодня, 12:19


2018 йыл республикала Ғаилә йылы буласаҡБР Хөкүмәте ултырышында Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итергә тәҡдим яһаны.

Рәсәйҙә иһә киләһе йыл Ирекмән йылы тип йөрөтөләсәк....

Башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды!
Яңылыҡтар таҫмаһы // Сегодня, 09:55


Башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды!Кисә Мәскәүҙә Чайковский исемендәге Концерт залында халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөш өсөн «Рәсәй күңеле» XI Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский премияны Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағында «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ риүәйәтсеһе һәм уҡытыусы Асия Ғәйнуллинаға тапшырҙы. Ул «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында билдәләнде....

Айыу ниңә һөжүм итә?
Махсус бит / Письма // Сегодня, 07:00


Айыу ниңә һөжүм итә?
Ауыл халҡының айыуҙарҙың малға тейеүе тураһында күтәргән проблемалары ҡулға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужаһын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙырға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер берҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни өсөн һуң айыуҙар малға һөжүм итә йәки ауылға килеп инә? Яуап бик ябай: бахыр януарҡайҙар бик астар!...

Персиклы-сәтләүекле торт
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // Сегодня, 07:00


Персиклы-сәтләүекле торт
Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 1 cтакан шәкәр, 1 cтакан ҡаймаҡ, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он алына.
Ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Барлыҡҡа килгән массаны икегә бүлеп, береһенә персиктар, икенсеһенә ваҡланған сәтләүек һалырға ла, ҡыҙыу мейестә 30 – 35 минут бешерергә. Консерваланған персикты йәки башҡа емештәрҙе ҡулланырға мөмкин. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, йәймәгә сироп йәки ҡайнатма, крем яғырға. Шоколадты аҡ май, бер аҙ һөт ҡушып иретергә лә, торттың өҫтөнә һалырға.
Крем түбәндәгесә әҙерләнә. 750 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып бол­ғатырға.
...

Ҡаҡланған ҡаҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // Вчера, 12:54


Ҡаҡланған ҡаҙХәҙер һәр өйҙә туңдырғыстар булғас ҡаҙ ҡаҡлау онотолған. Ә элек, бала саҡта ҡаҙ ите ашау оло байрам була торғайны. Әскелтем генә, хуш еҫле ҡош итенең тәме һаман да тел осомда тора кеүек. Быйыл ауылдан күстәнәскә ҡаҙ "осоп" килеү менән ҡала шарттарында булһа ла уны ҡаҡлап ҡарарға булдым. Интернет селтәренән рецеп эҙләп тапҡайным, һеҙҙең менән дә бүлешәм әле. Яп-ябай, әммә оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк.
Әҙер ҡаҙҙы тағы ла бер таҙа итеп йыуып киптереп алабыҙ. Уны эсле-тышлы тоҙ менән ныҡлап ыуырға ла, сөм һауытҡа һалып тулыһынса тоҙ менән күмергә (яҡынса 1-1,5 кг тоҙ кәрәк). Бер ай самаһы ултырғас уны тоҙонан таҙарттым. Йыуырға ярамай, ҡоро сепрәк менән генә һөртөргә.
Тоҙҙан алғас ҡаҙҙы тағы ла берәр ай еләҫ урынға (болконға) элеп торорға кәрәк. Артыҡ майы ла ағып бөтәсәк.
Ауыл ерендә кемдең мөмкинлеге бар муйыл ағасын яғып ыҫлап та алырға була....

Бүләктәр – өлөшлөләргә!
Яңылыҡтар таҫмаһы // Вчера, 07:00


Бүләктәр – өлөшлөләргә!
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала салат һауыттарын Әбйәлил райо­нының Хәлил ауылынан Ғәлиә ҒӘЛИМОВА отһа, Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Кәримә МӘЗИТОВАҒА сынаяҡтар йыйылмаһы эләкте.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балалары­ғыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тура­һындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашы­ғығыҙ. Ә инде «Республика Баш­кортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

Беҙҙең милли йолалар
Медиа // Вчера, 07:00


Беҙҙең милли йолалар
Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәр­һә лә, күркәм йолаларыбыҙҙың юғалмауы – шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. “Юлдаш” радиоһы тыңлаусыларына “Беҙҙең милли йолалар” тип аталған махсус сығарылыш тәҡдим итә. Тәүге тапшырыуҙар көҙ һуңына, ҡыш башына тура килгән йолаларға бағышланды. Һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе, һалдат оҙатыу йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Артабанғы сығарылыштарҙа ла миҙгел йолалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, тормош-көнкүреш, туй, бала ты­уыуға бәйле йолалар тураһында һөйләп, халҡыбыҙҙа онотола барған йолаларҙы ла телгә “Йолала­рыбыҙ – алтын ҡомарт­ҡы. Онотмайыҡ! Онотторма­йыҡ!” “Юлдаш” радиоһы журналистары ошондай девиз менән эшләй. Сығарылышты көн һайын көндөҙгө сәғәт 1 тула 13 минуттан һәм киске сәғәт 9 тула 13 минуттан тыңлағыҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА....

Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-12-2017, 10:37


Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!Даланлы кешеләр була бит донъяла! Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Фирғәт Фәтхулла улы Сирбаевҡа елле генә телевизор һәм юлдаш антеннаһын тапшырғанда, нәҡ шулай тип уйланым. Сыңғыҙ ауылының абруйлы ир уҙаманының башҡорт телендәге баҫмаларға һөйөүе уны ошондай уңышҡа килтерҙе лә инде. Фирғәт Фәтхулла улы район гәзите “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзитенә иң тәүгеләрҙән булып яҙыла һәм квитанциялары күсермәһен “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән конкурс­ҡа ебәрә. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй – Сирбаевтар ғаиләһенә иң ҡиммәтле бүләк насип була.
– Үҙебеҙҙең саф башҡорт телендә сыҡҡан “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең килгәнен көтәүелләп кенә торабыҙ. Бик яратып уҡыйбыҙ. Ике гәзит тә бик шәп сыға, журналистарға ҙур рәхмәт, – тине Фирғәт Фәтхулла улы, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Ошо уҡ уйында Татлыбай ауылынан Таңһылыу Мөхәмәтйән ҡыҙы Сибаева планшет отто. Ул да – “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең тоғро дуҫы. “Яратҡан гәзиттәремдең бүләге итеп ҡабул иттем планшетты. Рәхәтләнеп “Һаҡмар” менән “Йәшлек”те лә уҡы, етмәһә, бүләкле лә бул! Бына ул ҡайҙа шатлыҡ!” – тине ул, йылмайып.
Дуҫтар, матбуғатты яратһағыҙ, һеҙ ҙә бүләк оторһоғоҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
...

Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Новости / Спорт // 11-12-2017, 10:31


Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Дә-ә, шул хәлгә лә барып еттек… Ҙур, бай держава әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалды.
Беҙҙең спортсылар оҙаҡламай Көньяҡ Кореяла башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында ғына сығыш яһарға рөхсәт алды. Унда ла Халыҡ-ара Олимпия комитеты ҡарары буйынса ғына Рәсәйҙең һайланма спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә. Әйтәйек, элек допинг ҡулланып, дисквалификация үткәндәргә ишек ябыҡ. Мәҫәлән, конькиҙа йүгереүсе Денис Юсков, Павел Кулижников һәм биатлонсы Александр Логинов менән Ирина Старых уйындар тураһында хыялланмаһа ла була. Шул уҡ ҡарар Сочи уйындары еңеүселәренә лә ҡағыла. Спортсылар йәл… Ғүмер буйы тырыш-тырыш та, кемдер арҡаһында хыялың юҡҡа сыҡһын әле. Көнбайыш илдәре беҙҙе был йәһәттән дә һындырырға булды һәм маҡсатына иреште. Әлбиттә, күп билдәле сит ил спортсыһы беҙҙе ҡурсалап маташ­һа ла, уйы менән барыбер беҙҙең ҡатнашыуға ҡаршы ине. Нишләйһең, киләсәккә Рәсәй өсөн был бик ҙур дәрес булды. Ул ғына ла түгел, Рәсәй Олимпия комитеты, уның башлығы Александр Жуков менән, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзалығынан ваҡытлыса алынды. Ә инде вице-премьер Виталий Мутконы бөтөнләй ғүмерлеккә уйындарҙан ситләттеләр.
...

Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Махсус бит // 11-12-2017, 10:27


Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар һиҙелерлек артыр кеүек. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡайһы бер эштәрегеҙҙең туҡтап тороуы ла ихтимал. Оло йәштәге кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоп китеүе лә мөмкин. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ һәйбәтләнә башлар.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM