НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-04-2015, 11:03


Беҙ ғаиләлә өс бала. Миңә, иң өлкән балаға, бөтә яуаплылыҡ төшә. Әсәйемдең эше тынғыһыҙ – ул мәктәптә уҡытыусы, ә атайым миңә ун бер йәш тигәндә мәрхүм булып ҡалды. Шул ваҡыттан алып утын, бесән әҙерләү, машина йөрөтөү кеүек яуаплы эштәргә тото­нор­ға тура килде. Имән ағасы кеүек ныҡ булырға, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәҫкә кәрәк икәнен тап ошо мәлдәрҙә аңлайһың.
Бәхеткә күрә, әсәйебеҙ, үҙ ишен табып, яңынан тормош ҡорҙо. Был атайыбыҙҙы үгәй тип атап булмай. Мостай Кәримде Оло инәһе нисек яратҡан, тәрбиәләгән, беҙгә лә атайыбыҙ хәстәрлекле, яғымлы. Мине һәм ҡустымды күп нәмәгә өйрәтә.
Һәр бер кешенең үҙенең тыуған еренә кәрәкле булғыһы килә. Элекке заманда кешеләр иң беренсе үҙен түгел, ә халыҡ, ил мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғыртҡан. Ә хәҙер замана икенсе....

Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 27-03-2015, 13:10


КонкурсҒүмер бер генә... Шулай тип атағайны үҙенең иң күренекле әҫәрҙәренең береһен яҡташым Динис ағай Бүләков. Ул үҙенең бик ҡыҫҡа ғүмерен лайыҡлы үтте: халҡым, илем, телем, тип янды, ер-һыуыбыҙҙы яттарға бирмәҫкә һәм уны һаҡларға саҡырҙы. Мин ошо данлы шәхес­тең исемен йөрөткән мәктәпте тамамлау алдындамын. Беренсе кластан бирле «Нөгөш ынйылары» исемле фольклор төркөмөндә шөғөлләнәм. Йыр­лайым, бейейем, шиғырҙар яҙам, нәҫерҙәр ижад итәм. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләрем баҫылып тора.
Эйе, ғүмер бер генә. Яҙыусы аманатын беҙ бөгөн һаҡлайбыҙмы һуң? Иҫ киткес ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Мине, үҙ заманымдың йәш кешеһен, әлбиттә, тиҫтерҙәргә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой....

Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләй
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-03-2015, 11:12


Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләйМинең өсөн китап хаҡһыҙ һәм төпһөҙ белем ҡаҙнаһы булып тора. Ул, кешегә белем һәм аҡыл биреүҙән тыш, эске донъябыҙҙы байыта, рух-аңыбыҙ ҡеүәтен арттыра. Китап аша тарихҡа байҡау яһайбыҙ, үткәндәр менән яҡындан танышабыҙ, кәрәкле мәғлүмәт алабыҙ.
Яратып, фәһем алып уҡыған әҫәр­ҙәремдең береһе – Ғәлимов Сәләмдең “Бала” поэмаһы. Автор ҡуҙғатҡан проблема бөгөн дә актуаль яңғырай. Геройҙарҙың ғаиләгә ҡарашы, бала тыуыу-тыумауы поэмала төп урын алып тора. Яҙыусы ошо әҫәре аша беҙҙе, үҫеп килгән йәш быуынды, ошо сетерекле тема тураһында уйланырға, йәштәрҙе яҙмыштарында төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар яһамаҫҡа саҡыра....

Мифтахетдин Аҡмулла көндәренә бағышланған сценарий
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-03-2015, 17:19


Талғын ғына ҡурай моңо ағыла. Ҡыҙ менән егет сәхнә алдында.
Ҡыҙ: Беләһеңме, ҡурай моңон тыңлаған һайын мин уйға ҡалам. Күҙ алдына башҡорт ерҙәре, хозур тәбиғәттә теҙелеп киткән тирмәләр, гөбөрләтеп ҡымыҙ әҙерләүҙәр...
Ә бит башҡортомдоң ниндәй генә батырҙары, шәхестәре булмаған!
Егет: Эйе, тыуған ерем, илем тип яуға күтәрелгән Салауат, Батырша, Ҡараһаҡал, Кинйә батырҙары, халҡының моң-зарын көйләгән Байыҡ-Айҙар, Ерәнсә, Ҡобағош сәсәндәре...
Ҡыҙ: Белемгә, аң-ғилемгә әйҙәгән шағирҙары...
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!...

Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 18-02-2015, 05:14


Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев«Һинең олатайың һәм өләсәйең кемдәр, улар нимә менән шөғөлләнгәндәр?» Ошо һорау һеҙгә ҡыҙыҡ түгелме? Ә миңә бик тә ҡыҙыҡ. Кем ул минең ете быуын элекке ата-бабам? Улар нимә менән шөғөлләнгән? Үҙеңдең үткәндәреңде тергеҙеү, уны өйрәнеү, тарихың менән ҡыҙыҡһыныу йәшәйешкә яңы мәғәнә өҫтәй, яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр аса.
«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата.
Минең атайым Әмир Миһран улы Солтангәрәев атаһы, йәғни олатайым Миһран Ноғман улы менән үҙ нәҫеле өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Улар 1964 йылда Солтангәрәевтарҙың шәжәрәһен төҙөү өҫтөндә эш башлай. Эҙләнеү эштәре алып баралар, архив материалдарын файҙаланып, ололарҙан һорашып, Солтангәрәевтарҙың ун ике быуынға тиклем, хатта унан да күберәк тармаҡтарын табалар, өйрәнәләр....

Булат Солтангәрәев
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 30-01-2015, 16:28


Булат СолтангәрәевАндрей Евсюков (2006–2011 йылдарҙа БР һаулыҡ һаҡлау министры): «Әмир! Улың Булат мине Совет майҙанында күрҙе лә: «Һеҙгә бер тәҡдим бар бит әле», – ти. «Йә, ниндәй тәҡдим?» – тип һорайым унан. «Ана, РКБ-ны «Йәшел сауҡалыҡ» («Зеленая роща») шифаханаһы урынына күсерергә кәрәк. Беренсенән, РКБ-ны ҙурайтыу урынына, уның тирәләй һатыр өсөн торлаҡ йорттар төҙөй башлағандар. Икенсенән, унда врачтарға фатир тәтемәй, ти. Врачтар бәләкәй эш хаҡына фатир ала аламы ни? Өсөнсөнән, ҡала уртаһында – шау-шыуҙа больница буламы ни? Дүртенсенән, ҡала эсендә шифахана буламы ни? Вәт! Уны РКБ-ға бирергә һәм бер корпусын врачтарға фатир итеп бирергә! – тип аптыратты», – ти.
Булаттың оло кешеләрҙе бик йыш шулай аптыратыуын миңә һөйләй торғайнылар....

Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәне
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 15-01-2015, 16:09


Булат Солтангәрәев ҡыҫҡа ғына ғүмерен мәғәнәле йәшәнеҺуңғы 15-20 йылда баш ҡалабыҙҙа туған телен хөрмәт иткән, фекерләй белеүсе рухлы йәш быуын үҫә башланы. Был, әлбиттә, Өфөлә башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәре асылыуы, халҡыбыҙҙың милли үҙаңы үҫешеүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта ошо ҡала йәштәре араһында киләсәккә милләтебеҙҙең арҡа һөйәге булырҙай шәхестәр ҙә күренде. Улар араһында үҙ фекерҙәрен ҡыйыу рәүештә белгертә-белгертә Булат Солтангәрәев исемле егет күҙгә ташланды.
Булат тәүҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына уҡырға инде. Башланғыс синыфтарҙан уҡ ул үҙ тиңдәштәре араһында үҙенең һәр яҡлап әүҙемлелеге менән айырылып торҙо. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшеп, оҙаҡламай ул төрлө йүнәлештәге өҫтәмә факультатив дәрестәргә, түңәрәктәргә йөрөй башланы. Һүрәтте лә оҫта төшөрә, бейеүгә лә маһир, ҡыҫҡаһы, сәнғәткә мөкиббән киткән бала булды. Шулар араһында иң ныҡ яратып йөрөгән спорт түңәрәге, уның да ниндәй төрө бит әле – каратэ. Бының менән ул беренсе синыфтан уҡ мауыҡты....

Яңы йыл мажаралары
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 16-12-2013, 11:21


Яңы йыл мажараларыГавайи утрауҙары, пляж, шезлонгтар. Миңниса һәм Гөлниса пляж костюмдарында керәләр, шезлонгтарға яталар, телефондарында ниҙер булышалар.
Миңниса: Кемгә СМС яҙаһың?
Гөлниса: Ҡыш бабайға. Былтыр берәй дуҫ менән таныштыр тигән инем, бер бешмәгән малай менән таныштырҙы. Бешмәгәнеңде кире ал да, ноутбук бүләк ит тип яҙам.
Миңниса: Мин биш мең һорайым. Тик әсәй аша бирмә тип яҙам, сөнки яртыһын үҙенә ала ул…
Ҡара әле, Гөлниса,оҙаҡламай яңы йыл, ә беҙ бында ҡыҙынабыҙ. Бер ниндәй байрам да һиҙелмәй.
Гөлниса: Бик шәп тә инде! Ҡояш! Эҫе! Пляж! Текә малайҙар.Унан, )фөгә билеттар тик үғ ғинуарға ғына алынған.
Миңниса: Малайҙар, малайҙар имеш… Беҙҙең Ҡыш бабай биш артыҡ....

Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-12-2013, 07:55


Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)Яңы йыл шыршыһы матур итеп биҙәлгән. Гирляндалар әлегә янмай. Айыу, бүре, төлкө, ҡуян һәм башҡалар йүгерешеп, баҫтырышмаҡ уйнап йөрөйҙәр.
Айыу: Уф, арыным, һеҙ бигерәк шәп йүгерәһегеҙ. Ни исмаһам, Ҡыш бабай ҙа килеп етмәй, инде нисә сәғәт үтте. Әллә бер-бер хәл булдымы икән? Әйҙәгеҙ бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырып ҡарайыҡ.
Күмәкләп ҡысҡыралар: Ҡыш бабай.
Тауыш-тын юҡ. Ҡапыл алыҫта болан тояҡтары тауышы, ҡыңғырауҙар тауышы ишетелә.
Ҡуян: Ишетәһегеҙме, килә, килә!
...

Сөм тәрилкә, һай һауыт
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 13-12-2013, 06:44


Сөм тәрилкә, һай һауытҠыш бабай. Һо-о-о! Ниндәй матур көй яңғырай. Рәхмәт төшкөрҙәре! Арыу-талыуҙы һыпырып алдылармы ни, юҡҡа сыҡты. Байрамға әҙерләнәләр! Ҡарһылыу ҡыҙым, күҙең үткер, бармы беҙҙең менән ҡуша шатланыусылар?
Ҡарһылыу. Булмаймы һуң! Шыршы янында йәнлелек, Ҡыш бабай. Әкиәт иленә аяҡ баҫабыҙ!
Ҡыш бабай. Бәй, үҙебеҙ ҙә әкиәт иленән бит! Ана шул әкиәтте алып килеүселәр беҙ инде. Хәйер, беҙ генә түгел… Сихри илгә аяҡ баҫыр өсөн яҡшы, яҡты күңелле кешеләрҙең мәртәбәле һүҙе, матур теләктәре кәрәк. Һәм, әлбиттә…...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM