НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй
Яңылыҡтар таҫмаһы / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 16-03-2016, 09:53


Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй Гәзитебеҙ алып барылған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы алып барылыуын күрһәткән баннерҙар бына ошолай итеп Өфөнө биҙәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "В контакте" - "Бәйләнештә" социаль селтәренең Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ, йәки стенаһына һалығыҙ....

Милли байлыҡты онотмайыҡ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 5-02-2016, 12:13


Көн артынан көн төрлө ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы менән алға бара. Сеү! Туҡтап уйланайыҡ әле. "Заман башҡа – заң башҡа" тигән мәҡәл тап ваҡыт айышына һәм көнитмешебеҙгә тура килә. Заманалар үҙгәргән һайын, уның башҡа ҡанундарына, яңы технологиялар ебенә эләгеп, беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотабыҙ. Быны аңлау ҙур хафаға һала. Ә үткәнен белмәгән халыҡты ниндәй киләсәк көтә?
Беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн күпме кеше, ата-бабаларыбыҙ үҙ ғү­мерен аямай, ҡорбан булған?!
Уйлап ҡараһаң, беҙ бик бәхетле тормошта йә­шәйбеҙ: эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бар....

Үткәндәрҙе буйлап, киләсәкте уйлап…
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 22-05-2015, 13:55


Мин, Айнур Тунасов, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуҙым. Күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназияның 10-сы синыфында уҡыйым. Теләгем – Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү, төплө белем алып, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү. Ғаиләмә килгәндә, атайым – механизатор, әсәйем – уҡы­тыу­сы. Апайым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамларға йөрөй.
Ауылым Көйөргәҙе йылғаһы буйында, иҫ киткес йәмле төбәктә урынлашҡан. Уның тирә-яғын мең-мең төрлө үлән үҫкән туғайҙар, уңдырышлы иркен баҫыуҙар, ҡылғанлы убалар, ҡоштарға бай ҡайын сауҡалығы, сылтырап йылғаға ағып төшкән шишмәләр урат­ҡан. Таймаҫ һыуын ауылым халҡы ғына эсеп кинәнмәй, уны Өфөлә лә, башҡа ҡалалар­ҙа ла үҙ итәләр.
Ошо йәмле төбәктә, матур ауылда йәшәүемә ҡыуанам....

Тиҫтерҙәрем, һеҙгә әйтәм... Тыуған тупраҡтан көс алайыҡ
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 22-05-2015, 13:54


Олатайым менән өләсәйем өйҙәрен, әкиәттә һүрәтләнгәнсә, бигерәк матур, хозур, мөғжизәле урынға һалған. Ҡапҡа алдынан ғына, берсә уйланып, берсә моңланып, ә ҡайһы саҡта дәртләнеп, дәһшәтләнеп Әй йылғаһы аға, артта – серле мәмерйәле мәғрур Тәшкеләт тауы. Бына ошо өйҙә үткән дә инде мәктәпкәсә саҡлы бәхетле, вайымһыҙ бала сағым. Өләсәйемдең әсәһе Вәҡифә ҡартәсәйемдең йылы ҡосағында ел-дауыл теймәйенсә телем асылған.
Ҡәртнәйем һамаҡлаған шиғыр, йыр, әкиәттәр һаман да ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тора. Эйе, бала саҡта тәүге һүҙең әйтелгән туған телең бигерәк тә ҡәҙерле, яҡын, матур яңғырашлы була шул. Өй алдындағы ҡаҙҙар ҙа ошо телдә ҡаңғылдай, кәртәләге турғайҙар ҙа ошо телдә сыҡылдай, Тәшкеләттең ҡайынындағы кәкүктә лә ошо тел – “кәкүк-кәкүк”, өләсәйҙең тыңлауһыҙ кәзәкәйе лә – “мә-мә-мә”, минең иң яҡын дуҫым Аҡбай ҙа, ҡойроғон болғап, “һау-һау” тип башҡортса сәләмләй....

Һин үҙ юлыңды үҙең һайлайһың!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 15-05-2015, 11:53


Ҡыш… Яратам ошо миҙгелде. Бар донъя аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа күмелгән. Гүйә еребеҙ емелдәп торған, ҡиммәтле таштарҙан тегелгән аҡ күлдәк кейгән. Шундай йәмле көндәрҙең береһендә, 1998 йылдың 9 февралендә, Бөрйән районының Аҫҡар ауылында, атай-әсәйемдең тәүге мөхәббәт емеше булып донъяға килгәнмен.
Исемем есемемә тап килгәндәй, һәр ваҡыт көлөп-йылмайып йөрөгән ябай башҡорт ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта 11-се класта уҡыйым. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, мәктәптәге төрлө сараларҙа, олимпиа­далар­ҙа ҡатнашам. Волейбол, баскетбол уйнайым. Буш ваҡытымда бейергә, төрлө китаптар уҡырға, шиғырҙар ҙа яҙырға яратам....

Китап уҡырға! Аңларға! Лайыҡлы йәшәргә!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 15-05-2015, 11:52


Китап – белем шишмәһе. Ә әҙәбиәт ана шул шишмәләрҙән хасил булған оло йылға, даръя. Бәлки, был сағыштырыуым ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та бөтмәҫ. Шулай ҙа үҙ фекеремдә ҡалам.
Китап ярҙамында уҡыусы тарихты өйрәнә, заман һулышын тойорға тырыша, киләсәкте күҙаллай. Шөкөр, әҙәбиәтебеҙҙә уҡыусыға, бигерәк тә йәштәргә өлгө алырҙай, һабаҡ, фәһем бирерҙәй әҫәрҙәргә ҡытлыҡ юҡ....

Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 15-05-2015, 11:51


Мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫырға торғанда, күпселек йәштәштәрем кеүек үк, мине лә төрлө һорауҙар борсой. Бигерәк тә «Киләсәгем ниндәй булыр?», «Алда мине нимә көтә?», «Тыуған илемә кәрәкле кеше була алырмынмы?» тигән һорауҙарға яуап эҙләйем. Һәр кеше кеүек үк, киләсәгемдең яҡты, тормоштоң тыныс булыуын теләйем. Үрләйһе үрҙәремде барлағанда, бөтә уй-ниәттәремдең тормошҡа ашыуы тураһында хыялланғанда тыуған илемдең киләсәге, халҡымдың йәшәйеше хаҡында ла онотмайым....

Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 25-04-2015, 19:11


Туған тел! Әсәм теле! Ошо тәү ҡарамаҡҡа бик ябай ғына һымаҡ, әммә донъяла иң бөйөк, иң ғәзиз, иң изге һүҙҙәрҙе тел ярҙамында әйтеп бирәбеҙ. Яңы донъяға килгән сабый ҙа беренсе һүҙен әсә телендә әйтә, уй-хистәрен туған телен­дә һөйләй. Туған тел ул әсәй кеүек яғымлы, ярҙамсыл. Ул сабыйҙы матур донъяға алып инә, донъяның тылсымлы, сихри яҡтарын аса. Туған телем – башҡорт телем! Һинең матур яңғырашлы һүҙҙәреңә ғашиҡмын. Һин – донъяның алтын асҡысы. Оло ишекте асып ингән һайын, уның байлығына күберәк инанам. Туған телемә булған рәхмәтем икһеҙ-сикһеҙ! Һинең ярҙамыңда аҡты – ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға өйрәндем. Мин һинең менән бик ғорурланам!
Башҡорт халҡы бик бай тарихлы. Күп һынауҙар аша үткән, ләкин дошман алдында башын эймәгән, ғорур ҡалған....

Минең киләсәгем
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 24-04-2015, 19:17


Һәр класташым да буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлау тураһында уйлана. Хыялланған уҡыу йорттарына, буласаҡ һөнәребеҙгә беренсе аҙым буласаҡ берҙәм дәүләт имтихандарын да һайлап ҡуйғанбыҙ.
Тиҙҙән уҡыуҙы тамамлау көнө лә килеп етер. Мәктәбебеҙ – оябыҙ осорған ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары осҡанда талмаһын, киләсәге матур булһын, тип теләге килә дуҫтарыма.
Ә мин бәләкәй саҡтан журналист булыр­ға хыялландым. Мәҡәләләремде, шиғырҙарымды район гәзитендә, “Аманат” журналында баҫтырып торҙом. Журналист – яуаплы, кәрәкле һөнәр, тип иҫәпләйем....

Беҙҙең быуын ил яҙмышын үҙ ҡулына аласаҡ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 24-04-2015, 19:11


Республикамдың хозур мөйөшө Дәүләкән яҡтарында булғанығыҙ бармы? Әгәр ҙә юҡ икән, уны һис шикһеҙ килеп күрергә тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ. Мин үҙем ошо районда – Башҡортостаныбыҙҙың милли ҡомартҡыһына әйләнгән, йырҙар­ҙа, шиғырҙарҙа данланған Асылыкүл буйында тыуғанмын. Үҙемдең ошо төбәктә донъяға килеүем һәм йәшәүем менән Хоҙайға мең рәхмәтлемен!
Көн дә иртән йоҡонан уянып, тыныс таң атҡанға һоҡланам. Аллаға шөкөр, тағы бер матур көн килде, тим. Эстән генә белгән доғаларымды уҡыйым. Күңел ҡайҙалыр алыҫҡа, иреклеккә ынтылғандай. Башҡорт кешеһе элек-электән киң далаларҙа, иректә йәшәп өйрәнгән. Мин дә ялан-ҡырҙарҙа йөрөргә яратам....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM