НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 15-04-2017, 13:16


Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәкҠайныбыҙ Айытбай һәм бейемебеҙ Рәхимә Ҡәҙерғоловтар балаларын, бәхет нигеҙе – тырыш хеҙмәттә, тип тәрбиәләй

Мул һыулы, гүзәл тәбиғәтле Ейәнсура ерендә егәрле матур ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәүсе ҡайным Айытбай Кинйә­бай улы һәм бейемем Рәхимә Сәйеткәрәй ҡыҙы Ҡәҙерғоловтар....

Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 13-04-2017, 13:11


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошлоРайхана һәм Сабир Күжәбаевтар хеҙмәттә лә, донъя көткәндә лә һынатмай
Ҡәҙерле кешеләребеҙ хаҡында яҙып, уларға оло хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек биргән “Йәшлек”кә ҙур рәхмәт! Минең ҡайны-ҡәйнәм, Райхана һәм Сабир Күжәбаевтар, бына инде 35 йыл Бөрйән районының Әтек ауылында татыу өлгөлө ғаилә булып йәшәй.


...

Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 11-04-2017, 13:44


Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла
Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаусы ҡәйнәм сүрә-мөнәжәттәр уҡый, йырлап-бейеп конкурстарҙа ла ҡатнаша, тегергә, бәйләргә, ҡорама ҡорарға ла ваҡыт таба.

Ҡәйнәм Венера Сиражетдин ҡыҙы Абдрахманова Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәүсе ҙур ғаиләлә һигеҙ малай араһында иң бәләкәй ҡыҙ булып, 1941 йылдың 20 майында донъяға килгән. Башланғыс класты ауылда уҡып, һигеҙенсе класты күрше ауылда тамамлаған. Бәрәс ҡарап, фермала йөрөмәйһең инде тип, өсөнсө ағалары уны Магнитогорск ҡалаһына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ағаһының таныштары 17 йәшлек кенә ҡыҙҙы күреп, үҙҙәренең ҡустыһына димләп, кәләш итеп алған. Шулай итеп, Баймаҡ ҡыҙы йәшләй генә Әбйәлил районының Баҡыр-Үҙәк ауылына килен булып төшә. Унда күбеһенсә кәҫтән яһалған өйҙәр – землянкалар ғына була. Иҙәне ер, бәләкәй генә солан, шуға ялғанып һыйыр кәртәһе башланған. Йәй етһә, балсыҡ соҡорона барып, утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрәләр менән көйәнтәләп балсыҡ алып ҡайтып, уны ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем болғатып, әремдән һепертке эшләп, шул ер иҙәнде балсыҡ менән тигеҙләп ҡуйғандар. “Һуңынан һыу һирпеп һеперәһең дә шул ун көнгә ҡәҙәр етә торғайны”, – тип һөйләй ҡәйнәм....

Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 2-04-2017, 10:53


Ҡарт һалдатҡа - 90 йәшҺәр мәлгә, һәр миҙгелгә шатланып йәшәйҙәр

Сибай ҡалаһынан Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы һәм Хәбиб Шөғәйеп улы Азаматовтарҙың бергә-бергә йәшәүҙәренә быйыл теүәл 60 йыл.
Ә ғаилә башлығы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиб Шөғәйеп улы 90 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫты...

Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 28-03-2017, 11:31


Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс уларАлты тиҫтә йыл бергә донъя йөгөн тартып, йыр-моңдо юлдаш иткән ҡайным менән ҡәйнәм, ейән-ейәнсәрҙәренән йыуаныс табып, алдағы көнгә яҡты өмөт менән йәшәй

Районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Буранғол ауылы элек-электән үҙенең күркәм ғаиләләре менән дан тотҡан төбәктәрҙең береһе. Ҡунаҡсыл, ихлас кешеләр йәшәй бында. Йорттар төрлө төҫтә балҡый, ҡапҡаларҙа аҡҡош, күгәрсен һүрәттәре күҙ яуын ала, йәй көндәрендә баҡсалар аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Ошондай төбәктең килене булырға яҙҙы миңә. Ҡәйнәм һәм ҡайным Факиһа һәм Вәғиз Оморҙаҡовтар – лайыҡлы ғүмер кисергән кешеләр. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 60 йыл тула. Шуныһы ғәжәп итерлек: улар бер-береһен тәүгә ижәп көнөндә генә күрә...

Береһе - ут, икенсеһе - һыу
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 26-03-2017, 15:18


Береһе - ут, икенсеһе - һыу
Ғәзиз кешеләребеҙҙең яҡшы сифаттарын үҙебеҙгә һеңдерергә тырышабыҙ

Сығышым менән Мәләүез ҡыҙымын. Бөрйәнгә килен булып килгәнгә 13 йыл да үтеп бара. «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» конкурсында ҡатнашмай булдыра алманым. Сөнки улар минең иң яҡын, ғәзиз кешеләрем. Ҡайным Ғарифулла Ниғмәт улына 58 йәш. Улар ҡәйнәм менән бергә 37 йыл татыу ғүмер кисерә. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Тыныс, баҫалҡы, аҡыллы ҡайныма ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Үҙем бәләкәйҙән атай наҙынан мәхрүм булғанға күрә ул миңә үҙ атайымдай яҡын. унан бер ҡасан да ауыр һүҙ ишеткәнем булманы һәм, Алла бирһә, ишетмәҫмен дә тип ышанам. Ике киленен дә яҡын күрә, тигеҙ ярата ул. Һәр саҡ ярҙам итеп тора. Икебеҙ генә белгән серҙәребеҙ ҙә бар. килен булып төшкән тәүге йылдарҙа булды был хәл. Ҡәйнәмдәр ҡунаҡ саҡырғайны. Мине ҡәйнәм һыйыр һауырға сығарҙы ла, үҙе ҡунаҡтарҙы ҡараны. Эй, һыйыр сәбәләнә, үҙенә яҡын да ебәрмәй. Ни эшләргә белмәй ҡурҡып ҡалдым, өйгә инеп әйтер инем, оялам, ят кешеләр ҙә күп. Шул саҡ ҡайным, тышта йөрөй ине, ярҙамға килде. “Һә” тигәнсе һыйырҙы һауҙы ла бирҙе, ә мин быҙауға тип алып сыҡҡан икмәк киҫәген тотҡан килеш аптырап торам. Беҙҙең яҡта быҙауҙы һыйырға ҡушмай торғайнылар бит. Ә иң ҡыҙығы, биҙрәләге һөттө тотоп өйгә ингәс, маладис киленең, һыйырын да һауа икән, тигәндәргә нисек инде, мин түгел, ҡайным һауып бирҙе, тип әйтәһең. Шундай ҡыҙыҡ та, уңайһыҙ ҙа хәл килеп сыҡты....

Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 23-03-2017, 15:13


Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!“Ҡайным-ҡәйнәм –
алтын ҡаҙнам”
Ти халыҡтың мәҡәле.
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер,
Барҙыр уның сәбәбе.

Кем ул ҡайны? Кем ҡәйнә?
Нимә ул алтын ҡаҙна?
Төпкә төшөп уйлай торғас,
Үтеп киткән бер аҙна....

Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 1-03-2017, 16:59


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр
Ҡәйнәм Әлфиҙә, өлкән ҡәйнәм Еҙбикә һәм ҡайным Ғәлимйән йыр-моңға маһирлығы, донъя көтөргә әүәҫлеге менән беҙҙе һоҡландыра

“Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам” конкурсы хаҡындағы мәғлүмәтте күреп ҡалғас, үҙемдең ҡайным-ҡәйнәм тураһында яҙырға булдым. Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре....

Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:34


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында биш тиҫтә йылдан ашыу матур ғүмер кисереүсе ҡайны-ҡәйнәбеҙ Мөхтәр һәм Мәрғүбә Сафиуллиндарҙың, татыу йәшәгеҙ, тигән наказын тотоп, гөрләтеп йәшәйбеҙ....

«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:33


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»Бөтә ил менән көтөп алған Яңы йылды ҡаршылап, уны иҫкесә лә, ҡытайса ла билдәләп, инде ныҡлап эшкә сумыуға беҙҙе тағы ла байрамдар көтә: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар, 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Тәүгеһен халыҡ – ир-ат, икенсеһен ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип ҡабул итә.
Ошо ике ҙур байрам алдынан «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» тип аталған өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Исеменән үк күренеүенсә, маҡсатыбыҙ – гәзит уҡыусыларға тормош көткәндә ҙур таяныс булған, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашҡан, йәшәү тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан ҡайны-ҡәйнәләренә рәхмәт белдереү мөмкинлеге биреү.
Бәйгенең шарттары ябай ғына: ҡайны-ҡәйнәгеҙҙең, һеҙгә ярҙам итеүҙән тыш, ярат­ҡан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормош принцибы һәм башҡа өлгө булырлыҡ сифаттары һәм мотлаҡ тормошоғоҙҙа һеҙгә онотолмаҫлыҡ һабаҡ биргән ваҡиға тураһында редакцияға йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы хат ебәрергә кәрәк. Уға ҡушып, ғәзиздәрегеҙҙең сифатлы фоторәсемдәрен дә һалыр­ға онотмағыҙ. Яҙмағыҙҙың күләме өс биттән артмаһын. Конверт ты­шына «Конкурсҡа» тигән билдә ҡу­йығыҙ. Хатығыҙҙы «Йәшлек»тең электрон почтаһына ла – ye02@yandex.ru һала алаһығыҙ.
Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Мөхәрририәт....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM