НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 15-01-2015, 16:09


Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәнеҺуңғы 15-20 йылда баш ҡалабыҙҙа туған телен хөрмәт иткән, фекерләй белеүсе рухлы йәш быуын үҫә башланы. Был, әлбиттә, Өфөлә башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәре асылыуы, халҡыбыҙҙың милли үҙаңы үҫешеүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта ошо ҡала йәштәре араһында киләсәккә милләтебеҙҙең арҡа һөйәге булырҙай шәхестәр ҙә күренде. Улар араһында үҙ фекерҙәрен ҡыйыу рәүештә белгертә-белгертә Булат Солтангәрәев исемле егет күҙгә ташланды.
Булат тәүҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына уҡырға инде. Башланғыс синыфтарҙан уҡ ул үҙ тиңдәштәре араһында үҙенең һәр яҡлап әүҙемлелеге менән айырылып торҙо. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшеп, оҙаҡламай ул төрлө йүнәлештәге өҫтәмә факультатив дәрестәргә, түңәрәктәргә йөрөй башланы. Һүрәтте лә оҫта төшөрә, бейеүгә лә маһир, ҡыҫҡаһы, сәнғәткә мөкиббән киткән бала булды. Шулар араһында иң ныҡ яратып йөрөгән спорт түңәрәге, уның да ниндәй төрө бит әле – каратэ. Бының менән ул беренсе синыфтан уҡ мауыҡты....

Яңы йыл мажаралары
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 16-12-2013, 11:21


Яңы йыл мажараларыГавайи утрауҙары, пляж, шезлонгтар. Миңниса һәм Гөлниса пляж костюмдарында керәләр, шезлонгтарға яталар, телефондарында ниҙер булышалар.
Миңниса: Кемгә СМС яҙаһың?
Гөлниса: Ҡыш бабайға. Былтыр берәй дуҫ менән таныштыр тигән инем, бер бешмәгән малай менән таныштырҙы. Бешмәгәнеңде кире ал да, ноутбук бүләк ит тип яҙам.
Миңниса: Мин биш мең һорайым. Тик әсәй аша бирмә тип яҙам, сөнки яртыһын үҙенә ала ул…
Ҡара әле, Гөлниса,оҙаҡламай яңы йыл, ә беҙ бында ҡыҙынабыҙ. Бер ниндәй байрам да һиҙелмәй.
Гөлниса: Бик шәп тә инде! Ҡояш! Эҫе! Пляж! Текә малайҙар.Унан, )фөгә билеттар тик үғ ғинуарға ғына алынған.
Миңниса: Малайҙар, малайҙар имеш… Беҙҙең Ҡыш бабай биш артыҡ....

Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-12-2013, 07:55


Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)Яңы йыл шыршыһы матур итеп биҙәлгән. Гирляндалар әлегә янмай. Айыу, бүре, төлкө, ҡуян һәм башҡалар йүгерешеп, баҫтырышмаҡ уйнап йөрөйҙәр.
Айыу: Уф, арыным, һеҙ бигерәк шәп йүгерәһегеҙ. Ни исмаһам, Ҡыш бабай ҙа килеп етмәй, инде нисә сәғәт үтте. Әллә бер-бер хәл булдымы икән? Әйҙәгеҙ бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырып ҡарайыҡ.
Күмәкләп ҡысҡыралар: Ҡыш бабай.
Тауыш-тын юҡ. Ҡапыл алыҫта болан тояҡтары тауышы, ҡыңғырауҙар тауышы ишетелә.
Ҡуян: Ишетәһегеҙме, килә, килә!
...

Сөм тәрилкә, һай һауыт
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-12-2013, 06:44


Сөм тәрилкә, һай һауытҠыш бабай. Һо-о-о! Ниндәй матур көй яңғырай. Рәхмәт төшкөрҙәре! Арыу-талыуҙы һыпырып алдылармы ни, юҡҡа сыҡты. Байрамға әҙерләнәләр! Ҡарһылыу ҡыҙым, күҙең үткер, бармы беҙҙең менән ҡуша шатланыусылар?
Ҡарһылыу. Булмаймы һуң! Шыршы янында йәнлелек, Ҡыш бабай. Әкиәт иленә аяҡ баҫабыҙ!
Ҡыш бабай. Бәй, үҙебеҙ ҙә әкиәт иленән бит! Ана шул әкиәтте алып килеүселәр беҙ инде. Хәйер, беҙ генә түгел… Сихри илгә аяҡ баҫыр өсөн яҡшы, яҡты күңелле кешеләрҙең мәртәбәле һүҙе, матур теләктәре кәрәк. Һәм, әлбиттә…...

Яңы йыл мөғжизәһе
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-12-2013, 05:54


Яңы йыл  мөғжизәһеЙыланбикә. Сәләм, минең кескәй дуҫтарым! Хәлдәрегеҙ нисек?
Балалар. Яҡшы!
Ҡар бөртөктәре. Яҡшы!
Йыланбикә. Һай, афариндар! Һәр ваҡыт шулай булһын, йәме?
Ҡыш бабай. (Ҡар бөртөктәренә өндәшә.) Ә ҡайҙа Ҡарһылыу?
1-се Ҡар бөртөгө. Артыбыҙҙан ғына килә ине.
2-се Ҡар бөртөгө. Хәҙер килеп етер ул, Ҡыш Бабай.
3-сө Ҡар бөртөгө. Анау тауҙа шыуып йөрөгән балаларға әүрәнеме икән?
Ҡыш Бабай. Улайһа, әйҙәгеҙ, балалар, Ҡарһылыу килгәнсе, үҙ һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтә тороғоҙ.
Йыланбикә. Әйҙәгеҙ, кемегеҙ шиғыр һөйләй, кемегеҙ йырлай йәки бейей?
1-се Ҡар бөртөгө. Бүләккә Ҡыш Бабайҙан тәмлекәстәр!...

Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 12-12-2013, 13:50


Ҡотло булһын Йылҡы йылы!Шүрәле. Ууууу, һыуыҡ! Өшөйөөөөөм! Мәскәй, тағы нимә булды инде. Йылы өңөмдә рәхәтләнеп кенә йоҡлап ята инем.
Шайтан. Эйе, эйе. Мин дә мәмерйәмдә татлы төштәр күреп кенә йоҡлап ятһам бынау Мәскәй уятып алды. Юҡ, мин ҡайттым, Мәскәй!(Китә башлай.)
Мәскәй әбей. Туҡта әле, Шайтан, бик мөһим эш бар. Шүлгән батша үҙе ҡушты.
Шүрәле. Тағы ниндәй эш, Мәскәй? Шүлгән батшаның эше бөтмәҫ ул.
Мәскәй әбей. Һеҙ Яңы йыл тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Шайтан, Шүрәле( икеһе бергә). Яңы йыл? Уныһы тағы нимә була?...


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM